Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Хәлим Хафизов, күп функциялы үҙәктең операция залы начальнигы Руфина Ишҡолова, халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ольга Рябчикова, ошо уҡ ойошманың эшкә урынлаштырыу бүлеге начальнигы Татьяна Ғарифуллина, Салауат ҡалаһындағы «Минең бизнес» үҙәге етәксеһе Ольга Аҙнаева, Рәсәй федераль һалым хеҙмәте инспекцияһының баш инспекторы Ольга Полева, Ишембай районы муниципаль районы буйынса эшҡыуарҙар союзы рәйесе Андрей Лоза ҡатнашты.
- Бөгөн бизнес-шериф Хәлим Хафизов һәм контролдә тотоусы барлыҡ органдар ҡатнашлығында семинар үтте, - тип уртаҡлашты Ишембай районы эшҡыуарҙары союзы рәйесе Андрей Лоза.
– Дәүләт ярҙамы тураһында бигүк белеп етмәйҙәр, шуға күрә беҙгә мөрәжәғәт итһендәр, ярҙам итеп ебәрербеҙ. Мәҫәлән, беҙҙә Ишембай районында туризм буйынса ҙур мөмкинлектәр бар. Эш асыу өсөн 50 процент һеҙҙең аҡсағыҙ булһа, 50 процент – дәүләт ярҙамы.
- Семинарға мин спикер булараҡ саҡырылдым, финанс һәм финанс булмаған ярҙам тураһында сығыш яһаным. Үҙ эшен яңы башлаған һәр эшҡыуар беҙҙең Салауат ҡалаһындағы «Минең бизнес» үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Беҙ төрлө ярҙам, консультация күрһәтәбеҙ, - тине ойошма етәксеһе Ольга Аҙнаева.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре менән дә ҡыҙыҡһынып үттек.
- Мин бындай сарала беренсе тапҡыр. Шәхси эшҡыуармын, «Яр ярымфабрикаттары»н етештерәм. Семинарҙа үҙем өсөн күп мәғлүмәт алдым. Киләсәктә үҙ эшемде үҫтерер өсөн тап дәүләт ярҙамынан файҙалынырға уйлайым, - тине Айгөл Ваһапова.
Дәүләт ярҙамы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, ләкин уны аңлап етеү һәм файҙалынырға ҡурҡмау ҙа мөһим. Бизнес-шериф Хәлим Хафизов ҡайһы бер аныҡлыҡтар индереп китте.
- Башҡортостан Республикаһында микрофинанс һымаҡ ярҙам төрҙәре күрһәтелә, кесе бизнес өсөн займ суммаһы биш миллионға һәм үҙ мәшғүллеләр өсөн 500 меңгә тиклем етеүе ихтимал, - тине муниципаль район хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Хәлим Хафизов. – Шулай уҡ яңы ҡорамал һәм техника һатып алыу өсөн лизинг ярҙамы күрһәтелә. Лизинг ваҡыты 84 айға тиклем етеүе ихтимал. Финанс ярҙамдан тыш, консультация, аңлатыу һәм мәғлүмәти ярҙам ойошторола. Республикала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды тарафынан профилле һәм комплекслы ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, сайттар эшләгәндә, продукцияға сертификация алғанда ошондай ярҙам менән файҙаланырға мөмкин.
Шулай уҡ «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» проекты сиктәрендә глэмпингтар өсөн (тәбиғәттә ял итеү) модулле һәм капиталь ярҙам менән ҡулланырға мөмкин.
Автор фотоһы.