2019 йылдан алып бер ойошма булып тупланған, ағинәйҙәр тигән оло вазифа йөкләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙур эштәр ҡыла. Ойошмала барлығы туғыҙ ағинәй. Улар онотолоп барған йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңынан тергеҙеүгә ҙур көс һала. Үҙ эштәренән дәрт алып, берҙәм, бәхетле, маҡсатлы, илһамлы булып йәшәй Кинйәбулат ауылы ағинәйҙәре.
- Һәр халыҡ ижад емештәрен, изгелек һәм аҡыл хазинаһын үҙе булдыра һәм уны киләһе быуынға тапшыра. Йәш быуынға аманат итеп еткереү өсөн түшелдеректәр, яулыҡтар, костюмдарҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән тегеп алдыҡ. Шул милли кейемдәрҙә мәктәпкәсә төркөм балалары менән дә, мәктәп уҡыусылары менән дә осрашыуҙар ойоштороп торабыҙ, - тип уртаҡлашты Зөбәржәт Шаһиева.
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы - оҫта ойоштороусы. Күпселек эштәр тап уның башланғысы менән башҡарыла. Ниндәй генә йолалар өҫтөндә эшләмәй ағинәйҙәр! Кис ултырыу, ҡарға бутҡаһы, ямғыр теләү, бәпес туйы, баш ите менән һыйлау һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә улар махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир менән осрашыуҙа ла ҡатнашты. Шулай уҡ яҡташ яугирҙарҙың әсәйҙәре, ғаиләләре менән дә осрашыуҙар ойошторолоп тора. Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланғандан алып ағинәйҙәр яугирҙарға гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнашып, башҡаларға өлгө булып тора. Мендәрме, ойоҡмо, маскировка селтәрҙәреме – яуға ебәрелгән ярҙамдың иҫәп-хисабы юҡ.
Килен төшөрөү, һандыҡ асыу, һыу башлау йолаларына ла ағинәйҙәрҙе саҡырып ҡына торалар. Килен төшөрөү иң матур, сағыу, күңелле, мәғәнәле йола һанала. Уны ағинәйҙәр ошо көндәрҙә Лариса менән Әхәт Шаһиевтарҙың улы Ғилемдар өйләнгәндә ҙур байрам итеп күрһәтте.
- Туйҙы тағы ла биҙәп, байытып, милли йолаларыбыҙға тап килтереп ойошторғандары өсөн Кинйәбулат ауылы ағинәйҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине туйҙа ҡатнашыусылар.
Ағинәйҙәрҙең егәрлелеге, берҙәмлеге һоҡландыра. Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ, тиҙәр. Ауылдарҙа ошондай үҙ эштәре менән янып-көйөп йәшәгән ағинәйҙәр барҙа, йолаларыбыҙ йәш быуын өсөн дә, һис шикһеҙ, һаҡланыр. Уларға бәхет, шатлыҡ һәм иҫәнлек теләйбеҙ.
Фото Зөбәржәт Шаһиева архивынан