Ғәжәйеп тормош юлы кисергән, ете бала тәрбиәләп үҫтергән, бар ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған ағинәйҙе Һайран, Байғужа ауыл Советы хакимиәттәре башлыҡтары, инәйҙең барлыҡ балалары ҡотланы. Ғүмер байрамын ҡаршыларға әҙерләнгән юбилярҙың янында сәстәренә сал төшкән, күптән үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөткән балалары йүгерешә. «Әбейҙәрсә итеп яулыҡ ябындырып, бигерәк ҡартайттығыҙҙаһа мине», - тип яратып ҡына һуҡранып та алды инәй. Ҡунаҡтар ҡаршылау менән бер рәттән ул аш-һыу бүлмәһен дә ҡайғыртып өлгөрә. «Туҡһан йылым туғыҙ көн һымаҡ үткән дә киткән икән шул, балалар», - тип яйлап хәтирәләргә күсте ағинәй.
Миләүшә Хафиз ҡыҙы 1934 йылдың 2 декабрендә Һайран ауылында күмәк балалы ғаиләлә донъяға килә. Ата-әсәһе ҡара таңдан алып ҡара кискә тиклем эштә.
Бәләкәй туғандарын ҡарау, уларҙы ашатыу, бөтмәҫ өй эштәрен башҡарыу ҡыҙҙың иңенә төшә. Шуға күрә лә ауылдағы биш класты ғына тамамларға тура килә
уға.
- 1952 йылда Арларға килен булып төштөм. Тормош иптәшем Әхмәтғәле лә күмәк балалы ғаиләнән. Бигерәк тормоштары ауыр ине, ятып йоҡларға түшәк тә булманы хатта. Әммә бирешеп торманыҡ, икебеҙ ҙә әрһеҙ инек, тырышып тормош көтөп алдыҡ та киттек. Өс йыл бейем менән йәшәнем. Шунан һуң бәләкәй генә булһа ла үҙ йортобоҙҙо һалып башҡа сыҡтыҡ. 1953 йылда оло ҡыҙыбыҙ Шәмсинурыбыҙ тыуҙы, шунан һуң Нәзир улыбыҙ донъяға килде. Уға ике ай ҙа юҡ ине, аталарын
әрмегә алып киттеләр. Өс йыл һалдатка булып ултырҙым. Әрменән ялға ҡайтып киткәс, өсөнсө ҡыҙыбыҙ Венера тыуҙы. Декрет тигән нәмәне белмәнек тә ул, эшләп тик йөрөнөк. Венерама алты айлыҡ ҡына булғанда бесәнгә төштөк. Яслегә алып барып ҡалдырам да йыраҡ ҡына араға бесән сабырға китәбеҙ. Төш ваҡытында кешеләр ашарға туҡтағанда ауылға ҡайтып ҡыҙымды бер тапҡыр имеҙеп киләм. Бахыр ғына ҡыҙым көнө буйы асығып та, һыуһап та илап яталыр инде, тип ултырып илап та
алам, - ти ул йылдарҙың ауырлығын күҙ йәштәре аша иҫләп. - Көндөҙ колхоз эшендә йөрөйбөҙ, төндәрен балалар йоҡлағанда йүкә ярып, ҡап һуғам. Колхозыбыҙ бик
фәҡир генә ине, килен булып төшкәндә ат һарайынан башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Аҙаҡ яйлап күтәрелде. Халыҡ тырыш булды. Һәр беребеҙ өсәр гектар ер алып сөгөлдөр
утаныҡ. Утыҙ бишләп механизаторға яҙлы-көҙлө ашарға ла бешерҙем. Көн дә өйҙә икмәк һалам, туҡмас ҡырҡам, һауыт-һаба йыуам. Иртән мейестә алты икмәк бешереп алам, кискеһен тағы алты икмәк ҡуям. Унлап туҡмас йәйем итеп йәйәм. Бармаҡтарым әсеп китә торғайны хатта. Йәйгеһен бесәнгә төшәбеҙ. Бөтә ерҙә ҡул көсө. Йөҙләгән кешегә ашарға бешерәм. Ялан тулы ҡатынҡыҙ, бала-саға. Мин уларҙы ашатам, утын килтереп, һыу ташып йөрөгән ярҙамсым ирҙәрҙе ашатырға китә. Быҙауҙарҙы ла ҡараным. Уларға утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрә менән һөт ташыйым. Өйгә ҡайтып йылғанан көрт ярып тағы көйәнтәләп һыу ташыйым. Аҙаҡ шул биҙрәләрҙе күрмәҫтәй булып китәм хатта. Эште һайлап торманыҡ, бригадирға ҡарышманыҡ, нимә ҡушты шуны эшләнек. «Миләүшә еңгә, һиңә һәйкәл ҡуйырбыҙ, тигәйне миңә бер заман бригадир. Үлгәс ҡуйырһығыҙ, тип көлгәйнем. Үҙе күптән баҡыйлыҡҡа күсте, ә мин һаман йәшәп тик ятам. Аҙаҡ балаларым ҡул араһына керә башланы. Әле булһа ла иҫемдә: иң бәләкәй ҡыҙымды табырға ваҡыт еткән. Ҡаланан ПТУ балаларын колхозға ярҙамға эшкә килтергәндәр. Егермеләп баланы үҙебеҙгә йәшәргә алдым. Кемеһе һарай башында йоҡлай, күбеһе өйҙә иҙәндә тәгәрәшеп яталар. Бер көн шул балаларҙы ашаҡлап, бала табыу йортона сығып киттем. Иптәшем менән матур ғына 25 йыл тормош көттөк. Әммә ул бауыр сиренән бик иртә китеп барҙы. Нәзир улымды ла ерләнем. Токка һуғылып ике ҡулһыҙ ҡалды ул. Шулай булһа ла, бирешмәне, тырышып, гөрләтеп донъя көттө, өйләнде, улдары тыуҙы. Балаларым бәләкәй саҡтан бер-береһе менән ныҡ татыу, эй һоҡланам, эй ҡыуанам. Бөтәһе лә уҡынылар, яҡшы кеше булдылар. Ялға ҡайтҡандарында барлыҡ эштәремде эшләп китәләр. Хатта автобусҡа саҡ өлгөрөп ҡалған саҡтары була торғайны. Бәхетлемен, шөкөр, - ти Миләүшә Хафиз ҡыҙы.
- Әсәйем беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Мин оло бала булараҡ туғандарымды ҡараштым. Әле әсәйебеҙ ПТУ балаларын иҫкә алды. Уларҙы үҙ балаларылай күреп, бөтәбеҙҙе лә бер тиң итеп ҡараны. Иртән тороуға көлсәләр, ҡоймаҡтар бешереп ҡуя торғайны. Бала табыу йортона сығып киткәс, ул студенттарға ашарға бешереү миңә төштө. Үҙем уларҙан күпкә бәләкәй инем әле, етмәһә. Атайыбыҙҙан иртә тороп ҡалһа ла, әнейебеҙ бирешмәне. Ирле ҡатындарҙан кәм йәшәмәне. Һәр саҡ ике һыйыр тотто, һарыҡтарҙың һаны 25 баш булып китә торғайны. Баҡса тултырып емешеләк, йәшелсә үҫтерҙек, өйрәк, ҡаҙ, тауыҡ тоттоҡ. Йүкә ярыу, ҡап һуғыу, ситлек урау кеүек эштәр барыбыҙға ла эләкте. Әсәйебеҙ бәрәңге баҡсаһында көнө буйы эшләп тә, һис тә арымай торғайны. Оҙаҡ йәшәүенең сере лә шул бәләкәйҙән эш менән сынығып үҫеп, бар ғүмерен хеҙмәткә арнауындалыр тибеҙ, - ти инәйҙең оло ҡыҙы Шәмсинур Вафиева. Хәтирәләргә инәйҙең улдары ла ҡушыла.
- Атайыбыҙ бер баҫыуға иген ағыуларға барырға йыйына. Сығыр алдынан, эй ошо әнейегеҙҙең матурлығы, тип һоҡланып сығып киткәне иҫемдә. Әсәйебеҙ әле булһа һаман да төҫ ташламаған, ныҡ. Был беҙҙең нәҫелдән киләлер. Ғәфифә өләсәйебеҙ ҙә 80 йәштә лә таяҡҡа таянмай, туп-тура атлап ҡунаҡҡа килеп инер ине, - ти Флүр Вафиев.
Бөгөн Миләүшә инәйҙең 54 ейән-ейәнсәре бар, бүлә-бүләсәрҙәрен, тыуа-тыуасарҙарын һанап бөткөһөҙ. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, улар барыһы ла Миләүшә инәйгә оҡшап тырыштар, эшкә әрһеҙҙәр. Икенсе улы Әнүр нефть өлкәһендә 35 йыл эшләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Уға награданы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов үҙе тапшырған. Ейәне Ислам Арлар ауылында иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ейәндәренең күбеһе Себер тарафтарында нефть өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар. Барыһы ла өләсәләренә оҡшап егәрлеләр. «Ҡала ҡыҙы булһам да, ауылдыҡыларҙан һис тә ҡалышмай һыйыр ҙа һауҙым, һөт тә айырттым. Өләсәйем менән баҫыуҙағы эшселәрҙе ашатырға ла йөрөнөм. Уның эргәһендә үткәргән бәхетле бала сағымды хәҙер һағынып ҡына иҫкә алам ти», - ейәнсәре Резеда Ғәлиәхмәтова.
Миләүшә Хафиз ҡыҙына балалары ғына түгел бер туған һеңле-ҡустылары ла ифрат рәхмәтле. «Хәҙер апайыбыҙ беҙгә икенсе әсәй урынына ҡалған кеше. Мәктәптә уҡығанда, студент ваҡытыбыҙҙа беҙгә ныҡ ярҙам иттеләр еҙнәбеҙ менән. Улар ярҙам ҡулы һуҙмаһа, уҡыу йорттарында уҡыуы беҙгә бик ауырға төшөр ине», - ти юбилярҙың һеңлеһе Кәшифә Фәтҡуллина.
Миләүшә инәйгә тыуған көнөндә ихлас йөрәктән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр күп яңғыраны. Ғүмер йомғағын барлап, лайыҡлы тормош юлы үтеүенә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, бөгөнгөһөнә ҡыуанып, балалары менән ғорурланып ултырған бәхетле ағинәйгә ҡарап, «Ни сәсһәң, шуны урырһың» тигән халыҡ мәҡәлен иҫемә төшөрҙөм. Намыҫлы, тырыш йәшәгәндәр генә бына шулай бәхетле ҡартлыҡҡа лайыҡтыр ул.
Автор фотолары.