Ошо дата айҡанлы Һайран ауылы мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ китапхана менән берлектә уҡыусыларҙы ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Ленинград блокадаһы…” исемле патриотик тәрбиә сәғәте үткәрҙе.
Уҡыусыларҙы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға – Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң
ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.