Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең әсәләре лә саҡырылды. Яугир егеттәребеҙгә имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аят уҡылды.
Ауылыбыҙҙың уңған, егәрле ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән байрам табыны артында ауылдаштар һыйланып, ихлас күңелдән аралашып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп таралышты.
Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын. Бөтәбеҙгә лә ғаилә именлеге, ил-көнгә тыныслыҡ, имен тормош, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насип итһен, Иншалла!