Ҡалабыҙҙың башҡорт китапханаһында
ошо тарихи ваҡиға уңайынан һөнәри белем биреү колледжы студенттары менән
берлектә матур сара үтте. Унда “Башнефть” акционер нефть компанияһында
33 йыл хеҙмәт иткән, әйҙәүсе геолог
вазифаһынан хаҡлы ялға киткән ветераннефтсе Галина Прокопова һәм Ишембай
машиналар эшләү заводында шулай уҡ 33
йыл эшләгән, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән ике тапҡыр бүләкләнгән Валентина Гаврилова ҡатнашты.
Сарала һөнәри белем биреү колледжы студенттары Ишембай тарихы,
уның юғары дәрәжәгә лайыҡ булыуы
тураһында ишетеп белде. 2010 йылдың
10 февралендә, ҡаланың 70 йыллығын
билдәләгән саҡта, Владимир Игнатьев
Ишембайҙың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мөһим роль уйнағаны тураһында
әйтеп үтте һәм “Хеҙмәт ҡаһарманлығы
һәм даны” исемен юлларға тәҡдим итте.
Ошо йүнәлештә В.Игнатьев, Ю.Ғәзизов һәм Д.Никулочкин тарафынан
күп эштәр башҡарылды. 2016 йылда
Ишембай “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм
даны ҡалаһы” исеменә лайыҡ булды.
Бындай ҡарарҙы ике тапҡыр Советтар Союзының геройы Виктор Горбатко
етәкләгән Герой ҡалаларҙың дәүләтара президиумы ҡабул итте. Был Ишембай халҡының Ватан алдында күрһәткән
хеҙмәте, батырлығы өсөн ҙур баһа ине.
Быға тиклем федераль кимәлдә фронт
ҡалаларын ғына бүләкләй торғайнылар, ә
тылда булғандар иғтибарһыҙ ҡала килде.
2019 йылдың декабрендә Рәсәй
Федерацияһы Президенты Владимир
Путин Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына
ҡалаларҙың хеҙмәт ҡаһарманлығы
тураһында тәҡдим индерә.
Закон ғәмәлгә ингәс, 2020 йылда
тыуған яҡты өйрәнеүселәр, Ишембай
хакимиәте документтар әҙерләй башлай.
Был эште Башҡортостан Республикаһы
хөкүмәте, төбәк Башлығы Радий Хәбиров
та күтәреп ала.
Һәм бына ҡалабыҙ тағы яңы дәрәжәгә
лайыҡ булды: “Ишембай – хеҙмәт
ҡаһарманлығы ҡалаһы”.
Башҡорт китапханаһында үткән сарала
студенттарға Ишембай ни өсөн шундай
исем яулауы тураһында һөйләп үттеләр.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда
Ишембай нефтселәре илгә 4,5 миллион тонна нефть тапшыра (был бөтә
илдә сығарылған нефттең өстән бер
өлөшө тигән һүҙ). Заводтарҙа танк
аккумуляторҙары өсөн фильмургин
етештерелә – уны, Ишембайҙан тыш,
башҡа бер урында ла эшләмәйҙәр.
Беҙҙә Баҡынан эвакуацияланған Сталин
исемендәге механика заводы “Катюша”
өсөн боеприпастар әҙерләй. Барлығы 12
миллионға яҡын боеприпас етештерелә,
биш миллион реактив снарядтар
әҙерләнә. Ҡалабыҙ оккупацияланған
биләмәләрҙән 2000 кешене ҡабул итә.
Бынан тыш, 3000-дән ашыу кешене ауыл
халҡы үҙ йорттарында йәшәтә. Ҡаланың
ике мәктәбендә хәрби госпиталь урынлаша.
Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең ҡалала
йәштәр иретеп йәбештереүсе, слесарь,
станоктарҙы йүнәтеүсе, ашнаҡсы, тегенсе, парикмахер кеүек кәрәкле һөнәрҙәргә
өйрәнәләр. Шулай ҙа уларҙың тыуған
яғыбыҙҙың тарихы тураһында белеүе һәм
ғорурланыуы мөһим.