Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь , 12:00

Китәм, иркәм, ҡалаһың...

Ҡолаҡ тондорғос, эс бошорғос тынлыҡ. Бар донъяға, әйләнә-тирәгә, яҡындарына булған, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән сәбәпһеҙ ярһыу-асыуы алҡымына килеп тығылған да шунда ҡатҡан, йотоп та ебәрерлек түгел, уртлап төкөрөрмөн дә тимә.

Китәм, иркәм, ҡалаһың...
Китәм, иркәм, ҡалаһың...

Телевизор ҡаршыһындағы креслоға ҡайҡайған Әнүәр Сәйетов залдағы тәҙрә аша тышҡа, урам яҡҡа күҙ атып алғылай, тамағын ҡыра, тәртипһеҙ һибелгән туҙғаҡ сәстәрен бармаҡтарын тарбайтып аралап ипкә килтерергә итә. Ошо ғәҙәти ҡыланышы уны күңел төшөнкөлөгөнән арындырып ысынбарлыҡҡа алып ҡайтыр, ҡорғаҡһыған булмышына өмөт сатҡыһы өҫтәр, йәшәү һуты бөркәр һымаҡ. Телевизор экранында нимәләрҙер йыбырлай, йыбандырғыс кинофильм күрһәтәләр шикелле. Кино ҡайғыһымы ни! Урамда ла эсте бошорғос шыҡһыҙлыҡ: һорғолт күк йөҙө, шымышыҡтап яуған ямғыр, ергә тиклем һалынған ялбыр болоттарға болғанған ҡуйы томанды йыртып оңғолло-соңғолло һерәйешкән күп ҡатлы йорттар. Йорттар?! Юҡ, әлеге йонсотҡос ямғырҙа күшеккән цемент ҡаяларҙыр йорт тигәне... Кирбестән, эре блоктарҙан ҡоршалған, урын-урыны менән штукатуркаһы ҡупҡан стеналарҙан күҙ йәшеләй һыу шыбаҡшый. Өшәндергес тынлы һалҡын елдән аллеяларҙағы яланғас ағастар, һары япраҡтар түшәлгән, уймаҡланып күләүектәре ялтыраған еүеш асфальт, тотош ҡала өшөй, ҡалтырай төҫлө. Ҡорт кәрәҙеләй бихисап тәҙрәле фатирҙар эсенә лә уның ише асылы йөрөмтәл ирҙәр боҫҡандыр. Боҫҡандыр ҙа ҡатындарын алдайҙарҙыр, аҡланаларҙыр, әүрәтәләрҙер, үтәлмәҫ вәғәҙәләр бирәләрҙер. Ә уның тормошонда бөтәһе лә асыҡ, йәшерерлеге, боҫорорлоғо ҡалманы.

Алты йәшлек ҡыҙы Гөлнур иҙән уртаһында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултыра. Ул да ниҙер һиҙенгәндәй, шарҙауайланмай: ҡурсағын алдына һалған да ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыймылдатып аяҡтарын бәүелтә. Үҙенсә шулайтып, эстән бишек көйөн көйләп ҡурсағын йоҡлаталыр.

Ҡатыны Гөлбикә аш бүлмәһендә ҡашаяҡ шалтырата. Ҡатыны... Әлегә ҡатыны, иртәгә бөтөнләй ят кешеләргә әүереләсәктәр, уларҙы бер бөтөн итеп бәйләгән никах ептәре өҙөләсәк, бер-береһенән дүнеп сыймаҡлаған ҡултамғалары икеһен ике яҡҡа айырасаҡ. Ике арала йәшәлгән йылдар, кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстар, күләгәле көйөнөстәр ҡала, йәшәүҙәренең ҡәҙерле хәтирәһе булып ҡала. Мөлкәт бүлеүҙе, башҡаларын суд ҡарар, әлбиттә. Тик улар – алда. Алда билдәһеҙлек... Иртәгеһе көндәр нимә килтерер? Әрнеткес үкенестер, хәҙерҙән үк шуны һиҙемләй. Төҙәлмәҫлек хата ҡылып көйлө тормошон ҡуҙғытты ла, боларҙы йәшәйеше, селпәрәмә килде һәммәһе... Һе, Гөлбикә ултырып сыҙамай ҙа баһа, ығырлап-шығырлап һаман ниҙер эшләй, хәстәрләй. Аптырарһың ҡатын-ҡыҙ халҡына, шундай саҡта ла ҡулына эш барып төрлө мәшәҡәттәр менән шөғөлләнә алһынсы! Хоҙай тәғәлә улар затын ҡорамалай ҡырҡ сүрәттән, холоҡ-фиғелдән әүәләгән, тигәндәре ысындыр. «Алйот, аҙып-туҙып ҡаңғырғансы, һәүетемсә, әҙәмсә генә көн итһәмсе!..»

Нисәнсе көн мейеһен тутыҡ игәүҙәй игәгән ошо уй уны оторо ярһыта: ҡыҙған ҡаны тиреһенә һыймай, тәне-йәне менән килешмәй, берәре яңылыш ҡына ҡағылһын – булмышы шартларға әҙер, шуға ҡымғырларға ҡурҡҡандай креслоға һеңгән. Кресло йомшаҡлығы төпһөҙ күтерҙәй ярты кәүҙәһен йотҡан.

«Мин тыныс, миңә шул тиклем рәхәт... Рәхәт...» Файҙаһыҙ. Бушҡа тырыша, теге уйы йөрәген әсеттереп һаман кимерә. Тынғылыҡ бирмәгән хәсрәтенән ҡотолорға итеп иләҫ-миләҫ уйҙарын ситкә ҡыуа...

Йәне тартмаһа ла, ҡыҫҡа, сағыу, иҫте юйырлыҡ ләззәт көҫәү, ир көсөн тойоп еңеүселәй бушаныу теләге барыбер үҙенекен итте, аяҡтары таныш подъезға боролдо. Шулай ҙа берәйһе күреп ҡалыуҙан ҡурҡып, йөҙ йәшереп кәрәкле ҡатҡа күтәрелде, ҡараҡтай ян-яғына ҡарана-ҡарана ҡабаланып ҡыңғырау кнопкаһына баҫты.

– Ағай, әллә һеҙ ошо фатирҙа йәшәй башланығыҙмы? Гел киләһегеҙ...

Боролһа, артына 9 –10 йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала баҫҡан. Ҡаршы яҡ ишектән сыҡҡандыр. «Ебәктәй шыма һары сәстәре, башындағы алһыу банты ла хас Гөлнурҙыҡы. Ҡыҙы ошо мәлдә тиҫтерҙәре менән уйнап йөрөймө икән, әллә зәңгәр күҙҙәрен моңһоуландырып тәҙрәнән уның ҡайтыр юлын күҙләйме...»

– Бар уйна! – Ҡапыл тоҡанып китеп асыулы өндәшеүҙән һипһенгән ҡыҙыҡай тертләп артҡа сигенгәс, Әнүәр ғәфү үтенгәндәй йомшарып өҫтәне. – Аҫта, майҙансыҡта, әхирәттәрең туп уйнай, бәүелгестә атына, күңелле, бар.

Ҡыҙыҡай артына шиксел боролоп ҡарай-ҡарай баҫҡыстан төшөп китте.

Көткәндер, инеп артынан ишекте ябып та өлгөрмәне, ҡаршы алған Элеонора муйынына аҫылына ла һалды:

– Соскучилась... – Оҙаҡ үбешеүҙән тыны быуылған Элеонора өҙөп-өҙөп һораны. – Почему кисә килмәнең?

– Кәңәшмә йыйҙылар, һуңынан эштә тотҡарландым, ҡайтһам – еҙнәй менән апай беҙҙә. Ташлап сығып китеп булманы.

– А я весь вечер ждала. Ишектәге звонок тауышына ла, телефонға ла йүгерәм дә барам. Ашағың киләме? Стол накрыт.

– Мин туҡмын. Элеонора...

Тегеһе әйтеп бөтөрөргә бирмәне:

– Опять домой торопишься? Бер нәмә лә ишеткем килмәй, сегодня ты мой. Пошли... – Ымһындырғыс ҡайнарлығы бәргән йәш, дәртле ҡатын албырғаңҡырап ҡалған ирҙе йоҡо бүлмәһенә етәкләне. Ыңғайы бар сисеп ырғытылған кейемдәр тәртипһеҙ рәүештә ян-яҡҡа остолар...

О-о-о, ҡайһылай шәп, арыу белмәҫ, ярһыу. Ярты төнгә ҡәҙәр ҡеүәтле насостай бар көс-дарманын һурып алды ла ҡуйҙы Элеонора, әлһерәтте. «Гөлбикә менән ни 10 йыл буйы йәшәүҙәрендә, түшәктә ялҡытҡыс бер төрлөлөккә күнегеп бөткәндәр. Бындағы илерткес ошо төн өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға мөмкин...» Шулай фекер йөрөттө йыбаныс ҡәнәғәтлек кисергән ир.

Һуңлап өйләнде Әнүәр. Башта институтта уҡып бөтәйем, тине, ары аспирантура, өҫтәүенә, яҙыусылыҡ шөғөлө. Кисектереп, һуҙып йөрөй торғас, утыҙға еткәнен һиҙмәй зә ҡалды. Апаһы таныштырып, шунан димләп Гөлбикәгә өйләндерҙе. Яратыу, эске дәртләнеү, елкендергәс хис тә булманы шикелле, һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Һуңлап, дүрт йылдан һуң ҡыҙҙары Гөлнур тыуҙы. Үтә лә тыйнаҡ шул Гөлбикә, көндәлек тормошта ла баҫалҡы, түшәктә лә һалҡын, теләр-теләмәҫ кенә ҡатын-ҡыҙ бурысына ризалаша ла арҡаһын ҡуйып ята... Ә бер төрлө аш ҡасан да булһа ялҡыта, бүктерә. Исмаһам, юрамал ғына булһа ла сит ирҙәргә күҙ атып, уларға ҡыйшаңлаған булып мине көнләштерергә маташһасы, тип ҡайһы саҡ йәне көйә Әнүәрҙең. Ул сағында ойоған теләге ҡабаттан тоҡаныр ине. Йәнә яттарҙың ҡатыныңа күҙ һалыуы үҙе мәртәбә.

Ә һөйәркәһе Элеонораның елбәгәйерәк холҡо уны оторо көнсөлләндерә, бер кис бармаһа, тегеһе башҡаның ҡосағына сумыр һымаҡ. Дөрөҫ, йәш eгеттәй көн һайын осрашыуға сабыулау ҙа мөмкин түгел, ҡала булһа ла күрә һалып баралар, шуға бар хәйләһен, һаҡланыу, һиҙелерҙәй ерҙә килештереп аҡланыу сараларын эшкә егә. Уның өсөн кем һуң Элеонора? Хатаһымы, әллә башына төшкән бәләһеме? Бер Алла белә.

Элеонора тыныслана төшкәс, яланғас, еүеш тәнен уйнаҡлатып Әнүәргә һыйынды ла сигарет утын баҙлатып ебәреп төтөнөн уның битенә өрҙө:

– Хочешь выпить? Холодильникта яҡшы коньяк бар.

– Әлегә теләмәйем.

– Улайһа мә, тарт. – Ҡулындағын Әнүәргә һондо. – Шәп сигарет, «Камел»!

Ир ҡулды ситкә этте.

– Мин «Прима»ға өйрәнгәнмен.

– Кеше араһында оялмайса шуны тартаһыңмы? Ты же скоро кандидатом наук станешь, еще писатель. Всегда затлыға ынтыл. Ул бит һинең имидж, так сказать. Фильтрһыҙ тәмәкене, махорканы деревенский бригадир борхота.

– Ғәҙәттәремдән һирәк баш тартам шул. Шулай ҙа һинең иҫкәрмәне иҫәпкә алырмын.

– Мин дә... ғәҙәтме? Шуға ташлай алмайһыңмы?

– Һин... бөтөнләй икенсе...

– Икенсеме? Ә нишләп беренсе түгел? Мин икенсе ролгә өйрәнмәгәнмен, тормошта ла, постелдә лә! Һин минеке! Кәрәкле, пристижный әйбер һымаҡ. Әйбер туҙһа ташлайҙар, ә һин туҙырға, авторитетыңды төшөрөргә тырышма, будь всегда в форме!

– Әгәр туҙа башлаһам?

– А ты сильный, пока...

Ҙур, тығыҙ түштәр уны түшәккә ҡыҫтылар, ҡомһоҙ, һөлөктәй ирендәр һурып ирендәренә ҡаҙалдылар. Оҙаҡ үбешкәндән һуң Элеонора сигаретын көсләп тиерлек Әнүәргә ҡаптырҙы.

Ят, әскелтем-татлы төтөн үҙәкте яндырып ебәреп тын юлдарына тулды.

«Гөлбикә әйттермәйенсә гел «Прима» һатып ала, ниндәй фабрика тәмәкеһен тартҡанына ҡәҙәр белә... Гөлнур асынып йоҡларға ярата, әсәһе одеялын төҙәтеп япһа ярай ҙа... Ҡатыны йоҡламайҙыр, яратҡан көйөн көйләй-көйләй тегә-ямайҙыр, йә икенсе бер шөғөл тапҡандыр. Уның туйҙырып, теңкәгә тейеп бөткән йыры бар, мәжлестә лә, күңелләнгән мәлдәрендә лә шуны һуҙа:

Китәм, иркәм, ҡалаһың,

Һағынып кемгә ҡарарһың...

Хәйер, йыр ҡайғыһымы ни унда хәҙер, һуңғы осорҙа ҡара көйөп йөрөй: алсаҡ йөҙө һүрәнләнде, кәүҙәгә лә йоҡарып киткәндәй, ҙур күҙҙәре тирә-йүнгә әрнеп-әсенеп ҡарайҙар. Холҡона тоғро ҡалды мәгәр, бәғзе ҡатындар ише ҡыланһа, уның эш еренә барып тауыш ҡуптарыр, бөтә туған-тыумасаһын аяҡҡа баҫтырыр, күрше-күләнде аптыратыр, сәрелдәп ялыу тотоп сабыулар ине, ә ул юҡ, бөтә кисерештәрен эсенә йота... Беҙ ҡапсыҡта ятмай шул: хәбәр күпкә ҡабарып, яңы деталдәргә байып килеп ишетелгәс, тыныс, һалҡын, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф ҡиәфәттә аңлашты ла хәҙер урынды башҡа йәйә, уға йоҡо бүлмәһенә, үҙе Гөлнурҙың карауаты йәнәшәһенә раскладушка ҡуйын шунда ята. Яһилланып уның биттәрен тырнаһа, тупаҫ һүҙҙәр әйтеп күкрәген төйгөсләһә, өйгә индермәй ҡыуалап ыҙалатһа, еңелерәк булыр ине, бәлки. Ә ул улайтмай, ҡасан ҡайтһа ла ишек келәгә бикләнмәй. Тик аяҡ тауыштарын танып бөткән, инеп кейемен һалырға ла өлгөрмәй, – залда ут һүнә, Гөлбикәнең башынан аша юрған тартыла... Йөрөмтәллек, аҙғынлыҡ ауырыуҙыр ул... Бер тәндә ике йән йәшәй: береһе әҙәмсә йәшәргә ынтыла, икенсеһе бер минутлыҡ ләззәт көҫәп йүгергеләй, гонаһҡа ынтыла. Аҡ менән ҡараны, әсе менән татлыны бергә ҡушып булмаған кеүек, ике йән дә айырым, бер-береһе менән килешмәй, гелән бәхәсләшеп йәшәй бирәләр... Ҡотолормон тимә был йөрөмтәллек сиренән...»

– Эй, милый, отчего загрустил?

– Күңелһеҙләнмәйем, ял итәм.

– Ҡасан суд?

– Ошо арала.

– Бәлки, миңә иртәгә үк күсерһең? И так все знают.

– Юҡ, законлы айырылам да. Судтан һуң.

– Тянешь, тянешь... Я тебе уже надоела?

– Нимә һөйләйһең, барыһы ла хәл ителгән бит инде.

– Дай тебе волю, конкретно решать итә алмай ике уртала сабыр инең әле, был минең инициатива. Знаешь, яңғыҙлыҡ ялҡытты, хоть волком вой. Таныштарым, дуҫтарым, одноклассники по человечески живут, семьялары бар, все такое... Вот и я решила...

– Минең менән буталғансы эшлекле егеттәр бөткән инеме, бигерәк тә һеҙҙең арала.

– Һин бит күренекле кеше. На тебя так смотрят, идешь по улице, оглядываются. Особенно любители литературы. А ты не с кем-нибудь, а со мной! Классно, правда!

– Шуның өсөн генәме?

– Уның өсөн генә түгел. Хәҙер эсмәгән, образованный, обходительный мужиктар юҡ, тиерлек, һиндә все эти качества бар, өҫтәүенә, сильный, темпераментный, и еще... Нет, больше не скажу. – Элеонора туҙған сәсле башын Әнүәрҙең ҡултығы аҫтына йәшерә. – Слушай, а квартиру как будете делить?

– Гөлбикә менән ҡыҙыма ҡала.

– Как знаешь... А «десятка»?

– Уныһы минеке.

– Яҡшы. Әҙерәк йыйылған аҡсам бар, быны «осороп» иномарка алырбыҙ, һөйләшеп килешеп бөткәнмен.

– Күҙ күрер.

– Тиҙ генә роман яҙын ташлап баҫтырһаң, күпме аҡса бирәләр?

– ?!?

– Нимә аптыран ҡарап ятаһың, ну сколько дадут?

– Был бит коммерция эше түгел – ижад. Шуға ҡыҙыҡһынманым. Әҫәр бит йылдар буйы яҙыла. Ҡайһы бер яҙыусылар ғүмерҙәрендә бер генә әҫәр яҙып билдәлелек яулаған. Мәҫәлән, Грибоедовты ғына алайыҡ әле. Ул бары уҡыусыға «Горе от ума» аша ғына таныш.

Элеонораға был турала тыңлау ҡыҙыҡ түгел ине шикелле, бары оҙон итеп иҫнәп кенә ҡуйҙы.

– Все это мне совсем не интересно. Әле күпме аҡса бирерҙәрен белмәйем, ҡыҙыҡһынманым, тинең. Ҡыҙыҡһын! Творчествоңды конвейер һымаҡ итеп көйлә, ваҡыт көтмәй. Кто не успел – тот опоздал. Бына Александр Дюманы ғына алып ҡара, ғүмерендә күпме ҡалын-ҡалын романдар яҙған. Даны ла, аҡсаһы ла булған.

– Дюма барыбер аҡса осон яҙмаған. – Был турала һөйләшергә теләмәгән Әнүәр һүҙҙе икенсегә борҙо. – Сәғәт нисә әле?

– Грибоедов нисегерәк яҙған әле... Влюбленные часы не наблюдают! Әйттем бит, бөгөн һин минеке, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Их, скорее бы свадьба! – Эленора уны ҡармаған ҡосаҡтан арына ла түшәмгә төбәлеп, ҡулдарын йәйеп хыялланырға керешә. – У меня такое платье будет, фата, которых ни у кого нет... Мендельсон играет, мы идем в сопровождение гостей, все ахают, охают!

– Бәлки, тауыш-тынһыҙ ғына яҙылышырбыҙ, ә? Ни тиһәң дә егет кеше түгелмен.

– Нет! Это исключено, туй будет, подружки уже подарков накупили. Көтәләр... Банкет будет на самом дорогом ресторане! Бүләктәр ҙә ҡиммәтле, беҙ, коммерсанттар, һаранлана белмәйбеҙ. Тағы уларҙың күптәренә минең һәйбәт расположение кәрәк, аңлайҙар, беләләр кемгә ниндәйерәк бүләк тотоп килергә...

Әнүәрҙең үҙ уйы, үҙ ҡайғыһы.

– Ҡыҙымды яңғыҙ ҡалдыра алмайым, аҙаҡтан да барып йөрөйәсәкмен. Гөлбикәгә түгел, ҡыҙыма. Аңлашмаусанлыҡтар булмаһын өсөн алдан уҡ шулай килешәйек.

Элеонора ирененең ситен тешләп, ҡаштарын йыйырып оҙаҡ һүҙһеҙ ята, шунан теш араһынан һыға.

– Понимаю, атай... – Башына шәп фекер килгәндәй йәнләнеп китә. – Хочешь, бер биш-ун йылдан һиңә шундай уҡ малай йә ҡыҙ табып бирәм!

– Ә нишләп бер-ике йылдан түгел? Һин бит йәш, сәләмәт.

– Эйе, мин йәш, шуға тормоштоң артына тибеп йәшәп ҡалырға кәрәк. Бала минең өсөн әлегә артыҡ йөк. Пеленка йыуған арала я потеряю завоеванное место, меня вытолкнут с рынка, исчезнут связи. Сегодня все решает деныи, аҡсаға бөтә нәмә лә һатыла! Еще бала тапһаң, фигура боҙола, шуға бит Западта нанимают суррогатных матерей, опять-таки аҡсаға. Әгәр мин неухоженная, насар кейенгәнмен икән, ти, как корова һымаҡ ҡыймылдап иҙән йыуып йөрөһәм, миңә иғтибар итер инеңме? – Яуап көткән пауза. – Өндәшмәйһеңме? То-то! Һинең бисәң, к примеру уҡытыусы, серенькая мышь, көн һайын дәфтәр тикшерә, дәрес әҙерләй, тишек ойоҡ ямай, үҙенсә донъя бөтәйтә. Тиндәрҙе лә ҡыҫып тота, иҫәпләй, экономить итә. Иртәгә лә шулай буласаҡ, и после завтра... Поэтому она тебе не интересна. Ведь я права?

– Гөлбикәгә ҡағылма әле.

– Бөттө, бөттө. Я все забываю, что она пока твоя жена... Барыбер я права. Всем мужикам нужна вкусная еда, матур, йәш бисә, һәм... новизна, фантазия! Потому что все мужики неисправимые романтики. Бисәләр практики, уларҙың холодный расчет!..

Элеонораның ентекләп буялған, осло тырнаҡлы йылғыр бармаҡтары Әнүәрҙең күкрәгенән түбәнгә, ҡорһаҡ аҫтына йүгерҙеләр.

– Килтер конъягыңды!

– Бына был, исмаһам, ысын джентельмендарса!

Бер аҙҙан яланғас тәненә үтә күренмәле, ҡыҫҡа халат ишараты кейгән Элеонора алға һонолған ҡулына батмус ҡунаҡлатып килеп тә инде:

– Рәхим итегеҙ: лимон, шоколад, «Наполеон»! Пир в постели!

Ҡандала еҫе аңҡыған эсемлек тәме, кинәнесле иңрәүҙәр ишетелгән ярым ҡараңғылыҡ, борғоланған, тирбәлеүле ҡайнар тән, арҡаға батҡан осло тырнаҡтарҙың ҡуҙғытып әсетеүе – барыһы бергә буталды...

«Тәне һығылмалы, көслө... Хас та быуар йылан... Ә ул тоҙаҡҡа эләккән, арбалып йотолорға әҙер ҡуян... Өҙлөкһөҙ ылыҡтырып-ымһындырған, һыуһын ҡанмай ыҙалатҡан, йәнде ҡотортҡан көслө теләктән ҡотолормон тимә... Ярамай икәнен беләм дә бит...» Әнүәрҙең мейеһен үҙен-үҙе аҡларға теләгән урыҡ-һурыҡ ҡына уйҙар йыбырлатты ла барыһы бергә буталды...

– Әнүәр, сәй эсеп алаһыңмы? – Гөлбикә асыуланмай өндәшә.

– Хәҙер... – Һиҫкәнеңкерәп киткән Әнүәрҙең тамаҡ төбөндәге төйөн имшегәндәй итә, ул асыуын онотоп яуаплай, ҡыҙына ла ирәбе өндәшә. – Гөлнур, әйҙә, әсәйең саҡыра.

– Ҡурсағым йоҡламай ҙа ҡуя, атай.

– Бишек йырыңды ишетелерлек итеп йырлаһаң, йоҡлар.

Ҡыҙы шуны ғына көткәндәй һуҙып та ебәрә:

Биргәнһең һин миңә

Ал нурын таңдарҙың...

Ҡарасәле, килештерә лә баһа!

– Балам, һин үҫкәс кем булаһың?

– Артистка!

– Мине концертыңа саҡырырһың, йәме?

– Йә. Әсәй менән икәүегеҙгә иң алдан урын ҡалдырырмын. – Гөлнур йәнләнеп китә. – Атай, һеҙ сәй эсә тороғоҙ, мин ҡыҙымды йоҡлатайым инде.

– Һуңлайбыҙ, сәғәт өскә тигәйнең бит. – Ҡабаландыра Гөлбикә тауышы.

«Әйтерһең дә театрға йыйына. Өлгөрөрбөҙ, көтөрҙәр, һуңлаһаҡ иртәгә лә көн бар!» Һин дә мин тыныс мөғәмәлә Әнүәрҙең эсен бошорҙо.

Өҫтәлгә уның яратҡан тауыҡ бәлеше ҡуйылған, гәлсәр һауытҡа тау сейәһенең ҡайнатмаһы һалынған. «Хушлашыу табыны әҙерләгән...»

Тамағына аш үтмәгән ир алдындағы ризыҡҡа ҡағылмай ултыра, уйҙары ла тарҡау, хәбәре лә өҙөк-йыртыҡ:

– Тегендә нимә тип әйтербеҙ?

– Үҙең беләһең.

– Теге ни... артыҡлап тәмһеҙләтмәйек. Характерҙарыбыҙ тап килмәне, тиер ҙә ҡуйырбыҙ.

– Нисек теләйһең, шулай әйт.

– Әгәр айырмаһалар? Берегеҙ уҡытыусы, икенсегеҙ институтта уҡыта, йәш быуынға өлгө күрһәтәһегеҙме, тиһәләр? Өҫтәүенә, яҡшымы-яманмы, яҙыусымын.

– Айырырҙар. Һин ғариза яҙғанһың, мин ҡаршы түгел. Беҙҙең шәхси тормошобоҙға ҡыҫылырға кемдең хаҡы бар.

– Ҡайһылай еңел хәл итәһең. Ҡаршылашмайһың, ыңғайһың, хатта ҡыуанаһың да һымаҡ, алла айырылышыуҙы көтөп кенә йөрөнөңмө? – Әнүәр үпкәләгәндәй итеп һораны.

– Еңел хәл итәмме? – Гөлбикә кухняның ишеген ынтылып япты ла ҡабатлап һораны. – Быларҙың барыһына ла кем ғәйепле, йә әйт?

– Ну, мин! Хаталандым! Булған да бөткән!

– Бөтмәгән, Әнүәр, бөтмәгән. Хаталанманың, хыянат иттең, шуны онотма! Хыянатыңды ғәфү итә алмайым. Бер тапҡыр алдағас, тимәк, икенсегә ялғанларға ла һәләтлеһең. Аҙғынлыҡ йәнеңдә. Ҡыуанаһың, тиһең, миңә еңел тип уйлайһыңмы? – Гөлбикә алъяпҡысын ҡайырып күҙҙәренә тигеҙҙе лә ирендәрен ҡымтып һүҙһеҙ ҡалды.

– Мине генә ғәйепләмә әле, нишләп сит ҡатынға йөрөй икән, тип уйлап ҡараныңмы?

– Уйланым, йәшерәк, дәртлерәк, наҙлыраҡ кәрәккәндер.

– Эйе, дөрөҫ әйттең, бер төрлөлөктән ялҡып шул хата аҙымға барғанмындыр: бар белгәнең һауыт-һаба, кер йыуыу, үтекләү, тегеү-ямау, яныңда икәнлегемде абайламайһың да ҡайһы саҡ.

– Үҙең мине күрәһеңме һуң? Кәңәшмәләргә йөрөү, лекциялар, яҙыу-һыҙыу бар уйында. Кис етте иһә һылтауын табып сығып ҡасаһың. Ҡыҙың менән ҡайтыуыңды һағалап арып бөтәбеҙ. Исмаһам, бер тапҡыр, мин арыған саҡта ярҙамлаштыңмы? Бергәләп театрға, концерттарға ла йөрөмәйбеҙ. Алып барҙың ике-өс йыл элек, унда ла ҡаймаҡ аңдыған бесәйҙәй күҙҙәреңде майландырып, комплименттар сәсеп сит бисәләр тирәһендә уралдың. Шулай түгелме?

– Ҡатын-ҡыҙ ҡуштан булһын ул. Теге ҡатындар бит ирҙәренә майҙай һылашып баралар, көнләшерһең дә. Ә һин – туң!

– Яһалма ярамһаҡланайыммы? Сөсөләнәйемме?

– Сөсөләнмә, ярат, яратҡаныңды кешегә күрһәтә бел, бигерәк тә яттар алдында.

– Әртисләнергә тимәк? Бешерәм-яраштырам, йыуылмаған, үтекләнмәгән кейем кейҙермәйем. Шул етмәгәнме?

– Етте Гөлбикә! Ҡасан да булһа бер-беребеҙҙе аңларбыҙмы икән?

– Мин күптән аңлағанмын. Һин аңлағандай булырһың да...

– Ҡурҡытма, йәме?

– Ҡурҡытмайым, киҫәтәм генә.

Тағы тынлыҡ. Залдағы Гөлнур ҙа өндәшмәй. Ябылған ишек аша тәү ҡарашҡа бәйләнешһеҙ күренгән әңгәмәнең айышына төшөнһә лә тотошон аң-зиһене һыйҙыра алмайҙыр, шуға шымтайғандыр. Еткәнсе боролмаған крандың ялтыр һемәгенән аҡ эмаль менән буялған раковинаға өҙлөкһөҙ һыу тамсылай: «Суп... суп... суп...» Мейене тишә, биллаһи! Әнүәр ырғып торҙо ла крандың борғосон шығырлатҡансы шаҡарып, кире урынына гөрһөлдәне. Гөлбикә ҡаштарын йыйырып иренә шелтәле ҡараны, ләкин өндәшмәне.

Күпме генә кәзекләшһә лә ҡатынының сабырлығы, күндәмлеге оҡшай уға. Ни тиһәң дә ауыл ҡыҙы шул: ҡырыҫ, шул уҡ ваҡытта эшһөйәрлеккә, ғәҙеллеккә, ихласлыҡҡа өйрәткән ауыл тәрбиәһе. Гөлбикә лә иң әүәл бөтә нәмәне уйлай-үлсәй, һәммәһен аҡыл бизмәненә һала. Сәбәләнмәй, ярһымай. Шуға Әнүәрҙең орҙо-бәрҙерәк холҡо ла артыҡ күҙгә ташланып бармай, тормош мәшәҡәттәре лә һәүетемсә, тауыш-тынһыҙ хәл ителә.

Теләр-теләмәҫ кенә ҡоролай сәй һөрпөлдәткән ир ваҡыт-ваҡыт ҡатынына һирпелеп ала. Былай иҫ китмәле түгел инде түгеллеккә, шул урта самаһында: йәмшегерәк танау, оҙонса ҡуңыр биттәр, йоҡа йәйеңке ауыҙ... Ҡәҙимге ҡатын, ҡалала ундайҙар аҙым һайын. Тик Гөлбикәнең ышаныусан ҡараған күҙҙәре генә башҡаларҙыҡына оҡшамаған: һөйкөмлө, яғымлы.

Ә Элеонора һылыу, үтә лә һылыу. Ундайҙарҙың ир-ат эргәһенән ҡыйпаңлап үтеүе генә лә тегеләрҙе шундуҡ әсир итә, керпек осон елпеп күҙ ташлауы мәжнүнгә әүерелдерә. Элеонораның өҫ яҡҡа ҡарап тырпайған, остары күлдәк аша тиртеп беленгән ҡуш йоҙроҡ дәүмәле тығыҙ түштәре, нәҙек, һығылмалы билгә ялғанған тумалаҡ, ымһындырғыс осалары, ентекләп тәрбиәләнгән алһыу йөҙө, ептәй нәҙек итеп йолҡолған ҡыйғас ҡаштары, сиғандыҡына тартым осҡонло күҙҙәре, өлгөрөүенән үткән сейәләй бүлтегерәк ҡомһоҙ ирендәре, үтә нескә, башлыса тар таҫмаларға тоташҡан наҡыҫ эске кейемдәренең ҡатын-ҡыҙ ниғмәттәрен ҡыҫып тимгелләндереүе генә маңлайға тир бәреп сығырға мәжбүр итә, тәненән килгән аңлайыш-һыҙ хуш еҫ ҡырағай ҡомһоҙлоҡто оторо ҡуҙғыта. Уның асыҡ, шарҙауайыраҡ, шаталаҡ холҡо артына юғалып та ҡалмай, өлөшөн яттарға ла бирмәй торған һөмһөҙ әрһеҙлек йәшеренгәндер.

Элеонораны ресторанда банкет мәлендә тәү тапҡыр күргәс, Әнүәрҙең тәне семерләп киткәйне. Ҡыҙмасаланып өлгөргәнлектән күңеле аҙғын уйҙарҙан иләҫ-миләҫ ҡытыҡланды: «Эх, бисәң ошоноң һымаҡ булмағас... Был фәрештәнең ҡосағына бер генә төнгә сум да, һуңынан үкенмәйенсә тамуҡта ян. Ошондай кисәләргә алай ҙа яңғыҙ йөрөлә. Бәлки...» Сибәркәй ҙә күҙәтеүҙе тиҙ шәйләне, мәғәнәле, вәғәҙәле йылмайҙы, саҡырыулы ҡаш һикертте. Ҡаны ташҡан ир уны бейеүгә саҡырҙы, шунан тағы, тағы... Вальста өйләнгән ыңғайҙа яйын тап килтереп бармаҡтарын ҡытыҡлап уйнаҡлаған билде үҙенә тартты, асыҡ күлдәк иҙеүен бытлыҡтырған түштәр араһына нәфсе ҡарашын атты ла ирекһеҙҙән тамшанды, спиртлы ҡайнар тынын нәфис муйынға орҙо: «Һеҙ... Һеҙ иҫ китмәле һылыуһығыҙ...» Ыңғайы бер тартыныуһыҙ, ҡыйыу яуап ишетелде: «Мин дә һеҙҙе күптән беләм, ишетеп беләм. Ситтән ҡарап, сухарь был, тип уйлай инем, яңылышҡанмын, бик темпераментлы күренәһегеҙ, ҡыҫып алып бараһығыҙ...» «Ә нишләп мин һеҙҙе элегерәк абайламаным икән? Ғәфү итмәҫлек хәл...» «Бына осраштыҡ бит, хөрмәтле яҙыусы...» «Һеҙҙең өсөн бары Әнүәр генә, шулай тип өндәшегеҙ...» «Ә мин Элеонора...» «Иҫ китмәле матур, алиһәләргә ҡушылыр исем...» «Шаштыраһығыҙ...» «Мин ысынлап, тәү күргәндән үлеп ғашиҡ булдым һеҙгә...» «Хәтәр уйын башламаҡсыһығыҙ, яңғыҙаҡ ҡатын ылығыусан, ышанып барыусан була, уйындан – уҫмаҡ...»

Шулай тиҙ, уйынлы-ысынлы аралашып алды ла киттеләр. Еңел, рәхәт ине Әнүәргә, кейек еҫен тойоп һөжүмгә әҙерләнгән януарҙай тойҙо үҙен: хәрәкәттәре етеҙ, мускулдары тулышҡан, күҙҙәре осҡонлана, һүҙҙәре арбатҡыс. Кисә аҙағында йәнәш урынға күстеләр. Рюмкалар ҡат-ҡат сәкәште, ҡыҙған ҡан мейегә бәрҙе. Бөтөнләй тартынмай башланылар. Икеһе генә аңлаған, аулаған ым-ишаралар, мәғәнәле һирпелеп алыуҙар, йөрәктәрҙе елкендерә, күңелдәрҙе өмөтлө ҡытыҡлай. Ир булараҡ уның ҡайһы ере был батшабикәләй тәккәбер һылыуҙың иғтибарын йәлеп иткәндер, бер Хоҙай белә: ҡатын-ҡыҙ донъяһы серле океан ише осһоҙ-ҡырыйһыҙ, киң, тәрәп, бар иңләп буйлап ҡара!..

Ярты төн ауғас, такси тотоп Элеонораны оҙата китте, кофе эсергә генә тип күтәрелде лә таңға саҡлы шунда ҡалды... Ошоға тиклем татып ҡарамаған заманса мөхәббәттән, наҙ-иркәләүҙән ирене Әнүәр, онотолдо...

Иртәгеһен ят түшәктә уянғас, иң тәүҙә кисә нимә булғанын иҫенә төшөрөргә итте. Бөтәһен дә яҡшы хәтерләй, әлбиттә, ҡыҙмаса ғына ине бит, тик күҙҙәрен томалаған, зиһенен биләгән ҡырағай дәрттең, аҙғынлыҡ ҡойононоң өйөрөлдөрөп ят ҡуйынға алып килеп ырғытыуын ғына аҙағынаса аңлай, төшөнә алмай аҙапланды. Төшөндө лә булмышын аңлайышһыҙ һалҡынлыҡ ҡорошторҙо. Ҡылдым былай булғас ҡылыҡты, тамуҡты теге донъянан эҙләйһе түгел... Тинтәк, осраған бер итәккә йәбешеп ятырға йәш кешеменме... Институт бисәләренең ҡолағына барып ишетелһә – бөттө баш... Ректор ҙа аямаясаҡ, диссертация яҡлау тураһында хыялланырға ла ярамай... Эргәһендә ирендәрен ҡәнәғәт сәпелдәтеп йоҡлап ятҡан ҡатынға ҡараны ла йәне көйҙө, уны ваҡ ҡына киҫәктәргә өҙгөсләп ташлар хәлдә ине ул. «Ух! Туйған да ҡайһылай маҙрап ята, кәнтәй...» Тегеһе йоҡо аралаш уға һыйынырға иткәйне, тупаҫ этте.

– Сәғәт нисә? – Йыбанып ҡына һораны Элеонора.

– Мин ҡайҙан беләйем! – Ырғып тороп кейенә башланы, ҡабаланғанға әллә балаҡҡа аяғын тап килтерә алмай аптыранды, ырғып торғайны салбарына тышалып иҙәнгә ҡоланы, сикәһе трюмо ситенә бәрелде. «Инәңде!.. Шул ғына етмәгәйне, күгәреп сығыр әле...»

– Куда ты торопишься, еще рано, поспим...

– Һин йоҡла, миңә эшкә барырға кәрәк!

Нисек етте шулай кейенде лә ишек төбөнә килеп тотҡаға йәбешкәйне арттан өндәшеү ишетелде, боролоп ҡараһа, Элеонора йоҡо бүлмәһенең асыҡ ишегенә һөйәлгән, үҙе үкенесле йылмая:

– Ты меня уже не любишь, да?

– Бына нәмә, Элеонора, мин өйләнгән кеше, был төндө онотайыҡ. Шулай икебеҙ өсөн дә хәйерлерәк.

– Само собой.

– Килештек, улайһа.

– Вижу, ты трус, милый...

– Ҡурҡмайым, Элеонора, минең бит ғаиләм бар: ҡатыным, ҡыҙым...

– Аңланым... Пока... Теләгең булһа килеп йөрө. Я свободна...

Әнүәр көҙгө иртәлә ҡала урамдарын маҡсатһыҙ оҙаҡ ҡыҙырҙы: башы ярылырҙай булып сатнай, геүләй, тәне янып барғандай, һыҙырылған сикәһе лә һулҡып һыҙлай. Кәпәсен сисеп ҡулына тотоп алды. Үткер һалҡын ел айнытҡандай итте. Оҙаҡламай унда-бында эшкә китеүсе кешеләр ҙә күренгеләй башланы, уға шикләнеп ҡарап үтәләр һымаҡ. Ҡайҙа барырға белмәгәндәй урам сатында һерәйеп тора бирҙе лә телефон будкаһына инеп дуҫының номерын йыйҙы: «Сәләм! Әгәр Гөлбикә шылтыратһа, әйтерһең, мин һеҙҙә йоҡланым, ҡатыныңды ла нығытып ҡуй. Банкеттан һуң көсләп, инәлеп алып ҡайттым да ҡунаҡ иттем, иҫереп киткәс ҡайтарманым, тиерһең. Аңланыңмы? Аңламаһаң, төпсөнмә!.. Ҡайҙа булһын, урамда таң аттырҙым. Төн матур бит, төнө буйы ҡала ҡыҙырҙым... Сәйерме? Әгәр минең әйткәндәрҙе Гөлбикәгә еткермәһәң, мине үлтерҙем, яндырҙым тип уйла... Ярай, хуш!..»

Гөлбикә трубканы шунда уҡ алды, йоҡламай төн үткәргән икән. Дуҫында йоҡлауын әйтте, шылтыратып иҫкәртергә уйлаған да телефондарының сымын хулигандар подъезда өҙөп ҡуйғандар икән, таң атҡас ҡына күреп ҡалып тоташтырғандар. Әле институттан, лекция алдынан шылтыратам, тине, инеп килешләй яңылыш ишек яңағына төкөлөүен дә әйтте, ҡайтышлай поликлиникаға барам, тине. Ҡатыны ышанды шикелле, һәр хәлдә ул-был һиҙелмәне. «Уф-ф-ф, үтте шикелле был бәлә... Инде «һул»ға йөрөүҙе бөтөрөргә кәрәк, яныуың бар...»

Тумыртҡа тәүбәһе, тигәндәй, бер аҙна үттеме-юҡмы йәнендәге аҙғынлыҡ ҡорто ҡымырйып теге сихри төндө яңынан иҫенә төшөрҙө. «Бисә һиҙмәне бит, бәлки, был юлы ла шыма ғына үтеп китер... Һуңғы тапҡыр барып һыуһынды ҡандырам да, башҡаса ике аяғымдың береһен атламаясаҡмын... Йәнә үҙе кил, тип торған һөйәркәне яҙа ебәреү ирлек түгел...» Ишек көттөрмәй асылды... Бер тапалған һуҡмаҡ тарта ла тора икән ул, Әнүәр йәшеренеп-боҫороноуын онотоп ебәрҙе.

Элеонора ла тәжрибәһеҙ түгел бит, икәүһенең мөнәсәбәтен белер кешеләргә белдерҙе, еткерерлектәренә еткерҙе. Институтҡа ла был хаҡта мәғлүм булды, шыш та быш килеп артынан сәйнәһәләр ҙә күҙенә бәреп әйтеүсе табылманы. Тик ректор менән аралары үтә рәсмигә әүерелде, хужа элеккеләй асыла һалып бармай, ҡайһы саҡ уның сәләмен дә алмай күрмәмешкә һалышып үтеп китә. Коридорҙа тәнәфес мәлендә тап итеп диссертацияһының темаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны һөйләшеү темаһын ситкә йүнәлтте, ныҡышмалланғайны, күҙлеге өҫтөнән уҫал йылмайҙы: «Башта һыҙырылған сикәң уңалһын, шунан ҡарарбыҙ».

Гөлбикә менән ауыр, ләкин илаш-талашһыҙ аңлаштылар. Хәҙер айырылышалар...

– Нишләп ойоп ултыраһың, сәйең һыуый.

Әнүәр ауыр уйынан ҡотолорға теләгәндәй уңалып килгән яра эҙле сикәһен ыуҙы. «Был минең менән түгел, ә кем менәндер бара... Төш кенә күрәм, хәҙер уянам да...»

– Өмөтләнмә, бер киҫелгән икмәк яңынан берекмәй.

«Шулай гел минең уйҙы яттан уҡыр булдың инде...»

– Тегендә яҙыуыңды ташлама, һин һәләтле.

– Яҙыу ҡайғыһымы ни!

– Кем ғәйепле? Алыш-биреш әҙәбиәттән алыҫ шул.

– Үсәйһеңме?

– Юҡсы. Йәш ҡатын менән йәшәй ҡарамағанһың бит әле.

– Гөлнурға килеп йөрөргә мөмкинме?

– Мәйелең. Тик кәңәшем шул: үҙеңде урталай бүлеп өҙгөсләмә, ҡайтыр юлыңды онот. Йә теге бисәң көнләшә башлар, шау-шыу ҡубыр. Иреш-талашҡа өйрәнмәгәнһең. – Ҡул сәғәтенә күҙ һалды. – Өсөнсө ярты.

– Ҡуҙғалдыҡ.

– Кейемдәрең, кәрәк-ярағың?

– Иртәгә алырмын.

– Гөлнурҙы ҡайҙа ҡалдырабыҙ?

– Күрше әбейгә әйт, ултырып торһон. Баҙарға барып килгәнсе, тиген.

– Һин шул тиклем шыма алдап өйрәнеп алдың, йөҙөң дә ҡыҙармай бит. Йәнәһе лә күрше инәй беҙҙең хәлде белмәй инде. – Гөлбикә мыҫҡыллы йылмайҙы.

– Улай булғас дөрөҫөн әйт, законлы айырылышып килгәнсе, тиген. Мин аҫта көтөрмөн.

Сығырға йыйынғайны ҡыҙы килеп аяғынан ҡосаҡланы:

– Атай, ҡайҙа киттең?

Көтөлмәгән һорауға нимә тип яуап бирергә лә белмәй аптыраны ла ҡалды Әнүәр, ыуаланып тора биргәс, тотлоғоңҡорап танау аҫтынан мығырланы:

– Командировкаға барып киләм, ҡыҙым. Унан һиңә матур уйынсыҡ алып ҡайтырмын. Теләйһеңме?

– Ҡасан ҡайтаһың?

– Иртәгә... Шунан оҙаҡҡараҡ китәм.

– Миңә уйынсыҡ кәрәкмәй, һин кәрәкһең!

Бер ни тип тә яуап ҡайтара алманы ата ҡыҙына, теле әйләнмәҫ булды ла ҡуйҙы. Ул сүгәләп ҡыҙының ебәктәй йомшаҡ сәстәренән һыйпаны, битенән үбеп алды, шунан нимәнәндер ҡурҡып ҡасҡандай ҡабаланып тупһа аша атланы, таш баҫҡыстарҙы хәтәр яңғыратып түбәнгә ташланды.

Оҙаҡламай Гөлбикә төштө: өҫтөндә плащ, ниндәйҙер биҙәкле яулыҡ ябынып алған.

Асыуы ҡабарып торған ир секерәйеп текәлде:

– Ауыл бисәләренә оҡшап нимә ябынып алғанһың тағы?

– Бәй, яулыҡ.

– Нух заманынан ҡалған, моданан сыҡҡан нәмәне бөркәнеп йөрөмәһәң.

– Һинең туй бүләгең.

– Ундай сепрәк биргәнем юҡ.

– Улымдың бүләге, тип килен булып төшкәс ҡәйнәм япҡайны.

– Япһа уны мотлаҡ бөгөн ябынырға кәрәктеме?

– Нишләп бәйләндең әле, мин һиңә кем? Нимә теләйем – шуны кейәм, ҡайҙа теләйем – шунда барам. – Гөлбикә лә уҫаллаша.

– Иртәгә теләһә нәмә ҡылан, әлегә һин минең законный ҡатыным!

– Нишләп иртәгә булһын, бер-ике сәғәттән икебеҙ ике яҡҡа китәбеҙ. Батып барғанда һуңғы һаламға йәбешәһеңме?

– Ултыр. Киттек. Күрмәйһеңме ни, таҫырайышып беҙгә ҡаҙалғандар, нимә тураһында һөйләшеүебеҙҙе аңдыйҙар.

Әнүәр ултырҙы ла кабинаның ишеген шартлата япты. Гөлбикә артҡы яҡҡа урынлашты.

– Нимә, йәнәшәмдә барырға ғәрләнәһеңме?

– Бәлки. Миңә бында ла ҡулайлы.

Ҡулдарына урын танмаған Әнүәр радиоприемниктың төймәһен борҙо.

Уныһы шунда уҡ йырлап та ебәрҙе:

Китәм, иркәм, ҡалаһың,

Һағынып кемгә ҡарарһың...

«Тьфү!.. Бынау тимер киҫәгенә ҡәҙәр уны ирештерә, бөтә донъя уға ҡаршы, был көнө лә таңдан алып тиҫкәренән һапланған!»

Асыу менән төймәне кире яҡҡа ҡайырҙы: «Өнөң тығылһын!»

– Йырлаһын.

– Былай ҙа баш сатнай.

– Буласаҡ ҡатының араҡыны артығыраҡ ҡойғандыр.

«Ну теле! Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып яһиллаша!..»

Әнүәр ары һүҙ ҡуйыртманы, двигателде ҡабыҙып урындан ҡапыл ҡуҙғалып китте. Урамға ла шул тиҙлектә сығып, өҙлөкһөҙ ағылған машиналар ағымына барып ҡушылдылар.

Хәрәкәттең ҡыҙған мәле. Бында ла үсекләгәндәй, юл саты һайын светофор ҡыҙыл күҙҙәрен баҙлата. Өҫтәүенә, инспектор туҡтатып документтарҙа соҡона башланы. Алдында торғаны тәбәнәк буйлы ҡаҡса ғына бер милиционер йораты шунда. Ас яңаҡтары, баҡыр тәңкәләй төҫһөҙ, балыҡтыҡылай йомолмаҫ күҙҙәре, өҙлөкһөҙ тымауҙан ҡыҙарып бүрткән еүеш танауы уға һунар этенең ҡиәфәтен бирә. Хәҙер документтарҙы еҫкәй ҙә башлар әле. Еҫкәмәне, ҡабаланмай абруйлы төҫ менән ҡулындағын кире ҡайтарғас, нәҙек, сыйылдыҡ тауыш менән өрҙө:

– Пожалуйста, покажите багажник!

– Там ничего нет.

–- Будьте добры, откройте!

– Я сказал!...

Гөлбикә тыныс тауыш менән бәхәскә ҡушылды:

– Әнүәр, күрһәт.

«Ошо хөрәсәнгә буйһонсо әле, мәсхәрә...»

Сара юҡ, әйткәнен үтәргә ҡала, үҙе сәғәтенә күҙ атты: «Һуңланыҡ, былай булғас. Бәлки, суд ултырышын берәр аҙнаға кисектерерҙәр ҙә әле. Командировканан ҡайтып өлгөрмәнем, тип һылтаулармын...»

Бәйләнсек милиционерҙан арынып ҡуҙғалып киткәс, ярашырға теләгән тауыш менән ҡатынына өндәште:

– Һуңланыҡ, бәлки, кире боролорбоҙ?

– Юҡ.

– Ашыҡма, икенсе аҙнала ла айырылырға өлгөрөрбөҙ.

– Юҡ.

– Нимә, нервыла өҙлөкһөҙ уйнап юҡтан һалдыраһың!

– Етте, Әнүәр! Һинең генә нервың бармы ни, мин дә бит таштан әүәләнмәгән! Хәҙер барып айырылабыҙ ҙа араны бөтөнләйгә өҙәбеҙ, бөгөндән башлап ишеккә келә һалам, килеп йөрөмә!

– Ярай, ишекте бикләһәң, таныштар етерлек, уларҙа йоҡлап йөрөрмөн, мин һинең ише ғорур түгел!

– Нишләп Элеонорала ҡунмайһың? Йәшәй башламаҫ элек һөйәркә туйҙырҙымы әллә?

– Уныһы минең эш!

– Алдан киҫәтеп ҡуям, Гөлнур мәсьәләһендә килештек шикелле, суд мәлендә фекерең үҙгәреп китмәһен. Ул минең менән ҡала, нисек тә йәшәрбеҙ әле.

– Мин уға атай, шуны ла онотма!

– Атай?! – Ғүмерҙә булмағанса ҡыҙған, бит остары алһыуланған, күҙҙәре асыулы янған Гөлбикә ҡабатлап һораны. – Һин атай түгел, хыянатсы, уға балам, тип өндәшергә, аҡыл өйрәтергә хаҡың юҡ!

Ауыртҡан еренә тейгән Әнүәр сәбәләнеп артына ҡайырылды:

– Нимә?!

– Алдыңа ҡара!

Ике ҡуллап рулгә сат йәбешеп өлгөргән Әнүәр светофорҙың ҡыҙыл утын шәйләне, әммә нимә лә булһа эшләргә һуң ине инде, апаруҡ юғары тиҙлектә барған машина ҡабырғаһы менән юлға арҡыры сыҡҡан КАМАЗ-дың ҙур тәгәрмәстәре араһына барып тығылды:

– Ай-й-й-йй!

Металл ыңғырашып бөгөлгәнен, быяла онтаҡтарының шаптырлап ҡойолғанын яҙа-йоҙа ишетеп ҡалды Әнүәр, шунан түшенә рулдең ҡаты бәрелеүенән аңын юғалтты. Күҙ алдында гөлтләп тоҡанған утлы шар бәүелә биреп торҙо ла күсәренән ысҡынғандай юғары тиҙлектә ҡара упҡынға мәтәлде...

Ап-аҡ донъя. Түшәм дә, стеналар ҙа, ҡаршы яҡта күренгән тәҙрә өлгөһө лә аҡ шаршау аша күренгәндәй. Шулай ҙа һәр нәмәне асыҡ шәйләргә мөмкин. Ауырттырған күҙ алмаларың хәрәкәтләндереп аяҡ-ҡулына күҙ һалды. Һул яҡ ҡулы гипста, түше ҡыҫып бәйләнгән. Тимәк, дауаханала ята. Аяҡ-ҡул бармаҡтарын ҡымғырлатып ҡараны. Былай теүәлдәр һымаҡ. Башы сатнап ауырта, ҡолаҡтары шаулай, ауыҙы кипкән... Система ҡулайламаһының ҡолғаһына эленгән пакеттан көпшә буйлап тамырына һорғолт шыйыҡса һарҡый. «Теге крандан тамсылаған һыу һымаҡ был тамсылар ҙа ғүмеренең һуңғы минуттарын һанаймы?..» Тимерҙәй ҡатҡан булмышын билдәһеҙ көс аҫҡа тарта, көсөргәнмәһәң ҡымғырларлыҡ, билдәһеҙ баҫымға ҡаршылашырлыҡ та рәт юҡ. Тәне һыҙламай ҙа, ғазапланмай ҙа. Әйтерһең, ул яттыҡы, тик йәне генә һәммәһен ситтән күҙәтә төҫлө: баһа бирә, өҙөп-йыртып уйлай. Әлегә йәне тере... Гөлбикә ҡайҙа икән?.. Иң һуңғы мәлдә йән көсөнә тормозға баҫып өлгөрҙө.

Ҡеүәтле КАМАЗ тәгәрмәсенең двигателде, машинаның алғы өлөшөн иҙеүен хәтерләй, ары ут көлтәһе... Гөлнур ҡайҙа?..

Әнүәр ҡабаттан бушлыҡҡа ҡоланы...

Иртә булдымы, әллә кисме тағы палатаны абайланы, тик был юлы тәү күргәндәге аҡлыҡ көңгөртләнә төшкәйне. Мейеһен шул арала ниндәйҙер уй йыбырлатырға өлгөрә, тик ул фекерләү кимәленә барып етмәй, зиһенде ҡуҙғытмай, күҙалларға теләгәндәре лә өҙөк-йыртыҡ, экрандан тиҙ йүгергән кинокадрҙар ише бәйләнешһеҙ... Бына ул кафедрала лекция уҡый, тик тауышы ғына сыҡмай нишләптер... Тәҙрә төбөндә эйәктәрен ҡуш услап Гөлнуры ултыра, моғайын, уның эштән ҡайтыуын көтәлер, янына Гөлбикә баҫҡан, башында теге яулыҡ. Был юлы: «Яулығың бик тә килешә», тип әйтергә самалай, ҡатыны ғына уны күрергә теләмәй ситкә ҡараған...

Шул арала күҙҙәре алдында хасил булған утлы шар был юлы упҡынға мәтәлмәне, сәсрәп тирә-яҡҡа һибелде. Донъя ҡараңғыланды...

Һуңғы тапҡыр иҫенә килеүендә аңы фанилыҡ менән бәхәсләште шикелле: «Кеше шулайтып оҙаҡ үләме икән ни?..» Аңын юйырға теләмәй ихтыяр көсөн туплап ауыр күҙ ҡабаҡтарын асты һәм аяҡтары осонда аҡ халатлы яҫы арҡаны шәйләне. Арҡа яҡтылыҡ төшкән тәҙрәне тотошлай ҡаплаған тиерлек. Аҫтан-өҫкә ҡарағанғалыр, бының буйы мөһабәт һәм бейек күренә, әммә иғтибар итһәң кәүҙәнең ҡыҫҡа һәм йыуан икәнлеген самаларға мөмкин, һынға ныҡ, итләс елкә ялғанған, уға ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән ҙур баш ултырған. Шул тәңгәлдән сыҡҡан геүелдәк тауыш кем менәндер һөйләшә. Тегеһе ҡаршыһына баҫҡандыр, бөтөнләй күренмәй.

– Нишләп рөхсәтһеҙ индегеҙ? – тип һорай Арҡа. –  Әлегә бында инеү ҡәтғи тыйыла!

– Миңә ярай. Иң яҡын кешеһемен.

«Элеонора килгән...» Ғәжәп, тәүге тапҡыр уны хәтеренә төшөрҙө. Әйтерһең дә, тормошонда ундай кеше һис ҡасан да булмаған.

– Ҡатынына нисәнсе көн инергә рөхсәт итмәйбеҙ, ә һеҙ...

«Тимәк Гөлбикә имен, Аллаға шөкөр... Юғиһә Гөлнур кемгә ҡарап ҡала, әсәһе янында булғас, һәммәһе теүәл- дер...»

– Мин ул Сәйетовтың ҡатыны!

– Аңламаным?

– Аңламаһағыҙ, аңларһығыҙ. – Тупаҫ яуаплай Элеонора. – Как он, выживет?

– Баш мейеһе ныҡ һелкенгән, шуға иҫенә килеп бөтмәй әле, хәле лә ҡуйылған диагнозға ярашлы. Тағы ҡулы, өс ҡабырғаһы һынған. Улары ла бөтәшер...

– Әйтеп бөтөрөгөҙ?

– Көтмәгәндә бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеге боҙолдо, бер юлы икеһенең дә.

– Һуң, дауалағыҙ!

– Яһалма бөйөргә тоташтырырға йыйынабыҙ, ләкин ул да ваҡытлы сара. Донор кәрәк. Аҡса...

– Сколько?

– Дарыуҙарға артыҡ күп китмәһә лә бөйөр ҡиммәт. Уны табып буламы әле... – Табип яҡынса хаҡты әйтә. Көсөргәнешле пауза.

– Скажите прямо, доктор, Сәйетов әҙәм булырлыкмы?

– Башта донор табырға ине, аҙаҡ күҙ күрер.

– Значит будущий инвалид. – Әйтелгән һүҙҙәр боҙҙай һалҡын, өшәндергес. Әнүәрҙең арҡаһы буйлап һалҡын зымбырлау йүгереп үтте. Бер аҙҙан Элеонораның осло үксәле туфлиҙары ҡаҡ иҙәнгә шаҡ та шоҡ бәрелеп палатанан сыға, алыҫлаша. «Китте... Ниндәй ҡарарға килде икән? Ҡабат килерме? Нишләп күңел өсөн булһа ла янына килмәне. Ул әлегә тере бит...»

Хәрәкәтһеҙ торған табип яй ғына боролдо, ауырыуҙың ҡарап ятҡанлығын күргәс, бер ни ҙә булмағандай алсаҡ өндәште:

– Уяндығыҙмы? Оҙаҡ йоҡланығыҙ, оҙаҡ. Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?

– Билем сыҙатмай.

– Аңлайым. Хәҙер укол ҡаҙаһалар – еңеләйер.

Эске кейемдәре йоҡа туҡыма аша төҫмөрләнгән ҡыҫҡа халат кейгән ерән сәсле шәфҡәт туташы күренде. Йөҙө ентекләп һылап-һыйпалған, шыма, әйтерһең дә мәрмәр таштан юнылған, шуға ла унда ғәмһеҙ битарафлыҡ ярылып ята. Үтә лә йоҡа ҡыҙғылт колготкалар кейгән тулы балтырҙары алһыуланып күренәләр. «Бройлер тауыҡ тояҡтары тейерһең...» Арты менән баҫҡан ҡыҙ эйелеп мәшәҡәтләнгәнендә осаларының серле һыҙаттарына ҡәҙәр күренде. «Яҫырағын кейһәсе...» Сәләмәт сағы булһа ошо күренештән Әнүәрҙең аҙғын йәне ярһып китер ине. Әле ғазаплы ҡарашын ситкә борҙо.

Туташ рәхимһеҙ ҡыланып одеялды ситкә тартты ла уның имен ҡулына оҙон энәне килтереп тә ҡаҙаны. Тәрән батҡан энә осо әллә һөйәккә эләкте инде, киҫкен ауыртыу иңбашын ҡорошторҙо.

– Что вы делаете?

– Как что? – Йолҡолған ҡаштар ғәжәпләнгәндәй юғары сөйөлдөләр. – Укол делаю!

«Бройлер» осаларын бейетеп сығыу яғына йүнәлде. «Иманһыҙ! Өмөт юҡ, сыҡмаған йәне ята шунда, тип ҡыланыуылыр...»

Уколдан һуң Сәйетовтың тәне буйлап йылы ағым йүгереп үтте, әҙерәктән күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолдолар.

Иртәгеһен дә, иртәнән һуң да Әнүәрҙең хәле яҡшырманы, киреһенсә, насарайғандан-насарая барҙы: аяҡ-ҡулдары шешенеп балауыҙҙай һары төҫкә инделәр, ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмаһа ла уҡшытып йөрәге болғанды, башы шауланы, тотош тәне уттай янды. Уны икенсе корпусҡа күсереп әллә ниндәй ҙур прибор эргәһенә һалдылар, ике араға бихисап көпшәләр, сымдар һуҙылды. Хәле бер сама – һыуға өҙлөкһөҙ сумып һауа һулау өсөн өҫкә ҡалҡҡан йөҙөүсе кеүегерәк тоя үҙен. Тик айырма шунда – һулар һауа кәмегәндән-кәмей бара һымаҡ. Күпме дауам итер, билдәһеҙ. Күңелен хәсрәтле уй кимерә: «Донор табылыр тиһеңме. Кем генә һиңә бөйөрөн бирергә торһон, кеҫәнән сығарып һонор нәмә түгел дә. Тиҙерәк ҡотолорға ине ғазаптан...»

Бер көн иртән эргәһенә табиптар төркөмө йыйылды. Уртаға тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле, асҡалаҡ йөҙлө әҙәм баҫҡан. Кейгән халаты ҙур ҙа, оҙон да. Үҙен тотошо ла, хәрәкәттәре лә үтә мәҙәк. Әммә уртаһына баҫҡандар уға хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарайҙар. Өлкәндәрелер. Аҫтары яҫтыҡланыңҡырап торған күҙҙәрен мәғәнәле ҡыҫып, йөнтәҫ ҡаштарын йәмерәйтеп оҙаҡ мәшәҡәтләнде Өлкән: фонендоскобын күкрәк ҡыуышлығынан оҙаҡ ҡына йүгертте, эсен, бил тирәһен тотҡоланы, күҙҙәрҙең ағын тикшерҙе, телде ҡараны. Ултырғыста оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғас, башына кейгән ҡалпағын усына йомарланы ла пеләшләнә башлаған түбәһен ыуа-ыуа ярандарың эйәртеп сығыу яғына юрғаланы. Ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарға килде шикелле.

Биниһая ваҡыттан һуң кире инде.

– Һине ҡайҙа күсергәндәрен аңлағанһыңдыр, был – трансплантация үҙәге. Мин уның мөдире, Ишбирҙе Йәнғәлиевич Ҡадиров булырмын. – Ситтәре ҡыҙарып күренгән керпекһеҙ күҙҙәр ҡыҫыла төштөләр. – Иртәгә операция, консилиум шулай хәл итте. Йәшермәйем, операция ҡатмарлы, шуға һеҙҙән рөхсәт тә кәрәгер.

– Беҙ ирҙәр бит, тураһын әйтеп һөйләшәйек. – Ауырыу табипҡа һынаулы һирпелде.

– Яҡшыға юрайыҡ, бөтәһе лә һәйбәт бара бит.

Килер ҡотто өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай ары төпсөнмәне Әнүәр, әммә быларҙың бөтәһен дә Элеонораның хәстәрләүенә ышана ине. Ә Гөлбикә инеп тә күренмәне, исмаһам.

Операциянан һуң ысынбарлыҡҡа әкрен ҡайтты Әнүәр. Наркоздың эҙемтәһелер – тирә-яғын үтә күренмәле, өҙлөкһөҙ тирбәлеп торған туҡыма аша күргәндәй ҡабул итте, ҡолаҡтары тона, башы әйләнә. Тыңланып ята: бил тирәһе лә тумбыҡҡан кеүек, һулҡып ҡуя, әсетеп тә алғылай. Күңелен шом кимерә: «Кеше ағзаһына ҡалған көндө, берекмәҫ тәнгә, эшкә ашмаҫ!..»

Иртәгеһен обход мәлендә пациентының кәйефһеҙлеген күргән Ҡадиров ышаныслы итеп әйтте:

– Барыһы ла уңышлы үтте, Сәйетов, ниңә балтаң һыуға төшөп ултыра. Анализдар ҙа һәйбәт, температураң да төштө, ҡандағы лейкоцитгарҙың ҡырҡа кәмеүе лә ҡыуаныслы. – Ҡулындағы ҡағыҙҙарға, ундағы аңлайышһыҙ һандарға төртөп күрһәтеп алды.

– Мин бит педагогия институтының уҡытыусыһы, һеҙҙең өлкәлә оңҡотмон.

– Улайһа әйт, арыуланғаныңды тояһыңмы?

– Күпкә арыуландым, рәхмәт һеҙгә. Шулай ҙа теге бөйөрҙө ныҡ иттереп беркетегеҙме һуң, ысҡынып ҡуймаһын.

– Ҡурҡма, ысҡынмаҫ. – Табип йылмайғандай итте, әммә йөҙөнән күңелһеҙләнеү күләгәһе йүгереп үтте. – Ҡиммәткә төштө был бөйөр...

Шымтайыштылар. Тынлыҡты Әнүәр боҙҙо:

– Тимәк, түләргә? Күпме?

– Ә? Нимә тинегеҙ? – Онотолоп ултырған Ҡадиров һиҫкәнеп китте. – Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ, уйламаған хәбәр әйттем буғай. Түләргә кәрәкмәй. Түләнгән артығы менән.

Кем донор, тип һорарға иткән Сәйетов бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында һораны:

– Ошо килеш йәшәп булырмы?

– Бер һин генәме ни донор бөйөрө менән йәшәгән!

Табиптың ышаныслы яуабы Әнүәрҙе тынысландыра төштө. Ысынлап та, нишләп бәлйерәп төштө әле? Уның төшөнкөлөккә бирелергә хаҡы юҡ, үҙе өсөн түгел, ҡыҙы Гөлнуры хаҡына йәшәргә тейеш. Гөлбикә... Бына ниндәйерәк кеше икән ул: ауыр мәлдә онотто, ташланы яҙмыш ҡосағына. Үҙе уны хыянатта ғәйепләне, бына ҡайҙа ул ысын хыянат! Әгәр Гөлбикә уның урынында булһа, бөтәһен дә: ҡулынан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләр ине. Ана, Элеонора, донорын да тапҡан, аҡсаһын да йәлләмәне. Бына хәле саҡ ҡына арыуланһа, янына инергә рөхсәт итһәләр, йүгереп килә һалып етер.

Аҙна-ун көн тигәндә уны реанимация бүлмәһенән ғәҙәти, бер кешелек палатаға күсерҙеләр. Бында ла приборҙар күп, ләкин тегендәгеләй тимер-томор, төрлө сымдар ҡоршауында ятмайһың.

Коридор буйлап йүгерә-атлай килгән аяҡ тауыштары ишетелде. «Кемеһе килә?! Элеонора һымаҡ етеҙ, бейегәндәй итеп атлай. Улай тиһәң Гөлбикәнең аҙымдарына ла оҡшап ҡуя... Кемеһе?»

Ел ҡайырғандай ишек асылып китте. Апаһы килгән икән. Ул шулай тилбер хәрәкәтле, шар ҙа шор инде. Ҡабаланып атлағандыр, йыш-йыш тын ала, башындағы яулығы арт яҡҡа шыуған, йоҡа һарғылт сәстәре киң, еүеш маңлайға йәбешкән, тулы биттәренең остары алһыуланып киткән. Ике ҡулында ике ҙур пакет. Тумалаҡ кәүҙә байпаңлап уға ҡарай тәгәрәгән ыңғайы бер тумбочка эргәһендәге ултырғысҡа ялпашты. Иламһырап тартышҡан һимеҙ биттәр ҡыҫыҡ күҙҙәрҙе йомолдорҙолар, уларҙы ҡыҫҡа бармаҡлы ҡыҙғылт ҡул һырты ышҡыны:

– Ҡурҡыттың...

– Йә, ярай, илама, төҙәлеп киләм бит инде. Үҙегеҙ нисек йәшәйһегеҙ?

– Беҙҙе ҡайғыртҡан була. Беҙ ни арыу, үҙең бирешмә.

Алдына ҡуйған пакеттарҙы тумбочкаға бушатырға кереште.

– Өмәне һыйларлыҡ күстәнәстәр килтергәнһең, нимәгә шул саҡлы? Яртыһын алып ҡайт, – тине Әнүәр.

– Өндәшмә. Һиңә көс йыйыр өсөн туҡлыҡлы аҙыҡ, витаминдар кәрәк. Ир кеше ашау менән йөрөй, еҙнәңде саҡ ҡына ҡарама, баҡма әле, мөҙөрә һалып бара. – Апаһы һөйләшеүгә тағы ирен килтереп ҡыҫтырҙы. Ҡуштан бигерәк.

Өндәшмәй ултырҙылар. Әнүәр ҙә ғаиләһе тураһында һорарға итә лә теле әйләнмәй. Апаһы теге саҡ Гөлбикә менән айырылырға йыйыныуҙарын ишеткәс, ярһып килеп еткәйне, яман итеп әрләй ташлағайны: «Нимә, кем олоһо кем кесеһе булғас туйып һикерә башланыңмы, тамаша, әүрәгес кәрәктеме? Оят! Бөтә ҡаланы шаулатып ятаһың. Килендән дә уңғаныраҡты, ҡәҙереңде белгәнерәкте, һине һанлағаныраҡты табырмын тип уйлайһыңмы? Табырһың, тапмай ҙа! Һинең һымаҡ тинтәк, һаман да аҡылға ултырмаған елғыуарға ярап йәшәгәс, уға рәхмәт. Ҡыҙың тураһында уйлар инең, аҡылһыҙ! Әгәр киленде айырһаң – мин һиңә апай түгел, шуны бел!» Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып киткәйне. Унан ваз кисһә лә килгән, беренсе булып килеп еткән.

Ҡыйыулығын туплап, ниһайәт, һорарға итте:

– Апай, Гөлнур нисек?

– Ул ни, беҙҙә!

– Нисек һеҙҙә, ә Гөлбикә?

Апаһы һорауҙан юғалып ҡалғандай итте лә буталып яуапланы.

– Килен күп ваҡыт эштә йөрөй, шуға Гөлнур беҙҙә.

– Балалар баҡсаһына йөрөмәйме ни?

– Унда ла йөрөй... – Ашаһы ҡапыл урынынан ҡубып, йыйына башланы. – Ҡайтайым әле, еҙнәң дә юғалтҡандыр, әйтмәй киткәйнем. Хуш!

Нимәлер әйтеп бөтөрмәй шикелле апаһы, йөҙөнән, үҙен тотошонан күренеп тора. Әллә киленен һорашмағанға шулай итәме икән, уларҙың бит һүҙҙәре лә, серҙәре лә берегә ине.

Яртылаш ябылған ишек яғына ҡайырылып әйтте:

– Ни... беҙҙекеләр килһен...

– Ярай әйтермен... – Һүҙҙәр ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар.

Алдағы көндәрҙә лә эшенән хеҙмәттәштәре килде, шунан таныштары, дуҫтары. Ары ла палатаның ишеге ябылманы, тик Гөлбикә менән Гөлнур, Элеонора ғына күренмәнеләр. Бушҡа ғына аяҡ тауыштарын һағаланы, тәҙрә аша күренгән дауахана ҡапҡаһына өңөлөп төбәлде. Үҙенең яңғыҙлығын, кәрәкһеҙлеген тойоу үтә лә ауыр ине Әнүәргә. «Ошонан аҙаҡ ни әйтерһең инде ҡатын-ҡыҙға, береһенә лә ышанырлыҡ түгел!»

Сәләмәтлеге ыңғайға киткәс дөйөм палатаға күсерҙеләр, тағы ла бер аҙнанан дауахананан сығарҙылар. Ҡаршы алырға машинала еҙнәһе менән апаһы килде. Күтәрмәгә сыҡҡайнылар, дарыу еҫе һеңгән дауахана һауаһына күнеккән Әнүәрҙең башы әйләнеп китте, ынйылай емелдәгән ҡар бөртөктәре күҙҙәрен сағылдырҙы. Ирекһеҙҙән ҡулдар тупһа тотҡаһына йәбеште. Еҙнәһе ҡултыҡлап алды:

– Нимә, ҡәйнеш?

– Саф һауа көслө шараптай башҡа бәрҙе. – Әнүәр ҡәнәғәт йылмайҙы. – Ошоға саҡлы дүрт мөйөшкә бикләнеп ятыу касафаты. Үтә ул.

– Улай ғына булһа ярай ҙа. Әйҙә, ҡәйнеш, бынау ултырғысҡа һағайыҡ, һин тышҡа күнек, мин борхотоп алайым. – Еҙнәһе тәмәке ҡабын сығарып һалды ла Әнүәрҙең баш тартыуын белдереп ҡул һелтәүен күргәс, дауам итте. – Һин быны ташлағас ташла ла ҡуй, ә минән булмай, ныҡ күнеккәнмен ҡәһәрең. – Ҡаптан сигарет ҡағып алып тоҡандырғас тәрән итеп һурҙы ла ғыж-ғыж йүтәлләп алды, шунан йәшкәҙәгән күҙҙәрен ыуа-ыуа ҡатынына мөрәжәғәт итте. – Әминә, бар әле, төтөн еҫкәп йонсоғансы машинала ултырып тор.

Тегеһе тыңлаулы бала ише шыпырт ҡына кабинаға инеп ултырҙы ла улар яғына ҡарамай баш баҫты.

Әнүәр оҙаҡ ҡына мамыҡ юрған ябынған тирә-йүнде күҙәтте; яҡында ғына теҙелешеп үҫкән, емештәре уттай балҡыған миләш ҡыуаҡтары араһында пырылдашып осҡан ҡарабаш турғайҙарҙы тамаша ҡылды, тәү ҡат күргәндәй өйкөм болоттар йөҙгән, көләс ҡояш балҡыған зәңгәр сатырға һоҡланып һирпелде. Ҡарасәле, күк йөҙө ҡайһылай ҙа баҙыҡ. Элек тә шулай булған бит, ғәмһеҙ хушкүңеллеге арҡаһында иғтибар ғына итмәгән. Йәнәһе лә донъяға мәңгегә тыуған, йәнәһе лә гел шулай булды һәм буласаҡ. Ә йәшәү тигәнең күҙ асып йомған ара икән дә баһа... Хәтерендә, Гөлнур бәләкәй ине әле, күп тиһә ике-өс йәштәр самаһында булғандыр, шулай бер саҡ етәкләшеп паркка йөрөргә сыҡҡайнылар. Ҡыҙҙары уртала алпан-толпан атлай, абынып киткәндәй итһә лә атаһының-әсәһенең ҡулдарына аҫылынып ҡала, үҙе шунан ҡыҙыҡ табып шарҡылдап көлә. Гөлбикә лә үтә һөйкөмлө күренә, бар булмышынан наҙ, эске нур бөркөлгәндәй.

Юлдары ап-аҡ, осо-ҡырыйы алыҫтағы күкшел офоҡҡа барып ялғаныр төҫлө... Тормоштарының кирегә тәгәрәүендә бары ул ғына ғәйепле, шуны танырға теләмәй әллә ниндәй һылтауҙар тапһа ла бәләнең башын ситтән эҙләйһе түгел... Хәҙер ҡайтам да Гөлбикәнең алдына теҙләнәм, ғәфү үтенәм. Аҡыллы ҡатын ул Гөлбикә, аңлар, кисерер. Әле бына еҙнәһе уның ниндәй ҙә булһа ҡарарға килеүен көтөп ултыралыр, ана бит, ирҙәрсә һөйләшергә теләп ҡатынын ситкә ҡыуҙы... Хәл итте Әнүәр, ошонан тура өйөнә ҡайта, Гөлбикәһенә, һөйөклө ҡыҙына ҡайта. Был уның һуңғы ҡарары, үҙенә-үҙе биргән анты. Йәшен атһын, ер упһын, бынан бүтән ғаиләһенә хыянат итмәйәсәк!

Еҙнәһе икенсе сигаретын тоҡандырып аҙаплана түгелме? Шыраулы, ҙур бармаҡтары араһына йәпһеҙ ҡыҫҡан шырпы бөртөгө һыҙылмағас ситкә ырғытты, икенсеһе лә һынғас асыу менән уныһын да атты, оҙаҡ мәшәҡәтләнә-йонсой торғас тоҡандырҙы ҡапҡанын.

Тәрән итеп һурған төтөн еҙнәһенең тауышын ҡарлыҡтырып, тоноҡландырып ишеттерҙе:

– Ҡәйнеш, һин бында ятҡанда ныҡ үҙгәрештәр булып ташланы бит әле, хәлең ауыр саҡ ине, шуға әйтергә ҡушманылар.

Әнүәрҙең тәненән һалҡынлыҡ йүгерҙе, йөрәге дарҫлап типте, сикә тамыры көсөргәнеп һулҡылданы, тыны быуылды. Һауа етмәүен тойғас, күлдәк иҙеүенең төймәһен ысҡындырып муйынын ыуҙы:

– Нимә, Гөлнурға берәй нәмә булдымы?!

– Юҡ, ул иҫән-һау.

– Әллә Гөлбикә?

– Эйе...

– Авариянан һуң ул минең янға килеп йөрөгән, индермәгәндәр генә. Аҙаҡтан ишетелмәне.

– Шул шул. Һиңә бөйөр кәрәккәс, унда-бында йүгергеләне лә һуңғы сиктә аптырағандың көнөнән тикшерелеп ҡарарға булды. Ышанаһыңмы-юҡмы уның бөйөрөн һиңә яраҡлы тип таптылар. Операцияға әҙерләгәндә анализдары ла насарҙан түгел ине.

– Шунан? Һуң уның ҡан баҫымы шәптән түгел ине бит.

– Табиптар ҡушмаһа ла талап итте, тегеләр ни оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң ризалаштылар. Бөтәһе лә ыңғай ғына барған, әммә операция өҫтәлендә көтмәгәндә ҡан баҫымы һикереп, ҡотҡара алмағандар. Криз, тиҙәрме әле?

Ҡот осҡос хәбәр Әнүәрҙе һеңгәҙәтте, ул быуындарының таралып барыуын тойоп, ике ҡуллап ултырғыс таҡтаһына йәбеште. Ирекһеҙҙән башы түбән эйелде. Күҙ асып йомған арала аҡ донъя төҫһөҙләнде, ҡараңғыланды.

– Ҡана, тәмәке бир әле!

Еҙнәһе һүҙһеҙ тәмәке ҡабын һондо.

Онотолған тәмәке төтөнөңә быуылып сәсәй башланы, ҡулындағын һындырып аяҡ аҫтына ташланы ла уны үксәһе менән иҙә баҫты. Ҡурҡыныс, ышанғы килмәгән был хәбәрҙе лә аяҡ аҫтына ырғытып иҙәһе ине лә бит.

– Үлгән артынан үлеп булмай ҡәйнеш... Әйтмәһәң – йәшерерлек түгел.

– Нимә тинең? – Һүҙҙең айышына төшөнмәгән Әнүәр ҡабатлап һораны.

– Гөлбикә киленде әйтәм, һәйбәт кеше ине...

Нисек «ине»? Мәрхүм кешеләрҙе генә шулай атайҙар ҙа баһа. Ә ул бына ғына, уның күҙ алдында тора: таныш, ҡәҙерле, яҡын йөҙө, уң яҡ сикәһендәге миңе, һөйкөмлө күҙҙәре, хатта сәстәренең хуш еҫе лә танауына бәрелгәндәй. Яратҡан йырының һүҙҙәре лә ҡолағында яңғырай:

«Китәм, иркәм, ҡалаһың...»

– Гөлнур, Гөлнур ҡыҙым ҡайҙа?

– Ул беҙҙә ине. Бөгөн, һин ҡайтыр булғас фатирығыҙға алып барҙыҡ, күрше әбей эргәһендә ҡалды, һинең дауахананан сығырыңды ишеткәс ҡайтам, ти ҙә ҡуя, төндә лә йүнләп йоҡламаны, иртән иртүк бар әйберҙәрен йыйып, төйнәп ҡуйған. Көтәлер бала, ҡайтайыҡ. Тормош дауам итә, нисек тә йәшәргә кәрәк...

– Ә? Эйе, эйе, ҡайтайыҡ!..

Машина подъезд эргәһенә туҡтау менән Әнүәр ашығып баҫҡыстарҙан юғарыға ташланды. Бына уларҙың фатиры. Ишек бикһеҙ ине.

Ҡаршыһында ҡурсағын ҡосаҡлаған ҡыҙы. Ошоғаса иғтибар ҙа итмәгән, ҡайһылай ҙа Гөлбикәгә оҡшаған!..

– Мин һине көттөм, атай!.. Беҙҙе ташлап инде бер ҡайҙа ла китмә, йәме? Иртәгә әсәйҙең барып хәлен белербеҙ, ул да беҙҙе көтәлер...

Тубыҡланған Әнүәр биттәре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен йәшерергә теләгәндәй ҡыҙын ҡосаҡланы:

– Мин һине ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем, ҡыҙым... Йәшәрбеҙ!.. Икәүләп йәшәрбеҙ!..

 

 

 

Фото: Гөлнур Артыҡаева

Автор:Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Читайте нас: