3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы менән үткән тура бәйләнештә Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында айырым әйтеп үтте. "Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәтебеҙҙә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк", - тип белдерҙе ул. Радий Фәрит улы шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтенә эшкә йәлеп ителәсәге хаҡында һөйләне. Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланыуын, шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүҙәрен белдерҙе.
Ишембай ҡалаһы һәм районында ла махсус хәрби операцияағы яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Маскировка селтәрҙәре
Әлмирә Шәрәфетдинова етәкләгән «Изгелек бүләк итәбеҙ» ирекмәндәр ойошмаһы республикала тәүгеләрҙән булып яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрә башланы. Оҫтабикәләр был һөнәргә башҡаларҙы ла йәлеп итте. Хәҙер изге эште бөтә мәктәптәрҙә, ауыл клубтарында әүҙем дауам итәләр. Үҫеп килеүсе йәш быуын да ситтә ҡалманы. Бөгөнгө көндә ирекмәндәр 20-нән ашыу изделие - госпиталдәргә мендәрҙәр, носилкалар, дронға ҡаршы торорҙай одеялдар, маскировка костюмы, сапёр сумкалары һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. "Беҙ тәүҙә яугирҙарҙан нимә кәрәклеген һорашабыҙ. Дронға ҡаршы одеалдарҙы тепловизор менән тикшереп ҡараныҡ. Улар ярҙамында һалдаттар пилотһыҙ осоусы аппараттарҙан йәшеренеп ҡала. Һыуыҡтарҙа кейергә йылы аяҡ кейемдәре лә әҙерләйбеҙ", - тип белдерҙе Әлмирә Шәрәфетдинова.
Көрәк һаптары
Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Илья, Мирослав һәм Кирилл хеҙмәт дәресендә сапер көрәктәре өсөн һаптар эшләгән. Был тәҡдимде уларға уҡытыусылары Рөстәм Әхмәтйәнов еткергән. Ул үҙе Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙәр ҡатнашҡан һәм алғы һыҙыҡта сапер көрәгенең иң кәрәкле әйбер булыуын һөйләгән. Үҫмерҙәр көн һайын дәрестәр тамамланғас та станоктар артына баҫып эшкә тотонған. Материалдар менән Маҡар урман хужалығы эшселәре тәьмин иткән.
Йылы ойоҡбаштар, тәмлекәстәр
Күп ишембайҙар алғы һыҙыҡҡа әленән-әле ярҙам күрһәтә. Ҡалабыҙҙа маскировка селтәрҙәренән тыш блиндаж шәмдәре эшләйҙәр, йылы йөн ойоҡтар бәйләйҙәр тәмлекәстәр бешерәләр, туҡмас киҫәләр. Перегонный биҫтәһендә урынлашҡан 5-се мәктәптә шәмбе һайын гуманитар ярҙам әҙерләү ойошторола. Белем усағының беренсе ҡатында Бурансы, Перегонный халҡы, мәктәп коллективы йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, хеҙмәт кабнетында һалдаттарға эске кейемдәр, госпиталдәргә мендәрҙәр тегә, блиндаж шәмдәре эшләй, мәктәп ашханаһында яугирҙарға бауырһаҡ бешерә.
"Оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарға ҡоро «душ»тар әҙерләйбеҙ. Посылкаларыбыҙ барып етеп, егеттәребеҙҙән сәләм хәбәрҙәрен алыу менән тағы ла дәртләнеп сираттағы гуманитар ярҙамға тотонабыҙ”, - ти улар.
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам
Ишембай предприятиелары яңы кимәлгә сығып, пилотһыҙ осоусы аппаратар етештерә башланы. Ябай автомобилдәрҙе һуғыш өсөн ҡулайлаштырып, яҡташтарға әленән-әле алғы һыҙыҡҡа тапшыра.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте даими рәүештә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам йыя. Был аҡсаларға квадрокоптерҙар, һәм һалдаттарға башҡа кәрәк-яраҡтар алына. Йыш ҡына хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов үҙе махсус хәрби операция барған зонаға сығып, яугирҙарға техника, гуманитар ылау, посылкалар тапшыра. Ауыл биләмәләрендә лә яугирҙарҙың ғаиләләренә иғтибар ҙур: бесән, утын килтерелә, көнкүрештә ярҙам күрһәтелә. Ирекмәндәр ишек алдындағы үләндәрҙе саба, йорт-ҡаралтыны тәртипкә килтерешә, ҡышҡыһын ҡарҙан таҙарта.
Фекер
Фәүзиә Насырова, Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:
– Беҙ ике йыл рәттән МХО-ға әүҙем ярҙам итәбеҙ. Ош ваҡыт эсендә 3 меңдән ашыу окоп шәмдәре эшләнек. Умартасылар беҙгә прополис бирҙе, яугирҙарға бал тапшырҙы. Прополистан һәм ҡаҙ майынан яра урындарына һөртә торған махсус кремдаар эшләнек. Дарыуҙар, гигиена саралары, кейемдәр, постель кәрәк-яраҡтары, үлән сәйҙәре, бетеүҙәр әҙерләп ебәрҙек. Быйыл ноябрь айында ғына 150-нән ашыу мендәрҙәр тектек. Айына 2-3 тапҡыр Ишембайҙың гуманитар йыйыу пунктына алып барып тапшырып торабыҙ. Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙары исеменән Салауат ҡалаһының балалар табыу йорто коллективына рәхмәт белдерәм. Улар беҙгә термокейемдәр, дарыуҙар һәм башҡа әйберҙәр менән ярҙам итә. Шулай уҡ, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға хаттар яҙабыҙ. Уларҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Һалдаттар үҙ аҡсаларына барыһын да һатып ала ла, тип уйлаған кешеләр ҙә бар. Уларға мин һәр ваҡыт хәрби хәрәкәттәр беҙгә килеп етһә, бер ниндәй ҙә аҡса ярҙам итә алмаясағын аңлатам. Шуға күрә лә, беҙгә берләшеп, Ватан һаҡсыларына күмәкләп ярҙам итергә кәрәк.
Ишембай ҡалаһы һәм районында яугирҙарға гуманитар ярҙам Ишембай ҡалаһы, Геологтар урамы, 16 адресы буйынса урынлашҡан Йәштәр һарайында иртәнге 9-ҙан алып киске алтыға тиклем ҡабул ителә.
Фотолар редакция архивынан.