Әлфиә менән Рәйес Байтимеровтар дүрт балаға ғүмер биргән. Оло ҡыҙҙары Эльвира - Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Салауат ҡалаһында йәшәй. Икенсе балалары Руслан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡала. Ҡыҙҙары Айгөл Стәрлетамаҡта сауҙа өлкәһендә эшләй. Иң кесе улдары Илдар нефть колледжында һуңғы курста уҡып йөрөй, ул яңыраҡ себерҙә практика үтеп ҡайтҡан. Һүҙебеҙ тап Руслан тураһында барасаҡ.
- Руслан – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул 2008 йылда Көньяҡ Осетияла Грузия-Абхазия конфликтында ҡатнашҡайны, - тип уртаҡлашты Әлфиә апай. – Кодорское тарлауығын һаҡланылар, унда өс ай булдылар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул ветеран исемен алды.
Руслан 1987 йылдың 7 июнендә тыуған. Уразбайҙа дүртенсе кластан алып уҡый башлай, уға тиклем ғаилә Нефтекамск ҡалаһында йәшәгән.
Мәктәпте тамамлағас, егет Салауат ҡалаһындағы 20-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Артабан Мәскәүҙә төҙөлөштә, Яҡутстанда вахта ысулы менән эшләй.
- Руслан махсус хәрби операцияға барырға үҙе ҡарар итте. Мин военкомат эргәһендә көтөп тороп, Руслан, йөрөмә инде, тип инәлдем. Әсәй, мин бармаһам, кем бара, тине. Уның ҡарары менән килешмәйенсә булмай ине, фекере менән ризалаштым... – тип иҫкә ала Әлфиә Әнүәр ҡыҙы.
Улар Ишембайҙан 12 егет китә, күптәре хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Тәүҙә Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында ике ай хәрби күнегеү үтәләр. Ошо осорҙа яҡташтарыбыҙ янына муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та барып йөрөй, уларға гуманитар ярҙам ойоштора.
Русландар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында Украинаға 2022 йылдың 1 сентябрендә инәләр. Яугирҙар Херсонда өс ай буйы ҡаты алыштарҙа була. Яҡташтар янына муниципаль район хакимиәтенең элекке башлығы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов барып йөрөй, уларға төрлө ярҙам күрһәтә.
Херсондағы алыштан сыҡҡас, яугирҙарға 20 көн ял ойошторола. Республика Башлығы Радий Хәбиров уларға Башҡортостандан сәләмәтлек поезы, ашнаҡсылар ебәрә. Яугирҙарҙы табиптар тикшереп дауалай, ашнаҡсылар милли аш-һыуҙары менән һыйлай. Концерт номерҙары менән Радик Юлъяҡшин бара. Ял иткәндән һуң 2022 йылдың 30 декабрендә Донецк халыҡ республикаһына инәләр.
...Руслан Байтимеровтың батальоны 10 көн буйы бер позицияны тота, уларға төндә һөжүм итәләр. Үкенесле, ул 2023 йылдың 9 октябрендә Донецк республикаһының Артем районы Клещеевка ауылында һәләк була. Яҡташыбыҙ вафатынан һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән наградлана.
Фотолар Әлфиә Байтимерованың шәхси архивынан.