Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, район Советы депутаты Александр Зиновьевич Привалов «Йыл кешеһе» номинацияһында еңеүсе булды.
Был абруйлы награда яҡташыбыҙға «Алтын көҙ» конкурсында еңгән өсөн тапшырылды. Унда крәҫтиән-фермер хужалығы һөт продукцияһы менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһенең эшмәкәрлеге перспектива төбәк үҫеше Фондынан һәм “GOLDFOND CLUB” Төбәк-ара эшҡыуарҙар клубынан юғары баһа ала.