– Агрохимик туған, һиңә кәрәк өс әзмәүерҙәй егет һәм машина сәғәт һигеҙҙә яныңда буласаҡ, – тип ышандырһа ла, эшкә ҡояш байтаҡ күтәрелгәс тотондоҡ.
Ике эшсе автобусҡа ултырып етәксе әйткән ваҡытҡа килде. Ә өсөнсөһө юҡ та юҡ. Бер нисә тапҡыр идараға инеп һорашып та ҡараным. Файҙаһыҙ. «Көтөгөҙ, килергә тейеш, бер аҙ яй ҡылана ул», – тип кенә яуапланылар.
Егеттәр белгән анекдоттарын һөйләп, ә шофер кисәге ямғырҙа райүҙәктән бысранып ҡайтҡан машинаһын ентекләп йыуып алды. Минең түҙемлек бөттө.
– Ағай-эне, берәрҙе көйрәтеп алайыҡ та, ҡуҙғалабыҙ. йәне булған кеше уттай эш ваҡытында сәғәт унғаса йоҡлап ятмаҫ, – тип егеттәргә папирос өләшеп, автобусҡа ултырҙым.
Тәмәкене бер-ике һурҙыммы-юҡмы, ике ҡатлы йорттан берәү күренде. Уны күреп, шофер машинаһын ҡабыҙҙы. Егеттәр тегегә ҡул болғай-болғай, тиҙ килергә саҡырып ҡысҡырып, автобусҡа инделәр.
Буласаҡ эшсебеҙ һис тә ашыҡманы. Аҙыраҡ атлағас, туҡтап, яй ғына кеҫәһенән тәмәкеһен алды, уны усында бауырһаҡ әүәләгәндәй йомшартты һәм шунан һуң әкрен генә ауыҙына ҡапты. Шырпыһын табып тоҡандырғансы дүрт-биш минут ваҡыт уҙғандыр.
Ҡара һин уны, атлап килеүҙәрен, ташҡа үлсәйем. Йылы ямғырҙан һуң сәхрәгә сыҡҡан етмеш йәшлек пенсионермы ни? Һәр аҙымы һайын аяҡ баҫҡан урынына ҡарап ала ла, тәмәкеһенең төтөнөн ауыҙынан әкрен сығара.
Башҡа ваҡыт булһа, был «пенсионерҙы» һис шикһеҙ ҡалдырып китер инем, ә бөгөн тыйылдым. Етәксе: «Хужалыҡта эшсе көсө етешмәй, дүрт кеше урынына өстән артыҡты бирә алмайым», – тип киҫәткәйне.
Аңламаҫһың уларҙы. Үҙҙәре беҙҙе – агрохимиктарҙы, саҡырып килтерәләр, ә эшкә тотонорға йә машина бирмәйҙәр, йә кешеләре етешмәй. Бер-ике эшсе менән генә хужалыҡтың ун мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ерен, әллә күпме бесәнлек, көтөүлектәрен йәйәү йөрөп тикшереп, һәр ун гектарҙан ҡушма өлгө алып булалыр шул. Яйлап эшләүен дә эшләрһең. Йәй буйы бушҡа йөрөү беҙгә лә күңелле түгел. Заданиеңды тултырһаң, аҡсаһы ла була, етәкселәр алдында йөҙөң дә яҡты.
Ғөмүмән, беҙҙең эш ошоларҙан ғибәрәт: ерҙән алынған өлгөләрҙе зона лабораторияһында, баҫыуҙың һәр береһендә азот, фосфор, калийы бармы, булһа, күпме улар, әсе тупраҡлы түгелме (былар үҫемлектәр өсөн иң кәрәкле матдәләр) икәнде тикшереп, картограммалар төҙөйбөҙ. Һөҙөмтәләр яһайбыҙ. Баҫыуына, сәселәсәк культураһына ҡарап тәҡдимдәр яҙып ебәрәбеҙ. Төптән уйлағанда, былар – һәр етәксегә, һәр белгескә иген игеүҙә иң кәрәкле мәғлүмәттәр. Картограммаларға, тәҡдимдәргә ҡарап баҫыуҙы ашлайһың.
Быйылғы сезон минең өсөн хөрт башланмаҡсы.
Асыуҙан күңел өйкәлә.
Ике сәғәт көттөргән кешебеҙ, ниһайәт, автобусҡа керҙе. Бер кемгә ҡарамай, уң ҡулын сикәһе янына ҡуйып: «Салют», – тине лә буш урынға һуҙылып ятты.
Яҙғы үлән, ағас япраҡтары сығарған тулҡынландырғыс, сихри еҫтәр бөркөп торған ялан буйлап елдерәбеҙ.
Талғын иҫкән елгә баштарын бәүелтеп ултырған йылға тирәктәрен үттек тә тау битләүендәге арыш баҫыуында туҡталдыҡ. Иртәнге ысыҡ бөртөктәре, күҙҙе сағылдырып, иген башаҡтарында емелдәшә. Ҡайҙалыр кәкүк саҡыра, һандуғас, башҡа ҡоштарҙың һайрауы бергә ҡушылып, ҙур оркестрҙың мауыҡтырғыс моңона әүерелә. Бындай хозур тәбиғәт ҡосағында эшләү – үҙе бер бәхет ул. Шуға ла, мин лабораторияла, башҡа бүлексәгә саҡырһалар ҙа, ялан агрохимияһынан айырылғы килмәй.
Егеттәрҙе нисек тикшереп өлгө алырға өйрәткәс, баҫыуҙың икенсе башына киттем. Бер сәғәттән яланды иңләп, икәүһе килеп сыҡты, ә «пенсионер» күренмәй. Иртәнге ҡыҙғанлыҡ та бөтөп өлгөрмәгәйне, быларҙы күрше баҫыуға ебәрҙем дә үҙем тегенең ҡаршыһына атланым.
Килһәм, ни күрәйем, был әҙ генә барған да бер уйһыулыҡта туҡталған. Ауыҙында тәмәкеһе. Ергә эйелеп, ниндәйҙер ҡуңыҙ менән уйнай. Тәгәрәтеп ебәрә лә, сәғәтенә ҡарап тора, йәнәһе, күпме ваҡыттан әйләнеп ултырасаҡ.
һуғып ебәреүҙән көскә тыйылып, ҡысҡырҙым:
– Нишләп ултыраһың, оятһыҙ, әйҙә тиҙерәк!
Бының бер ҙә иҫе китмәне, миңә төҫһөҙ күҙе менән (шул саҡ абайланым: күҙе аңлайышһыҙ төҫтә, вайымһыҙ ине) ҡараны ла:
– Ә, агрохимик, – тине, – ҡара әле, ғүмерҙә күрмәгән ҡуңыҙ таптым, үтә ирмәк икән, арҡаһына ятҡырһаң, биш минуттан аяғына баҫа. Ә беҙ армияла утыҙ секундта полный боевой кейемдә стройҙа була инек. Ә бөжәктәрҙең рәхәт, әйләндереп ебәрһәң, тиҙ генә тора һалмайҙар, ә уйланып яталар. Һин уҡыған кеше бит, белмәйһеңме ни...
– Юҡ! Белергә лә теләмәйем! Әйҙә тиҙерәк, төшкө ашҡа китәбеҙ!
Тамаҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, йәһәт кенә тора һалып, машина янына атланы. Әгәр яңынан эшкә ҡушһаң, яланды кискә генә әйләнеп сығасағы көн кеүек асыҡ ине.
«Пенсионер» ашханала, беҙҙе тағы ғәжәпләндереп, аҡса түләү урынына, кассирға: «Был мин, онотманығыҙмы?» – тип кенә ҡуйҙы.
Тағы яландабыҙ.
Егеттәр йылға буйына яңы сыҡҡан ҡуҙғалаҡ тәмләргә китте. Мин, шыбыр-шыбыр тирбәлеп ерҙән шытып сыҡҡан үлән тауышына һәм үҙенсәлекле еҫтәренә иләҫләнеп, көндәлек тултырам. Ә теге «пенсионер», салҡан ятып, түңәрәк-түңәрәк төтөн бөркөп тәмәке көйрәтә. Майка өҫтөнә күлдәкһеҙ кейгән дермантин курткаһы менән үтек күрмәгән салбары ла һаҡал-мыйыҡ баҫҡан үҙенсәлекле йөҙөнә үҙенсәлекле сифат, мин бығаса күрмәгән ғәмһеҙлек бирә ине.
– Әллә ҡатының менән татыулығың китеп торамы? – тип һораным, нисек тә уртаҡ һүҙ табырға уйлап.
– Мин өйләнмәгән, ваҡыт юҡ.
– Ҡайҙа эшләйһең?
– Клубта, звукорежиссер.
– Магнитофон ебәрәһең, туҡтатаһыңмы?
– Шулайыраҡ.
Утыҙға етеп килгән әзмәүерҙәй ир, аҙ ғына аҡсаға, ҡарт-ҡоролай, звукорежиссер булып ултыраһың инде. Ҡыҙыҡһыныуым артты. – Ҡарттар ныҡ иркәләй, ахыры, һине?
– Кем, кем?
– Ата-әсәң, тим.
– Ә-ә-ә. – Шулай оҙаҡ һуҙып әйтте лә, нимәлер уйлап, миңә төҫһөҙ күҙен секрәйтеп ҡарап алғас, – уларҙан күптән сығып киттем, – тине.
– Һин ҡырҙанмы?
– Юҡ. Ана-a-у ауылдан.
– Тау битләүендәге ауылды әйтәһеңме?
– Эйе.
– Бигүк йыраҡ түгел икән, көн һайын йөрөп эшләп була. Үҙеңдең өҫ-башыңды ҡарарҙар ине, – тинем, төҫөн юғалтҡан майкаһына күҙ һалып.
– Була. – Был тороп ултырҙы ла, бармағы менән башына төртөп: – Мине кем тип беләһең? Уларға ҡол урынына эшләүсе кеше генә кәрәк! – тине.
– Нисек?
– Нисек, нисек... – Нимәлер әйтергә теләп ауыҙын асҡайны, яҡынлашып килгән егеттәрҙе күргәс, өндәшмәне. Яй ғына торҙо ла, курткаһын усына йомарлап, йылғаға ыңғайланы.
Талғын иҫкән елгә тулҡынланып ятҡан арыш баҫыуы мине лә хәтерләүҙәргә алып китте...
...Ата-әсәһеҙ, ике туған ағайымдарҙа аслы-туҡлы үҫеүем, аҡсаһыҙ көйө техникум, институтта уҡыуым, студент саҡта вагон, баржа бушатып өҫ-баш нығытҡандарым һәммәһе күҙ алдымдан үтте. Ирекһеҙҙән, әсәйемдең яҡты асыҡ сырайлы йөҙө һәм: «Фәнилем, һин минең бар булмышым, таянысым», – тип арҡамдан һөйөүҙәре иҫкә төшөп, күҙҙәрем йәшкәҙәне. «Аяуһыҙ сир һине арабыҙҙан алып китмәһә, ниндәй бәхетле булыр инек. Һиңә оҡшаған ҡуйы ҡара, оҙон керпекле ҡыҙҙарымды, мине һөйгәндәй алдыңда бейетеп, шатланыр инек. Әсәй. Ә бында берәү ата-әсәгә ярҙам итеүҙе ҡоллоҡҡа һанай. Әсәйем, әсәкәйем...»
– Ағай, ҡуҙғалабыҙмы? – Егеттәргә оҙаҡ эшһеҙ тороу ялыҡтырҙы, ахыры.
– Хәҙер. Тик әйтегеҙ әле, ниндәй кеше был? – тип тегегә төртөп күрһәттем.
– Исеме Зөфәр. Эт ялҡауы бер бәндә.
– Күлдәк-майкаһын керләнгәс ырғытыуы ла дөрөҫмө?
– Эйе. Эш хаҡын алғас, иң алдан айлыҡ ашарға түләп ҡуя – аҡса түләмәгәнлегенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Бер күлдәк, майка, ойоҡбаш ала һәм уларҙы йыуып тормай, киләһе аҡсанан һуң сүплеккә ырғыта.
– Дә-ә-ә. – Мин егеттәрҙән тағы ла ниҙер һорашмаҡсы булғайным, өндәшмәнем: Зөфәр кире әйләнеп килә ине.
Был ауыҙынан тәмәкеһен алмай ғына миңә өндәште:
– Агрохимик, ташла юҡ ғәҙәтеңде, ашарҙай булып ҡарама.
– Белергә теләйем. Кем һин? Ауырыуға ла оҡшамағанһың.
– Мин – ирекле кеше. Нимә теләйем, шуны эшләйем.
– Улайһа, беҙҙең менән ниңә сыҡтың?
– Етәксе: «Дөйөм ятаҡтан ҡыуасаҡмын», – тип ҡурҡытты. Начальствоның ҡай саҡ шулай һүҙен йыҡмаған булам. Етмәһә, үҙемдең тәбиғәт ҡосағында ҡар һыуы кипкәндән бирле иркенләп бер йөрөп ҡайтырға хыялым бар ине.
– Бына нисек!
– Шулай. Күреп торам, хәҙер беҙҙе тағы эшкә ҡыумаҡсыһың? Ә мин төштән һуң йоҡларға ғәҙәтләнгәнмен, – тине лә, курткаһын баш осона һалып, күҙҙәрен йомдо.
– Оятһыҙ ҙа икәнһең! – Онтаҡлап ташларҙай булып ҡыҙғайным, әммә түҙҙем. Егеттәрҙе йәһәт кенә автобусҡа әйҙәнем дә шоферға ҡуҙғалырға ҡуштым.
Зөфәр машина тауышына тороп баҫты. Беҙҙе, күрше баҫыуға күсә тип, ахырыһы, яй ғына тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Шунан, йыраҡлашҡанды күреп, ҡулын болғай-болғай йән-фарман йүгерергә тотондо.
«Егерме биш саҡрым араны саф һауала үтеү – ирекле кешегә үҙе бер бәхет», – тип уйлап ҡуйҙым мин ирекһеҙҙән.
Әҙме-күпме барғанбыҙҙыр, юлда бер ҡарсыҡ осраны. Иңбашына ҙур төйөнсөк йөкмәгән. Быны йәлләп туҡтаныҡ.
– Ултырығыҙ. – Үҙем тегенең ҡиәфәтенә күҙ һалам. Сәйер. Ҡарсыҡ тигәнем йәш кенә ҡатын икән. Бер аяғына туфли, икенсеһенә тапочки кейгән. Күлдәгенең йыртылған иҙеүенән тулышҡан ап-аҡ түше тертләп типкәне күренә. Йөрәк семетеп алды. Сихри матурлыҡты ҡарт йөрәк тә һиҙә икән. Шул саҡ болоттарҙы тирә-яҡҡа этәреп ҡояш күренде һәм ул ҡатынҡайҙың аҡ түше менән бергәләп шөкәтһеҙ яланды яҡты нурға күмде. Күктә һабан турғайы тауышы ишетелде. Йыраҡта кәкүк ҡысҡырҙы. Машиналағы егеттәр ҙә, донъяла йәшәүҙең илаһилығын иҫбат итеп үҙгәргән тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, ауыҙҙарын йырған.
– Ҡайһы ауылға ҡайтаһығыҙ? – тине ҡатын, беҙгә ҡарамайынса ғына.
– Дәүләтҡолға.
– Миңә был яҡҡа. Ул теге ялҡау бәндәнең ата-әсәһе йәшәгән ауыл яғын күрһәтте лә шәп-шәп атлап китеп тә барҙы.
Икенсе көндө иртүк идара алдына сыҡтым. Болдор алдында мине Зөфәргә оҡшаған кеше ҡаршы алды. Өҫтөнә ҡап-ҡара яңы костюм, ап-аҡ күлдәк, аяғына ялтыратып таҙартылған ботинка кейгән. Үҙе ауыҙын йырып йылмая, һыҙылып киткән ҡара мыйығы ла йөҙөнә ниндәйҙер мөләйемлек бирә. Аптырап киттем.
– Һеҙ теге Зөфәрҙең ағаһы йә ҡустыһымы әллә?
– Зөфәр үҙе.
– Нисек?
– Шулай. Кисә юлда бер ҡатынды күрҙегеҙме?
– Эйе.
– Ул заманында мине мөхәббәт ялҡынында яндырған, көйҙөргән фәрештә ҡыҙ ине. Атай-әсәйем, нәҫелдәре, насар тип, өйләнешергә риза булманы. Бер аҙ көтәйек, бәлки, тора-бара ҡараштарын үҙгәртерҙәр, тигән өмөт менән йөрөй инем, ҡыҙ ғәрсел булды. Икенсе ауылға кейәүгә китте лә барҙы. Мин дә ғәрсел, атай-әсәйем менән асыуланышып, бында күстем, һөйгән ҡыҙымды юғалтҡас, йәшәге лә, эшләге лә килмәй башланы. Донъя йәме юҡ. Көндөң дә, төндөң дә үткәнен һиҙмәйем, һеҙ килгән мәлдә, йөрәк һыҡтауына түҙә алмай, муйынға элмәк һалырға йөрөй инем, бригадир, ярҙам ит инде, эшләргә кеше табып булмай, тигәс, уйымды өс-дүрт көнгә кисектерҙем.
– Муйыныңа элмәк һалыуҙы кисектерҙеңме?
– Эйе. Кисә яланда мөхәббәтемде яңынан осраттым. Кейәүе, йыл ярым торабыҙ, ниңә бала тапмайһың, тип туҡмаған. Был ни, ғәрсел, ҡайтҡан да киткән. Әкиәт, бала ни бер булмаһа, бер булыр. Шуға кеше фәрештә кеүек бисәне туҡмаймы? Ә беҙ осраштыҡ, һөйләштек, ҡауыштыҡ. Бөгөн – туй! Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра килдем. Үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, бисәле иттегеҙ! Рәхмәт! Көтәбеҙ!
Ул мине ҡосаҡлап яурындан һөйөп алды ла, урғылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, ауыл яғына йүгерҙе.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина