Илебеҙҙә матур йола бар - 23 февралдә бөтә ир-егеттәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Ғаиләләрен яҡлаусы, яҡын кешеләренә терәк, тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлаусы булыу - тап уларҙың изге һәм юғары бурысы.
Ошо иҫтәлекле көндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тәрән ихтирамымды һәм ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың тиңе булмаған батырлығы һәм ҡаһарманлығы мәңгелеккә киләһе быуындар өсөн өлгө булып ҡаласаҡ. Иң йылы ҡотлау һүҙҙәрен хәрби хәрәкәттәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, бөгөнгө байрамды хәрби хеҙмәттә ҡаршылаусыларға, хәрби поста булыусыларға еткерәм. Беҙ һәр саҡ һеҙҙе хәтерләйбеҙ һәм өйөгөҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Ватанды һаҡлаусыларға ысын күңелдән һаулыҡ һәм именлек теләйем. Тыуған илебеҙ өҫтөндә һәр ваҡыт тыныс күк йөҙө булһын!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.