Йәмғиәт
25 Ғинуар 2025, 11:00

Һаулығыңды йәштән ҡайғырт

Киң мәғлүмәт сараларында үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең, наркомания менән эскелектең киң таралыуы хаҡында даими һүҙ алып барыла. Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында ошо темаға әленән-әле саралар үткәрелеп тора.

Һаулығыңды йәштән ҡайғыртҺаулығыңды йәштән ҡайғырт
Һаулығыңды йәштән ҡайғырт

Ошо көндәрҙә Үрге Әрмет ауылы китапханаһында ла үҫмерҙәр өсөн “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сараның маҡсаты – йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, һаулыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү, ти хеҙмәткәрҙәр.

Түңәрәк өҫтәл артында наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙың һәм тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында һүҙ барҙы.

Бөгөн донъяның бик күп илдәрендә наркомания тигән яман сирҙең таралыуы, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә һуңғы йылдарҙа наркотик ҡулланыусылар һанының арта барыуы бер кемгә лә сер түгел. Беҙ был сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып барырға тейеш. Юғиһә, йәш быуындың, балаларыбыҙҙың яҡты һәм бәхетле киләсәгенә хәүеф янаясаҡ.

21 ғинуарҙа Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда ла “Наркотикһыҙ һәм СПИД-һыҙ тормош” тигән темаға әңгәмә ҡоролдо. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре наркотик ҡулланыу менән бәйле тағы бер темаға ҡағылып китте. Донъяла йәштәр араһында С гепатиты һәм СПИД сире менән зарарланған кешеләр күп. Сараны алып барыусы наркотиктар ҡулланыуҙың ниндәй сирҙәргә алып килеүе тураһында ентекле аңлатып китте.


Фото Үрге Әрмет ауылы китапханаһы һәм Көҙән ауылы мәҙәниә йорто архивынан.

Һаулығыңды йәштән ҡайғырт
Һаулығыңды йәштән ҡайғырт
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас