Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 22:56

Ишембай мосолмандары берҙәм ифтарға йыйылды

Бөгөн, 4 март, Ишембай мосолмандары Стахановсылар урамы, 45-се йортта урынлашҡан “Рамаҙан тирмәһе”нә ифтар мәжлесенә йыйылды. Бөгөнгө кисә йәштәргә бағышланды.

Ишембай мосолмандар берҙәм ифтарға йыйылды
Ишембай мосолмандар берҙәм ифтарға йыйылды

Билдәле булыуынса, 1 март изге Рамаҙан айы – ураҙа тотоу һәм ихлас доға ҡылыу ваҡыты башланды. Ишембай мөхтәсибәте дүртенсе йыл рәттән ойошторған "Рамаҙан тирмәһе"ндә һәр кисә төрлө темаларға бағышлап ойошторола. Уҙған көн тирмәгә ғаиләләр ауыҙ асырға йыйылһа, бөгөн 160-лап йәштәр булды. Алдағы көндәрҙә мәжлестәр табиптарға, уҡытыусыларға һәм дә башҡа темаларға арнап ойоштороласаҡ.

Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр ойошторолған сараға бик етди ҡарашта. Имам-хәҙрәттәр һөйләгән һәр нәсихәттәрҙе иғтибарлы тыңлап ултырҙы. Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҡурайҙа, думбырала уйнап кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе. Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы ректоры Дим Хөснөтдинов үҙе менән бергә тиҫтәләгән Төркмәнстан студентын алып килһә, бокс буйынса тренер Мансур Латыпов иң көслө спортсылар менән бергә килде. Әүҙем йәштәр ифтарҙа ҡатнашып ҡына ҡалманы, мәсеткә бик тә кәрәкле инструменттар бүләк итте.

Ишембай йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һәм илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп доға ҡылды. Шулай уҡ дин йүнәлешендә киләсәккә пландары менән дә бүлеште.

Диндәгеләр ифтарҙы ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Ифтар мәжлесенән тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: