Зөбәржәт Юнысова, Фатима Ғилваншина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм Әминә Баһманова уларға үҙ ҡулдары менән бауырһаҡ әҙерләгән. Ырымбур госпиталенә улар дүртенсе тапҡыр юллана. Һалдаттарҙың үтенесе буйынса, ағинәйҙәр был юлы туңдырылған ҡурай еләге, ҡарағат, бауырһаҡ, бәлештәр, һуттар, һабын, салфеткалар, теш пасталары, кейем-һалым, простынялар алып барасаҡ. Перегонный ҡасабаһынан Рәмзиә ханым да уларға ҡушылған һәм бауырһаҡ бешерергә ярҙам иткән.
- Беҙҙең буш ултырырға һис ваҡытыбыҙ юҡ. Йәй буйы еләк-емеш, бәшмәк йыйҙыҡ, уларҙы туңдырҙыҡ, ҡайнатмалар әҙерләнек. Уларҙы һатып яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар алабыҙ. Һалдаттар өсөн ойоҡбашалтайҙар, бейәләйҙәр ҙа бәйләйбеҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Туҡмас киҫәбеҙ, бауырһаҡ әҙерләйбеҙ, маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Эшҡыуар Рәйсә Йосопова емешеләктәр, түшәк кәрәк-яраҡтары бирҙе. Бауырһаҡ бешерергә йомортҡа менән Ринат Яппаров ярҙам итте. Мәсеткә йөрөгән Эдуард ағай һәм Фәниә апай аҡсалата ярҙам күрһәтте. Был аҡсаға көнбағыш майы, күстәнәстәр алдыҡ, - ти Фәрзәнә Мирсаяф ҡыҙы.
Ағинәйҙәр “Шатлыҡ” баҙары етәксеһе Илдар Фәтиев, ветерандар советы аша ла ылауҙар оҙатҡан. Яңыраҡ ҡына улар бауырһаҡтар бешереп ебәргән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын өсөн мәсеттә доғалар уҡыйҙар.
- Был юлы Ырымбурға беҙҙе бер туған ҡустыбыҙ алып бара. Тәүҙә “Ҡарауанһарай” мәсетенә барабыҙ, унда Кинйәбулаттан Гөлимә Сахиян ҡыҙы эшләй. Уның тормош иптәше хәрби кеше, улар беҙҙе хәрби госпиталгә алып бара. Әйткәндәй, улар беҙҙе “Ҡарауанһарай” мәсете исеменән бер нисә тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләне, - ти Зөбәржәт Юнысова.
Әйткәндәй, Әминә, Фатима, Зөбәржәт инәйҙәр күптән түгел Хажға барып ҡайтҡан. Инде 70-тән уҙған тынғыһыҙ инәйҙәрҙән мәрхәмәтлек эше менән ҡасан шөғөлләнә башлауҙары хаҡында һорашам.
- Беҙ һигеҙ бала үҫтек. Атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышынан 1-се төркөм инвалиды булып ҡайтты. Бик ауыр йылдар булды. Ул колхозда төрлө эштәр башҡарҙы, бригадир ҙа булды. Атайыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт: “Башҡа һуғыш булмаһын инде, ирҙәре һуғышта ятып ҡалған ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк” тип әйтә торғайны. Һәм ул һәр береһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Беҙ ҙә шулай өс бер туған мохтаждарға булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйырға тотондоҡ. Иң беренсе ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләнек. Беҙ һуғыштың нимә икәнен яҡшы беләбеҙ, был бөтә илебеҙгә килгән ҡайғы. Беҙгә ҡарап башҡалар ҙа яуҙағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итһендәр ине, тип әйтмәксебеҙ. Яугирҙарыбыҙ тыуған ерҙәренә теүәл әйләнеп ҡайтһын, йорт-илебеҙ имен булһын! - ти улар.
Мәсеткә йөрөгән инәйҙәр Яңы йылдан һуң да ярҙамды дауам итәсәктәре, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға бауырһаҡтар бешереп оҙатасаҡтарын белдерҙе.
Яҡташтарының күңел йылыһын һалып, изге доғаларын юллап ебәргән күстәнәс-посылкалары илебеҙ именлеген, киләсәгебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәр.
Автор фотолары.