Йәмғиәт
18 Ғинуар 2025, 06:00

Бәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәй

Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға ябай кешеләр ҙә, предприятиелар, ойошмалар ҙа, урындағы хакимиәт тә – барыһы ла ярҙам итә. Һәр бер хат, посылка, техника йәки ҡоролма яугирҙарға уларҙы өйҙәрендә көтөүҙәре тураһында иҫкә төшөрөп тора.

Бәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәйБәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәй
Бәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәй

Ишембай районында был ярҙам бигерәк тә көслө тойола, күп осраҡта бындай сараларҙа хакимиәт башлығы ла ҡатнаша.

Азат Ишемғолов - махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙар өсөн бар күңелдән борсола. Ул етәксе генә түгел, ә үҙ эшен белгән кеше лә. Азат Альберт улының алғы һыҙаттағы яҡташтар янына барыуы – уның яугирҙарға ярҙам итеү, дәртләндереү теләге, йорттарында уларҙы яҡындары һағынып көтөүҙәре тураһында иҫкә төшөрөүе ул.

Берҙәмлек һәм ярҙам итеү символы

- Мобилизация башланғас та егеттәр менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылды, - тип һөйләй Азат Ишемғолов. – Шул саҡта кемдер яугирҙарыбыҙ беҙҙең район ярҙамын тойһон өсөн флаг менән шеврон (график тамға) эшләргә тәҡдим итте. Беҙ был идеяны тиҙ бойомға ашырҙыҡ, уларҙы 400 самаһы әҙерләнек. Ул экипировка элементы ғына түгел, ә берҙәмлек һәм ғорурлыҡ символы ла.

Азат Альберт улы был шеврондарҙы йыш осрата, хатта федераль яңылыҡтарҙа ла күрә.

- Ҡулдарында Ишембай флагын күреп ҡалһам, йөрәк тулҡынлана башлай. Беҙ, аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, бер ғаилә, - ти ул.

Әйтергә кәрәк, танкистар менән айырым хәл.

- Мин улар менән Һамар өлкәһендә хәрби күнекмәләр үткәндә таныштым. “Шпана” ҡушаматлы яугир айыу төшөрөлгән танкынан фото ебәрҙе. Был һүрәт мине дәртләндерҙе, беҙ уны шеврон өсөн өлгө итеп алдыҡ һәм уларҙың экипажына махсус сериялар эшләнек. Егеттәргә бик оҡшаны. Шеврондар улар өсөн блокпостарҙа үҙенсәлекле “паспорт” та булып тора. Егеттәрҙән, алмашҡа шеврон бармы икән, тип һорайҙар икән. Ошондай бәләкәй генә әйбер ҙә яугирҙарға дәрт өҫтәй. Экрандан Ишембай шевроны булған яугирҙы күрһәм, йөҙө “ҡапланған” булыуға ҡарамаҫтан, ғорурлыҡ тойғоһон кисерәм, - ти Азат Альберт улы.

Кәйефте күтәрәләр Фронтта һәр деталь роль уйнай ала. Үҙенсәлекле дизайнлы шеврондар һалдаттарҙы ҡыуандыра. Егеттәр төрлө яҙмалар уйлап сығара, уларҙың ҡайһы берҙәре юморға ҡоролған.

- Мәҫәлән, беҙҙең республиканан бер шевронда ошондай һүҙҙәр бар: “Беҙ – башҡорттар, беҙҙең менән урыҫтар, ә улар менән Хоҙай Тәғәлә!”, - тип йылмая Азат Альберт улы. – Йәки ошолай яҙылған: “Әсәй кейергә ҡушты”. Бындай һүҙҙәр ҡыйын саҡтарҙа ла күңелде күтәрә. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус шеврондарға ла иғтибар бирелә. Беҙҙең медиктар ҙа үҙҙәренә ирония аша ҡарай белә. Мәҫәлән, шеврондарҙа: “Карателдәр медицинаһы” йәки “Нығыраҡ ҡысҡырһаң, тиҙерәк киләм” тигән
яҙыуҙар осрай. Ошондай бәләкәй деталдәр яугирҙарға үҙҙәрен бер команда итеп тойорға ярҙам итә, ҡатмарлы көндәрҙә йылылыҡ өҫтәй.

Беҙ һеҙҙең менән!

Азат Альберт улы алғы һыҙатта осратҡан яугирҙар менән һәр саҡ бәйләнеш тота. Ул һалдаттарҙың исемдәрен, ҡушаматтарын белә, һәр береһен иҫкә ала.

- Беҙ егетәр менән, уларҙың ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, бәйләнеш тоторға, уларға төрлөсә ярҙам итергә тейешбеҙ. Хатта тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй генә әйбер – шеврон да ҙур роль уйнай ала. Был – беҙ һеҙҙең менән тигән һүҙ, - ти Азат Ишемғолов.

Шеврондар идеяһы дауам итәсәк. Планда – Ишембай гербы менән яңы партия.


Фотолар Азат ИШЕМҒОЛОВ архивынан.

Бәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәй
Бәләкәй генә әйбер ҙә күңелгә йылы өҫтәй
Автор:Ольга Киселева
Читайте нас