Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 11:18

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Этҡол ауылы ҡыҙы Регина Байназарова – тырыш, илһөйәр, уңған йәштәребеҙҙең береһе. Ата-әсәһе Гөлнур Рәжәп ҡыҙы менән Ҡәдир Ишҡәле улы ике улдан һуң тыуған төпсөк ҡыҙҙарын бәләкәйҙән иркәләп тә, эшкә өйрәтеп тә үҫтерәләр. Тыуған ауылы мәктәбендә белем алып, Ишембай нефть колледжына уҡырға инә ул. Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләренә өлгәшеүҙән тыш колледждың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ете йәшенән алып икенсе курсҡа тиклем бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, үҙен оҫта бейеүсе итеп тә күрһәтә.

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Регина әйтеүенсә, мәктәп йылдарында башҡорт теле уның яратҡан дәресе була.

- Һәр кеше үҙ туған телен, йолаларын белергә, өйрәнергә тейеш тигән фекерҙәмен. Беҙ ағайҙарым менән әсәй, атай тип рәхәтләнеп туған телебеҙҙә һөйләшеп үҫтек. Бейеү түңәрәгенә йөрөгәндә лә етәксебеҙ Артур Мөхәмәтйәнов ярҙамында ҡыҙҙар менән башҡорт бейеүҙәрен яратып өйрәнә инек, - ти Регина.

Шулай уҡ яҡташыбыҙ милли кейемдәрҙә фотосессиялар ойошторорға ла ярата. Үҙе лә фотоға төшөрөү менән мауыға, нескәлектәрен өйрәнә.

Ишембай нефть колледжы дипломын алған йәш белгес Ишембай районы хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлегендә эшләп йөрөй. Үҙ эшен яратып башҡара, йөкләмәләргә яуаплы ҡарай. Уларҙың бүлеге ҡаланы төҙөкләндереү өсөн яуаплы. Йәғни йәйен тирә-яҡты йәшелләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу өсөн яуаплы булһалар, ҡышын ваҡытында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу улар өҫтөндә. Ҡала-районда үткән һәр күләмле сараларҙа бүлек хеҙмәткәрҙәре менән бергә әүҙем ҡатнаша Регина.

Бына шундай алсаҡ, үҙ теленә тоғро булған, йыр-моңға ғашиҡ, бар яҡлап та алдынғы ҡыҙға киләсәктә барлыҡ хыялдарының да тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!


Фотолар шәхси архивтан.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: