Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 06:00

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ

Хәҙерге донъяны унһыҙ күҙ алдына килтерә алмаған һөнәр бар. Көн һайын беҙ ниндәй генә кейем кеймәйбеҙ һәм уның барлыҡҡа килеүе тураһында бик һирәк уйланабыҙ. Ә бит был әйберҙәрҙең ижадсыһы - туҡыма һайлау, бесеү һәм тегеү серҙәренә эйә булған ябай тегенсе.

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡЙөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ

Бөгөн беҙ «Заспорт» тегеү фабрикаһы хеҙмәткәрҙәренең нисек эшләүе һәм уларҙың ниндәй продукциялар сығарыуы хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

ZASPORT бренды 2013 йылдан бирле эшләй, ә 2016 йылдан компания Рәсәй Олимпия комитетының рәсми партнеры булып тора.

Татьяна Николаевна Шабанова «Заспорт» фабрикаһында бесеүсе булып эшләй. Ул бында предприятие асылғандан
алып хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә өләсәләренең нисек яратҡан эше менән шөғөлләнеүен үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн
уның ейәндәре һәм ейәнсәре заводҡа килде. 

- Быға тиклем 17 йылдан ашыу Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Һуңынан әхирәтем Наталья Мухина мине “Заспорт” предприятиеһына саҡырҙы. Завод етәкселеге менән һөйләшеүгә килдем, бында хеҙмәттең асылына төшөндөм, миңә барыһы ла оҡшаны. Хәҙер мин әхирәтем менән бергә эшләйем. Элекке хеҙмәт урынымда бындай ҡорамалдар юҡ ине, ә был предприятиела яңы, заманса ҡорамалдар ғына урынлаштырылған. Барыһына ла еңел генә өйрәнеп киттем. Мин бесеү станогында эшләйем. Технолог беҙгә төрлө әйберҙәр ижад итеү өсөн карта-ҡулланмалар килтерә. Шуның буйынса төрлө заказдар башҡарабыҙ. Әлеге ваҡытта беҙ себерҙә эшләү өсөн ярымкомбинезондар өсөн тауар киҫәбеҙ. Эш ҡыҙыҡлы: беҙҙә моделдәр күп - спорт кейеме, джемперҙар, костюмдар һәм башҡалар, - тип уртаҡлаша Татьяна Николаевна. 

Татьяна Шабанованың биш ейәнейәнсәре бар. Экскурсияға Георгий, Мирон һәм Ева килде. Өләсәйҙең һүҙҙәренсә, улар төрлө яҡлап үҫешкәндәр һәм яҡшы уҡыйҙар. Гоша программалау һәм шахмат буйынса түңәрәктәргә йөрөй, ә Мирон һәм Ева биатлон менән шөғөлләнә. Балалар кейем тегеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Тәүҙә модель әҙерләнә, һуңынан ул конструкторлау этабына тапшырыла. Конструкция деталдәрҙең һыҙмаларын иҫәпләү һәм төҙөүҙе, лекалдар әҙерләүҙе һәм техник документация булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Лекалдар плоттерҙа баҫыла һәм бесеү цехына ебәрелә. Цехта балалар тауар йәйеү өҫтәлдәрен күрҙе, унда лекалға биҙәктәр төшөрөү, туҡыманы бер нисә ҡат йәйеү һәм тура бысаҡлы машина ярҙамында изделие деталдәрен ҡырҡып алыу башҡарыла. Цифрлы трансфер матбуғаты йүнәлеше етәксеһе Айгөл Моратова балаларға ҡорамалдарҙың нисек эшләүе хаҡында һөйләне:

- Башта принт һалабыҙ. Юғары температура һәм көслө баҫым аҫтында ул туҡымаға ҡыҫыла.

«Заспорт» фабрикаһы персоналын һайлап алыу буйынса Менеджер Альбина Сәйфетдинова технологик процестың барышын аңлатты:

- Башта ҡағыҙҙа кәрәкле деталдәр баҫыла. Был буяуҙар кеше өсөн хәүефһеҙ һәм юйылмай. Һуңынан, юғары температура һәм баҫым тәьҫирендә, һүрәт ҡағыҙҙан туҡымаға күсерелә. Күсереү процесы уңышлы булһын өсөн туҡымала синтетиканың кәм тигәндә 50 проценты булырға тейеш, - тип аңлатты Альбина Роберт ҡыҙы.

Балалар төрлө тегеү машиналарын күрҙе: яҫы епле, элмәкле, оверлоктар. Комбинезондар, жилеттар, курткалар кеүек һәр изделие билдәле бер ағымда эшләнә. Фабрика хеҙмәткәрҙәре ойошторған экскурсия балаларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Улар һәр операция өсөн айырым белгес яуаплы икәнен белде.

- Миңә айырыуса сигеү цехы оҡшаны. Өләсәйемдең нисек эшләүен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Һәр береһенең бында үҙ бурысы бар һәм был бик ҡыҙыҡлы, - тине Георгий.

- Мин күп нәмә белдем, кейемдәрҙең нисек барлыҡҡа килеүе оҙайлы процесс икән. Кейем дизайнеры булыу тураһында уйланып та ҡуйҙым әле, - тип һөйләне Ева. - Бында барыһы ла матур, заманса һәм таҙа. Миңә күбеһенсә термокүсереү ҡорамалы оҡшаны, - тип өҫтәне Мирон.

Балалар был экскурсиянан бик ҡәнәғәт ҡалды. Юҡҡа ғынамы “йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ” тип әйтмәйҙәр бит.


Автор фотолары.

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас