Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар , 22:00

Был донъяла йүнле ир бармы икән ул?

Интернеттағы танышыуҙар сайты аша өс ир-егет менән танышып ҡараған ханым шундай һығымтаға килгән...

Был донъяла йүнле ир бармы икән ул?
Был донъяла йүнле ир бармы икән ул?

Зәлифәгә 43 йәш. 19 йәшендә кейәүгә сығып, бер ҡыҙ тапҡан. Ҡыҙы Мәскәүҙә уҡып та, эшләп тә йөрөй, йәғни үҙаллы тиергә мөмкин инде. Зәлифәнең яҡшы ғына эше, ике бүлмәле фатиры бар. Тормошта һәр нимәгә үҙ ҡарашы булған, шул уҡ ваҡытта юмор хисенә лә бай, матур холоҡло ҡатын ул. Күптән берәйһе менән танышып, парлы ғүмер итергә теләге барлығын белгәнгә күрә, яңыраҡ осрашҡанда: “Шунан мөхәббәт фронтында хәлдәр нисек?” – тип шаяртып һораным.

– Бер нисек тә түгел. Бер әхирәтемде тыңлап, танышыуҙар сайтында теркәлеп, анкета тултырғайным. Аптырап йөрөгән сағым әле ул... Был донъяла һәйбәт ир-егеттәр ҡалдымы икән ул, тигән фекергә килдем. Теге сайтҡа иғлан ҡуйыу менән тәҡдимдәр ағылды ғына. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, хатта сит илдәрҙән... Уларҙың кандидат итеп ҡарап та торманым, сөнки үҙ мөхитемдә йәшәгән, ышаныслы, терәк булырҙай кеше менән танышыу ине маҡсатым. Тәүҙә миңә күрһәтелгән иғтибарҙан дәртләнеп, ҡыуанып киттем. Һөйләшеп, аралаша торғас, өс кеше менән осрашыуға барҙым. Һөйләгәс, һөйләйем инде, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

Иң тәүҙә 42 йәшлек Руслан менән таныштым. Осрашыу тураһында килештек. Машина менән килде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҙур булмаған СТО тота икән. “Әйҙә, мин һиңә эш урынымды күрһәтәм!” – тип алды ла китте. Юлда ла, гараж һымаҡ эш урынына барғас та, әллә ниндәй двигателдәр, төрлө машиналарҙың етешһеҙ һәм ыңғай яҡтары тураһында һөйләне лә һөйләне. Эш ҡорамалдарын күрһәтеп бөттө. Бер нимә лә аңламаһам да (сөнки үҙем машина йөрөтмәйем, йөрөткән хәлдә лә быларҙы аңламаҫ инем), баш ҡағып, йылмайып тыңлаған булдым. “Мин тиҙ генә бер машинаны ҡарарға тейешмен, һин ошонда ултырып тор”, – тип шунда торған диван ишаратына күрһәтте. Май таптарынан сыбарланған, бензин еҫе аңҡыған диванға ошо осрашыу өсөн тип, сауҙа үҙәген ике сәғәт ҡыҙырып, биш мең һумға һатып алған күлдәгем менән һис тә генә ултырғым килмәне. Юҡ сәбәпте бар итеп, ҡайтырға кәрәк тип, такси саҡырып, ҡайтып киттем.

Икенсеһе 38 йәшлек Азат булды. Уныһы үҙенең өйө янындағы кафеға саҡырҙы. Барҙым. Аралашыуыбыҙға ярты сәғәт тирәһе ваҡыт үтеүгә яныбыҙға 60 йәштәрҙәге ҡатын килеп ултырҙы. Әсәһе икән... Аптырауым йөҙөмә сыҡҡандыр инде, “Мин етди уй-ниәт менән танышам, шуға күрә әсәйем белергә тейеш”, – тине был. “Ярай, белһен һуң, тик мине түгел”, – тип уйланым да ҡайтып киттем.

Өсөнсөһө – 45 йәшлек рус кешеһе Анатолий. Өфөлә үҙенең эше бар. Тегеләрҙән айырмалы рәүештә, ресторанға саҡырҙы. Костюмда. Тик бысранып өлгөргән күлдәк яғаһы шунда уҡ күҙемә салынды шул. Анкеталағы фото менән был ир-егет араһындағы оҡшашлыҡ ун процент та түгелдер. Сайттағы күрмәлекле генә ир урынына ҡаршымда таушалып бөткән, ризаһыҙ йөҙлө пеләш әҙәм ултыра ине. Ике сәғәт буйы бөгөн шәхси бизнес тотоуҙың нисек ауыр булыуы, уларҙы һәр төрлө һалымдар менән быуыуҙары, иркенләп үҫергә юл ҡуймауҙары, ғөмүмән, тормоштоң иҫ киткес ҡатмарлылығы, ҡыйынлығы тураһында

тыңланым. Ашаған өсөн иҫәпте ҡап уртаға бүлешеп түләнек. Уныһын үҙем тәҡдим иттем, ул риза булды. Уның ҡарауы, бурыслы булып ҡалманым һәм артабан шылтыратыуҙарына ла яуап биреп торманым...

Бына шулай, өс осрашыуға барып ҡайттым да сайттағы анкетамды алып ташланым. Әллә, белмәйем, бармы икән был донъяла терәк була алған, ҡатын-ҡыҙ затын хөрмәт иткән, ихтирамлы, иғтибарлы ир-егеттәр? Ғөмүмән, интернет аша танышып, матур ғаилә ҡороу, парлы булыу мөмкин түгелдер, тип һығымта яһаным... – тип тамамланы һүҙен Зәлифә.

 
 
 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: