– Аһа, ҡайҙа ашыҡтың былай? – тип ғәжәпләнде әсәһе.
– Атам килгән, – тине малай эшлекле тауыш менән. Унан ишек төбөнән кире килеп, бер нисә кәнфитте кеҫәһенә һалды ла сығып та китте.
Гөльямал менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, ҡалҡынып тәҙрәгә ҡапландыҡ. Малай, һөйөклө балаларға ғына хас булғанса, үҙ ҡәҙерен белеп, һәлмәк кенә атлап барҙы ла, ҡапҡаның тышында көтөп торған атаһына ололарса ҡул биреп күреште. Уныһы ла етди тотанаҡлыҡ менән бәләкәс кенә ҡулды көрәктәй усына йомоп һаҡ ҡына һелкетте лә ысҡындырманы. Ата менән ул нимәлер һөйләшеп, етәкләшкән килеш түбән осҡа ҡарай китеп барҙы.
– Алпан-толпан баҫып йөрөүҙәренә тиклем бер иштәр... – тип көлөмһөрәне Гөльямал яңынан өҫтәл артына ултырғас. – Ҡана, сәйеңде эҫетәйем әле...
– Килеп йөрөймө ни?
– Эсеңкерәһә, йә берәй нәмәгә күңеле нескәрһә, килә. Улын өйҙәренә лә алып ҡайта. Ихтыяр ҡуйғанмын. Балаға атай ҡәҙерле бит. Үҙем һөйләшмәйем. Теге көндән бирле тупһамды аша атлағаны юҡ. Ғаиләһе бар, йәшәһен дә ятһын. Бисара ҡатынына былай ҙа рәхәт түгел.
– Нишләп? Насар торалармы ни?
– Балалары юҡ бит.
– Байтаҡ йәшәйҙәр түгелме һуң?
– Байтаҡ тип, Зариф быйыл мәктәпкә төшә, ете йыл инде.
Гөльямалдың тауышында үсәү ҙә, асыу ҙа, рәнйеү ҙә юҡ. Әйтерһең дә, һүҙ бөтөнләй сит-ят кешеләр хаҡында бара. Ҡараштары ла салт, көлөп тора. Уларҙа мин килгәнгә ҡыуаныс ҡына бар.
– Ҡуй инде, – тием мин. – Юрый кеүек, ибет.
– Рәнйемәгәйнем дә, ҡарғамағайным да, әхирәт, – ти Гөльямал минең әйтеп бөтөрмәгән уйыма яуап биргәндәй. Бер нәмәгә лә өмөт итмәгәстен, нимәгә рәнйейһең...
Берәйһе ситтән тыңлап торһа, моғайын: «Ҡайһылай былар урыҡ-һурыҡ ҡына һөйләшеп ултыра», тиер ине. Ә беҙгә бер-беребеҙҙе төшөнөр осон күп кәрәкмәй. Йылдар буйы осрашмаһаҡ та, кисә генә айырылышҡан кеүек серҙәребеҙ берегә. Мин ауылдан сығып киткәне бирле юлдарыбыҙ айырылһа ла, сит яҡтарҙа яңы дуҫтар табылһа ла, күңелемдә Гөльямалымдың үҙ урыны бар. Башҡа кем менән мин етәкләшеп бала сағыма, йәшлек йылдарыма ҡайтып урай алам?
Мин уға үҙемдең бөгөнгөмдөң хәсрәт-һағыштарың түгеп ултырмайым. Кәрәкмәй ҙә. Хәйер, ул беҙҙең ығы-зығылы ҡала тормошон аңламаҫ та ине. Шуға күрә Гөльямал өсөн мин ирен һөйгән һәм һөйөлгән, балаларынан уңған, даланы ташып түгелгән ҡатын. Шулай тип уйлауы, донъяла бәхетле кешеләр ҙә бар ул, бына минең Зарифам, тип йыуаныуы яҡшылыр ҙа. Осрашҡан һайын әхирәтемдең был ышанысын нығытам.
– Минең аҙаш та мәктәпкә төшә тиген, ә? – тием дә бер-беребеҙгә ҡарап көлөшәбеҙ. Тәүләп һабаҡҡа тотонған мәлдәребеҙ иҫебеҙгә төшә.
* * *
Ул саҡта беҙҙең төпкөл ауылдың алама ғына мәктәбендә парта тигән нәмә юҡ. Беренсегә килгән балалар оҙон ширлектәргә бишәү-алтау булып теҙелешеп ултырғанбыҙ. Уҡытыусыбыҙ Миңзада апай тәүге дәресте башларға тип тороп ҡына баҫҡайны, ишектән бер бәләкәс кенә ҡараҡайҙың башы күренде.
– Әйҙә, Гөльямал, тине апай мөләйем генә, ин. Кем менән ултырғың килә, үҙең һайла, йә...
Ҡыҙыҡай янып торған ҙур ҡара күҙҙәре менән тал ботағына теҙелгән турғай балалары кеүек өңрәйешеп ултырған һәммәбеҙгә аҫтан һөҙөп ҡарап сыҡты ла бармағы менән миңә төртөп күрһәтте.
Шулай итеп, аҡһыл-һары сәсле, йәшкелт-зәңгәр күҙле, һөттәй аҡ йөҙлө мине бешкән шоморт сәсле, ҡара йондоҙ күҙле ҡыҙыҡай әхирәткәсә бергә булыр дуҫы итеп һайланы.
Мин кешегә яғылып, һөйләшеп барам. Ә Гөльямал – өндәшмәҫ. Аҫтан ғына һынап ҡарар. Шуға беҙҙең дуҫлыҡҡа күптәр аптырай торғайны. Минән: «Нимә һөйләшкән булаһың инде шул тумһыҡ менән?» – тип һорайҙар. Ә бит икәү генә ҡалһаҡ, күберәк Гөльямал һөйләй, бөтә эс-бауырын асып һала. Гөльямалдың миңә сикһеҙ ышаныуына ғәжәпләнһәм:
– Һиңә лә асылмағас, кемгә күңел бушатайым, тип ысынтылап аптырай.
– Зарифҡа ла ете шул, – тип ҡабатлай әхирәт. – Июль башында тыуҙы бит. Еләк бешкән мәлдә. Бисәләрҙең Һандыҡтау яғынан биҙрәләп еләк ташығанын ҡыҙығып ҡарап ҡалғаным иҫемдә.
Гөльямалдың болоҡһоп киткән йөҙөнән теге һағышлы йәйҙең ауыр хәтирәләренә килеп юлыҡҡанын күрәм.
* * *
...Өфөлә үк ишеттергәйнеләр миңә ул хәбәрҙе. Күңелем де ҡурғаш кеүек өтөп төшкәйне. Ә ауылға ҡайтҡас, ғәйбәттең өйөрмәһенә эләктем. Осраған береһе: «Был ни тиер икән?..» — тигән кеүек тишеп ҡарап, тәмләп сәйнәй башлай.
Тоноҡ күл кеүек һәүетемсә йәшәгән ауылда иң ҙур мәрәкә ғәйбәт бит инде. Тик, ғәҙәттә, хәбәр-хәтер бер тирәлә, күптән дандары сығып бөткән кешеләр тирәһендә өйөрөлә: фәләндәр тағы эсеп һуғышҡан, бисәһенең күҙен күгәртә һуҡҡан... Шуға күрә башын текә тотоп, ауыҙы тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмәй, итәк-сабыуын йыйып ҡына йәшәгән Гөльямал – ғәйбәтселәр өсөн шәп емтек.
Әхирәтемә һүҙ тейҙертеү түгел, ауыҙ астырмаҫтаймын да. Был юлы ни әйтергә, ни уйларға белмәҫтәй хәл.
Беҙ бит әхлаҡҡа юғары талаптар ҡуйылған элекке ауыл да тәрбиәләнгән балалар. Үҫкән сағыбыҙҙа әсәйҙәрҙең «йөрөп тапҡан», «уйнаштан тыуған» тип оло ғәйеп күреп ерәнеп һөйләгәндәре аңға ныҡлап һеңгән.
Дөрөҫ, ҙур ҡаланың тәртипһеҙ тормошонда атайһыҙ бала тапҡанға ғына түгел, яңы тыуған сабыйын ташлап киткән әсәйҙәргә лә күнеп бөтөлгән. Урам буйҙарында теҙелеп ултырған хәйерселәргә күҙ өйрәнгән кеүек. Тик был яманлыҡтар тормошомдан ситтә, миңә таныш түгел кешеләр араһында ғына булырға мөмкин шикелле ине. Бөгөн килеп, йәндәй күргән дуҫым шул көнгә төшкән дә, уның ояты нәҫел-нәсәбенең, дуҫтарының йөҙөнә сәркеү булып яғылған кеүек. Шуға үрһәләнәм.
Ҡайтып төшөү менән Гөльямал тип атлығып тороуыма күнеккән әсәйем, мине аяп, һүҙ ҡуҙғатмай. Ә үҙе эстән генә минең уға бармауымды хуплай булһа кәрәк.
Ҡайтып төшкән көндө һуңлап кителде, икенсе көндө мунса яғып, кер йыуып мәшәҡәтләндек. Өсөнсө көндө иртүк тороп мунса һылар өсөн балсыҡ баҫырға тотонған ерҙән, үҙемдең осрашыуҙы кисектерер өсөн яңынан-яңы сәбәптәр тапҡанымды абайлап, соҡорҙан ҡорт саҡҡандай һикереп сыҡтым. Артабан да был йөктө: шик-шөбһәләремде һәм дуҫлығыбыҙға хыянатымды өҫтөрәрлек тәҡәтем ҡалманы. Киттем.
Үҙебеҙҙең Оҙон урамдың бер осонан икенсеһенә сығып, уларҙың Сүкешенә күтәрелгәнсе йәнем сыға яҙҙы.
Кеше мыжғып торған ҡала урамынан һуң, сит-ситтәре йәм-йәшел бесәй тәпәйе менән бөҙрәләнгән туҙанлы ауыл урамының һиллеге сәйер. Тик мин бының алдаҡсы бушлыҡ икәнен елкәм менән һиҙәм, һирпелеп баҡһаң, йә пәрҙә һелкенгәнен, йә берәүҙең ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын абайлайһың. Ярты сәғәттән минең (ҡайтҡанымдың өсөнсө көнө генә!) ҡултыҡ аҫтына күстәнәс ҡыҫтырып, Гөльямалға китеп барыуым бөтә ауылға билдәле буласаҡ.
Ауылда һәр кем микроскоп аҫтындағы кеүек йәшәй. Үҙ тормошонан ҡыҙыҡ тапмай, башҡаларҙы тикшереүҙән ләззәтләнеп, кеше шатлығына көйөп, кеше ҡайғыһына ҡыуанып көн итеүселәр өсөн хиләүәт бында. Ҡалалағы кеүек фатирыңа боҫоп булмай. Әбрәкәйгә нисә инеп сығыуыңа хәтлем күҙ алдында.
Ауыл тип ғүмер буйы йән атһам да, бына ошо яғын өнәмәйем инде, ҡалайтаһың. Аяғыма ауыр гер тағып, ватыҡ быяла түшәлгән юлдан ялан аяҡлап атлағандай һөйрәлгәндә нимәләр генә уйлап өлгөрмәнем.
* * *
Беҙ Гөльямал менән икебеҙ бер ихатаға йәнәш кенә өйҙәр һалып, бала-сағаларыбыҙ, мал-тыуар, ҡош-ҡортобоҙ бергә буталышып йәшәргә хыяллана иттек. Әмәлгә күрә, икебеҙҙең дә күрше ауылдағы ике дуҫҡа күҙебеҙ төштө. Был минең йәшлек мауығыуы ғына булды. Ә Гөльямал шул Зәбихуллаһына тормошҡа сыҡты. Матур итеп донья көтөп алып киттеләр.
Йәйгеһен ҡайтып күрше ауылға кейәүҙәге апайыма барыуым була, әллә ҡайҙан ишетә һалып йүгереп килеп етер ине әхирәтем. Йүгереү тиһәң дә инде: атлауы ла, холҡо ла яйман, һәлмәк уның. Өтәләнеп ашыҡмаҫ, борсолоп ахылдап төшмәҫ. Оҙаҡ ҡына уйлар ҙа һеңдергәнсе әйтер, эш тигәндә лә «ай, урманға ҡасмаҫ әле» тигәнерәк мөнәсәбәттә булыр.
– Ашҡа килегеҙ, кисте көтмәгеҙ, әхирәт, – тиер, ҡарашынан ҡыуаныс бөркөп. Ҡыҫтаһаң да ултырып тормаҫ: мине тейешенсә ҡабул итер өсөн үҙенсә шулай елдерттереп йөрөүе булыр. Ә үҙенең булмышынан хуш еҫ бөркөлгәндәй. Матур, сибәр тигән булабыҙ беҙ ҡайһы бер кешене. Семәрле усаҡта еүеш көл генә булһа, унан ни файҙа?! Ә Гөльямалдың эске нуры арбап, үҙенә ылыҡтырып тора. Мөхәббәтле кеше балҡышынан билдәле.
Мин, ысынлап та, кисте көтмәйем. Әхирәтемдең артынан уҡ юлланам.
Оло ҡаҙанында тәмле еҫтәр борҡотоп ит ҡайнай. Ҡайтҡанымды ишетеү менән Зәбихуллаһы ишле мал-тыуар араһынан берәй ҡышлау тәкәһен сала һалыр ине. Әйтерһең, мин аҙналап ятырға килгән атлы ҡунаҡ.
Ҡыйыш-мыйыш йәйелгән һалмаһы, унан-бынан сосолоп (ҡамырын йомшаҡ иткәндер инде), өҫтәл тултырып кипшенеп ятҡан булыр. Уныһын ҡабат баҫып, ҡатҡыл ғына һалма йәйге килеп ҡырсынып ултырылһа ла ҡымшанмайһың инде. Гөльямалдың аласыҡҡа инеүҙе генә уйлап йөрөгән әрһеҙ тауыҡтарын, ит еҫенә иләҫләнеп аяҡ аҫтында буталған йыуан бесәйен орошҡан булып өйрөлтә баҫып йөрөүенә, шатлыҡ нурлаған йөҙөнә йәнең рәхәтләнеп тик ултыраһың.
Аласыҡҡа ара-тирә Зәбихулла ла инеп сыға. Тормошо ҡот менән тулғанға, ҡатынының әхирәте килгәнгә һөйөнөп ҡарап торған була. Балалары өлкәндәрҙең күңеленән ағылған йылыға кинәнешеп йүгереп йөрөй, әле миңә, әле әсәләренә, әле аталарына барын иркәләнә.
Күңеле бөтөн кешеләр генә бер нисә йылда шундай донъя ҡора: ялпаҡ таштарҙан буралған бейек нигеҙгә эре ҡарағайҙан һалынған яландай йорт, ҡурсаҡ өйө кеүек ҡупшы аласыҡ, келәт, утынлыҡ... Ҡулы оҫта, егәрле ир ине Зәбихулла.
Бәхет, муллыҡ эйәләшкән тормоштарына күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, һоҡланыуымды һүҙҙәргә һалмайым, әхирәтем уны барыбер ҡарашымдағы балҡыштан абайлап тора.
Ошо һил тормошта Зәбихуллаһы менән тигеҙ ҡартайып, бала-сағаларын башлы-күҙле итеп, ейәндәр һөйөп, бер-береһенә мөкиббән ҡарт менән ҡарсыҡ булып, оҙон ғүмер кисерерҙәр кеүек тойола торғайны миңә һутлы тынлыҡты сиңерткә сорлауы ғына боҙған йәйге кистәрҙә.
«Мин тыуғас, әсәм китап астырған. Йондоҙнамәмдә: «Өс иргә етә», тип яҙылған». Бала саҡта бик хәүефләнеп шулай һөйләгәнен иҫкә төшөрөп: «Ышан күрәҙәгә», – тип көлөп тә ҡуя торғайным. Эстән генә инде. Ҡысҡырып әйтергә шомландыра ине барыбер. Әле килеп, маңлайыңа яҙылған яҙмышты бер нисек тә үҙгәртеп булмай, тигәндәре дөрөҫмө икән әллә, тип уйлап барам.
Йәшәү дәрте ташып, гөпөлдәтеп атлап йөрөүенән, арыу-талыу белмәй эшләүенән, тирә-яҡты яңғыратып көлөүенән үк күренеп торған ғәййәр ир ине Зәбихулла. Уның ҡеүәте эргә-тирәһендәгеләргә лә күсә, уның ипкене ҡағылғандар ҙа тиктомалға күңелдәре күтәрелеп, аҙымдары етеҙләнеп киткәндәй була торғайны.
Шул кеше уйламағанда әрәм булды. Утынға киткән еренән трактор арбаһына һуҙып һалып алып ҡайттылар. Тейәшергә барған бер бешәлкәһеҙҙең ҡулынан ысҡынып киткән имән утын сикәһенә генә тейгән – бәндә балаһы юҡ.
Юл өҙөлгән йонсоу осор ине, әхирәтемдең ҡайғыһын уртаҡлашырға ҡайта алманым. Шуға, исмаһам, аҙыраҡ күңелдәре асылмаҫмы тип, посылка төйнәштергән булдым. Малайына машина, ҡыҙына ҡурсаҡ, үҙенә шунда юҡ-бар. Күп тә үтмәй, әсәм хат яҙҙы. «Мәсҡүҙә апаң инеп, һинең өсөн миңә рәхмәт әйтеп сыҡты. «Гөльямалға барһам, ҡыҙыңдың күстәнәстәрен алдына теҙгән дә илай-илай ҡыуанып ултыра. Ҡайғылы мәлендә онотмағаны өсөн һауаплы булыр», тине».
Зәбихулланың вафатына ике йыл тулыр-тулмаҫтан ҡабат кейәүгә сығып аптыратты мине Гөльямал, һайлаған кешеһен хупһынманым. Белдермәнем инде. Ә ул һаман шул Гөльямал.
– Бер ҙә һыным теймәгәйне, әхирәт, тип аңлатты аҙаҡтан. – Улына сығырға уйымда ла юҡ ине, атаһы йонсотто бит, ҡороғор.
Атлап йөрөүе, хәбәр һөйләүе генә түгел, ҡылған ҡылығына хәтлем яй шул уның. Шуға ҡайһы бер ҡыланышы минең кеүек өҙҙөм-йырттымдарға аңлашылып та бөтмәй. Әле лә сәйерһенеп һүҙһеҙ ҡалдым.
– Зәбихулла үлгәс, күршеләге ҡартлас Сәхип, бисәһе берәй яры киткәнде көтөп кенә тора ла, тып итеп инә лә етә бит. Сәй ултыртҡан мәлде тура килтерергә тырыша. Ингән кешегә ултыр тип әйтмәһәң уңайһыҙ. Ә ул балалар алдында үҙенең әшәке ниәтен ҡыялатып та, туралатып та белгертә. Хаяһыҙлығына хайран булып, аҙап ҡалам. Уның һайын күҙен-ҡашын уйнатып маташа, мөртәт. Ғүмер буйы йөрөмтәл булды бит инде.
– Шунда ҡулыңда нимә булһа, шуның менән ҡаҡ маңлайына тасылдатып, бисәңә әйтәм, тип туҙҙырып сығарһаңсы.
– Бисәһен йәлләнем. Иренең йылмаяҡлығын минән күреп ҡуйһа, үҙен быйтаңнайһыңдыр тиһә, тип тә ҡурҡтым. Аҙғын иргә сыҙап йәшәгән ҡатындар абышҡаларын аҡларға тырышҡан була бит ул. Йөҙ йыртһа, күңелем ҡайтыр. Ә ут күршең менән ҡатнашмай нисек йәшәмәк кәрәк тип тә уйланым. Зөләйха апай үҙе һәләк һәйбәт бит. Әсәм кеүек. Анда-бында киткәндә гелән балаларҙы бағып ҡала торғайны. Шуның хаҡына түҙҙем.
Бер көн үҙе килеп инде. «Ауылда хужаһыҙ йәшәү ҡыйын инде. Ир-аттың үҙенең уйында араҡы ла боҙоҡлоҡ булғас, бисәләр ҙә шуны көҫәп кемдең ишек ҡағыуын ғына көтөп ята тиҙәрҙер, ҡәһәр һуҡҡырҙары», – тип һүҙ башланы.
«Ҡайһы яҡҡа ҡыялата был?» – тип йөрәгем жыу итеп китте.
«Зәбихулланан ҡайһындай ҡаралды ҡалды. Уны тәрбиәләп тотор өсөн дә ир ҡулы кәрәк, – ти был. – Ҡара әле, Гөльямал, ти, беҙҙең Сәйет донъя көтмәҫлек егет түгел. Атаһы кеүек осҡалаҡлығы ғына бар. Шул малай аҙып-туҙып китмәҫ борон үҙеңә генә эйәләтәһең дә ҡуяһыңмы әллә?»
Шулай тигәйне, Сәйетенән башта, ҡыйшаңнап йөрөгән Сәхибенең күҙе баҡайырын уйлап кинәндем дә, ризалаштым да ҡуйҙым. Боҙоҡ атаһынан үс алайым, тип сыҡһам, малайы уныһынан да йүнһеҙерәк икән, хәйерһеҙ, – тип көйәләнде.
Мөһабәт Зәбихулланан һуң, ҡылйыуғыс ҡына Сәйетте үҙһенергә тырышып, йыл ярымдай серәште Гөльямал. Тик тегеһенең мәрхүм Зәбихулланан көнләшеп, уның ҡорған донъяһын хурлаған, уның ҡул йылыһын һаҡлаған әйберҙәрҙе ватҡан булып үҙен ҙурларға маташҡанын күтәрә алманы. Атайһыҙ итәм инде, тип биш айлыҡ балаһын йәлләһә лә, түбән йәнле әҙәмгә күңелен ҡабат йомшарта алманы – ҡыуҙы ла сығарҙы. Тегеһе көн һайын боларып, һаман йәшәргә ирек бирмәгәс, ағалары үҙебеҙҙең ауылдан өй һатып алып, күсереп алып ҡайтырға мәжбүр булды.
* * *
Гөльямалдың әле йәшәп ятҡан иҫке генә өйөн алыҫтан уҡ күргәс, элекке шыңғырлап торған йортон күҙ алдына килтереп: «Кемдең малы кемгә насип булмай», – тип уфтандым.
Артыҡ аптыраһам да, ныҡ асыуланһам да, бөткөһөҙ ҡыуанһам да йөҙөмә ҡарап белерлек түгел минең. Гөльямалға ла эсем янып, болоҡһоп барып инһәм дә, борсолоуымды сырайыма сығармайым.
Алама ғына диванының ситенә терәлгән булып, сабыйғынаһын имеҙеп ултырған була. Баланан яңыраҡ ҡотолғанғамы, йөҙө һарғайып киткән. Ат ялы кеүек ҡуйы сәстәренең ап-аҡ икәнен күреп һиҫкәндем. Башын ҡалҡытҡас ҡына уларҙың сөм-ҡаралығы ҡояш нурына йылҡылдап аҡһыл нур таратҡанын төшөндөм.
Мине күргәс, сабыр ғына йылмайып, баш ҡаҡты. Берһегөн үк ҡайтҡанымды ишетеп, оҙаҡлағаныма борсолған булыр. Хәүеф ҡатыш һораулы ҡарашынан шуны һиҙҙем.
– Бөтә ауыл мине сәйнәп кинәнәме, әхирәт? – тине.
– Исеме кем? – тигән булдым боларып ятҡан йүргәктәрҙе ситкәрәк күсереп эргәһенә ултырғас. Ҡарашын бәпәйенән алып баҫалҡы ғына һирпелеп баҡты.
– Зариф, – тине. – Ҡыҙ тыуһа, Зарифа тип ҡушырмын тигәйнем.
Уның исемемдән генә булһа ла йыуаныс эҙләгәненә шул тиклем күңелем булды. Күңелем тулды. Эркелгән йәш сикәмдән ағым төшмәһен тип, ҡарашымды түшәмгә күтәрҙем, унан өй эсенә күҙ йүгерттем: Гөльямалда ғына балаларҙың кесәйле көршәге ҡуҡырайып өҫтәлгә менеп ултыра алыр. Көлөмһөрәгәнемде абайлап әхирәтем дә көршәккә ҡараны: икебеҙ бергә пырх итеп ебәрҙек. Арабыҙҙа ниндәйҙер юшҡын йораты булһа ла ошо мәлдә шауҙырлап ҡойолоп төшкәндер.
Үҙем дә һиҙмәҫтән һикереп тороп унда-бында туҙрап ятҡан әйберҙәрҙе йыйыштырам: таҫтамалын сөйгә, һабынын кәштәгә, арҡыры баҫҡан ултырғысын өҫтәл эргәһенә... Ә ул күңеле йомшарын йәлп-йөлп килгән миңә йотлоғоп ҡарап ултыра. Үҙенең һапатараҡ икәненә күптән күнгән ул. Башҡалар яныңда сикһеҙ тәкәббер, сер бирмәҫ дуҫым, минән бер етешһеҙлеген дә йәшермәй, сөнки үҙен нисек тә яратҡанымды белә.
Шулай ҙа:
– Рәсимә үҫкән бит иңде, йыйыштырыр әле, – тип әйтеүҙе кәрәк тапҡан була. Ҡыҙлы кеше, йәнәһе.
– Ул ҡайҙа?
– Әсәмдәрҙә. Унда эш тә күп, тамаҡ та һыйлыраҡ, һин нисек ысҡындың?
Имеп туйһа ла, әсәһенең ҡулында наҙланып, йәшкелт зәңгәр күҙҙәрен сылт-сылт йомоп ятҡан бәпестең өҫтөнә йомшаҡ ҡына йөндән бәйләнгән костюм һалдым.
– Ҡана әле, килешәме икән? Күҙҙәренә төҫ кенә инде әллә?
Сабыйҙы мендәргә йәтешләп һалып башлыҡты кейҙереп маташҡанда Гөльямалдың ҡулы ҡалтырағанын күрен үҙәгем өҙөлөп киткәйне, бәпестең битенә тәс итеп тамған күҙ йәше йөрәгемде өттө.
Ауыр эштән тумбығып бөткән бармаҡтары менән бауҙы бәйләй алмай һаман аҙапланғас, шаяртҡан булып ситкә эттем. Утын ағасы кеүек итеп ҡыҫып биләнгән сабыйҙы ипләп кенә тотоп күтәргәнемә йылмайып ҡарарға маташты ла көлөү ҡатыш үкһеп ебәрҙе.
– Эй ошоно, – тигән булды. – Гел генә мине илата ла йөрөй.
Үҙем күтәрермен тинем. Үҙемә ышандым. Минең яҙмыш. Оят икән – үҙемә оят, тинем. Кеше өлөшөнә инмәнем. Яманлыҡ ҡылманым. Кеше ирен әүрәтмәнем. Ул да, мин дә ирекле инек. Хәҙер киләм, күрәм тиһә лә, аяғын да баҫтырасағым юҡ. – Йәш аралаш ашығып-ашығып һөйләй. Хәсрәте эсенә лыҡа тулы булыр. Мин, мин тинем. Гел үҙемде алдын ҡуйҙым. Ә балаға нисек булырын уйлап еткермәгәнмен.
Хәнифем тыуғас, Зәбихулла икебеҙҙе бергә күтәреп йөрөттө. Ҡайным, ҡәйнәм, әсәм – өлтөрәшеп торҙолар. Туған-тыумаса, күрше-күлән йыуаса ташыны. Рәсимәнең тәпәйен йыуырға ла ҡунаҡты өс бүлә саҡырҙыҡ. Морат тыуғас, йүнһеҙ Сәйет ҡыуаныстан ун көн эсте. Зөләйха ҡәйнәм: «Өҙлөгөп ҡуйма, килен», тип айға яҡын һыйырҙарымды һауышты.
Әле ингән юҡ, сыҡҡан юҡ. Етемлектең сигенә етеп, бер яңғыҙым аяҡ болғап ултырған кеүек. Ҡырҡ көн тулып уҙған баламды тәүләп ҡәҙер иткән һин, Зарифа, шуға күңелем тулды.
«Тыума» тип гелән күҙенә төртөп торһалар, күңеле китек кенә булып үҫер инде был бала, тип ҡаным ҡарая.
– Кеше үҙ бәхете менән тыуа ла инде, әхирәт, – тип йыуатам. Сабый һөймәлеге менән йыртҡысты ла арбай, тиҙәр. Зөбәржәт күҙҙәрен йымылдатып бер йылмайып ебәрһә, ауыҙҙарын йыйып ала алмай торорҙар әле, – тип, нәфис ирендәрен мәрәкә кәүшәйтеп иларға маташҡан сабыйҙы күкрәгемә ҡыҫтым. Йән атып торған әсәһе, һөлөк кеүек абзылары, гөл кеүек апаһы, аҙаш инәһе барҙа бирешеп торормо был егет?!
Сабый, ирендәремде сутылдатып һөйләгәнемде аңлаған кеүек ҡарап торҙо ла, ҡапыл йылмайып ебәрҙе.
– Ҡарасәле, Гөльямал, улың көлөп тора ла баһа, тип ҡыуандым.
– Ысынлап та, тигән булды әсә йөҙө яҡтырып. Ҡырҡынан һуң бала йылмайырға тейеш инде былай. Зәбихулла хатта: «Минең балалар ике айҙа «аға-аға» тип һөйләшә башлай», тип ҡупырайған була торғайны. Ә был бисараға шатланып бағырға ла форсат сыҡҡаны юҡ бит, Хоҙайым, – тип үҙен ғәйепле тойоп әйтеп ҡуйҙы Гөльямал.
– Әйҙә, әхирәт, сәй эсеп алайыҡ, – тине ул бәпесен тәрбиәләп һалғас. Аңлап торам, эсен бүҫкәрткеһе килә. Әле үк яурынынан тауҙай йөгө төшкән кеүек һыны турайып, сырайы асылып киткән.
– Һин өҫтәлеңде әҙерлә, ә мин бынау йүргәктәрҙе сая торайым, – тип мөйөштә өйөлгән сепрәк-сапраҡҡа ымлайым. Исмаһам, бөгөн ҡулыңдан бер эшең төшөп торор.
– Ярар һуң, – тип еңел генә ризалаша ул, Мәсҡүҙә апайҙың иркә ҡыҙы икәне бер мәлгә генә иҫенә төшкәндер.
Гөльямал – атаһы иллегә, әсәһе ҡырҡҡа баҫҡанда ғына донъяға килгән, һөйөү нурында ҡойоноп үҫкән ҡәҙерле бала. Атаһы – оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп, әҙәмсә йәшәүгә сарсап ҡайтҡан кеше – ныҡ егәрле ине. Йәштән генә ике улы менән тол ҡалып, өлкәнәйгәс кенә ҡабат ирле булған Мәсҡүҙә апай ҙа тормоштоң тәмен белеп ғүмер итте. Аш-һыуға, өй ҡарауға оҫталығы менән дан алғайны.
Шуға күрә Гөльямалдарға барырға ярата торғайным мин. Ҡасан барһаң да бер эштәре юҡ. Өйҙәре йыйыулы, ризыҡ мул. Гөльямал китап уҡый. Рәхәт. Ә беҙ ете бала үҫтек. Өй тулы бала, өй тулы эш. Йырып сыҡҡыһыҙ.
Һөт, сабый еҫе генә аңҡып торған йүргәктәрҙе кинәнеп йыуа-йыуа шуларҙы уйланым.
– Әллә нишләп дегәнәк кеүек йәбеште лә ҡуйҙы инде. Әрләп тә ҡараным. Оялтып та маташтым. Йыл буйы тынғылыҡ бирмәне. Унан ҡул һелтәнем. Ҡаршылашырға ихтыярым да, теләгем дә ҡалманы.
Иреңдең ҡуйынында йоҡлап китеп, ирендең ҡуйынында уянған һин минең хәлемде аңлай алмайһың инде. Боҙ кеүек һыуыҡ түшәк... Баҙ кеүек өңрәйеп торған һалҡын тормош... Күңел ҡорғаҡһып китә. Бер кемгә кәрәгең юҡ. Ҡыу яңғыҙлыҡ... Ә бит эргәңдә берәүҙәр пар күгәрсен кеүек гөрләшеп, икенселәр сат та сот һуғышып йәшәп ята. Йәшәй... Ә мин, әйтерһең, үлгәнмен. Зәбихулла иҫән булһа, мин дә һыуға сарсаған гөл кеүек һулып, ваҡытынан алда ҡартайып ултырмаҫ инем.
Яһаған сәйҙәр онотолдо. Гөльямал һөйләй, ә мин уның ҡотоп һалҡыны бөркөлгән әсе яҙмышынан йәйге эҫелә өшөп, ҡорошоп тыңлайым.
Ауыл ерендә әлеге шул утын-бесән тип ҡаңғыраһың. Утын алып килешкәйне. Башҡалары ауыҙҙары шапылдап «аҡбаш»лы өҫтәлде уратты, ә был китап шкафынан айырыла алмай. «Ҡайһылай һәйбәт китаптар бар», – тип һоҡланып, биш-алтыһын уҡырға алып торҙо. Артабан да – береһен килтерә, икенсеһен алып ҡайта. Теге-был китап тураһында әйткән хәбәре күңелгә ятышлы, фекерҙәр ҙә тап килеп тора. Бер уйлаһаң, ауылда тормош, яҙмыш хаҡында төплө генә һөйләшкән дә юҡ бит: донъя ҡыуабыҙ. Күршегә инһәң, шул бер хәбәр һыйырым ҡыҫыр, кәзәм дебетһеҙ, бесәнем наҡыҫ.
Был Ишмырҙаның да үҙәгенә үткән икән:
– Атам-әсәм ҡартайған тип, армияла ҡалмай ҡайтылды. Ә бында рәхәтләнеп һөйләшер кеше лә юҡ, – тип әйтеп ҡуя. Булмышыңды аңларҙай йән эйәһе булыуҙың ҡайһылай бәхет икәнен минме һуң инде белмәгән?!
Ҡорһаҡ ҡолона әйләнһәк тә, йәнгә лә, мейегә лә аҙыҡ кәрәк бит. Ул инеп кенә сыҡһа ла күңелле булып ҡалғанын абайланым бер мәл. Әйткән һүҙҙәрен дә тиҫбе тартҡан кеүек әйләндереп-тулғандырып ҡабат-ҡабат уйлағанымды ла һиҙҙем. Шунда сик ҡуйырға кәрәк булған да бит. Ул йәш кеше, апаһы кеүек күреп, әҙәмгә һанап килә, ә мин боҙоҡ ҡатындар кеүек ҡылтымбайланып торһам, килешмәҫ, тип уңайһыҙланған булдым.
Мине күрһә, күҙҙәре балҡып киткәнен алсаҡлығына юраным. Ауыҙы йырылып килеп инеүен малайлыҡҡа япһарҙым. Миңә, етеп бөткән балаларҙың әсәһенә, күҙе төшөп йөрөйҙөр тип уйларға башыма ла килмәне.
Бер көн эсендәгеһен асып һалғас, елтерәтеп сығарған булдым да... Күңелгә ингәйне инде. Шулай ҙа йыл буйы ҡаршылашырға көсөм етте әле. Унан һуң да, осрашҡан һайын был һуңғыһы, тием дә, үҙәгем өҙөлә... Тағы һуҙам. Бер яйы сығыр, үҙе китер. Бына-бына кәләш әйттерерҙәр, үҙ тиңен табыр, берәйһенә күҙе төшөр. Унан ҡул һелтәнем: «Аллаһы тәғәлә үҙе беләлер әле»...
Буйға уҙғас, сәсем үрә торҙо. Көнөм ҡараңғыланды. Ҡара көйөп йөрөгәнемде абайлағайны, әйт тә һал. Үҙем ҡарап торам: ҡойроғона баҫҡан йылан ише ҡайһылайыраҡ борғоланыр икән?!
Башы күккә тейә яҙҙы! Кешенең шул ҡәҙәрлем дә ҡыуанғанын күргәнем юҡ ине. «Атам-әсәмә әйтәм дә, яҙылышабыҙ!» – тип үҙ һүҙен тылҡып ҡайтып китте.
Йәшәй-йәшәй, отола-өтөлә күңел төңөлә. Кешеләргә лә күпте өмөт итмәй, үтә ышанып китмәй ҡарарға күнәһең. Ә тормош ҡайһы берҙә шундай бүләк әҙерләй: уңың өсөн хаҡ түләнмәгән, өмөт тә ителмәгән, шуға күрә баһаһы ла ҙур.
Ишмырҙаның ҡыуанысы минең өсөн шундай көтөлмәгән бүләк булды.
– Ҡайһы Ишмырҙа һуң ул? – тип һүҙ ҡыҫтырам. – Егет көйө лә биш балалы ҡатын алып бына тигән йәшәгәндәр бар. Хан улылай күреп ҙурлағаныңа аптырап ултырам.
Ысынлап та, күпме һөйләргә маташып ҡаранылар, сит ауыҙҙарҙан әхирәтем күңел һалған кеше хаҡында ишеткем килмәгәйне.
– Ишмөхәмәт ағайҙың улы һуң...
Шул саҡта ғына Гөльямалымдьң хәлен төшөнәм. Хан улын һайлаһа ла өмөтө булыр ине.
Үҙе шау малайлы ғаиләлә үҫкән Ишмөхәмәт ағайҙың малайҙар тип иҫе китә торғайны, ҡарышҡандай ҡыҙҙары тыуған да ҡыҙҙары тыуған. Ун ҡыҙҙан һуң ғына донъяға килгән иркә малай шул ул Ишмырҙа. Беҙ уның Мәймүнә апаһы менән бергә уҡыныҡ. Шуға күрә ул малайҙы ҡайһылай ҡупайтып, өфөлдәтеп үҫтергәндәрен беләм. Муйылға барғанда, саҡ ҡына атлағас та шыңшый башлаһа: «Мыртыйымдың аяғы талды», – тип алмаш-тилмәш йәпәләгән була торғайнылар.
– Бигерәк йәш түгелме һуң ул малай, тием мин иҫәпләп. – Мәймүнәнән һуң Фәғилә, Фәриҙә, Фәниләләре бар ине.
– Ун йәшкә йәш...
Уны эҫендереү уйымда ла юҡ ине инде. Ҡайҙа! Күмәге бер ташланып, өҙгөсләмәҫтәр тимә. Ысынлап та, икенсе көндө ике апаһы ажғырып килеп инде.
Мәймүнә түгелдер ҙә...
Юҡ, Шәмсиһан менән Фәғиләһе... Өлкән апалары яман уҫал бит уларҙың. «Балаңды төшөрт. Атыу көн күрһәтмәйбеҙ. Әллә кемдән булған тыумаңды беҙҙең энекәшкә таҡмаҡсыһың!» – былары әйткәндәренең иң ҡолаҡҡа ятырҙайҙары ғына.
Ишмырҙаға ла ныҡ эләккән. Әсәһе йөрәге тотоп йығылған. Атаһы бер килке өнһөҙ ҡалған. Апалары: «Әсәң йәшендәге ҡарт бисәне алаһыңмы ни?» – тип ныҡ ғәрләндергәндәр. Минең менән бәйләнгәненә оялып йөрөүелер, башҡа бер ҙә күренмәне.
Был булды аҙна башында. Аҙна аҙағында аша ауылдан быйыл ғына унды бөткән бер бите ай, бер бите ҡояш кеүек һәләк тә сибәр бер ҡыҙҙы алып бирҙеләр.
Шуның менән генә бөтһөн ине лә бит. Туғандары миңә көн күрһәтмәй. Ауыл ғәйбәткә лыҡа тулды. Ике еңгәм берәм-берәм килеп һүгеп китте. Абзыйымдар инде, рәхмәт яуғырҙары, ваҡланып, мине әрләү кимәленә төшөп йөрөмәне, бисәләре аша ғына эш итте. Шулай ҙа, оҙаҡламай йыл була, ишек бауыма ла тотонғандары юҡ.
Әсәм: «Ул тиклем баланы ҡайһылайтып аҫрамаҡ булаһың? – тип әллә нисә тапҡыр килеп иланы. – Әҙәм ғәйепһеҙ булмай. Тик кеше гонаһын аҙыраҡ көн яҡтыһынан йәшерә торғайны. Ә һин...» – тине.
«Уныһы ла дөрөҫ инде», – тип уйлайым Гөльямалға өндәшмәй генә: былай ҙа эсе бошҡан сағында яраһына тоҙ һипмәйем.
Холҡон кешенең зитына теймәҫлек, күҙгә төртөлмәҫлек итеп үҙгәртә алманы ул. Әллә алманы, әллә кәрәк тип тапманы. Барыбыҙ ҙа йәш саҡта йүгән күрмәгән тай кеүек ҡыланып алабыҙ. Тик был бер осор ғына. Унан тормош ары-бире типкесләй, юна башлағас, шымарабыҙ. Дөйөм ҡағиҙәләргә буйһоноуҙың йәтешлеген төшөнөп, исмаһам, күндәм ҡиәфәт сығарырға өйрәнеп, йәшәп ятабыҙ. Ә Гөльямал ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау ғына түгел, уларҙың барлығың да белергә теләмәне, шикелле. Уның хәленә ҡалған һәр ҡатын ҡотолоу юлын эҙләр ине. Атайлы ғаиләләр ҙә баланы икенән арттырмаҫҡа тырыша хәҙер. Заманы шундай.
– Һуң булмаҫ борон алдырырға кәрәк, тип үҙем дә уйланым, әхирәт, – ти Гөльямал уйымды уҡығандай. – Аҡылым менән бөтәһен дә аңлайым. Анализдар бирҙем. Көн һайын иртүк больницаға барам да, бер тапҡыр урап сығам: инергә аяғым тартмай. Шунан: «Иртәгә инермен», – тип, ҙур бурыс башҡарғандай еңел һулап, ҡайтып китәм. Үҙем беләм бит инде: иртәгә лә, иртәгәнән һуңға ла инмәйәсәкмен.
Күҙ алдыңа килтер хәлемде, Зарифа: яратып ҡына ашаған, рәхәт кенә итеп һеңдергән ризығыңды «ҡоҫ» тип ҡыҫтаһындар әле.
Айға яҡын үҙ-үҙемде алдап йөрөнөм, унан һуң булып китте.
Был баш баҫып, бөрөшөп ҡалыр, тип уйлағандарҙыр инде. Урамдан үтәм, ҡарынымдағы баланы йолҡоп алырҙай булып ҡарап ҡалалар. Тыумаған йән эйәһенә лә шул тиклем тарһынырҙар икән донъяны, Хоҙайым...
Гөльямалдың ярһыуҙан тауышы ҡалтырай.
– Балалар нимә тине? – Һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа күсерергә ашығам. – Хәнифең ҙурайған бит инде хәҙер.
– Ун бишен тултыра... Ҡара көйөп йөрөнө, теле менән рәнйетмәне, рәхмәт төшкөрө.
* * *
– Ай Алла, – тип бот саба Гөльямал уйҙарымды бүлеп. Хәнифтең күстәнәстәрен ҡуйырға онотҡанмын бит, әхирәт. Бына шулай ул ҡартайғас.
– Килештерә. Утыҙ туғыҙ йәшеңдә әбей булып ултырмаһаң инде, – тинем дә һиҫкәнәм: ете йыл элек беҙ уны өлкәнәйеп бөткәс ни ҡылана, тип хөкөм иткән саҡта уға бары утыҙ ике йәш булған, һөйөп һөйөлөп йәшәр, наҙланып туймаҫ ваҡыты...
– Өләсәй булғас, әбей булмай нишләйһең? Бәй, мин һиңә Хәнифтәрҙең улы барлығын да әйтмәгәнмендер әле, тип һөйләнә-һөйләнә мейес араһынан ҙур ғына йәшник күтәреп сыҡты Гөлъямал. – Мыртыйының уҡыуға төшөүенә бөтөн кәрәк-ярағын етештереп ебәргән. Костюм- салбарынан башлап юйғысына тиклем.
Балаларҙан уңдым, әхирәт. Аллаға шөкөр. Бер-береһе өсөн үлеп торалар.
– Үҙең илай-илай яратырға өйрәткәс ни... – тип йылмаям уйым менән йәнә теге болоҡһоу йәйгә олағып.
* * *
...Хушлашырға тип килә инем. Алыҫтан уҡ абайланым: Гөльямал ишек алдында елләнгән кеүек аңҡы-тиңке йөрөй. Хәүефләнеп, йүгерә-атлай барып индем.
– Ни булды, әхирәт?
Көсөргәнештән ирендәре ҡыҫылып, сырайы ҡатып ҡалған, ҡарауы ҡурҡыныс. Етмәһә, ҡолағыма ярһып илаған бала тауышы салынды.
– Баянан бирле илай, – тине Гөльямал. – Үҙәгем өҙөлә инде хәҙер.
– Һуң?
– Хәниф өйҙә... Мин юҡта бәүетә, инһәм, күрмәмеш тә белмәмеш. Шуға яйлап эҫенһен тигәйнем. Әле баянан бирле илаһа ла алмай, шул тиклем дә ҡаты бәғерле микән ни? Ғәҙәттә сабыр әхирәтемдең тауышы ҡалтырай.
– Ҡайҙа, ҡарайым әле, – тинем мин дә эсем бошоп. – Ни йәне менән сыҙай икән, илаһым?!
Бер йәй эсендә һорнайын үҫеп киткән Хәниф, үкһеп бөткән сабыйҙы йәпһеҙ генә итеп күкрәгенә ҡыҫҡан да, үҙе лә ҡушылып илар хәлдә ишекле-түрле йорой. Мине күргәс ҡыуанып китте.
– Әсәм әллә ҡайҙа булды, Зарифа апай. Эҙләп сыҡһаҡ, бәпәйгә ел һуғыр, тинем... Әллә нишләп илай. Аҫты һыу булғас, янынан төргән дә булғайным, килештерә алманым, шикелле. – Үҫмерҙең күҙендә сабыйҙы йәлләү, борсолоу күреп эсемә йылы йүгерҙе.
– Ҡалай оҫта биләгәнһең, – тигән булдым туҙраған йүргәк ситенән тәпәйгенәһе алһыуланып сосайып торған бәпесте ҡулыма алып.
– Өйрәнергә тура килә инде, – тине Хәниф. – Үҫмерҙәргә хас ҡырыҫлыҡтың әҫәре лә ҡалмағайны булмышында.
Йәтешерәк ҡулды тойоп илауы баҫыла төшкән сабыйы янында икәүләшеп мәж килеүебеҙҙе ишектән инеп ҡарап торған Гөльямал, күҙ төбөнән йәш бөртөгөн һирпеп ташлап, шым ғына кире тышҡа сыҡты.
* * *
– Ана ҡайтты беҙҙең малай, – тине Гөльямал йүгереп килеп ингән улына ҡаршы барып. Ҡалай оҙаҡ йөрөнөң, балам. Эңер төштө бит инде.
– Атам олатамдарға алып барҙы, – тине Зариф. – Әсәй, ҡара әле. Кеҫәһенән бер ус аҡса сығарҙы. – Олатам бирҙе, тине бик тә ҡәнәғәт итеп. – Бер пинсейәм, мәктәпкә кәрәк-яраҡ алығыҙ, тине.
– Вис бар, тиһәң ни була...
– Әйттем инде. Баштан-аяҡ яңынан кейендем, тинем. Ә ул: «Ал, ал, улым, яңғыҙ әсәңә бөтөнөһөн еткереү ҡыйындыр», – тигәйне...
– Һин нимә тинең?
– Әсәй кеше яңғыҙ булмай инде, тинем. – Гөльямал менән бер-беребеҙгә ҡарап шарҡылдап көлөп ебәрҙек.
– Һуң үҙең гел шулай тиһең дә инде, – тип һуҙҙы малай иркәләнеп.
– Дөрөҫ-дөрөҫ. Ә ул нәмә тине?
– Ҡалай зирәк бала, үҙебеҙҙең яҡҡа тартҡан, тиҙәр. – Зарифтың күҙҙәре шуҡ ялтырап китте. – Әй, онотоп торам, атайым һине тышта көтөп тора. Һөйләшергә һүҙ бар, ти.
– Ул ниткән һүҙ һуң ул? – Гөльямал ҡапыл ҡырыҫланып китте.
– Теге һыҙыҡ торған ергә үҙенең исемен яҙҙыртайыҡ, тиме шунда. Аңламаным. Әйҙә инде, Зариф әсәһенең ҡулынан тышҡа һөйрәне.
– Ниндәй һыҙыҡ? – Аптырашта ҡалған Гөльямал миңә ымланы. – Сығайыҡ әле, әхирәт.
– Минең менән нимә һөйләшәһең? Ана улың менән һөйләш, – тип ҡырҡыу ғына өндәште ул тупһала уҡ туҡтап.
– Юҡ-бар һүҙ түгел, Гөльямал. Зариф тураһында. Мөһим эш. Һинең ризалығың кәрәк. – Эңер ҡараңғылығынан йомшаҡ ҡына тауыш яңғыраны.
Икеһе ҡапҡаның ике яғына дошмандар кеүек ҡапма-ҡаршы баҫты. Урталарына сиктәрҙе тоташтырған кеүек улдары килеп торҙо.
– Һаумыһығыҙ, Зарифа апай, – тип йылмайҙы тормош тарафынан ҡәҙимге генә таушалып өлгөргән мөләйем ир. Яҡын итеп өндәште. Улының аҙашына ҡарата рәхмәтле йылылыҡ һиҙҙем ҡарашынан.
– Һөйлә. Әхирәттән бер серем дә юҡ. – Гөльямалдың тауышы имшемәне.
– Зариф мәктәпкә төшә бит быйыл, – тигән булды Ишмырҙа. Унан туҡтаны. Тулҡынланғаны күренеп тора.
– Шунан.
– Атам менән кәңәшләштек. Улымды үҙемдең исемгә яҙҙыртһам, яҡшы булыр ине, тигәйнек. Ҡәҙерле бала ҡәҙерһеҙләнеп йөрөмәһен ине...
Бындай хәбәрҙе көтмәгән Гөльямал ҡаушап ҡалды. Байтаҡ өндәшмәй торҙо. Барыбыҙ ҙа уға текләгәнбеҙ. Бер нисә генә йыл элек ошо балаға ғүмер бирергә хоҡуғы барлығын бөтә ауыл менән алыша-алыша раҫлаған әсәнең әле нимә әйтһә лә: туҙынһа ла, рәнйешен түкһә лә, үсәһә лә, мыҫҡыл итһә лә – хаҡы бар. Ишмырҙа быны яҡшы аңлай булыр. Хәүефе тын алышынан уҡ һиҙелә.
– Ярар. – тине шул саҡ Гөльямал сабыр ғына. – Яҙҙыр.
Атай кеше еңел һуланы ла әллә ҡайһы арала үҙенә килеп һыйынған улының яурынынан ҡыҫты.
– Әсәй, тине Зариф атаһының ҡосағынан ысҡынып. – Әйҙә, хәҙер үк дыкаментымды сығарып бирәйек.
– Дыкаментыңды ла, үҙеңде лә иртәгә силсәүиткә барышлай килеп алырмын, улым, – тип ирештерҙе атаһы баланың сәстәрен туҙҙырып. Үҙе ҡарашын Гөльямалдан айырып ала алманы. Әхирәт тә тәү күргәндәй уға баҡҡан. Аҙашым менән беҙ ошо ике балҡыу ҡараштың уртаһында рәхәтләнеп ҡойоноп торҙоҡ.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина