Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь , 17:00

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...

Бер аҡыл эйәһенең әйткәне хәтергә килде. «Кеше донъяға килгәндә, уға тәғәйен яртыһы ла тыуа. Шул ике ярты йән бер-береһен эҙләй икән. Әгәр ҙә тап килеп ҡауышһалар, бәхетле пар булып ғүмер итәләр. Ә күпме йән үҙенең яртыһын таба алмай аҙашып йөрөй, интегеп йәшәй. Йөҙ кешенең егермеһе генә үҙ бәхетен таба икән», – тип яҙған әүлиә.

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...

Мин эшләп йөрөгән ҡала мәктәбенә йәш кенә математика уҡытыусыһы килде. Минең етәкселектәге етенсе класта 30 бала, уларға математик кәрәк ине. Яңы уҡытыусыны тәғәйенләнеләр. Әлбиттә, йәш кешегә еңел түгел ине, мин һәр саҡ ярҙам итергә тырыштым, дәрестәренә лә инеп ултырҙым.

Нурзилә Дәүләт ҡыҙы бик аҡыллы, тотанаҡлы ине, балалар йәш уҡытыусыға тиҙ өйрәнеп китте. Уның исемен ҡыҫҡартып Зилә Дәүләтовна тип йөрөттөләр. Йәш уҡытыусының кейәүҙә булыуын, өс йәшлек балаһы бар икәнен белдек.

– Үҙегеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа ғаиләгеҙ бар икән? – тип һораным бер көн.

– Мин институтта уҡығанда уҡ кейәүгә сыҡтым. Рәмил – матур, ҡыйыу, күп ҡыҙҙарға оҡшай ине. Волейбол секцияһына йөрөгәндә таныштыҡ. Дуҫлашып киттек. Уларҙың ауылына барып килдек. Ата-әсәһе – абруй ҡаҙанған кешеләр, бик мул, бай йәшәйҙәр. Егет үҙе лә минең өсөн үлеп тора. Ата-әсәһе мине күргәс тә улдарына өйләнәһең, тигән талап ҡуйҙы. Уҡыу йылын тамамлағас, туй үткәрҙек. Ситтән тороп уҡырға күстек тә, уларҙың ауылы мәктәбенә эшкә урынлаштыҡ.

Тышҡы ялтырауыҡ алдаҡсы икәнен аңламаған бер ҡатлы ҡыҙ булғанмын. Был ғаиләлә байрам итергә яраталар. Сәбәптәре табылып тора: тыуған көн, юбилей, байрам, кемдеңдер балаһы тыуған һәм башҡалар. Ирем дә эсә башланы. Эсһә, холҡо юҡ, йоҡламай, төнө буйы болара, ҡул күтәрергә лә оялмай. Ҡайнымды ғына тыңлай. Балабыҙ тыуһа тынысланыр тиһәм, юҡ, киреһенсә эсеүҙәре, һуғышыуҙары йышайҙы ғына. Балаға бер йәш тулғайны эшкә сыҡтым. Мәктәптә оялам, Рәмил дә уҡыта бит, беҙҙең хәлде белеп торалар кеүек. Бер саҡ, сираттағы боларыштан һуң, баламды төрөп алдым да, автобусҡа ултырып ҡайттым да киттем. Ғаиләлә кинйәкәй алтынсы баламын, мине иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр, үҙ һүҙле, еңмеш булдым. Әсәйемдәр бындай хәл килеп сыҡҡанға аптыраны. Артымдан ҡайным, ирем килеп, һөйләшеп алып ҡайтып киттеләр. Рәмил ғәфү үтенде, башҡаса эсмәҫкә һүҙ бирҙе, ләкин тағы шул хәл ҡабатланды. Балама өс йәш тигәндә бөтөнләй ҡайтып киттем. Әле ауылда йәшәгән әсәйем улымды ҡарай, үҙем көн дә автобус менән эшкә килеп-ҡайтып йөрөйөм, – тине йәш ҡатын.

– Әле ирегеҙ ни эшләй?

– Ҡайным үлгәс, бөтөнләй бәйһеҙләнде, әсәһен тыңламай, мәктәптән эштән китте. Малайым янына килеп йөрөй. Әсәйем: «Кейәүҙең төҫ-башы бар. Төҫө барҙан төңөлмә, тиҙәр бит, айырылышырға ашыҡма, улыңдың атаһы, килешегеҙ, ярашығыҙ», ти. Эсеүен ҡуйһа ярар ҙа ул... – тип уфтанды әңгәмәсем.

...Беҙҙең класс мәктәп буйынса дежур ине. Ишек янында торһам, бер егет килеп инде лә Нурзилә Дәүләт ҡыҙын һораны. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ипле генә һөйләшә.

– Уның дәрестәре бөттө, ҡайтып китте. Кем булаһығыҙ? – тим.

– Класташы, мәктәптә бергә уҡыныҡ, – тине лә сығып китте.

Аҙаҡ Зилә миңә һөйләне:

– Шамил эҙләп килгән, ауылға ла барған. Интернатта бергә уҡыныҡ. 6-сы кластан дуҫлашып йөрөй башланыҡ. Ул рәсем төшөрә, ә мин стена гәзитебеҙҙең мөхәррире. Өлкән класҡа еткәс, иптәш ҡыҙым янына Шамилдың ауылына барып ҡайттым. Бик оҡшағайны. Аттестат алғас, мин – институтҡа, ә ул техникумға уҡырға индек. Ваҡыты еткәс, уны әрмегә саҡырҙылар. Өфө эргәһендә генә хеҙмәт итте, һалдат кейемендә институтҡа яныма килеп йөрөнө. Ниңәлер ояла торғайным иптәштәрҙән. Минең тирәлә егеттәр күп урала, ә Шамил ныҡ көнләшә. «Ниңә был егеткә йылмайып ҡараның, ниңә анау һиңә йылмайып һүҙ ҡушты, нишләп уның менән һаулыҡ һорашаһың», – тип һәр бер егеттән ҡыҙғана. Шуғамылыр инде, ҡапыл икенсе егетте һайланым да ҡуйҙым. Тормоштоң ошолай боролош алыуына үҙем генә ғәйепле.

– Шамил өйләнгәнме?

– Эйе. Ауылдарына йәш уҡытыусы ҡыҙ килгән дә, шуны алған. Ҡыҙҙары тыуғас, ҡайныһы ҡаланан фатир алып биргән. Ҡатыны һүҙ сыҡҡан һайын, торлаҡ уныҡы булыуын, уның атаһы алып биреүен әйтә икән. Кәләшенең ата-әсәһе лә: «Бешмәгән ирһең, ялҡауһың, ғаиләңде аҫрай алмайһың», – тип тормоштарына ҡыҫылып аптырата икән. Шамил ситкә китеп эшкә төшкән, ә ҡатыны уның янына күсмәй. Ул әле: «Һине онота алмайым. Яратам үҙеңде. Нисек тә бергә булайыҡ», – ти. Үҙем дә бик үкенәм Шамилды рәнйеткәнемә, – тине Нурзилә, күҙ йәштәрен һөртөп.

Мин уны йыуатырға тырыштым:

– Һеҙ әле йәш, барыһы ла алда, тик уйлап эш итергә кәрәк, йөрәгеңде тыңла, – тинем.

Бер аҡыл эйәһенең әйткәне хәтергә килде. «Кеше донъяға килгәндә, уға тәғәйен яртыһы ла тыуа. Шул ике ярты йән бер-береһен эҙләй икән. Әгәр ҙә тап килеп ҡауышһалар, бәхетле пар булып ғүмер итәләр. Ә күпме йән үҙенең яртыһын таба алмай аҙашып йөрөй, интегеп йәшәй. Йөҙ кешенең егермеһе генә үҙ бәхетен таба икән», – тип яҙған әүлиә.

...Күп йылдар үтеп китте. Мин хаҡлы ялға сыҡтым. Бер мәл баш ҡалаға килгәнемдә көтмәгәндә Нурзиләне осраттым. Тулы кәүҙәле, матур ҡатын сәләм биргәс, башта танымай торҙом.

– Колледжда уҡытам, өйгә ҡайтып барам, әйҙәгеҙ, беҙгә барып ял итеп алығыҙ, – тип ҡыҫтай башланы. Таксиға сығам тигәс, еңел машинала автовокзалға алып барҙы. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.

– Шамил менән өйләнештек. Ул эшсән, уңған ир булып сыҡты. Ҡаланан алыҫ түгел ер алып, атай-әсәйҙәр, туғандар ярҙамы менән өй күтәрҙек, донъябыҙ бөтөн. Ирем механик, заводта эшләй. Уртаҡ ике балабыҙ бар. Минең улымды ла үҙенекеләй күреп үҫтерҙе. Әле ул хәрби училищела уҡый. Үҙенең ҡыҙына ла ай һайын аҡса ебәреп, һәр яҡлап ярҙам итеп тора. «Йәш ғүмерҙең күпме матур мәлдәрен заяға үткәрҙек. Бында икебеҙ ҙә ғәйепле», – ти. Һине аңлаған яратҡан кешең менән ғүмер итеүе оло бәхет икән, – тине Нурзилә Дәүләт ҡыҙы күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡытып. Уның тормошона мин дә ҡыуандым. Ғүмер ике килмәй, шуға күрә яҙмыштың ҡоло түгел, ә хужаһы булып йәшәргә кәрәк, тип уйландым ҡайтыр юлға сыҡҡас...

 

 

Фото: Гөлнора Йәмилева

 

Автор:Рәсимә АЙСЫУАҠОВА.
Читайте нас: