Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь , 22:00

Боҙом бар ул. Юҡ, тимәгеҙ...

“Сәләм, Гөлдәриә туғаным. Оҙаҡ уйланып йөрөнөм дә, һиңә үҙем менән булған бер хәлде бәйән итергә булдым әле. Һеҙҙең яҙмаларҙы уҡып, күптәр һабаҡ, ғибрәт алаларҙыр, тип уйлайым. Иң мөһиме, аяныслы яҙмыштарҙы күреп, кешеләр нахаҡ һүҙҙән, нахаҡ ҡылыҡтан тыйылһын ине. Сөнки тап ошо кире ғәмәлдәр кеше араһын бутай, тормоштарҙы боҙа. Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләне бәләләр урап үтте. Быға ваҡытында дингә мөрә­жәғәт итеүем, яманлыҡ теләгән кеше менән араны өҙөүем ярҙам итте. Әгәр биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалмаһам, был көндө бәлки иҫән дә булмаҫ инем, кем белә?    

Боҙом бар ул. Юҡ, тимәгеҙ...
Боҙом бар ул. Юҡ, тимәгеҙ...

Юғары уҡыу йортон тамамлағанымда Советтар Союзы тарҡалмағайны әле. Мине комсомол юлламаһы менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһенә эшкә ебәрҙеләр. Район советында үҙенә күрә бәләкәй генә түрә булып киттем. Таныштар, туғандар юҡ, дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәйем. Үҙеңде оҫта ойоштороусы итеп күрһәтһәң, бер нисә йылдан Өфөгә эшкә алырбыҙ, тип өмөтләндергәйнеләр. Шуға, һөҙөмтә булһын тип, бар ваҡытымды эшкә арнаным. Тик ике йылдан донъя буталып, партия, комсомол юҡҡа сыҡты. Эш урынымда ҡалдым, әммә Өфөгә күсеү тураһында башҡаса һүҙ булманы.
Бер хеҙмәттәшем менән арабыҙҙа дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Әхирәт тип әйтеп булмай, шулай ҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеп, хәл белешеп торҙоҡ. Ире, ҡыҙы менән улы бар ине, ҙур, матур йортта йәшәйҙәр. Сәлимде бер нисә тапҡыр ғына күрҙем, сөнки ҡамасауламаҫ өсөн ул өйҙә булғанда уларға бармаҫҡа тырыштым. Көтмәгәндә ире юл фажи­ғәһендә һәләк булып, Сөмбөл тол ҡалды.
Туғандары уны ауыр ҡайғы менән яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышты. Йәзилә апай кейәүенең ҡырҡына тиклем уларҙа йәшәне. Ялдарҙа мунса инергә саҡырғайнылар, шунда ул: “Һылыу, дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәгәнсе, бер нисә айға бында күсеп тор әле. Балаларҙы ҡарашырһың, йорт тирәһендә лә ярҙам итерһең. Ҡайғыға бирешеп китмәһен, тип ҡурҡам. Янында һин булһаң, күңелем тыныс булыр ине”, – тине. Ризалаштым.
Аҙна һайын тигәндәй Сөмбөлдәргә Радик исемле ҡәйнеше килеп йөрөй ине. Баҡса ҡараша, ваҡ-төйәкте йүнәтә, балаларҙы һыу инергә алып бара. Тәүҙә уға бөтөнләй иғтибар итмәнем. Аралашыуыбыҙ ҙа һаулыҡ һорашыуҙан, хәл белешеүҙән үтмәне. Бер көн эштән сыҡҡас, бер аҙ саф һауа һулау өсөн йылға буйына төшөп киттем. “Сәләм!” – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһам, янымда Радик тора.
– Сәләм. Һин был яҡтарҙа нимә эшләп йөрөйһөң? – тим аптырап.
– Эшегеҙ янынан үтеп барһам, һин сыҡтың да, йылға яғына ыңғайланың. Мин артыңдан эйәрҙем.
– Берәй йомошоң бар инеме әллә?
Радик тәүҙә һүҙһеҙ торҙо. Минең боролоп китергә йөрөгәнде күргәс, ҡапыл:
– Һөйләшергә ине. Еңгәйҙәргә барам-барам, аулаҡлап осрашып булмай ҙа ҡуя. Мин һине тәү күреүҙән үк оҡшаттым. Дуҫлыҡ тәҡдим итәм...
Аптырап Радикка текәләм. Матур ғына егет икән, быға тиклем иғтибар итмәһәм дә. 
– Әллә, – тим, аптырауымдан нимә әйтергә белмәй. 
– Егетең бармы?
– Юҡ... – Радиктың еңел һулап ҡуйыуынан уның мине ысынлап та оҡшатып йөрөүен аңланым. – Ә һинең йөрөгән ҡыҙың юҡмы ни?
– Бар ине элек. Башҡаға кейәүгә сыҡты... Күптән онотолдо инде ул. Дуҫтар кеүек кенә аралашабыҙ.
Шул көндән  беҙ Радик менән осраша башланыҡ. Тик етәксе эшендә булғанлыҡтан, мин егет эйәртеп ҡайҙалыр барырға, урам буйлап йөрөргә ояла инем. Башлыса машинала һөйләшеп ултырабыҙ, йә ул минең бүлмәгә инә лә, телевизор ҡарайбыҙ, сәй эсәбеҙ. Шәхси тормошомдо бер кемгә лә белдерергә теләмәнем, шуға Сөмбөлдән кире үҙемә йәшәргә ҡайттым. Икебеҙҙең дә йәш үтеп бара ине, шуға ярты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Радик менән өйләнешергә ҡарар иттек. Туй яһап торманыҡ, ике яҡты таныштырыу өсөн атай-әсәйҙәрҙе, бер туғандарҙы йыйҙыҡ та, табын ҡорҙоҡ.
Сөмбөл ниңәлер минең кейәүгә сығыуымды өнәмәне. “Тапҡанһың кейәүгә сығыр егет! Йөрөгән бер йолҡош, ни өйө юҡ, ни йүнле машинала йөрөмәй. Ул дәрәжәң менән бынамын тигән егет табыр инең”, – тине. Шулай ҙа ҡунаҡҡа килде, матур теләктәрен еткерҙе. “Әхирәттәр инек, хәҙер килендәштәр ҙә булдыҡ”, – тип ҡолағыма алтын алҡа таҡты. Артабан да уның менән аралашып, туғандарса йәшәнек.
Радик менән ике бүлмәле фатир һатып алып, матур ғына тормош ҡороп ебәрҙек. Ул минең янға водитель булып эшкә урынлашты. Ике йылдан декрет ялына киттем. Улыбыҙ тыуыу шатлығы беҙҙе тағы ла яҡынайтты. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы: бала тапҡандан һуң өҙлөгөп, ауырып киттем. Тәүҙә тиҙ генә шәбәйермен кеүек ине, әммә сир оҙаҡҡа һуҙылды. Әсәйем беҙгә күсеп килеп, ҡәйнәм менән баланы алмаш-тилмәш ҡаранылар. Ә минең башым дауахананан сыҡманы. Өҙлөгөү бөйөрөмә тейҙе, аҙаҡ нимәгәлер аллергия барлыҡҡа килде. Ашағанымды шунда уҡ ҡоҫам. Уҡшытыу үҙәгемә үтте. Иң аптыратҡаны – асығыу хисе юҡ, ашағым килмәй. Тын ала алмай, туҡтауһыҙ сәсәй башлағас, астма тигән диагноз ҡуйҙылар. Дауахана койкалары ялҡытҡайны, үҙ фатирыма ҡайтһам, хәлем һәйбәтләнер кеүек тойолдо. Әммә, киреһенсә, көндән-көн шиңдем. Кейәүгә сыҡҡанда 86 килолыҡ тулы кәүҙәле, йомро битле, оҙон ҡара толомло инем. Өйгә ҡайтҡанда минән һөлдә генә ҡалғайны, сәсем дә ҡойола башланы. Баланы ҡулға алырлыҡ  хәлем юҡ. Тышта ғына түгел, өй эсендә лә таяҡ менән йөрөйөм. Әсәйемдең ҡайһы саҡта күҙе йәшләнеүен дә һиҙәм.
Радик ҡына бирешергә теләмәне: кемдән ниндәй дауа ишетә – шуны ташый. Дарыу үләндәре, бал ҡорто ағыуы, прополис, тоҙло күл – ҡыланмаған нәмә ҡалманы. Хәл инеп торғандай итә лә, тағы насарланам. Ике йәше тулған Йәмил улыма ҡарайым да: “Кем ҡулдарына ҡалырһың икән, балаҡайым!” – тип эстән һыҙам.
Йәй әсәйемдең бер туған һеңлеһе ире менән ҡунаҡҡа килеп төштө. Ул совет осоронда эшкә барып, кейәүгә сығып, Ҡарағанда ҡалаһында төпләнгәйне. Һирәк ҡайталар. Союз тарҡалғас, юлдары тағы ла һирәкләнде. Шуға бер ҡайтҡандарында күрешәйек тип, сит район булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә лә килеп еткәндәр икән.
Мине күреп, хайран булды апай менән еҙнәй. Ике тәүлектән һуң улар мине үҙҙәренә алып ҡайтырға тәҡдим иттеләр. Ниндәйҙер бик билдәле хирург бар икән, шуға күрһәтеп ҡарамаҡсылар. Батып барыусы һаламға йәбешкәндәй, шунда уҡ ризалаштым. Радик бергә барырға иткәйне, уны кире дүндерҙеләр. “Әлегә беҙҙең менән барыр. Таныштар эҙләп тапҡансы, ул табипҡа эләккәнсе, дауаланғансы ай тирәһе ваҡыт үтер. Һиңә балаңды ҡарашырға, эшкә йөрөргә кәрәк. Әгәр шәбәйеп китһә, балдыҙ үҙе ҡайтыр. Ә инде үҙгәреш булмаһа, килеп алырһың”, – тине еҙнәй.
Юлға сыҡтыҡ. Районды сыҡҡас, еҙнәй машинаһын туҡтатты.
– Балдыҙ, ошо урында дөрөҫөн әйтергә тейешмен. Беҙҙә бер ниндәй ҙә хирург юҡ. Мин һине атаҡлы бер муллаға өшкөртөргә алып ҡайтып барам. Күптән түгел генә намаҙға баҫһам да, яҡшы беләм: доға көсөнән дә яҡшы дауа юҡ. Әбделвафа мулла тураһында күп ишеткән бар, үҙенең ауылында мәсет төҙөтөп, шунда төрлө яҡтан килгән кешеләрҙе дауалай. Сабый балаң хаҡына үтенәм, баш тартма.
Мин һәр ваҡыт дингә битараф булдым. Өйҙә ул турала һөйләгән кеше булмағас, бисмиллалап ризыҡ ҡабырға кәрәклеген дә белмәй инем. Шуға аптырап ҡалдым. Шәбәйеремә ышанысым бөттө. Әммә өмөтләнеп юлға оҙатҡан әсәйем менән иремде күҙ алдына килтереп, кире боролмаҫҡа булдым. Үҙемде генә түгел, уларҙы ла ғазапҡа һалғым килмәне. Юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Ике тәүлектә тамам хәлһеҙләнеп, һушымды юғалтырҙай хәлдә апайымдарҙың йортона барып йығылдым. Ҡайһы ҡала-ауылдарҙы үткәнбеҙ, нимәләр күргәнмен – бер нәмә лә хәтерләмәйем. Йоҡоға талһам, мәңге уянмаҫ кеүек инем. Һаташып килеп уяндым – төшөмдә аҡ һаҡаллы бабай башыма асыҡ йәшел төҫтәге яулыҡ яба ине. Йомала еҙнәй мәсеткә барып ҡайтҡандан һуң, тағы юлға сыҡтыҡ. Әбделвафа мулла Ҡарағанданан 200 саҡрымдағы бер ауылда йәшәй икән.
Аҡһыл таштарҙан һалынған мәсет ҙур, бай ҡаҙаҡ ауылының ҡап уртаһында урынлашҡан. Ҡапҡа алдында тиҫтәнән ашыу машина, арбалы аттар ҙа күренә. Мәсет эсендә кеше күп кенә. Бөгөн ҡабул итеүгә һуңлағанбыҙ икән, теҙелеп киткән бүлмәләрҙең береһенә урынлаштыҡ. Таң алдынан аҙан тауышына уянып киттем. Эстән ниндәйҙер йылы тулҡын ағылғандай булды. Асыҡҡанымды тойоп, өҫтәлдән икмәк алып ашаным. Тәүге тапҡыр уҡшытманы, эсем ауыртыуы ла һиҙелмәне. Яйлап ҡына сәй эстем. Тамаҡ туйғас, иҙерәп йоҡлап киткәнмен. Тағы ла аҙан тауышына уяндым. Апай менән еҙнәй мәсеттең мулла ҡабул иткән бүлмәһенә алып китте. Ишек төбөндә ултырған егет, яулыҡ ябынырға кәрәклеген белдереп, кәштәгә ымланы. Күҙ һалыу менән шаҡ ҡаттым: иң өҫтә төшөмдә күргән асыҡ йәшел яулыҡ ята. Ҡурҡып ҡына шуны ябындым.
Ауырыуҙар кисәгенән дә күберәк йыйылған. Улар бүлмәләге эскәмйәләргә теҙелеп ултырған, ә Әбделвафа мулла түрҙә доға ҡыла. Инеүселәргә иғтибар ҙа итмәй. Ике сәғәттәй шулай доға тыңлап ултырҙыҡ. Төшкө аштан һуң тағы ла йыйылырға ҡуштылар. Дүрт көн шулай үтте. Ашауҙан башҡа хәлемдә алға китеш һиҙелмәй. Әммә рәхәтләнеп икмәк, ит ашай алыуыма, сәй, һурпа эсеүемә шатланам. Доға тыңлау ҙа күңелгә тыныслыҡ бирә икән. Дауахананан сыҡҡандан бирле тәүге тапҡыр башыма:  “Шәбәйһәм, доғалар өйрәнәм”, “Арыуланһам, әсәйгә лә намаҙлыҡ алып ҡайтам”, – тигән уйҙар килә башланы. Юғиһә, быға тиклем тик үлем тураһында ғына уйлай инем.

Бишенсе көндө апай менән еҙнәй мине мулла янында ҡалдырып, ҡайтып килергә булдылар. Берәр аҙнанан кире килеп, мине алып ҡайтырға тейештәр. Уларҙы оҙатырға сығырға тип аяҡ кейемемде кейҙем дә, башымдағы яулығымды һыпрып сисмәксе булдым, урамға яулыҡ менән сығыу ситен кеүек ине. Яулыҡ ситенә алҡам эләккән булған икән, ҡапыл һыпырыуыма ул ҡолаҡ япрағын йырып алды ла ҡуйҙы. Яранан ҡан аға, бөтә өҫ-башым, сәстәрем буялды. Апайым менән яныбыҙҙағы ике ҡатын аптечка табып килтерҙе лә, ярамды эшкәртә башланы. Шау-шыуҙы ишетептер, бүлмәләрҙең береһенән Әбделвафа мулла килеп сыҡты. Беренсе тапҡыр миңә текәлеп ҡарап торҙо ла, еҙнәмде эйәртеп китеп барҙы.
Бүлмәбеҙгә барып, кейемемде алмаштырып, башымды урап бәйләүгә шат йылмайып, еҙнәй килеп инде.
– Йәшәйһең, былай булғас балдыҙ! Өмөт бар. Әбделвафа мулла үҙе әйтте. Ҡотолдло шайтанынан, тине. Алҡаңдың икенсеһен дә сисеп килтерергә ҡушты. Бөгөн башҡаса дауаланырға барып торма. Иртәгәнән йөрөрһөң. Алла бирһә, беҙ бер аҙнанан килеүгә йүгереп йөрөйәсәкһең!
Йүгереп йөрөмәһәм дә, таяҡты ташланым. Тын алыуы еңеләйҙе, ауыл урамына сығып йөрөп әйләнәм, ризыҡ төрләндерә башланым. Рәхәтләнеп йоҡлайым, күҙ тирәләге ҡара таптар тоноғая төштө. Көс-хәл менән биш доға өйрәнеп алдым. Тик мәсеттәге китаптар ҡаҙаҡ телендә булғас, уларҙы уҡый алманым. Туғандарым мине ун көндән килеп алды. Быға тиклем һүҙ ҡушмаған, артыҡ иғтибар бирмәгән мулла үҙе оҙата сыҡты.
– Балаҡайым, үлемдән ҡалғаныңды үҙең һиҙәһеңме?
– Эйе.
– Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, иншаллаһ, бында килергә юлыңды асҡан. Өйҙәге һәм тыуасаҡ балаларың хаҡыналыр...
– Ҙур рәхмәт һеҙгә!
– Килеп ингәнеңдә һиңә мәйет төҫө ингәйне бит. Яҡын күргән кешең боҙом эшләгән. Шуның серен таба алмай оҙаҡ хитландым. Үҙемдең дә көсөм етмәҫ, тип өмөтөм өҙөлгәйне.
– Ундай нимә бармы икән һуң?
– Бар, балаҡай. Эшеңдә лә, ғаиләңдә лә һинең урынды алырға теләгән кеше булышҡан. Алҡаны кем бүләк итте? Шунан һаҡ бул. Ярай, Аллаһ ярҙамы менән яулығың алҡаңды эләктереп төшөрҙө һәм сихыр юлын күрһәтте. Биргән башҡа әйберҙәрен дә сығарып ташла йә үҙенә кире бир. Башҡаса теймәҫлек итеп доғалар менән өшкөрҙөм үҙеңде, тик боҙомдоң көсө лә ҙур. 
Ишеткәндәремдән телһеҙ ҡалдым. Хатта хушлашырға онотоп, машинаға барып ултырҙым. Сөмдөл бүләк иткән алҡалар ине бит улар. Теге табындан һуң уларҙы сисмәйенсә яратып тағып йөрөнөм. Юл буйына ишеткәндәремә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, аптыранып ҡайттым. Ул бит сит райондағы берҙән бер яҡын дуҫым, килендәшем ине. Боҙом эшләрлек сәбәп тә юҡ кеүек. Һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торҙо. Ауырый башлағас та, больницаға килеп йөрөнө, ҡаҙ һурпалары әҙерләп алып килә ине. “Барыһы ла һәйбәт буласаҡ, борсолма,” – тип көс бирергә тырышты. Тәүҙә Радикка кейәүгә сығыуыма ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, үҙенә бер ваҡытта ла ҡараңғы сырай күрһәтмәне. Шуға Әбделвафа мулланың һүҙенә шикләнеп ҡуйҙым.
Туғандарымда тағы өс кис ял иттем дә, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдым. Хәлем арыулана башлағас, поездға ултырырға ла ҡурҡманым.Ирем, әсәйем, Йәмил улым менән Өфөгә килеп ҡаршы алды. Уларҙы күргәс, ниндәй афәттән ҡотолоуымды аңлап, илап ебәрҙем. Улар ҙа минең шәбәйә башлауыма ышанып етмәй ине шикелле. Юл буйы уйлап килгән ниәтемде ҡайтҡан саҡта Радикка еткерҙем:
– Әйҙә фатирҙы һатайыҡ та, Өфөгә йәки минең тыуған яҡтарға күсәйек. Ғәфү ит, һеҙҙең яҡта ҡалғым килмәй.
– Был һинең һаулығың өсөн мөһимме?
– Эйе.
– Улайһа, күсәбеҙ!
Өйгә ҡайтҡас, бөтә әйберҙәрҙе энә күҙәүенән үткәрҙем. Сөмбөл биргән бөтә нәмәне – аш йыйылмаһы, йоҡо бүлмәһенең селтәре, карауат япмаһы, китаптар, төҫлө ептәрҙән бәйләнгән ойоҡбаш, йоҡа шәл, Йәмилдең комбинезоны, башлығы, Радиктың свитеры, ҡырынғысы – барыһын да бер сумкаға тултырып ултырттым. Тик бына нисек быға тиклем һәр ваҡыт һәйбәт аралашҡан кешегә, үҙемдең шикте белдереп, аңлашыу өсөн һүҙ башларға һуң? Үпкәләһә, дошман күрһә? Ни тиһәң дә беҙ килендәштәр, балаларыбыҙ туған. Ә тол ҡатын булараҡ, уға ярҙам итеү беҙҙең бурыс булып тора.
Барыһы ла уйламағанда асыҡланды. Ҡайтыуымды ишетеп, үҙе беҙгә килеп инде килендәшем. Һәр ваҡыттағыса көләс, яғымлы. Пакет тултырып күстәнәс алған.
– Радик һине, операция эшләтергә китте, ти ине, бик тиҙ ҡайтҡанһың. Әллә тағы ла өмөтөңдө өҙөп ҡайтарҙылармы? Былай төҫөң матурлана төшкән...
– Юҡ, барыһы ла һәйбәт, операция кәрәкмәй, тинеләр. Шәбәйәм, Алла бирһә.
– О-о, әбейҙәр кеүек һөйләшә башлағанһың бит, – Сөмбөл көлөп ҡуйҙы. Шул саҡ күҙе минең ҡолаҡтарға төштө. – Ә ниңә мин биргән алҡаларҙы систең?
– Яулыҡҡа эләгеп, ҡолағымды йырып төштө лә, юғалттым.
– Ярай, ҡайғырма, икенсе аҙнала уҡ яңынан алып бирермен.
– Кәрәкмәй, Сөмбөл, рәхмәт. Бүләк тигәндән, миңә өйҙәге барлыҡ бүләкте тапшырған хужаларына ҡайтарырға ҡуштылар. Бына, һин биргәндәрҙе бөгөн генә йыйнағайным, тапшырайым әле.
– Ул ниндәй һүҙ ул?! Биргән бүләкте кире бирмәйҙәр! Мин уны ихлас күңелдән бирҙем, яңы фатирығыҙға ярҙамдан, тип. Кире алмайым.
– Ғәфү ит, кире алмаһаң, сүплеккә ташлайым инде. Мин башҡаса бүләктәрҙе тотонмайым.
Сөмбөл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Байыныңмы ни? Биргән бөтә бүләкте кире таратһаң, ҡола ялан фатирыңда ултырып ҡалаһың бит! Нимәң бар һинең? Ярҙам иткән туғандарығыҙ булмаһа, астан үләһегеҙ бит һеҙ!Күпме ултырҙың түрә булып, берәй файҙа алдыңмы? Намыҫлы, принципиаль, имеш берәү. Ирҙе лә таптың бит, үҙең кеүек аҡса ҡәҙерен белмәгән һиңмай! Шул холҡо булмаһа, мин уға кейәүгә сығыр инем, ағаһына түгел!
– Нисек?
– Нимә, ир булып та һөйләмәнеме ни һиңә? Мин бит тәүҙә уның менән йөрөнөм. Тик донъя көтөргә рәте юҡлығын белгәс тә, Себерҙә эшләп йөрөгән ағаһын үҙемә ҡаратып алдым. Ә Радик иланы, әллә күпме инәлеп йөрөнө. Мәңге өйләнмәҫ, яңғыҙ ҡалыр, тип уйлағайным, ишен тапты...
– Ағаһы үлгәс, һиңә кире ҡайтыр, тип уйлағайныңмы?
– Эйе. Ниңә аптырайһың? Өй, машина, эш бар, аҡса етерлек. Хәҙер яратҡан кешем менән ҡауышырға ла була, тип уйлағайным. Һин боҙҙоң бөтә планымды. Килмешәк бит һин, ир эҙләп килгән ахмаҡбикә!
– Шуның өсөн сихыр менән булышырға инеме ни? Үлһәм, бер ғәйепһеҙ сабый етем ҡалыр ине, шуны уйланыңмы?
– Уныһын да беләһеңме ни? Ярай, белгәсең, бик яҡшы. Барыбер үләсәкһең!
– Бар, сығып кит минең өйөмдән! Мин иҫән саҡта бында аяғыңдың эҙе лә булмаһын!
 Сөмбөлдө ҡыуып сығарҙым да, артынан бүләктәре тултырылған сумканы ырғытып ҡалдым. Тәүҙә тетрәнеүҙән иланым, бер аҙ тыныслана алмай ултырҙым. Бала менән саф һауа һуларға сыҡҡан әсәйем ҡайтҡас, уға барыһын да һөйләп бирҙем. Ул барыһын да белә булып сыҡты – ҡәйнәм һөйләгән икән.
– Сөмбөл менән нимә булғанын һорап, асыҡлыҡ индерәм, тип кейәүҙе борсома. Ул һине ярата, иң мөһиме – ихтирам итә. Дауаханала ятҡаныңда ла, Ҡаҙағстанда булғаныңда ла тик һинең өсөн өҙгәләнде, һине аяҡҡа баҫтырыу тураһында уйланды. Ирҙәрҙең ысын йөҙө ҡатыны ауырығанда күренә: кемеһе ташлап китә, кемеһе хыянат итә, кемеһе кәмһетә башлай. Йәш саҡта кем кемде һөймәй ҙә, кем кем менән йөрөмәй? Ҡоҙағый былай ҙа һиңә өйләнгәнсе Радик кейәү өсөн борсолған. Сөмбөлдөң ҡылығынан һуң уның барлыҡ ҡатын-ҡыҙға ышанысы, ихтирамы бөткән булған. Ә ире үлгәс, ҡабат ҡауышайыҡ, балалар ҙа етем булмаҫ, тип Радикка әллә күпме әйткән, ҡәйнәһенә лә барған. Риза булмағандар. Тыныслан, кейәүгә ышанысыңды кәметмә, арағыҙға шик индермә!
Шунан һуң тынысландым. Фатирыбыҙҙы һатып, Өфөгә күсендек. Сөмбөл менән башҡаса аралашманыҡ. Ҡәйнәмә барыһын да һөйләп биргәс, ул икебеҙҙе бергә ҡунаҡҡа саҡырманы. Аҙаҡ килендәшем кейәүгә сығып, икенсе районға күсеп китте. Ә мин тағы ла ике бала таптым, уҡытыусы булып эшләйем. Әсәйем былтыр үлде, иманы юлдаш булһын. Ике йылға бер тапҡыр Ҡаҙағстанға барып торабыҙ. Тик башҡаса Әбделвафа мулла менән күрешергә насип булманы – вафат булып ҡалған икән. Аллаға шөкөр, Өфөгә күсеп күп тә үтмәне, мәҙрәсәләр асылды. Шуларҙың береһен тамамланым. Биш намаҙымды ҡалдырмайым, йома һайын мәсеткә йөрөйөм. Оло улым, Йәмилем, Ислам институтында белем алып йөрөй. Радик та иҫән-һау, “Башавтотранс”та эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бына шулай, һылыуым, Аллаһ ярҙамы, мулла өшкөрөүе менән үлемдән тороп ҡалдым. Боҙом бар ул, юҡ, тимәгеҙ. Минең яҙғандарым кемгәлер бәлки Аллаһҡа килергә ярҙам итер, кемделер яман боҙомдарҙан һаҡлар, тигән өмөт менән мөрәжәғәт итәм һиңә. Һаҡ булығыҙ, доғаларҙан айырылмағыҙ, Аллаһҡа һыйынығыҙ.
Сәләмдәр менән – Миңзәлә апайың.”

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде

Автор:Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
Читайте нас: