Күп йорттарҙа популяр үҫемлек – аҡса ағасы үҫеүен күрергә мөмкин, әммә күптәр уның “аҡрын үлтереүсе” икәнлеген белмәй. Ул бик хәүефле һәм кешегә зыян килтереүе мөмкин. Уны ҡарауы еңел, ул тиҙ үҫә, халыҡ һынамыштарына ышанһаң, финанс яҡтан именлек килтерә. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫемлекте йортта тотоу дөрөҫ түгел.
Ни өсөн өйҙә аҡса ағасын тоторға ярамай һуң?
Аҡса ағасының бер нисә тиҫтә төрө бар, әммә беҙҙә йомортҡа формаһындағы йыуан ағас (толстянка яйцевидная) ҙур һорау менән ҡуллана. Үҫемлектең ағыулы булыуын белергә кәрәк. Әгәр һаҡһыҙлыҡ менән япрағын һындырһағыҙ, аллергия реакцияһы алырға мөмкин. Әгәр балалар өҙөлгән япраҡты тәмләп ҡарарға теләй икән, уларҙың ағыуланыуы бар, сөнки япраҡтарында аҙ миҡдарҙа ғына булһа ла мышьяк бар. Шулай уҡ аҡса ағасын йорт хайуандарынан алыҫтараҡ тоторға кәрәк.
Айырым осраҡтарҙа был үҫемлектән ҡоҫоу, баш әйләнеү, эс китеү, аңды юғалтыу йәки ҡорһаҡта киҫкен ауыртыу кеүек ағыуланыу күҙәтелеүе мөмкин.
Организм бәләкәй дозалар менән зарарланһа ла, үҫемлек менән ағыуланыу пассив булыуы ихтимал. Баштың еңелсә әйләнеүен йәки аппетит боҙолоуын тойорға мөмкин. Был кешенең күп ваҡытын аҡса ағасы янында үткәргән осраҡта ғына була.
Толстянканы йоҡо бүлмәһендә лә, аш бүлмәһендә лә тотмағыҙ, сөнки был урындарҙа һеҙ йышыраҡ булаһығыҙ, тимәк, үҫемлек аҡрынлап һеҙгә зыян килтерәсәк.
Әгәр һеҙгә аҡса ағасы бик оҡшай икән, уны бирсәткә кейеп тәрбиәләү һәм йорт хайуандарынан һәм бәләкәй балаларҙан алыҫта тотоу яҡшыраҡ. Ағыуланыу хәүефен кәметеү өсөн балконда тотоу яҡшыраҡ.
Әйткәндәй, эмоциональ яҡтан тотороҡһоҙ кешеләргә лә был үҫемлекте өйҙәрендә тотоу кәңәш ителмәй. Сөнки, әгәр ул һулыһа, быны насар билдә тип ҡабул итергә һәм апатияға бирелеп, борсолоуҙары ихтимал. Һөҙөмтәлә, хатта депрессия башлана ала ти белгестәр.