Мөнир Әхмәтғәле улы 1953 йылда Уразбай ауылында тыуа. Ауылда 8-се класты тамамлағандан һуң, училищела иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Тарих, шәжәрә, ауылдың үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә.
- Ауылыбыҙҙың икенсе атамаһы Һәләүекбаш. Бәләкәйҙән олатайым янына ауыл ҡарттары Фәхретдин, Ташбулат, Сәйфетдин бабайҙар килеп ултыра торғайны. Улар сәй эсеп, оҙон көйҙәр көйләп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, тарих һөйләр ине. Мин уларҙы тыңлап үҫтем. Ул ваҡытта ауылда хатта радио ла булманы. Мәктәпкә уҡырға төшкәс,
китапханалағы барлыҡ башҡортса әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡтым. Һуңынан тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныуым бер аҙ һүрелә төштө. Әммә 80-се йылдарҙа, Булат Рафиҡов «Ағиҙел» журналының редакторы булған саҡта, публицистик тарихи мәҡәләләр күпләп баҫтырыла башланы. Ҡабаттан ҡыҙыҡһыныуым барлыҡҡа килде. Туғандарымдан һорашып, быуындарымды белешеп, шәжәрә төҙөнөм.
2008 йылда Уразбайҙа Шәжәрә байрамын үткәрҙеләр. Беҙҙә шәжәрәне ата яҡлап ҡына төҙөйҙәр. Шунда миңә ҡатынҡыҙҙар бер аҙ үпкә белдерҙе. Шуға ике яҡлап та шәжәрә төҙөргә ҡарар иттем. Шулай уҡ ауылдан сыҡҡан яҡташтарым сит-яҡтарға күпләп тарала. Хатта бөгөнгө көндә Америкала йәшәгән яҡташтарыбыҙ бар. Улар ҙа шәжәрәһен белергә тейеш, - ти Мөнир Әхмәтғәле улы ни өсөн был эште башҡарып сығыуын аңлатып.
Шәжәрә төҙөү бик мәшәҡәтле эш. Архив материалдар, интернет, шулай уҡ Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге ырыуҙар китабы ла бик ҙур ярҙам итә.
- 1797 йылда башҡорт илен кантон системаһына индергәндәр, хәрби хеҙмәткә ҡасан алынғандар, ниндәй званиела хеҙмәт иткәндәр, барыһы ла ҡағыҙға теркәлгән. Шул мәғлүмәттәргә лә таяндым. Үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы факттар таптым. Беҙҙең Сөләймән олатай старшина булғанлығын, Ырымбур губернияһында хеҙмәт итеүен, писарь булып эшләүен, матур яҙа белеүен асыҡланым. Киләсәк быуын үҙ нәҫеленең шәжәрәһен, атай-олатайҙарының тарихын, тамырҙарын, туғанлыҡ тарихын өйрәнергә, шәжәрә ағасын төҙөүҙе дауам итергә тейеш, - ти ул.
Автор фотоһы.