Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 11:00

Ҡалаҡтан ашатып ирен аяҡҡа баҫтырғайны

“Изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтар” тиһәләр ҙә, тормошта барыһы ла ҡағиҙәләргә ярашлы түгел шул. Сәлиә исемле геройымдың яҙмышы ла уйға һалырлыҡ. Түшәктән тора алмаған ирен аяҡҡа баҫтырғас, рәхмәт әйтер урынға  йәшерәк ҡатынға сығып китә ул.

Ҡалаҡтан ашатып ирен аяҡҡа баҫтырғайны
Ҡалаҡтан ашатып ирен аяҡҡа баҫтырғайны

Сәлиә менән Айҙар – класташтар һәм  күршеләр. Бер -береһенә ҡарата һөйөү хистәре уларҙың бик йәшләй  барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға ваҡыт еткәс, икеһе лә бер ҡалаға юлланды. Сәлиә медицина училищеһына, Айҙар – ауыл хужалығы техникумына. Ҡулдарына диплом алыуға туй көндәрен дә билдәләп ҡуйҙылар.

Ығы-зығылы ҡала тормошон үҙ итмәй, һағынып ҡайтты улар тыуған ауылдырына. Ата-әсәйҙәре ер участкаһы алып ҡуйғайнылар. Сәлиә ауылда фельдшер, Айҙар зоотехник булып эшкә урынлашып йәшәп алып киттеләр. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо улар. Икеһе лә бер төптән тартҡас, тормоштары ла алға барҙы. Бер нисә йыл тигәндә матур итеп йорт төҙөп ултырттылар. Өйҙәренең ҡотон арттырып улдары Салауат тыуҙы.Киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәп ятҡанда был ғаиләгә бәлә килде. Айҙар йәйләүҙән эштән ҡайтып килгәндә аварияға осрап түшәккә ятты. Бик оҙаҡ дауаханала дауаланды. Аҙаҡ  өйгә ҡайтарҙылар.

–Бер нәмә лә алдан вәғәҙә итә алмайбыҙ. Организмына ҡарай инде. Йәш кеше бирешмәҫ.Ҙур ҡалалағы көслөрәк табиптарға , белгестәргә күрһәтеп ҡарағыҙ, – тинеләр.

 “Нисек инде ғаиләнең терәге, таянысы булған  30 йәшкә лә етмәгән Айҙары  шулай үҙе ярҙамға мохтаж булып ятһын? Ул мотлаҡ аяҡҡа баҫасаҡ!” – тип уйланы Сәлиә һәм ирен дә быға ышандырҙы.

Тотош көрәштән торҙо ул йылдар. Төрлө ҡалаларға дауалауҙарға ла йөрөттө. Был ваҡытта аҡса менән ата-әсәһе, ҡәйнә- ҡайныһы ныҡ ярҙам итте. Файҙаһы теймәҫме тип халыҡ табиптарына ла алып барып ҡараны. Иренең ышанысы һүрелә башлағанда ла , бирешмәне Сәлиә. Айҙарҙың тороп китеренә өмөтө һүрелмәне. Үҙе фельдшер булғас, табиптарҙың барлыҡ кәңәштәрен, дауалауҙарын ныҡлы үтәне.

Ләкин ваҡыт үткән һайын иренең күңеле төшә барҙы, һуңға табан холоҡһоҙлана башланы. Әле тегене, әле быны оҡшатмай мыжыны. Шул мәлдә дә Сәлиә һытыҡ йөҙөн күрһәтмәне,  ҡалаҡлап ашатты, ятҡан урынын да һәр ваҡыт таҙа тотто, эшенә лә өлгөрҙө. Үҙенең дә хеҙмәте  тынғыһыҙ. Өйгә ҡайтып үҙ мәшәҡәттәрең менән генә булырмын тимә. Әле бер, әле икенсе ауырыу янына йүгерергә кәрәк.

Яҡшы тәрбиә, тейешле көслө дауалауҙар ярҙам итте Айҙарға. Бер нисә йылдан тәүҙә ултыра, унан яйлап ҡына аяҡҡа баҫып йөрөй башланы. Нығынғас,  эшкә лә сығырлыҡ булды. Иркен ҡырҙарҙы, йәйләүҙәрҙе  шул тиклем дә һағынғайны Айҙар.

–Йортобоҙға йәнә бәхет ҡайтты, тормошобоҙ әүәлгесә матурланды, – тип Сәлиә лә һөйөнөп бөтә алманы. Эргәһендә ныҡлы терәге булғас, киләсәккә ышанысы артты. Тормош һәүетемсә дауам итте.

Район үҙәгенә семинарға барып, Маҡтау ҡағыҙы ла алып ҡайтҡас, иренең кәйефе тағы күтәрелеп китте. Нисә йылдар өйҙә ятып арығанғамы, эштән ҡайтып инә белмәне.

–Донъябыҙ түңәрәкләнде. Салауатҡа иптәшкә тағы ла бер сабый алып ҡайтырға кәрәк, – тип хыялланды Сәлиә. Ләкин тормош иптәше генә был ниәтте хупламаны.

–Уларҙы ҡарарға ла кәрәк бит әле. Бер баланы мохтаж итмәй генә  үҫтерһәк тә етәр, – тигән фекерен белдерҙе.

Элекке һымаҡ Айҙарҙың ғаиләһе өсөн өҙөлөп тормауын тойҙо ҡатын, ләкин быны оҙаҡ ваҡыт түшәктә ятыуы арҡаһында холҡоноң үҙгәреүе менән бәйләне. Кәңәшмәгә  барғанында бер коллега ҡатынға ғашиҡ булыуы, улар араһында һөйөү хистәре ҡабыныуы тураһында башына ла индермәне  Сәлиә.

Был йөрәк өшөтөрлөк хәбәрҙе Айҙар  сираттағы йыйылышҡа барып ҡайтҡандан һуң белдерҙе.

–Сәлиә, барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Ләкин йөрәгемдә һиңә ҡарата һөйөү тойғоларым һүнгән. Мин икенсе бер ҡатынды яратам. Һине алдап йәшәтәһем килмәй. Мин район үҙәгенә йәшәргә сығып китәм. Улыма ярҙам итермен,  – тине.

Нисәмә йылдар күҙенә генә ҡарап ятҡан, ҡалаҡтан ашатып аяҡҡа баҫтырған иренең шулай тип әйтеүен бер нисек тә башына һыйҙыра алманы Сәлиә.

–Нисек улай? Мин бит һин тип нисәмә йылдар йәшәнем ?– тип кенә әйтә алды, көтөлмәгән был хәбәрҙән башы тубал кеүек булды.

Айҙар уны ишетмәне лә. Уның күңеле был ваҡытта бик алыҫта ине шул...

Шулай итеп ауылдың өлгөлө , кеше һоҡланып ҡарап торған ғаиләһе тарҡалды.

Был һынау ҙа һындырманы Сәлиәне. Сөнки уның алдында йәнә бер ҙур бурыс – улын уҡытыу, кеше итеү маҡсаты  тора ине.

–Һаулығым булһын һәм эшем. Был ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәм. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә үҙе  күтәрерҙәй генә һынауҙарҙы ебәрә, тиҙәр бит. Минең тормошомда ла аяҙ көндәр тыуыр әле, – тине геройым күҙ йәштәре аша йылмайып.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде

 

Автор:Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: