Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар , 18:00

Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ

Улар бөтәһе 17 баланы – үҙҙәренең ике ҡыҙын һәм тәрбиәгә алған 15 баланы ҡарап үҫтереп, оло тормош юлына сығарған, әле 10 бала тәрбиәләй. 

Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ
Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ

Гөлфәйрүз һәм Ишбулды Исмәғилевтәр бына егерме йыл инде ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарап үҫтерә. Хәстәрлек, тоғролоҡ һәм һөйөү – уларҙың уңыш асҡысы. Күп эштәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләргә күнекккән йомарт һәм аҡыллы атай, нескә күңелле психолог, педагог, балалар күңелән һиҙгер тоя белгән әсәй – бәхетле ғаиләнең ҙур ышанысы һәм терәге.

Ғаилә башлығы Ишбулды Миңлегәрәй улы профессияһы буйынса монтажсы һәм газ менән иретеп йәбештереүсе. Армия хеҙмәтенән һуң Ишембай быраулау идаралығына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. 17 йыл буйына намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була. Нефть сәнәғәтендә вахта ысулы менән 33 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хәҙер ҙә тик ятмай, сүкеп эшләнгән металл әйберҙәр өсөн төрлө элементтар яһау менән мәшғүл.

Гөлфәйрүз Абзалҡан ҡыҙы Ҡаҙағстанда ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Төҙөлөш училищеһын тамамлағандан һуң, 1984 йылда Башҡортостанға килеп, “Ишембайнефть” предприятиеһына ҡаҙан ҡорамалдары лаборанты булып эшкә урынлаша. Аҙаҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.

Ата-әсә бөтәһе 17 баланы – үҙҙәренең ике ҡыҙын һәм тәрбиәгә алған 15 баланы ҡарап үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Өлкәндәре хәҙер үҙаллы йәшәй, йылы йортто онотмайҙар, йыш ҡына киләләр, уңыштары менән ата-әсәне һөйөндөрәләр. Бөгөн Исмәғилевтәр 10 баланы тәрбиәләп үҫтереү өсөн көстәрен һала. Үҙ ҡыҙҙары Лунара секретарь-референт һөнәрен алған, кейәүҙә, өс бала тәрбиәләй. Бизнес менән шөғөлләнәләр. Икенсе ҡыҙҙары Алина Башҡортостан иҡтисад-юридик колледжын тамамлаған, ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары ла ата-әсәгә тәрбиәгә алған балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторорға ярҙам итә.

Ғаиләләге ҡыҙ һәм малайҙарҙың яҙмышы ябайҙан түгел. Уларҙың йөрәктәрендәге йәрәхәттәрҙе уңалдырыу өсөн бик күп көс һалырға кәрәк. Ғаиләләге тыныс мөхит, ата-әсәнең иғтибары, мөхәббәте, уҡыуҙарында ярҙам итеү уларҙың күңелдәрен иретә, ауырыуҙарҙы еңергә көс бирә. Ата-әсә балаларҙың бәләкәй генә уңышына ла шатлана, уларҙы дәртләндерә белә. Балалар Кинйәбулат ауылындағы урта мәктәптә уҡый, уның йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда ҡатнаша, спорт ярыштарында йыш ҡына еңеү яулай, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә өлөштәрен индерә, окоп шәмдәре һәм мендәрҙәр яһай.

Исмәғилевтәр ғаиләһе күп милләтле. Бында төрлө телдәрҙәге йырҙар яңғырап тора, телеңде йоторолоҡ милли аҙыҡтар бешерелә. Ата-әсә йылы ғаилә мөхитенең балаларға киләсәктә  үҙ урындарын табырға, яҡшы тормош ҡорорға ярҙам итерҙәренә ярҙам итәсәгенә тәрән ышана.

Күркәм ғаиләнең архивында мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары, үҙенсәлекле балаларға ярҙамдары, “Торатау йыйыны” байрамы үткәреүҙә әүҙемлеге өсөн әллә күпме маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тупланған. 2018 йылда Ишембай район хакимиәте башлығы Исмәғилевтәр ғаиләһен Почет грамотаһы һәм йәмғиәттә ғаилә ролен күтәреүҙәге һәм ҡиммәттәрен һаҡлауҙағы ҙур өлөшө өсөн миҙал менән наградланы.

Гөлфәйрүз Исмәғилева районда балаларҙы тәрбиәгә алыусы ата-әсәләрҙе туплаған “Родничок” клубының рәйесе булып тора, ҡаланың Смаҡай биҫтәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда ғаилә “Волга буйы федераль  округының уңышлы ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, “Иң дуҫ ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы.

 

Дина Арсланова

 Фото: https://vk.com/mintrudrb

Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ
Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ
Автор:
Читайте нас: