Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь , 13:00

Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу

Уҙған шәмбе Йәштәр һарайында «Мин - мөслимә» конкурсы үтте – унда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бөрйән районынан командалар ярышты.

Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу

Мөслимәләр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Мөьминәләргә тәүфиҡле, юғары әҙәпле, әхлаҡлы, тыйнаҡ булыу зарур. Өҫ кейеменә килгәндә, сәстәр яулыҡ менән ҡаплаулы, кейем буй-һынды белендермәй, һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә булырға тейеш. Мосолман ҡатынҡыҙҙары холҡо һәм кейеме менән башҡаларҙан айырылып тора. Яулыҡ ябынып йөрөү – ул ҙур яуаплылыҡ һәм исламға саҡырыу, йәғни дәғүәт.

«Мин - мөслимә» сараһының маҡсаты – Башҡортостан мөслимәләрен берләштереү, уларҙың образдарын асыу, тормоштарын өйрәнеү, әхлаҡи темаларҙы күтәреү, ислам диненә йәш быуынды ылыҡтырыу, дини белемде нығытыу.

«Мин - мөслимә» бәйгеһендә барлығы дүрт команда ярышты, уларҙың икәүһе – Бөрйәндән, конкурс үҙе ете этаптан торҙо. Һәр команда «Беҙ мосолман, тимәк...» темаһы менән сығыш яһап, үҙҙәрен таныштырып үтте. Презентация иркен формала ойошторолдо, бәйгеселәр тамашасыларға үҙ слогандарын, берҙәм дресс-кодтарын тәҡдим итте.

Мөслимәләр командалары дини ғилемдә лә көс һынашты, улар «фиҡһ», «аҡида», «хәҙистәр», «сира», «Ҡөрьән», «әхлаҡ» кеүек төшөнсәләрҙе аңлатып үтте. Артабан улар Ҡөрьән уҡыуҙа ярышты, бында, тәү сиратта, тәжүид, дөрөҫ уҡыу баһаланды.

Артабан һәр команда дини терминдарҙы ҡулланып, «дуа»ның дөрөҫ тексын төҙөргә тейеш ине. Төп шарт – ижадилыҡ, берҙәмлек, дөрөҫ телмәр, тел байлығы, матур сығыш, «дуа»ның грамматик, лексик һәм мәғәнәүи яҡтары. Көсһөҙ заттарҙың матурлығын, нескәлеген хижәп тағы лә йәмлерәк итә. Был этапта ла үҙ оҫталығыңды күрһәтергә кәрәк ине.

Шул уҡ ваҡытта конкурста ашһыуға һәләтлелек баһаланды, фойены төрлө ризыҡтарҙан ташып торған өҫтәлдәр биҙәгәйне. Иң һуңғы конкурс «Хәҙис» видоеконкурсы тип аталды. 

- Был конкурстың маҡсаты – мөслимә образын күрһәтеү. Кешеләргә исламдың сафлығын, матурлығын еткереү. Диндәге ҡатын ниндәй булырға тейеш – шуны аңлатыу, - тип ихлас уртаҡлашты Ишембай ҡалаһының «Хәлилә» тип исемләнгән мөслимәләр союзы рәйесе Лилиә Мөхәмәтйәнова. – Быға тиклем беҙ шулай уҡ «Алтын тирмә» тигән интеллектуаль уйын ойошторғайныҡ. Ә был юлы ижади һәләтте күберәк  күрһәтергә тырыштыҡ. Беҙ шулай, диндән, ғаиләнән тыш, төрлө оҫталыҡтарыбыҙҙы ла үҫтерәбеҙ.

- Беҙ Бөрйәндән килдек. Маҡсатыбыҙ – матурлыҡ аша киләһе быуынға динде еткереү, - тип таныштырҙы үҙе менән Ләйсән Бәширова. – Был конкурс мөслимәләрҙе төрлө яҡлап аса. Ҡул эштәрен дә, тел оҫталығын да.

Танышыбыҙ Ләйсән дингә студент саҡта уҡ килдем, ти. Әлеге мәлдә ул өс бала тәрбиәләй, улар ата-әсә өлгөһөндә дин менән ҡыҙыҡһына.

Йәштәр һарайының фойеһында ҡул эштәре буйынса төрлө күргәҙмәләр үтте. Унда боронғо башҡорт һәм заманса биҙәүестәрҙе күрергә мөмкин ине.

Ишембай мөслимәләре был конкурста Гран-при яуланы.

 


Автор фотолары.

Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Ниәттәре – матурлыҡ аша динде таратыу
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: