Мәғлүмәт
Ата-әсәнең эшенә эләгеү тураһында һәр бала тиерлек хыяллана. Фабрикала тегеү ҡорамалы операторы булып эшләгән Елена Чаплыгинаның туғыҙ йәшлек ҡыҙҙары Лера менән Ликаның да әсәһенең хеҙмәт урынын күреү хыялдары ҙур була. Елена Чаплыгина һөйләүенсә, ҡыҙҙар билдәһеҙ донъяны: станоктар, тегеү һәм сигеү машиналарын күптән үҙ күҙҙәре менән күрергә теләгән. Өҫтәүенә, производствоға экскурсия - балаларға кейемдең магазиндан йәки маркетплейстан түгел, ә ғәйәт ҙур тегеү цехынан барлыҡҡа килеүен күрһәтеү мөмкинлеге лә булып тора.
Беҙҙе хәрәкәтсән һәм шаян ҡыҙҙар ҡаршылай. Тик игеҙәктәрҙең күңелле кәйефе, уларға йүнәлтелгән фотоаппараттарҙы күргәс, юҡҡа сыҡты. Лера менән Ликаның оялсанлығы журналистарҙан әсәләренең артына йәшеренергә мәжбүр итте. Оҙон сәсле һылыуҡайҙарҙың күҙҙәрендә хатта күҙ йәштәре лә күренә. Әсәй кешенең ҡыҙҙарына уларҙың мөһим миссияла ҡатнашыуҙары – ҡунаҡтарға эш кейеменең нисек тегелеүен күрһәтергә кәрәклеген аңлатҡандан һуң балалар тыныслана.
Әсәләренең ярҙамсылары
Бер минут та үтеп тә өлгөрмәне, беҙ сабыулап йүгерешкән игеҙәктәр артынан тегеү машиналары сафы араһынан үтәбеҙ. Беҙҙең юл бесеү цехына ята - нәҡ унда Елена Чаплыгина эшләй. Унда Лика маникюр мастеры булырға теләүе, ә Лера фотоға төшөргә яратыуы хаҡында һөйләргә өлгөрҙө. Уларҙың өйҙәрендә лә тегеү машинаһы барлығын белдек, әммә әлегә игеҙәктәргә был ҡорамалда ултырырға ҡушмайҙар.
Бына бесеү комплексына яҡынаябыҙ. Ҡыҙҙар әсәһенә һәм уның иптәшенә яңы төргәкте станокка һалыуҙа ярҙам итә башланы. Игеҙәктәр беренсе булып туҡыманы
йәйеүсе ябай булмаған инструментҡа тотондо. Лера менән Лика был комплекстың бер үк ваҡытта 20 ҡатлам туҡыма киҫеүен һәм йыйырсыҡтарын бесеүгә ҡамасаулай алмауын белә. Производство деталдәрен балалар тәүге тапҡыр ҡулға ала.
- Компьютерҙа бер нисә программа бар. Эште башлар өсөн, мәҫәлән, «Ҡышҡы костюм» программаһын ҡуябыҙ. Махсус кейемдең был төрө өсөн комплекс 20 ҡат туҡыма түшәй, - тип аңлата журналистарға Елена Чаплыгина. Ҡышҡы костюмды бесеү яҡынса 15 минут, ә йәйге костюмды 10 минут ваҡытты ала. Бер сменала беҙ ике йөҙ костюм бесәбеҙ.
Костюмдарға килгәндә, быға тиклем Елена Чаплыгина уларҙың классик төрө менән генә таныш булған. 10 йылдан ашыу ул банкта эшләгән. Ишембайҙа йәшәүсе ҡатын яңы производство асылыуы тураһында реклама күргәс, ашығыс рәүештә эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә ҡарар иткән. Учалы фабрикаһында уҡып сыҡҡас, ике аҙнанан эшкә тотона.
- Ғаиләм миңә тулыһынса ярҙам итте. Һуңғы йылдарҙа банкта эшләүе ҡыйынлашты - башҡа ҡалаларға даими командировкаларға йөрөү ялҡытты, - тип өҫтәне Елена. - Ә бында мине график, эш хаҡы, хеҙмәтемә ҡарата мөнәсәбәт тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Ниһайәт, шөғөлөмдө яраттым.
«Мин бында эшләйәсәкмен»
Беҙ производство биналары буйынса алға китәбеҙ. Лера менән Лика әйтеүенсә, уларға шаблонлы автомат күңелдәренә ятҡан. Был машиналар бик ваҡ деталдәрҙе тегә белә, айырыуса ҡыҙҙарға уның “липучка” тегеү оҫталығы оҡшаған. Игеҙәктәр яңы урында бөтөнләй үҙләшеп өлгөрҙө, шуға күрә уларҙың тегеү цехында предприятие хеҙмәткәрен ҡосаҡлап алыуҙары беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәне. Асыҡланыуынса, был әсәнең коллегаһы ғына түгел, ә ҡыҙҙарҙың балалар баҡсаһындағы тәрбиәсенең элекке ярҙамсыһы икән.
Людмила Мехова бер нисә йыл ғына мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләгән, әммә шуҡ игеҙәктәрҙе яҡшы хәтерендә ҡалдырған. Лера һәм Ликаның әсәһенән айырмалы рәүештә, Людмила күптән инде тегеү производствоһын яҡшы белә: 20 йылдан ашыу ҡатын трикотаж фабрикаһында лаборант һәм контролёр булған. Трикотаж
өсөн ҡатмарлы осор килеп етеп, эш хаҡы тотҡарлана башлағас, ҡатын балалар баҡсаһына китә.
- Төҙөлөп ятҡан «Аркада» фабрикаһы эргәһенән нисек үткәнемде хәтерләйем һәм үҙемә: «Мин бында эшләйәсәкмен», - тип вәғәҙәләгәйнем. Мине цехҡа алып килделәр, һәр саҡ еңел сәнәғәтте, тегеү производствоһын ярата торғайным, - тип билдәләй «Аркада»ның контролёры Людмила Мехова. - Фабрика асылғас та бында килдем һәм бер тамсы ла быға үкенмәйем. Уңайлы яҡты цехтарҙа, заманса ҡорамалдарҙа эшләүе күңелле.
Ҡышҡы кейем моделдәре
Өлкәндәр үҙ-ара әңгәмәләшкән арала игеҙәктәр күңелһеҙләнергә өлгөрә. Журналистар аҡланырға ашыға һәм тағы ла камераларын игеҙәктәргә төбәй. Рәсәй тимер юлдары өсөн яңы ҡышҡы махсус кейем коллекцияһында фотосессия ойошторорға ҡарар итәбеҙ. Әлегә ҡыҙҙар 10 үлсәмгә ҙурыраҡ йылы жилеттар һәм курткаларҙы кейеп ҡараған арала, етештереү етәксеһе Марина Дратова был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән таныштыра:
- Айына фабрика яҡынса 3000 ҡышҡы һәм 4000-5000 йәйге костюмдарға заказдар үтәй. Бөгөнгә иң ҙур заказсы - Рәсәй тимер юлдары. Эре партиялар менән эшләүҙән тыш, урындағы производстволар өсөн дә ҙур булмаған заказдар үтәйбеҙ. Мәҫәлән, Салауатта нефть эшкәртеү заводы өсөн махсус урындарға сигеү эшләнек. Предприятие әйләнешен кәметергә йыйынмай, шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙе йыйыу дауам итә.
«Аркада» фабрикаһына экскурсия аҙағында игеҙәктәрҙең кәйефе күтәренке ине. Тыйнаҡ ҡыҙҙар әңгәмәнән баш тартһа ла, улар әсәйҙәренең эшендәге был көндө ғүмерлеккә иҫтә ҡаласағын гәзит уҡыусыларға еткереүҙәрен һораны.
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.