Йәмғиәт
10 Февраль 2025, 04:00

Хөрмәтле ишембайҙар!

Матур һәм яратҡан ҡалабыҙға нигеҙ һалыныуға 85 йыл тулыу айҡанлы иң йылы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар!Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы Ишембайҙың тарихы - республикабыҙҙың, бөтә ил йылъяҙмаһының сағыу бите. Ул башҡорт нефтен тәүге асыусы ҡала, “Икенсе Баҡы” булараҡ мәңгегә халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ. Бер нисә быуын ишембайҙар үҙҙәренең Кесе ватанын фиҙаҡәр хеҙмәте, хәрби батырлыҡтары, сәнәғәт, мәҙәни һәм спорт ҡаҙаныштары менән данланы. Заманса Ишембай - төҙөкләндерелгән, уңайлы һәм матур ҡала. Был байрам көнөндә беҙ ҡала предприятиеларында һәм учреждениеларында намыҫлы эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, Ишембайҙы төҙөгән, ошо ерҙә йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә тәрән рәхмәтлебеҙ.

Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле ишембайҙар! Һәр ғаиләлә мөхәббәт, йылылыҡ, муллыҡ һәм тыныслыҡ булһын. Һәр берегеҙгә бәхет, изгелек, уңыштар һәм яратҡан Ишембайыбыҙҙың сәскә атыуын теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Салауат СОЛТАНМОРАТОВ, Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы рәйесе.

Илшат ШАКИРОВ, Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан

Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!
Автор:
Читайте нас