– Нимә был? – тип хәүефләнеп бышылданы ул.
– Ун өс йәшлек бер ҡыҙыҡай кисәнән бирле бушана алмай.
Иртәнге аштан һуң күңеле уғата көрәйеп, иренең тәҙрә сирткәнен көтөп ятҡан мөләйем мәрйәнең тауышында көтөлмәгән ҡырыҫлыҡ, хатта аяуһыҙлыҡ ишетелде.
– Ун өс йәшлек?
– Ун өс кенә шул, – тип ҡыҫылды палаталағы ҡатындарҙың икенсеһе – сәсен тура ярып, ыҫпай итеп артҡа йыйнап ҡуйғаны.
Унан оҙайлы хәбәргә тейешергә йыйынғандай, ҡулындағы китабын ситкә һалып, уйсан ғына өҫтәне:
– Атай булаһы кешегә ун дүрт кенә, ти. Бына бит ниндәй көнгә төштөк.
Ул арала баяғы тауыш тағы ла аянысыраҡ булып, күкрәкте йыртып сыҡҡандай яңынан ҡабатланды.
– Бәпәйләүе шулай ҡыйынмы ни? – тип шыбырҙаны моңһоу ҡатын карауат тимеренә оҙон, матур бармаҡтарым күгәрткәнсе йәбешеп.
– Ваҡытынан алда, укол менән көсләп ҡыуғанға шулап. Сабыйҙың етлекмәйенсә тыуғыһы килмәй. Шуға күрә әжәле менән ҡырталашып айҡаша. Кисә кис үк тыуырға тейеш тиҙәр ине. Әсәһен ун ике сәғәт ҡысҡырта бит инде. – Мәрйә аҙапланыусыны, шул кәрәк уға тип үсәгәндәй, уҫал итеп һөйләнде. – Йәнә өс ай сыҙап әҙәмсә тапһа, былай йонсомаҫ ине.
– Нисек инде тапһа? – тип ғәжәпләнде ҡатын.– Ул үҙе бала ғына бит әле. Бына минең ҡыҙыма ун бер, улыма ун өс. Улар бөтөнләй бала ғына...
– Бала ғына... Күрһәң ине ул баланы. Ат кеүек уйнаҡлап тора. – Мәрйәнең ярһыуының сәбәбен төшөнмәгән «бойоҡ» ғәйепле төҫ менән ауыр һуланы ла урынына баҙнатһыҙ ғына барып терәлде.
Ә тегеһе рәнйегән ҡиәфәт менән сығып уҡ китте.
– Валяға үпкәләмә, – тине ҡатындарҙың икенсеһе. – Уның ҡырыҫлығын үҙеңә алма. Ул бала төшөрткән, етлекмәгән сабыйына ҡул һалған йәки балаһын ташлаған һәр бер ҡатынды күрә алмай, сөнки үҙе баланан мәхрүм. Ете тапҡыр ауыры төшкән. Былтырғыһын мең бәлә менән һигеҙ айға тиклем һаҡлағандар. Инде иҫән-аман табам тигәндә, кендеге үңәсенә уралып сабыйы үле тыуған. Күҙ алдына килтерәһеңме? Һигеҙ ай түшәктә ятып, көн түгел, сәғәт һанай, ыҙаланып, түҙеп, ғазапланып тапҡан бәпәйең үҙ кендегенә быуылып үлһен әле.
– Күҙ алдына килтерә алам, – тине «бойоҡ» шым ғына. Унан: – Ә ире? – тип аңлайышһыҙ ярһыу менән һораны.
– Ире бик һәйбәт, аҡыллы кеше, күрәһең. Ыңғайына ғына тора. Көн һайын килеп тәүлек буйы өс литрлы банкаға йыйған кесе ярауын ҡаланың теге осондағы лабораторияға ташый. Бер фән кандидаты Валяны күҙәтеп докторлыҡ диссертацияһы яҙа икән.
– Әле нисә айлыҡ?
– Өс. Хоҙай ҡушһа, тағы алты ай ятырға кәрәк. Яңыраҡ бында туғыҙ ай түшәктә ятып сабыйын иҫән-аман табып алған бер ҡатын ҡайтып китте. Шуны күреп Валя ла уғата рухланып йөрөй.
Моңһоу ҡатын уйсан ғына баш ҡаҡты ла йәнә бәләкәс кенә булып йомарланып ятты.
Шул ваҡыт баяғы ғазаплы тауыш тамаҡ төбөнән ҡарлығып осоп сыҡты ла иң юғары нотала ҡапыл өҙөлдө...
– Үлдеме? – тип ҡобараһы осоп һораны «бойоҡ».
– Юҡтыр, тыуҙырғандыр, тыныслан. Хәҙер Валя белеп инер. Әйткәндәй, танышайыҡ, мин – Мәрйәм.
– Нәфисә, – тине тегеһе иғтибарһыҙ ғына. Үҙе тартылған кереш кеүек көсөргәнеп ишеккә текләне.
– Бушанды, – тип килеп инде Валя ишекте шар асып. – Ҡотолдо. Инде йәнә ҡыҙ булып һикерәнләп йөрөй ала.
Хәҙер Нәфисә уның күҙҙәренән сәселгән зәһәр осҡондарҙың сәбәбен төшөнә ине.
– Әсәһе ҡарсыҡты ҡотлайыҡ әле, – тине Валя тәҙрәне асып.– Кисәнән бирле мәйет көҫәгән ҡоҙғон кеүек ошонда өйөрөлә...
– Валя, – тине Мәрйәм ялыныслы тауыш менән. – Ярар инде. Ҡуйсәле...
– Ҡуймайым да, нитмәйем дә... – тип ҡырт киҫте Валя. Үҙе Мәрйәмгә көлөмһөрәп, яратып ҡарап алды.
«Асыулы булһа ла күңеле һәйбәт икән», – тип уйланы Нәфисә. Ул да тәҙрә янына барып баҫты. Ҡоҙғон кеүек ҡатынды уның да күргеһе килде.
– Ана тора. Йәшел күлдәкле бөҙрә сәсте күрәһеңме? Үҙе лә бала табырлыҡ әле. Йәп-йәш, сибәр. Ире лә... Байҙар. Ҡара әле, һәр бармағында икешәр алтын балдаҡ. Бер сабыйҙың йәнен ҡыйғансы, күмәкләшеп үҫтерһәләр ни булған?!
Инә ҡаҙ шикелле муйынын һоноп, хәүеф аңдығандай торған сибәр ҡатын былар яғына башын борҙо.
– Ейәнегеҙ менән ҡотлайбыҙ һеҙҙе, – тип өндәште Валя татлы тауыш менән мыҫҡыллы итеп.
– Әллә тереме? – тип күгәренеп китте ҡатын.
– Ҡыуанығыҙ, ҡыуан, үлде, – тип ҡысҡырҙы Валя ҡапыл ҡыҙып.
Ҡатын ҡыуаныстан балҡып китте:
– Аллаға шөкөр...
– Кеше үлтереүсе хәшәрәттәр, – тип ярһыны Валя тәҙрәне шартлатып ябып. – Үлгән тигәс, ҡалай шатланды.
Сикәләре янып киткән Нәфисә шым ғына урынына барып ятты.
– Ҡайһылай бөтәһен дә уйлап эшләгәндәр, әй. Башта уҡ алдыртһаң бүтән балаһы булмай ҡуйыуы бар, йән кергәс табыр, тигәндәр. Уҡымышлылар, хәшәрәттәр. – Валя һөйләнә-һөйләнә лап итеп карауатына барып ултырҙы.
– Тыныслан инде. Былай һәр нәмәгә ярһып үҙеңде бөтөрәһең. Башҡаларҙы ла борсойһоң, – Мәрйәм күҙҙәре менән генә Нәфисәгә ымланы. – Һәр кем үҙенсә йәшәй. Бына беҙ түлһеҙлектән йонсойбоҙ, бәхетһеҙбеҙ. Кемдәрҙеңдер түле ташып бара, улар ҙа бәхетле түгел.
Уның һүҙҙәрен раҫлағандай, палата ишеге шар асылып китте лә, ике дәү ир үлем төҫө кергән ҡатынды бейек арбаға һуҙып һалып алып инде. Уны Нәфисә эргәһендәге буш карауатҡа күсерҙеләр. Акушерҙарҙың баҙарҙағы ит сабыусыларҙыҡы кеүек йәшел клеенканан тегелгән алъяпҡыстарына ҡан сәсрәгән.
– Ит турағыс эшләй башланы, – тип ҡуйҙы Мәрйәм. Унан күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡабат тороп ултырған Нәфисәгә аңлатты. – Бөгөн шәмбе бит. Танышлыҡ буйынса аборт яһатҡандарҙы беҙҙәге буш карауаттарға һалып торалар. Аҙна һайын шулай.
– Үлмәгәнме? Ҡарағыҙ әле, – тине Нәфисә ап-аҡ булып өнһөҙ ятҡан ҡатынға ымлап. – Мин ҡурҡам.
– Юҡ. Наркоздан сыҡмаған әле. Йоҡлай, – тип тынысландырҙылар уны. – Быныһы тәртипле әле, – тип көлөштөләр.
Ул арала теге ике ир, тағы ла нығыраҡ ҡанға батып, арбала икенсе ҡатынды алып инде. Быныһы иҫерек кеше кеүек: ҡысҡыра, тулай. Ирҙәр сабыр ғына ҡыланып уны буш карауатҡа күсереп һалды ла сығып китте. Арттарынан ингән шәфҡәт туташы ҡатындың өҫтөнә япма ябып, ҡулынан һыйпаны, һаман тыбырсынған бисараҡайҙы тынысландырырға тырышты. Тегеһе һаман туланы. Уның балтырынан ағып төшкән ҡанды күргән Нәфисәнең башы әйләнеп китте, күңеле болғана башланы.
– Эй хоҙайым, – тип уны ҡосаҡланы Мәрйәм. – Иғтибар итмәҫкә тырыш, йәме. Бына шулай эт көнөндә йәшәйбеҙ инде. Тик йәшәйбеҙ бит, бирешмәйбеҙ.
Тулаған ҡатын өгөтләүгә бирелепме, бер аҙ баҫылды.
– Берәр сәғәттән айныр. Тауышлана башлаһа инде, саҡырығыҙ, – тип шәфҡәт туташы үҙ эше буйынса сығып китте.
Күпмелер ятҡас, наркоздағы ҡатындарҙың тәүгеһе сеңләп кенә илай башланы. Үҙәк өҙгөс итеп: «Һин аңламайһың мине, аңламайһың,– тип һамаҡлай-һамаҡлай үкһене ул. – Һиңә барыбер, һин балаңдың иҙәндә аунап ятҡан ҡанлы киҫәктәрен күрмәнең бит. Ҡанлы киҫәктәрен... Тас тулы ҡыҙыл ҡан»... – тип ярһып иренә үпкәләне ҡатын.
Нәфисәнең был тиклем әсенеүҙе тыңлап тәҡәте ҡороно, үҙ-үҙен тыя алмай һикереп торҙо ла палатанан сығып китте.
– Уның да бәпәйен етлекмәҫ борон таптыралар икән. Врачтар йөрәге лә, бөйөрө лә сирле тип ныҡ ҡурҡытҡан, – тине Нәфисә артынан йәлләп ҡарап ҡалған Валентина. – Шуға ҡайғыра инде, бисараҡай. Иренән тороп ҡалғас, врач бүлмәһендә шул тиклем илаған.
– Өйҙә ике балам бар, тине бит. Ҡыҙ менән малай...
– Еткән инде. Уларҙы үҫтереп кеше итергә лә кәрәк бит... – Шулай тип һөйләштеләр.
Ә ситлектәге януар кеүек ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән Нәфисә өлкән генә табибәне туҡтатты:
– Ниңә һаман укол һалмайһығыҙ? Сыҙар әмәлем ҡалманы...
– Саҡ ҡына сабырлыҡ кәрәк, балаҡай, – табибә Нәфисәне яурынынан ҡосаҡланы ла эйелеп күҙҙәренә ҡараны, әйтерһең дә, күңеленең иң төпкөлөнә баҫтырыҡлап йәшергән уйын күрергә теләне. – Ҡан баҫымың рәтләнһен. Ә уколды кискә яһарбыҙ. Әйҙә, аҙыраҡ минең янымда ултырып тор.
Бүлмәгә ингәс, пульсын тикшерҙе, бәпәйҙең йөрәк тибешен тыңланы. Унан ишекле-түрле йөрөп әйләнде. Нәфисәнең сирылып эсен тотоуын абайлап һынсыл ҡараны:
– Әллә ауыртамы?
– Юҡ, тыбырсына, – тине ҡатын ғазаплы йылмайып.
«Тиҙҙән үлерен һиҙгән кеүек», – тип уйланы икеһе бер юлы ирекһеҙҙән.
– Оҙаҡ буламы? – тип һораны Нәфисә.
– Нимә оҙаҡ?
– Оҙаҡ ыҙаланырғамы?
– Ә-ә, шунһыҙ булмай инде. Ыңғай ғына булһа – таңға ҡотолорһоң.
Табибә халатының кеҫәләренә ҡулдарын тығып тағы йөрөп әйләнде. Унан Нәфисә ҡаршыһына туҡтап кинәт кенә:
– Әллә кире уйлайһыңмы? – тип әйтеп һалды.
Көтөлмәгән һорауға тертләп киткән ҡатындың күҙҙәрендә керпек ҡағып ҡына алыр мәлгә өмөт сатҡылары ҡабынғайны, атылып сыҡҡан күҙ йәштәре уларҙы бик тиҙ һүндерҙе.
– Юҡ, юҡ! – тип ярһып башын сайҡаны ул. – Юҡ!
– Ярар, балаҡай, ярар. Үҙегеҙ беләһегеҙҙер...– тине табибә. Арҡаһынан тапап яратты.– Бар, көс йый. Аша. Йоҡлап ал. Һиңә көс күп кәрәк буласаҡ әле.
Палаталағы барса ҡатын-ҡыҙ тәҙрәләрҙе шар асып тыштағылар менән һөйләшә, бау төшөрөп күстәнәстәрҙе тартып ала. Мәш киләләр. Хатта яны ғына ҡысҡырышып, илашып ятҡан ике ҡатын да тәҙрә эргәһендә. Илағаны оҙон буйлы хәрбигә ҡул болғай:
– Бөтәһе лә яҡшы. Кискә кил, кискә. Мине алып ҡайт, – тип ҡысҡыра.
Үҙенә бер кемдең дә килмәгәнен белһә лә, Нәфисә лә тышҡа ҡараны. «Бәлки, – тип өмөтләнә ул. – Бәлки... Юҡ, Исмәғил уны иртәгә килеп алыр. Иртәгә тиклем ҡотолһа... Тәуҙә врачтарҙан шылтыратып белешер ҙә килеп алыр». Шулай тип үҙен йыуата-йыуата Нәфисә урынына барып ятты ла, йоҡларға маташып ҡараны. «Ял итеп ал, – тине бит уға доктор. – Ихтимал, төнөң йоҡоһоҙ үтер».
Маташты ла, тик онотола алманы: бисәләр сыуылдашты, унан бигерәк үҙенең уйҙары тынғыһыҙланы.
...Бөгөнгөләй шәмбе ине. Исмәғилде кискә табан ғына килеп: «Бик ауыр сирле килде. Оҫта хирургһыҙ булмай», – тип операцияға алып киттеләр. Ул клиниканан төн уртаһы ауғас ҡына ҡайтты. Ҡыҙмаса ине, кәйефһеҙ. Тик, ғәҙәттәгесә, һомғол, ыҫпай. Затлы плащын ултырғысҡа быраҡтырҙы, асҡыстар бәйләмен өҫтәлгә ырғытты, тәмәкеһен тоҡандырғандан һуң йомшаҡ диванға барып сумды ла телевизор ҡабыҙҙы.
– Ипләп, – тиәһе итте йоҡо бүлмәһенән сығып ирен хәүеф ҡатыш һоҡланыу менән күҙәтеп торған Нәфисә. – Балаларҙы уятырһың. Яңы саҡ йоҡлап киттеләр.
– Балаларҙы? – Исмәғил дуға кеүек ҡаштарын сөйөп ҡатынына ҡараны. – Ә-ә-ә, балаларыбыҙҙымы? – Нәҙек ирендәрен килешле генә ҡыйшайтып йылмайҙы ул. Һиҙгер бармаҡтары араһына ҡыҫтырған ҡиммәтле сигаретын асырғанып һурғанда матур күҙҙәре зәһәр ҡыҫылды. Унан һомғол кәүҙәһен һығылдырып ҡатынына ныҡлап боролдо:
– Минең стериль бисәкәйем, түлһеҙ һөйөклөм әллә ниндәй иҫерек баштарҙың ташландыҡ балалары өсөн ҡайһылай өҙгөләнә. Шулай изге йән бит ул минең бушҡыуығым.
Иренең һәр һүҙен, мыҫҡыллы тауышындағы һәр бөгөлдө ятлап бөткән Нәфисәгә был битәрҙәргә күптән күнегергә лә, күнергә лә ваҡыт ине кеүек.
– Түлһеҙ түгел! – тип үҙе лә көтмәгәндә ҡаршы төштө ул. Рәнйеүҙән башына ҡан һикерҙе, ҡурҡыуы ла ҡапыл онотолдо.– Түлһеҙ түгел! – тип ярһып бышылданы.
Ҡатынының сынаяҡ аҫты кеүек ҙур күҙҙәрен түңәрәкләтеп ғәйепле ҡиәфәт менән күндәм генә үҙенә ҡарап тороуына өйрәнгән Исмәғил көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа ҡыуанып китте.
– Түлһеҙ түгел?! – Ир матур башын артҡа саңҡайтып рәхәтләнеп көлөп алғандан һуң, зөбәржәт кеүек йәшел күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ҡатынына ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙо. Әйтерһең дә, сысҡандың йоҙроҡ күрһәткәненә ғәжәпләнгән бесәй. Ә Нәфисә иренең үткер ҡараштары аҫтында үҙен хирург бысағы телгеләгән ҡорбан кеүек тойҙо, шуға нисек тә һаҡланырға теләп ҡулдары менән ҡосаҡланы. Ә Исмәғил тәмәкеһен асҡаҡ яңаҡтарын соҡорайтҡансы тәрән итеп, рәхәтләнеп һурҙы ла, төтөндө яйлап ҡына, дүңгәләкләтеп өҫкә өрҙө.
– Тағы берәй ҡортҡаға алтын балдағыңды буләк итен, йыуаныслы хәбәр ишетеп ҡайттыңмы?
– Юҡ. Мин ауырлымын.
– Һаташа башланыңмы әллә? – тине Исмәғил. Тауышында мәсхәрә яңғыраһа ла, күҙҙәрендә хәүеф ялтлап китте.
– Юҡ, ысын.
Исмәғил һеләүһен кеүек һикереп ҡатыны алдына килеп баҫты. Унан профессиональ врач ҡарашы менән баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Алдамағанын төшөнгәс, аяуһыҙ ҡулдары менән ҡатынының башын ҡыпһыуыр кеүек ҡыҫып тотто ла тишерҙәй итеп күҙҙәренә текләне.
– Кемдән?
– Һинән, – тип бышылданы Нәфисә. – Күптән әйтергә йөрөй инем. Яңылышыуҙан ҡурҡып һуҙҙым, – тип һөйләнгән булды.
– Алдашаһың... – Ҡыпһыуыр нығыраҡ ҡыҫты.
– Һинән, – тип йән асыуы менән ҡарышлашты Нәфисә.
– Дөрөҫөн... – тип дер һелкетте ире. – Дөрөҫөн әйт. Минән бала булмай.
– Нисек инде булмай? – тип ҡаушап төштө ҡатын. – Нисек инде?! Һин бит һәр ваҡыт мине ғәйепләнең...
– Һантый булғаның өсөн ғәйепләнем. – Исмәғил ҡатынының башын туп кеүек итеп стенаға ырғытты ла ҡабат сигаретын ҡабыҙҙы.
Унан һис нәмә булмағандай йомшаҡ диванға сумды.
– Бына бында баҫ, – тине ул бәрелгән башы зеңкеп сайҡалып торған ҡатынына тыныс ҡына ҡарап. – Бындараҡ баҫ, битеңә яҡтылыҡ төшһөн. Ә хәҙер һөйләп бир. Кем менән буталдың?..
...– Ҡыҙыҡайҙар! Баҙар бөттө! Әйҙәгеҙ, ашарға! – тип ҡысҡырҙы шаян санитарка ишектән башын тығып. Уның майлы ҡоймаҡ кеүек ялтырап торған ҡәнәғәт сырайынан уҡ төшкө аштың тәмле икәне һиҙелде.
Бер тәғәм ҡапҡыһы килмәһә лә торҙо Нәфисә. «Көс күп кәрәк буласаҡ», – тине бит доктор.
Төшкөлөктән һуң ҡатын йоҡо дарыуы һорап алды. Уйҙарын ҡыуалап, ҡатындарҙың гәпләшеүен тыңларға тырышып ята торғас, ҡап-ҡара баҙға ҡапыл ҡолап төшкән кеүек ҡыйын итеп онотолдо. Эңер төшә башлағас, үҙенә укол һалырға ингән шәфҡәт туташы менән табибтың ҡағылыуынан ғына уянды ул.
– Аллаға тапшырабыҙ инде, – тине табибә. – Үҙ мәйлең... – Шулай тине лә күҙенә мөлдөр йәш алып үлемесле һағыш менән ҡарап торған Нәфисәне ҡыҙғаныуҙан эсе янып китте, ахыры. Ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты, ҡолағына: «Бөгөн менән генә ғүмер бөтмәй. Теләһәң, тағы булыр, һин йәшһең бит әле...» – тип бышылданы.
Уларҙы күҙәтеп ятҡан Мәрйәм менән Валяның да ирендәре ҡалтыранды. Шәфҡәт туташы тилбер генә итеп укол ҡаҙағас, барыһы ла үкһеп ҡуйҙы. Үлем язаһын ғәмәлгә ашырыуға оҡшап китте...
– Һин музыкантмы әллә, Нәфисә? – тип өндәште Валя бер аҙ ятҡас. Моңһоу тынлыҡ ты нисек тә боҙорға кәрәк ине.
– Эйе, – тине тегеһе, ниһәйәт, тирә-яғына ҡарарлыҡ хәлгә килеп. – Ә былар ҡайҙа булды? – тип буш карауаттарға ымланы.
– Ирҙәре ҡосағында йоҡлап яталар, – тип көлдө Валя. – Йәнә бында килергә әҙерләнәләр. Скрипкала уйнайһыңмы?
– Эйе, ниңә?
– Ҡулдарың матур, нәфис. Шунан керпектәреңдән дә моң ағылған кеүек. Уйнай белмәһәң мотлаҡ өйрән, тип әйтергә ята инем әле.
– Хирургтарҙың да бармаҡтары көслө, һиҙгер була, – тип ҡуйҙы Нәфисә һүрәнке тауыш менән. Унан Валяға өндәште. – Ә һин шағирәме?
– Таптың шағирәне, – тип көлдө Валя. – Бухгалтер мин, һандар ҡорто.
– Ә Мәрйәм – уҡытыусы, эййеме?
– Ҡиәфәтемдән күренеп торамы? – тип йылмайҙы Мәрйәм.
– Һөйләшеүеңдән дә... Мин дә уҡытыусы, музыканан...
– Беҙгә йоҡлап алырға кәрәк, Мәрйәм, – тип тәмле итеп, ауыҙын ҙур асып иҫнәне Валя. – Нәфисә ҡысҡыра башлағансы серем итеп өлгөрәйек.
– Мин һеҙҙе бик борсомаҫҡа тырышырмын, – тине Нәфисә.
– Өсөнсө баланы табыуы еңелерәк, тиҙәр, – тип тынысландырҙы уны Валя.
Утты һүндерҙеләр. Урам фонарҙәренең стенаға төшкән нурына ҡарап ятҡан Нәфисә, Исмәғиленең һөйкөмлө, нәфис сырайлы йөҙөн күҙ алдына килтереп, ыңғырашып ҡуйҙы. Ире шундай талапсан, ҡырҡыу итеп ҡарай. Шуға күрә баланан тиҙерәк ҡотолоп, сафланып, уның нескә ирендәренә йылмайыу нуры ҡундыра һалғыһы килде. Теләге ҡабул булды тиерһең, биленә ҡыҙған тимер менән сәнскән кеүек ауыртыуҙан тешен ҡыҫты. «Башланды...»
Тәжрибәле ҡатындарҙың тулғаҡ хаҡында һөйләгәндәрен ишеткәне бар ине Нәфисәнең. Күпмелер ваҡыттан һуң ауыртыу тағы, тағы ҡабатланды. Башындағы бөтә уйҙары был ғазаптан ҡурҡып ҡайҙалыр сығып ҡасты. Бары тик: «Түҙергә, түҙергә...» – тигән һүҙҙәр генә өйөрөлдө. Ваҡыт төшөнсәһе бөттө. Күренмәгән йәлләттең ҡулындағы утлы тимер ҙә, уның ҡасан килеп ҡаҙалырын ҡурҡып көткән йән остоғо ғына бар.
– Нәфисә, – тип өндәште шул саҡ Мәрйәм төн ҡараңғылығынан. – Һин йоҡламайһың бит...
– Юҡ, юҡ.
– Йөрөй алаһыңмы әле?
– Аламдыр ул...
– Докторҙы саҡырып ҡына кил әле. Мин киттем, буғай...
– Нисек киттең? Ҡайҙа? – тип үҙ хәлен онотоп һикереп торҙо Нәфисә.
– Шым. Валя уянмаһын, – тип иҫкәртте Мәрйәм. – Ағып киттем.
Бары шунда ғына Нәфисәнең йонсоған мейеһенә Мәрйәмдең һүҙҙәренең аяныслы мәғәнәһе барып етте. Ауыртыуҙан ыңғыраша-ыңғыраша, аҡһай-туҡһай палатанан сығып йүгерҙе. Тиҙ генә табибә, носилка тотҡан санитарҙар килеп инде. Мәрйәмде йәһәт кенә алып сығып киттеләр ҙә, ярты сәғәт үттеме, юҡмы, кире индереп тә һалдылар.
Бер-бер артлы ябырылған һыҙланыу менән айҡашып хәле бөткән Нәфисәнең бер аҙ онотолоп ятҡан мәле булғандыр, үкһегәнгә тертләп күҙен асты.
– Һип илайһыңмы, Мәрйәм?
– Саҡ ҡына илайым инде, йәме, – тип һулҡылдап бышылданы сабыр ҡатын. – Шул тиклем йәл. Мин уға ниндәй күлдәктәр тегеремде уйлап бөткәйнем. Ысынлап та ҡыҙ булған....
Нәфисә, үҙәге өҙөлөп, Мәрйәмдең эргәһенә тубыҡланды, үҙе лә үкһеп уның еүеш яңаҡтарын һыпырҙы, сәсенән һыйпаны. Валяны уятмаҫҡа тырышып шым ғына илаштылар.
– Башҡа балам булмаҫ инде – тине Мәрйәм әрнеүе бер аҙ баҫылғас. – Ҡырҡ ике йәш бит инде миңә. Ҡырҡ ике йәшлек ҡарт ҡыҙ. Ҡыҙыҡмы?
– Нисек инде ҡарт ҡыҙ? Бая ирең килгәйне түгелме һуң?
– Бар урыныңа ят, өшөрһөң, – сабыр ҡатын ғәҙәтенсә үҙенән бигерәк башҡаларҙы ҡайғыртты. – Мин тынысландым инде. Рәхмәт һиңә. Шым ғына һөйләшен ятайыҡ... Һинең хәлең нисек?
Бары шунда гына Нәфисә байтаҡтан ауыртынмағанын абайланы, әммә шулай кәрәктер, тип уйлап урынына ятты.
– Килгәйне, – тип һүҙен дауам итте Мәрйәм. – Тик әле ул ғаиләһенән рәсми рәүештә айырылмаған. Ике арала аңҡы-тиңке килеп йөрөп ята. Тегендә ике балаһы бар. Тапҡан табынғанын унда ҡайтарып бирә лә миндә тамаҡ туйҙырып йөрөй...
Әсәйем ете йыл түшәктә ята бит минең. Ике ай элек һеңлем йәш балаһы менән иренән айырылып ҡайтты. Шул хәлдә бала табырға йыйыныу, бәлки, алйотлоҡ та булғандыр. Хоҙай үҙе беләлер әле, ибет.
Өҫтөнә тулғаҡ ғазабы яңынан ябырылғанға Нәфисә яуап биреп өлгөрмәне. Тешен генә шығырҙатты. Баяғынан да аяуһыҙыраҡ һыҙланыуҙан тыны ҡурылды. Әжәле алҡымынан алғандай булды.
– Эй Алла, былай ыҙалағансы үлтер ҙә ҡуй, – тип ялынды ла тәүлек буйы аҡырып сыҡҡан теге ҡыҙ баланы иҫенә төшөрҙө. Гонаһы ебәрмәйҙер кеүек тойолдо.
– Мин дә кеше үлтереүсе бит, Мәрйәм, – тип бышылданы ул төн ҡараңғылығына, ҡайҙандыр ярлыҡау өмөт итеп.
– Үҙеңде өҙгәләмә. Өйҙәге ике балаң өсөн йәшәргә тейешһең бит һин, – тине мәрхәмәтле тауыш.
– Улар минеке түгел. Сабыйҙар йортонан алған етемдәр. Ә мин, йылдар буйы Алланан ялбарып, енәйәткә батып алган баламды үҙ ихтыярым менән үлтереп ятам.
– Нишләп был хаҡта көндөҙ әйтмәнең? – Быға тиклем уларҙы шым ғына тыңлап ятҡан Валя урынынан һикерен килен торҙо. – Нишләп өндәшмәнең?
– Һинән ҡурҡтым. Үҙемдән ҡурҡтым. Кире уйлап ҡуйырмын, тинем...
– Кире уйларға кәрәк ине...– Валя ашығып аяҡ кейемен эҙләй башланы, унан, таба алмауына йәне көйөп, ниҙер мығырҙаны ла ялан аяҡлап сығып йүгерҙе.
– Нимә булды тағы?! – тине уның артынам ашығып килеп ингән табибә. – Инмәне туҡтатырға? Ҡан киттеме әллә?
– Процесты туҡтатырға кәрәк, – тип өтәләнде Валя.
– Ниндәй процесты?
– Ай алла, нисек аңламайһығыҙ?! Нәфисәнең балаһы тыумаһын, тыумай торһон. Ҡәҙерле сабый, ғәзиз сабый бит ул...
Хәүефләнеүҙән аһылдап төшкән табибә, хәлдең айышына төшөнгәс, асыуланып китте:
– Бына нәмә, Полякова, – тине ул йәне көйөп. – Һин әптән үҙәккә үттең. Ҡыҫылмаған ерең юҡ. Нимәгә ятаһың бында: иҫән-һау ғына бала табып алырғамы, әсәләре табырға теләмәгән ҡәҙерһеҙҙәрҙе ҡурсаларғамы? Кемгә кәрәк ул бәхетһеҙҙәр? Уйлағаның бармы?
– Доктор, – тип һаман өтәләнеүен белде тегенеһе, киҫәргә уйлап та бирмәйенсә. – Һеҙ аңлап етмәйһегеҙ. Был юлы бөтөнләй башҡаса бит, тыңлағыҙ әле...
– Әйҙә, былай һөйләшәйек, – тип үҙенекен тылҡыны табибә лә. – Иҫән-аман бушанып ал да бындағы бөтә ташландыҡ балаларҙы ла ҡуша алып ҡайт. Юғиһә, һин генә миһырбанлы ла, беҙ ҡан эскес... Шулай килеп сыға. – Доктор һөйләнә-һөйләнә Нәфисәнең пульсын тыңланы, ҡан баҫымын үлсәне, унан: «Тиҙ түгел әле», – тип сабырлыҡ теләп сығып китте.
...Табибтан табибҡа йөрөп йонсоған, төрлөсә диагноз ишетеп буталып бөткән Нәфисәне Исмәғил үҙенең дуҫы эшләгән больницаға һалды. Ҡатынды ун көн буйы ентекләп тикшерҙеләр. Ун беренсе көндө, иртәнге аштан һуң (үлем язаһын раҫларҙармы, әллә аҡларҙармы тип көткән енәйәтсе хәлендә булғанғамы, Нәфисә туғыҙ йыл элекке был ваҡиғаларҙы кисәгеләй хәтерләй) уны врачҡа саҡырҙылар.
Барышлай елпенә ине әле Нәфисәнең өмөтө. Әммә кабинетта Исмәғилде күреү менән шомланды. Ә инде ире үҙенә хас булмаған илгәҙәклек менән ишек төбөнә үк килеп ҡаршылағас, шиге тағы ла нығыны. Табибтың үҙенә тура ҡарарға ла ҡыймай: «Ҡыҙғаныс, тик һеҙҙе ҡыуандырырлыҡ һүҙ әйтә алмайым», – тип ауыҙ эсенән генә мығырҙауын тәүҙә ныҡлап аңламай торҙо.
Аңлағас, йөрәге өҙөлөп төштө, үҙе лә, донъя ла буп-буш, мәғәнәһеҙ булып ҡалды. Тик үлтереп йоҡоһо килде. Бары шул ғына. Илар, ярһыр тип хәүефләнеп көткән ирҙәргә ҡалҡып та ҡарамайынса ишеккә йүнәлде. Бүлмәһенә ҡайтып шым ғына йомарланып ятҡайны, артынан Исмәғил инде. Карауаттың ситенә ултырып, ҡатынының ҡулынан һыйпаны: «Илап ал, – тине ул. – Илап ал». Нәфисәнең гер аҫылған кеүек ауыр ҡабаҡтарын көскә күтәреп ризаһыҙлыҡ менән: «Йоҡом килә, илағым килмәй», – тиеүенә бөтөнләй шомланды. «Ила инде. Ике төрлө стресс була: ҡоро стресс, еүеш стресс. Еүеш стресс ваҡытында күҙ йәше менән бергә эндоморфин тигән гормон бүленеп сыға. Был кемделер яратыуға бәрәбәр икән. Был гормондар кешегә йән тыныслығы бирә, күңелен күтәрә. Шуға күрә илаһаң, еңелерәк. Ә ҡоро стресс бик ҡурҡыныс. Ул күңел төшөнкөлөгөнә килтерә, – тип лекция уҡып ташланы ире. – Шуға күрә һиңә иларға кәрәк», – тип ҡыҫтаны. Әйтерһең дә, «кәрәк» тип кенә илап була.
«Йоҡом килә, – тине Нәфисә тағы. – Илағым килмәй». Китһәң кит инде, ти ине ул был һүҙҙәре менән, сөнки балалары булмаясағын белгәс тә Исмәғил уны ташлап китер тип ҡурҡа ине. Шуға күрә иренең: «Мине ике көнгә командировкаға ебәрәләр. Ҡайтыу менән һине килеп алырмын», – тигән һүҙҙәренә лә ышанманы, хәйләләшеп, мәңгелеккә хушлаша, тип ҡабул итте. Әммә уға барыбер ине. Иренең сығыуын да көтмәй, күҙҙәрен йомдо.
Йоҡлап китеү менән һаташа башланы. Имеш, ул Исмәғилдең түшенән матҡып тотоп алған да ебәрмәҫкә тырыша. Ә ире ытырғанып уны йолҡоп ырғытмаҡсы, шуға күрә бармаҡтарын берәм-берәм шаҡарып нисек тә ыскындырырға маташа. Тик Нәфисә бирешмәй, тағы ла нығыраҡ йәбешә. Айҡаша торғас, Нәфисә иренең сәсенән эләктереп алды. Әммә сығырынан сыҡҡан Исмәғил уны йән асыуы менән һелкетә тартып ала ла әллә ҡайҙа бырғай. Ялпашып барып ятҡан ҡатын саң араһынан мүкәйләп килеп иренең аяғынан ҡосаҡлай, хатта үлем дә уны айырып ала алмаҫ кеүек.
Тертләп уянып киткән Нәфисә төш менәм өндө айыра алмай байтаҡ ятты. Ныҡ тетрәнһә лә үҙ хәле үҙенә саҡ булғанлыҡтан, онотолған, әле килеп төшөнә ингән ваҡиға хәтерендә яңырҙы.
Бер нисә көн элек тышта аҡырып илаған бала тауышына тәҙрәнән ҡараһа, йәш-йәш ярымдай бер сабый үҙен күтәргән ҡатындың сәсенә сат йәбешкән дә, алып китергә маташҡан шәфҡәт туташына бирелмәй тыбырсына, ҡолаҡ ярғыс итеп аҡыра. Уның бәләкәс кенә йоҙроҡтарын бер нисек тә яҙа алмайҙар.
Аптырағас, ҡатын үҙе баланы йән көсөнә тартып алды ла, сәсенең услам-услам булып йолҡоноп сығыуына һыҙланыуҙан сытрайып, ҡыҙыҡайҙы шәфҡәт туташына тотторҙо. Ә сабый үҙен алып китергә теләүсенең битен тырнай, тешләшә, әйтерһең дә, ситлеккә керергә теләмәгән йыртҡыс.
«Сабыйҙар йортонда тәрбиәләнгән йәтимәне ярты йыл элек үк ниндәйҙер сир менән һалғандар ҙа онотҡандар. Үҙенең сиренән дауаланғас, больницалағы балаларҙан башҡаларын йоҡтороп ауырыуҙан башы сыҡмай. Тиҫтерҙәре күптән атлаһа, был карауат ситенә йәбешеп саҡ баҫып тора, күберәк ситлектәге януар кеүек үткән-һүткәнде аңдып шым ғына ултыра. Эргәһендә саҡ ҡына туҡтаныңмы, итәгеңдән эләктереп ала ла ыскындырмай, илаш-тартыш китә. Тарыма, тарыһаң – арыма, тигәндәй, ҡулыңа алдыңмы – бөттөң. Ысҡындырырмын тимә. Аҡыртып саҡ йолҡоп алаһың. Унан инде һуйырға алып барған сусҡа балаһыныҡы кеүек имәнес тауышынан ҡолағыңды тығып ҡасаһың». Был бала хаҡында шулай һөйләгәйнеләр.
Төшөндә үҙен ошо ташландыҡ сабый рәүешендә күреп баҫлығып уянған Нәфисә ҡапыл етемлектең аянысын бөтөн булмышы менән тойҙо. Ташландыҡ булыуҙың әсенешен... Шуға күрә икенсе көндө үк, Исмәғилде көтөп тә тормай (хәйер, иренең үҙен айырғанына шикләнмәй ҙә ине), теге баланы ҡосаҡлап ҡайтты ла китте Нәфисә. Ирен яҡшы белгәнлектән, больницала ҡаршы килмәнеләр. Бәлки, бер-ике көн әүрәтеп алып килһә лә сауап тип уйлағандарҙыр.
– Сабыйым, карауатына эйелеүем булды, яғамдан матҡып тотоп алды ла бүтән ысҡындырманы. Үҙе арбарға маташҡан булып ҡара мәрйен кеүек күҙҙәрен тултырып-тултырып күҙемә ҡарай. Үҙе инде йылмая, инде йылмая.
Өйгә ҡайтҡастын да арып йоҡлап киткәнсе аҫылынып йөрөнө, йоҡлағастын урынға һалыуым була, тертләп уяна ла ҡабат йәбешә. Шул килеш ҡосаҡлашып йоҡланыҡ. Иртәнсәк балағынамдың ипләп кенә битемдән һыйпауына уянып киттем. Ә ул, күҙемде асҡанымды күреү менән, сәсемдән умырып тотоп алды.
Исмәғил баланы алырға ҡаршы булманы. Сабыйҙар йортона документтарҙы рәсмиләштерергә барғайны, беҙҙең ҡыҙсыҡтың бер туған ағаһы барлығын әйткәндәр. Шулай итеп беҙ, көтмәгәндә, ике балалы булып киттек.
...Нәфисә үткән йылдарын тиҫбе тартҡан кеүек берәм-берәм барлап кисерештәрҙе, ваҡиғаларҙы аҡтара, наҙҙарына сәсәп сабый көҫәгән өс ҡатын – Валя, Мәрйәм һәм үҙе алдында әле ҡылған гонаһын аҡларҙай сәбәп эҙләй. Таба алмай.
– Шунан һуң да нисек... Нисек ихтыяр иттең?– тип ярһып тауыш бирә Валя. Бере һенән-береһе аяуһыҙыраҡ әллә күпме һорау бирер ине, сабыр Мәрйәм:
– Валя, Валентина... – тип уны бүлдерә, аяу һорағанды типкеләргә ирек бирмәй.
...Ҡайһы бер ир-ат бит хатта үҙ балаларына ла оҙаҡ өйрәнә. Исмәғил етемдәрҙе бөтөнләй үҙ итмәне. Ҡулына алғанда ла микроблы әйбергә ҡағылғандай һағайып, сирҡанып тотондо. Ә бала күңеле былай ҙа һиҙгер, ә аҙмы-күпме етемлекте татығаны айырата. Сабыйҙарҙың наҙға сарсаған яралы күңеле әсәгә яғылды. Улар үҙҙәренең рәхмәтле һөйөүе менән уның йәрәхәтен дауаланы. Үҙен бәхетле тойорға Нәфисәгә Исмәғил менән балалар араһындағы битарафлыҡ ҡына ҡамасауланы. «Үҙ балаһын һөйөү бәхетенән мәхрүм иттем». Ошо тойғо үтмәҫ бысаҡ кеүек гелән бәғерен телгеләп, үҙен ғәйепле тойоп йәшәргә мәжбүр итте. Үҙәгенә үтеп әрнегән ваҡытта һүҙ башларға маташып та ҡараны хатта: «Үҙеңде ҡорбан итеп, беҙҙең менән йәшәмәйһеңме әллә, Исмәғил? Тиңеңде табып өйләнһәң, балаларығыҙ булһа»...
Бөгөнгөләй хәтерендә: үҙе яратҡан моңһоу көҙҙөң ҡотло бер эңерендә, тышта шыбыр-шыбыр ямғыр илағанда, аш-һыу еҫе таралған өйҙөң рәхәтен тойған һил мәлдә әйтте был һүҙҙәрен. Исмәғил ҡара көйөп, ҡырыҫланып китте: «Нимә етмәй һиңә?» – тип екереп ҡуйҙы. «Һинең бәхетең етмәй», – тип әйткеһе килгәйне Нәфисәнең, тик һүҙҙе ҡуйыртырға ихтыяры етмәне. Хәйер, Исмәғилдең үҙен ташларға теләмәүен белеү ғәйәт ҙур бәхет ине. Шул бәхеттең ҡәҙерен белеп, иренең әйтелмәгән, зиһенендә яңы ғына яралған теләктәрен дә ауларға өйрәнеп, теләһә ҡасан йәнен йолҡоп бирерҙәй булып йәшәне ҡатын. Тик кемдеңдер күңел китегендә үҙеңде ғәйепле тойоу уғата ауыр нәмә, яурынды ғына түгел, рухты баҫа. Баҫылғайны, күнгәйне кеүек. Әгәр ҙә Исмәғилдәрҙең больницаһына яңы табибә, анестезиолог ҡыҙыҡай килмәһә...
Яңы ғына медицина институтын тамамлаған был ҡыҙ ысынлап та бик сибәр һәм, сибәрлеген яҡшы белгәнлектән, үтә тәкәббер ине. Уның һауалы ҡарашында, башын текә тотоп, бәүелә биреп атлап йөрөүендә ир-аттың тыныслығын юҡҡа сығара торған арбағыс, сәмен ҡайната торған ҡотортҡос көстө ҡатын кеше булып та Нәфисә лә тойҙо. Сөнки уның үҙенең дә ошолай дорфа һылыу, «мин-мин – мин кем» тип йөрөгән саҡтары бар ине.
Шул мәленән кәмһенеүле бөгөнгөһөнә, күтәргеһеҙ ғәйеп йөкмәгән төшөнкө яурындарына ғәрләнеп ҡарап торҙо. Исмәғилдең ғәҙәттә хирург бысағы кеүек һалҡын йөҙө һуңғы осорҙа ҡояш нуры төшкәс йылҡылдап уйнаған тутыҡмай торған ҡорос кеүек балҡый. Нәфисә бының сәбәбен белә һәм уның йөҙөнә үҙенең нуры яғылыуын теләй. Ә Исмәғил, киреһенсә, уның һәр еренән йөй эҙләй: көләс булһа ла, моңһоуланһа ла, хәүефләнеп шымһа ла сәнсеп алырға тора. Бының да сәбәбен төшөнә Нәфисә: Исмәғилдең күңел бизмәне тирбәлә. Бер яҡта – Нәфисә, уның мөләйем сабырлығы, мөлдөр наҙы, икенсе яҡта – йәш һылыуҙың ылыҡтырғыс дәрте, балҡып торған сағыу сибәрлеге, яндырай шаянлығы. Ҡайһыһы еңер тип баш ватҡан Нәфисә ҡайһы берҙә тыныслана яҙа: ҡыҙыҡай бигерәк елбәҙәк, еңел холоҡло. Ә Исмәғил ҡатынының сабыр аҡылына күнеккән. Улай тиһәң, Нәфисә янында Исмәғилдең барлыҡ өмөттәре йә ғәмәл, йә төңөл. Ә йәшлек уға өмөт тулы өр-яңы яҙмыш тәҡдим итеүе менән отошло. Отошло. Ә инде ул ҡыҙыҡай Исмәғилгә бәпәй ҙә табып бирһә... Көнләшеүҙән Нәфисәнең күҙ алдары ҡараңғылана, йәне тулай.
Шунда үҙеңде туңырға ла, күнергә мәжбүр итергә булған да бит. Ә ул көрәш ҡомарына бирелеп китте.
Бер нисә йыл элек таныш ҡатын үҙенә ярҙам иткән имсе ҡарсыҡтың адресын биргәйне. Шуны әллә ҡайҙан табып, эҙләп китте. Бөгөнгөләй хәтерендә – ҡара көҙҙөң ҡотһоҙ бер көнө ине. Асфальт түшәлмәгән бысраҡ, тар урамдан тая-тая йөрәкһенеп атланы. Юлы уңмаҫын һиҙенгән һайын нығыраҡ ашыҡты. Адрестағы өй урынына емерек мейес менән ҡыйшайған рәшәткә генә ҡаршы алды уны. Алдағы көндәренә ишара кеүек ҡабул итте Нәфисә был һөмһөҙ күренеште. Иң яҡын кешеһенең күкрәп торған донъяһы урынына ҡара ҡәбергә тап булған кеүек ҡайғырып, бер ботағы һынып аҫылынған ҡарт ағастың кәкре олонон ҡосаҡлап, ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы. Яҡын-тирәләге өйҙәр урыны ла буш: сәсеңде йолҡоп олоһаң да ишетеүсе булмаҫ кеүек тойолғайны. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр – бер әбей яурынына ҡағылды. Белә икән имсе әбейҙең күскән ерен, ялындырып ҡына булһа ла әйтте. «Бик бөлөнгән, ҡарармы икән?» – тип шикләнде.
Такси ялланы ла юллап китте Нәфисә. Бер илар, бер көлөр көнө булған икән. Ҡортҡа тәүҙә ишек асмай ыҙалатты. Ә эскә индергәс, тәфсилләп, ентекләп ҡараны. «Сәләмәтһең бит, – тине. – Бәпәй тапмауың – гонаһ». Ҡолаҡтарына ышанмай ҡат-ҡат ҡабатлатты был һүҙҙәрҙе Нәфисә. Ышаныр ине – үтә ҙур ҡыуаныстан аҡылын юйыуҙан хәүефләнде, ышанмаҫ ине, әрнеүҙән бүккәйне.
«Ирең менән бергә килегеҙ, – тине әбей. – Сәбәп унда түгелме икән?»
Исмәғил тәүҙә был хәбәргә асыуланды, унан көлкөгә һабыштырҙы. Әбейгә барыу ҡайҙа, ишетергә лә теләмәне. Аптырап яңынан китте Нәфисә. Әбей түшәктә ята ине инде. Кешегә һыуһап, яңғыҙ зарығып ятҡан мәле булғанғамы, ихласлап бик оҙаҡ һөйләште. «Төрлө хәлдәр була. Йә ирең сирлелер, йә икегеҙ ҙә һау-сәләмәт тә, бер-берегеҙгә тап килмәйһегеҙҙер».
«Тап килмәйһегеҙҙер», – тигән һүҙҙәр Нәфисәнең йөрәгенә беҙ булып ҡаҙалды. «Теге ҡыҙ менән тап киләләрҙер», – тигән кеүек булды.
«Нишләйем һуң?» Йәнде әсеттереп ялбарып баҡты, тонйорап ҡараған күҙҙәре тәгәрәп кенә төшөр ҙә селпәрәмә ярылыр кеүек тойолдо.
«Улай ҡарама әле һин, – тине имсе.– Донъя емерелгәндәй ҡайғыраһың. Бөтәһенә лә еңелерәк ҡарарға кәрәк. Был тормошта ҡалҡыуыс кеүек өҫтән генә йөҙмәһәң, йәшәүе ай-һай.
Үҙеңде һынар өсөн күңелең тартҡан башҡа менән ҡушылып ҡара. Күпме ҡатын-ҡыҙ китек донъяһын шулайтып түңәрәкләне. Бер кем, бер нәмә белмәҫ».
Был хаҡта ишеткеһе лә килмәгән Нәфисә ытырғанып баш сайҡаны ла өмөтөн ҡабат йыназалап ҡайтып китте. Әммә аңының иң төбөндәге бер күҙәнәгенә барып боҫҡан был мәғлүмәт, алманы кимергән ҡорт кеүек, үҙ эшенә тотонғайны инде. «Бер кем белмәҫ... Түңәрәкләне. Аналыҡтың түлен мәхрүм итеү – гонаһ».
Ә тормошо ауа-түнә бара. Исмәғилдең һалҡын ризаһыҙлығы боҙ ҡаяға дыңғылдатып бәрә лә... ғәрлек, рәнйеш, көнсөллөк тойғолары бергә ҡушылып үлемесле ыуға әйләнә. «Ни эшләргә? Ни ҡылырға?»
Аңы өҙгөләнеп һорау ҡуйғанда, төпкө аң аҫтыртын ғына яуап әҙерләй. Нәфисә үҙе аңғармай, ә зиһене һәр ваҡ-төйәгенә тиклем иҫтә тотоп хаслыҡ ҡылырға әҙерләнгән тәжрибәле енәйәтсе кеүек киләсәкте әүәләй. Ҡатын үҙе лә һиҙмәҫтән ир-аттың һоҡланыулы ҡараштарын аулай. Элек, Исмәғилдең һөйөүенә ышанған мәлендә, йәнен генә көйҙөргән был ҡараштар әле уға һулар һауа, яраһына япҡан юл япрағы кеүек.
– Исмәғилгә оҡшап ҡына торған һомғол буйлы, оҙонса битле, ҙур күҙле йәш кенә егет ине ул. Беҙҙең мәктәпкә килгәс тә миңә ғашиҡ булғанын, осраған һайын оялсан ҡыҙҙар кеүек ҡыҙарынып, аңшайып ҡалыуынан уҡ тойоп ытырғана торғайным. Уның менән бер тапҡыр бергә булғандан һуң, бөтөнләй күрә алмаҫҡа әйләндем. Ә ул, ҡыуанысынан күктең ете ҡатында йөрөгән кеше, бер ни аңламай ҡалды. Шуға күрә һыуыныуымдың сәбәбен үҙенән эҙләп өҙгөләнде.
«Башҡа бер тапҡыр ҙа күҙемә күренмәһәң ине», – тип үтенгәсем, ҡаланан бөтөнләй китеп барҙы. Яратмаһаң, һинең өсөн утҡа ташланырға, һыуға батырға әҙер кешегә лә шул тиклем аяуһыҙ булып була икән. Хәйер, мин Исмәғилдең үҙемде яратмауының, үҙемдең уны онота ла, әүрәтә лә алмағанымдың үсен донъялағы бөтөн ир-аттан алырға, һәр береһен өҙгөсләп ырғытырға әҙер булып ҡыҙғайным. Балаға уҙырмын тигән уй ҙа күптән башымдан сығып осҡайны. Шуға күрә күңелем болғана башлағас, ярамаған нәмә ашағанмындыр, тип врачҡа барып йөрөнөм. Ауһарлыҡ инде.
Нәфисә ҡаны ҡасҡан нәҙек ирендәрен ҡыйшайтып күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы.
– Баланан ҡотолорға нисек өгөтләй алды һуң һине ирең? – тип һораны баянан бирле бер һүҙ өндәшмәй тыңлап ҡына ятҡан Мәрйәм
– Ул бит һалҡын ҡанлы, айыҡ аҡыллы кеше. «Бәхетһеҙ бала тыуасаҡ, һинең мәсхәрәңде икебеҙгә лә хәтерләтеп торған ҡәҙерһеҙ бала, бысраҡлыҡтан яралған йән эйәһе, – тине. – Беҙгә бер-беребеҙҙе яратыр өсөн ул баланың һис кенә лә кәрәге юҡ...»
– Әҙәм аҡтығы ул. Хәшәрәт.
– Валентина...
– Тыйма әле мине, Мәрйәм, – тип йәне көйөп ҡулын һелтәне Валя. – Һин шул әҙәм аҡтығын тыңланыңмы? Ә, Нәфисә?!
– Минән бала булмай, тигәнен ишеткәс кенә уның мине ни тиклем яратҡанын аңланым. Ул нисәмә йылдар буйы тышҡы ҡырыҫлығы артында мине юғалтыуҙан ҡурҡып, ғазапланып типкән йөрәгенең әрнеүен йәшерен йөрөгән. Ә мин, ғүмер буйы, балабыҙ юҡ тип үрһәләнеп, уның ҡанһыраған яраһына тоҙ һалып торғанмын. Серен белгән булһамсы... Ғүмер буйы бер-беребеҙҙең тойғоларына шикләнеп әрәм булғанбыҙ. Шуның арҡаһында ниндәй көнгә төштөм. Әйтерһең дә яратҡан кешеңә хыянат итеп бәхет яулап була?
– Балаңды үлтереп бәхетле була алырмын тип уйлайһыңмы?
– Полякова, – тип ҡырыҫ ҡына туҡтатты уйы палатаға килеп ингән табибә. – Былай булһа, һине өйөңә ҡайтарып ебәрергә тура килер. – Унан Нәфисә янына туҡтап ҡулын тотто. – Йә, балаҡай, хәлең нисек?
– Ебәреп тора ла тағын тота, тағы ебәрә.
– Оҙаҡҡа һуҙылды был, – тип хәүефләнде табибә.
– Сабыйҙың үлгеһе килмәй...– Валя ҡыҫылмай булдыра алманы. Ул һаман, үҙе әйтмешләй, «бөтәһен дә туҡтатып» була, тип өмөтләнә, шуның өсөн ҡырталаша ине.
– Полякова...
– Тыуғыһы килмәй, үлгеһе килмәй, – тип көсһөҙлөгөнән үкһеп үҙенекен тылҡыны тегеһе.
– Юҡ, бында аҡылдан шашырға мөмкин, – тип асыуланған доктор Нәфисәне алып сығып китте.
Нәфисәне иртәнсәк кенә арбаға һалып алып инделәр. Ниһәйәт, тән ғазаптарынан ҡотолған ҡатынды алҡымынан алған йән ғазаптары хатта йоҡоһонда ла ысҡындырмай ине. Таңға ҡаршы ғына йоҡлап киткән Мәрйәм менән Валя уның үкһеүенән уянды, һулыған йөҙө йәлләүес итеп сырышҡан, сикәләренән субырҙап йәш аға, үҙе һулҡылдай. Валентина өндәшергә уҡталғайны, Мәрйәм тыйып өлгөрҙө:
– Йоҡлаһын әйҙә, уянһа тағы ла ҡыйыныраҡ булыр.
– Эй, йәл дә инде, ибет. – Нәфисәнең карауаты янына сүкәйгән Валя мәрәкә күреп тупыҡ бармаҡтары менән тырпай керпектәргә тейеп ҡараны. Унан матур танауына ҡағылды, дуғаланып торған ҡаштарын һыпырҙы, аҡ мендәр өҫтөндә туҙраған сәстәрен рәтләп һалды.
«Ҡара тулҡын өҫтөндә тирбәлгән аҡ томбойоҡһоң һин, – тип бышылданы үҙе. – Ҡарынымдағы балам һинең кеүек һылыу, аҡыллы булһын, һинең кеүек мөкиббән ярата белһен. Ә һин минең сабыйым кеүек бәхетле бул. Икегеҙ ҙә бәхетле булығыҙ. Мин ҡыҙымды нисек яратам, һине лә берәү шулай яратһын, аяп, ғәфү итеп, йәнен фиҙа ҡылып. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Яратыр, әлбиттә, яратыр. Тыуыр, әлбиттә. Шул тиклем матурлыҡ был донъяға ғазап өсөн генә яратылмаған бит инде».
Был һүҙҙәрҙе ишеткәндәй, Нәфисәнең үкһеүе баҫылды.
– Һин нишләйһең унда? Әллә доға уҡыйһың инде, – тип һораны бығаса йоҡомһорап ятҡан Мәрйәм.
– Бәхеткә ойотҡо һалам. Миңә психотерапевт ошолай итеп баламдың иҫән-һау тыуасағы хаҡында ышаныс һеңдерә бит.
Нәфисә төш етәрәк ҡапыл тертләп уянды ла, ҡайҙалығына төшөнә алмағандай ята биргәс, ҡапыл тороп тәҙрәгә ябырылды. Ҡатындарына ҡысҡырып хәбәр һөйләгән, күстәнәс ебәргән ир-ат араһынан эске ярһыуын тыйырға тырышып ирен эҙләне. Унан врач бүлмәһенә йүгерҙе: Исмәғилдең шылтыратмағанын белеп, саҡ аяғын һөйрәп килеп инде лә бер һүҙ өндәшмәй йомарланып ятты. Төрлөсә күңелен табырға маташҡан ҡатындарға ла һүҙ ҡатҡыһы килмәне. Тағын тәҙрә янына барып баҫты, ҡабат ятты. Унан ҡайтырға йыйына башланы. Табибә асыуланып та, өгөтләп тә ҡараны.
– Ҡайтарығыҙ инде, – тип ялынды Мәрйәм менән Валентина ла. – Такси саҡыртайыҡ та.
Валя иренән аҡса һорап алып бирҙе. Шәүлә кеүек кенә ҡалған ҡатынды машинаға оҙатып моңһоу ғына ҡул болғап ҡалдылар.
Өйөндә үҙен ҡот осҡос һәләкәт көтөп торғандай ҡурҡыулы ашҡыныу менән ҡайтты Нәфисә. Хатта уға ни өсөндөр йорттары ла урынында булмаҫ кеүек тойолдо. Күргәс, еңел һуланы. Лифт эшләмәй ине. Ни тиклем ярһыһа ла, кәүҙәһен ташлап сыға алмай бит инде, хәлһеҙлектән башы әйләнеп, һәрмәнеп кенә менде.
Нимәгә ашҡынғанын белмәһә лә, ашығырға кәрәклеген һиҙҙе, һуңлаһа, ниндәйҙер ғәзиз нәмәһен мәңгелеккә юғалтыр кеүек ине.
Ниңәлер ишек бикләнмәгән. Шым ғына килеп инде лә, бүлмәгә һонолдо. Исмәғил теге һылыуҙың яурынан ҡосаҡлаған да, күҙҙәренә ҡарашып йылмаялар. Иренең йөҙөндәге бәхетле йылмайыу шул тиклем матур тойолдо ҡатынға. «Скальпелдә сағылған ҡояш нуры кеүек...» – тип уйланы ла ишек төбөндәге ике ҙур сумаҙанды абайлап, сайҡалып ҡуйҙы. Тегеләр ҙә уны күреп тертләне. Ағарынып киткән Исмәғил йығылырға бирмәй килеп ҡосаҡлағас, өмөтө ялтлап ҡуйғайны... Диванға ултырттылар, һыу, дарыу бирҙеләр. Табибтар рәтен белә бит инде.
– Ятып торһаң, үтер, – тине Исмәғил. – Мин китәм инде. Был хәлдән һуң барыбер бергә йәшәй алмаҫ инек. Мин барыһын да яңынан башлап ҡарамаҡсы булдым. – Унан эргәһендәге һылыуҙың арҡаһынан һөйҙө. – Ул бөтәһен дә белә. Уға бала кәрәкмәй.
– Шулай булырға тейеш, – тип бышылданы Нәфисә. – Барыһы ла дөрөҫ. – Үҙ-үҙен ҡосаҡлап диванға ятты. – Дөп-дөрөҫ. Шул кәрәк миңә, – тип өҫтәне. Шунан үҙе лә аңламаҫтан: «Ҡара тулҡын өҫтөндә тирбәлгән аҡ томбойоҡ һин, – тип әйтеп ҡуйҙы. – Бәхет өсөн яратылған аҡ томбойоҡ».
– Әү, – тип эйелде сәйерһенгән Исмәғил. – Әү, ишетмәйем.
– Үҙемә әйтәм, – тине Нәфисә вайымһыҙ ҡиәфәт менән. – Үҙ алдыма һөйләнеүем. Һеҙ китә һалығыҙ. Балалар мәктәптән ҡайтҡансы китеп өлгөрөгөҙ....
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде