Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар , 22:00

Петровский ауылы халҡының тормош сифаты яҡшырҙы

2024 йыл аҙағында Ишембай районы Петровский ауылында биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау тамамланды.  

Петровский ауылы халҡының тормош сифаты яҡшырҙы
Петровский ауылы халҡының тормош сифаты яҡшырҙы

Күләмле проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү федераль фондының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

“Беҙҙең бурыс – бөтә республикала, ҡалала һәм ауылда йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу. Ауылдарҙа 40 процент тиерлек халыҡ йәшәй, шуға күрә был биләмәләргә айырым иғтибар бүләбеҙ“, – тине Радий Хәбиров.

Яңы объектты файҙаланыуға тапшырыу экологик хәлде һәм, дөйөм алғанда, ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Ауылда элек булған таҙартыу ҡоролмалары 1968 йылда уҡ төҙөлгән. Ваҡыт үтеү менән туҙыу арҡаһында ағынты һыуҙарҙы таҙартыу сифаты нормативтарға тап килмәй башлай. Иҫке таҙартыу ҡоролмаларын файҙаланыу ҙур хеҙмәт сығымдары һәм ҙур электр энергияһы тотоноуҙы талап иткән.

2023 йылдың февралендә мөһим проектты тормошҡа ашырыу тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуйыла, ә 2024 йылдың декабрендә реконструкция тамамлана. Проекттың хаҡы 135 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Хәҙер Петровскийҙа тәүлегенә 300 кубометр етештереүсәнлектәге компакт модуль ҡоролмаһы эшләй. Уны бер инженер хеҙмәтләндерә. Был ваҡиғаға ауыл халҡы бигерәк тә шат.

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тормошҡа ашырылған проекттың үҙенсәлеген билдәләне.

“Таҙартыу ҡоролмалары мөһим социаль функция үтәй. Был – Башҡортостан өсөн уникаль проект. Бында бер юлы экологик, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр хәл ителә. Ауыл халҡының 50 проценттан ашыуы үҙәкләштерелгән һыу ағыҙыу системаһына тоташтырылған. Хәҙер канализация ағынтылары яңы ҡорамалдарҙа таҙартыла", – тине Азат Ишемғолов.

 

Фото: Ирина Вахонина.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: