Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында муниципаль райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, Ишембай районы муниципаль районының почетлы гражданины, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағир, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы Яҡташтар ойошмаһы рәйесе, ХМАО-ЮГРА башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүҙәт Ҡолманбәтов һәм башҡалар булды.
Сара ҡурайсы Кинйә Әхмәҙиев башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө - “Урал” гимны менән башланды. Белеүебеҙсә, 2024 йылдың 12-14 декабрендә Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының VI съезы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ер шарының төрлө ҡитғаларынан бөтәһе 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Мөһим сараға Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһынан туғыҙ делегат барҙы. Съезд ултырышында берләшмәнең һуңғы биш йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, яҡын киләсәккә көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов үткән йыл һөҙөмтәләре хаҡында һөйләп үтте.
- Беҙҙең районда милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау, үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла. 2024 йыл - Ғаилә йылы булғанлыҡтан, эш йүнәлеше ошо өлкәлә барҙы. Илебеҙҙә барған сәйәси хәл айҡанлы, ҡоролтайҙың эше хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелде. Һайланған инициатив төркөмдөң көнүҙәк булған мәсьәләләре бик етди һәм төрлө йәштәге милләттәштәребеҙҙе берләштерҙе. Телде һаҡлау, йәштәр араһында уны пропагандалау, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм спорт саралары юғары кимәлдә үткәрелде. Йылға ҡуйылған төп маҡсаттар тормошҡа ашырылды. Бөгөн һәм киләсәктә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе һаҡлау, Ватаныбыҙҙы ҡурсалау өсөн бөтә көсөбөҙҙө йәлләмәйек. Башҡорттар донъяның ниндәй генә ҡитғаларында йәшәмәһендәр, Ҡоролтай уларҙы һәр ваҡыттағыса бергә тупларға, яҡларға һәм һаҡларға бурыслы. Беҙ бай тарихлы, көслө милләт! Ошо булмышыбыҙҙы юғалтмайыҡ, һаҡлайыҡ!, - тине ул.
Артабан Салауат Ғәфүр улы бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Аҙнабаева Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән билдәләнде.
- Съезд ултырышында башҡорт халҡының киләсәгенә ҡағылышлы төп мәсьәләләр ҡаралды һәм ошо юҫыҡта VI башҡорт ҡоролтайының ете мәсьәләһенә иғтибар бирелде: башҡорт халҡының берләшеүе һәм берҙәмлеге, күп милләтле республикабыҙҙа халыҡты туплау, башҡорт телен үҫтереү, махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, тарихи үткәндәрҙе хәтерҙә тотоу, йәштәргә булышлыҡ итеү - киләсәккә ынтылыш, хәҙерге башҡорт образы. Бөгөн VI съезда ҡаралған ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышырға һәм алдағы йылдарға эш пландарын билдәләргә тейешбеҙ, - тинеләр баш ҡала ҡунаҡтары.
Сара матур һәм сағыу концерт менән аралашып барҙы. Йыйылышта хәл итәһе мәсьәләләрҙең күп булыуы билдәләп үтелде: уларҙың иң мөһиме – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу. Сөнки ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла балалар баҡсаларынан уҡ балалар русса һөйләшә. Был ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы, йәмәғәтселекте борсорға тейеш. “Киләсәгебеҙ – йәштәр ҡулында”, тигәнде иҫтә тотоп, һәр төрлө эштәргә йәштәрҙе күберәк ылыҡтырырға, уларҙы үҫтерергә, күрһәтергә кәрәктер.
Автор фотолары.