Мәжлескә Этҡол ауыл советы биләмәһенән махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, ғаиләләре саҡырылды. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт, Абдрахман, Мөдәрис, Әхсән муллалар тарафынан ҡөрьән аяттары уҡылып, доғалар ҡылынды.
Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов үҙ сығышында батыр ул тәрбиәләүсе ата -әсәләргә рәхмәтен белдереп, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙ мәңге хәтерҙә һаҡланасағын, ауылдаш ир-егеттәрҙең тиҙерәк хәрби бурыстарын үтәп, илдә тыныслыҡ булдырып, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Ҡорбан мәжлесенә килеүсе ата-әсәләр ойоштороусыларға, аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәтен белдерҙе.
Изге ниәттәр, изге теләктәр. Салған ҡорбандары ҡабул булһын. Донъялар тынысланып, ир-егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!