Йәмғиәт
19 Февраль 2025, 11:00

Бөйөрөндәге ҡомдо ике аҙнала бөтөргән

Бөйөрҙә, үт ҡыуығында ҡом, таш булыуынан күп кеше яфалана, операцияға барырға мәжбүр. Нәзилә Солтанова уны нисек бөтөрөүе тураһында бына нимә яҙа.    

"Тары ярмаһы hыуын эсеп, 6 миллиметрлыҡ ҡомдо ике аҙна эсендә ҡыуып сығарҙым. Андыҙҙан кеүәҫ яhaп эсегеҙ, тары бутҡаһын көн дә ашағыҙ.

Бер стакан тары ярмаһын бер ҡат йыуҙым. Өс литрлыҡ банкаға һалып, йылы hыу ҡойоп, мотлаҡ ҡайнаған булмаһа ла ярай, болғатырға һәм эсергә була. Буръяҡ ҡына hыуҙы көнө буйы яйлап эсеп тик йөрөйһөң.

Был хәл 90-сы йылдарҙың аҙағында, әллә 2000 йылдарҙың башында булды. Иҫәнғол дауаханаһында УЗИ бөйөрҙә 6 мм ҡом күрһәтте, шунан табип Өфөгә нефрологҡа йүнәлтмә бирҙе. Шунан тары һыуы эстем. Ике аҙна үткәс, Өфөгә барған инем, ҡом юҡ. Бәлки, булмағандыр тиһәм, булған, эҙҙәре ҡалған, тине", - тип яҙған.

ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Медицина күрһәтмәләре бар. Тәүҙә дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас