Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь , 13:00

Ватанһыҙ беҙ кем һуң?

Ҡайһы саҡта гәзит уҡыусы сираттағы номерҙы уҡығанда журналист материал әҙерләү өсөн ниндәй ҡаршылыҡтар аша үткәнен дә аңлап етмәй...

Ватанһыҙ беҙ кем һуң?
Ватанһыҙ беҙ кем һуң?

Ике аҙнаға отпускыға ҡайтҡан махсус хәрби операцияһы яугиры менән осрашыу үҙе бер проблемаға әйләнә. Журналистар менән осрашырға теләмәй, тиһегеҙме? Юҡ, эш бөтөнләй икенсе нимәлә. Уларҙың ял ваҡыты ныҡ тығыҙ, ә эштәре – күп.

Мин дә «Раджа» ҡушаматлы яугир менән шунда уҡ осрашып аралаша алманым. Барыһын да аңлап торам, йорт эштәрен эшләргә, әсәһенә һәм ҡатынының туғандарына ярҙам итергә, дуҫтары менән күрешергә кәрәк. Һаулығын да нығытып алыу мөһим, унда, алғы һыҙатта, УЗИ һәм башҡа медицина ҡорамалдары юҡ. Шуға ла күпте күргән тәжрибәле ир менән иртә таңдан һөйләшә башланым. Беҙ бала саҡ хәтирәләренә бирелдек.

Афғанстанға үҙе теләп китә Әңгәмәсем Үзбәкстанда тыуған булған. Уның әсәһе – Йәнырыҫ ауылынан. Йәш сағында инәһенә ҡунаҡҡа бара, шунда бер егеткә ғашиҡ була. Шулай итеп яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Ләкин көньяҡтың эҫе климаты ҡатынға һаулығы буйынса тап килмәй. Улы тыуғандан һуң улар икәүләп Башҡортостанға күсеп ҡайта, ире Үзбәкстанды ташлап китергә теләмәй.

Раджа, шулай итеп, әсәһе менән Ишембайҙа төпләнә, урындағы балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә йөрөй. 1982 йылға тиклем әсәһе менән Промыслылар урамында («Нефтсе» стадионы артында) урынлашҡан баракта йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә унда шәхси коттедждар төҙөлгән. 42 йыл элек барактарҙы емерәләр, унда йәшәүселәргә уңайлы фатир тапшыралар.

- Бала сағым мәшәҡәтһеҙ үтте, - тип иҫкә ала Раджа. – Дуҫтарым менән татыу булдыҡ. Кешеләр ҙә ябайыраҡ булды, күберәк изге эштәр эшләргә тырыштылар. Мин футбол, баскетбол, хоккей уйнай торғайным. Ҡышын шайба артынан ғына сапманым, конькиҙа ла йөрөнөм. 1-се мәктәптең физкультура уҡытыусылары ла көслө булды, хәҙер ул гимназия статусын алған.

Яҡташыбыҙ тиҙ хеҙмәтте Ишембайҙа үтә, ябыҡ хәрби объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. Армияға алыныу менән илһөйәр егет үҙен Афғанстанға ебәреүҙәрен үтенә. 1980 йылдарҙа Совет ғәскәрҙәре менән моджахедтарҙың киҫкен бәрелеше була. Ләкин, уға сәбәбен дә аңлатып тормайынса, кире яуап ҡайтаралар. Армия хеҙмәтенән һуң ул быраусылар эшенең Ишембай идаралығы, нефтьгаз сығарыу идаралығы, урындағы һыу каналы кеүек ойошмаларҙа эшләй. Үҙе иҫкә алыуынса, коллективтар бик татыу була. Шулай ҙа уға шәхси предприятиела ҡыйыҡ, түбә материалдарын етештереү буйынса смена начальнигы һәм насостар машинисы булып эшләү оҡшай. Эш ҡыҙыҡ ине, аҡсаны ла аҙ түләмәнеләр, ти.

Ғаиләһе лә барлыҡҡа килә – Раджа бынамын тигән ҡыҙҙы осрата, ике улдары тыуа. Хәҙер олоһо Мәскәүҙә үҙ ғаиләһе менән йәшәй, кесеһе Ырымбур вуздарының береһендә уҡып йөрөй. Шулай итеп тыныс тормош менән йәшәп ятҡанда махсус хәрби операцияһы башлана.

Уң яҡтан да дрон, һул яҡтан да дрон...

- Мин Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында Рәсәй ғәскәрҙәре позицияларында ниндәй хәлдәр барыуын күҙәтеп торҙом, яңылыҡтар ҡараным. Һуңынан,
илебеҙгә – яугирҙар, яҡташтарыбыҙға ярҙам кәрәклеген аңланым. Һөҙөмтәлә, МХО зонаһында мин кәрәкмен, тигән уй барлыҡҡа килде, - тип уртаҡлашты яҡташыбыҙ.

– Ошондай ауыр саҡтарҙа Ватанға ярҙам итергә тейешбеҙ, тип уйлайым – ул беҙһеҙ йәки беҙ унһыҙ нимә эшләргә тейешбеҙ? Өйҙә ҡатыным менән ултырып һөйләштек, уҙған йылдың октябрендә мин килешеү төҙөнөм. Тәүҙә был хаҡта әсәйемә һәм балаларға бер нимә лә әйтмәнек. Улдарыбыҙ белеп ҡалғас, бик борсолдолар. Шулай ҙа аҙаҡ тынысландылар. Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, тиҙәр. Ҡатыным минән шылтыратыуҙар, хәбәрҙәр көтә. Билдәле булыуынса, алғы һыҙатта телефон бәйләнеше юҡ. Бер саҡ мин 19 көн буйы хәрби позициянан китә алманым, ғаиләгә бер ниндәй хәбәр ҙә ебәреп булманы. Ошо ваҡытта ҡатыным ныҡ хәүефләнде, борсолдо, сөнки бындай «юғалып тороуҙар» биш көндән артмай торғайны. Кәрәкле белем алғас, яҡташыбыҙ водитель булып хеҙмәт итә. Бөгөн ул яугирҙар дошмандың үҙен һәм техникаһының
хәрәкәтен күҙәткән «Башҡортостан» полкы бүлегендә бурысын үтәй – улар нимә күргәндәрен һәм ишеткәндәрен үҙ етәкселегенә еткереп тора. Полктың дислокацияһы – Луганск халыҡ республикаһы Кременная ҡалаһы районында. Ҡайһы саҡта Украина позицияларына 300-400 метр ара етә яҙып ҡуя.

- Быйылғы йылда Украина хәрби көстәренең дрондары ныҡ күп, - тип аңлатты Раджа. – Егеттәр, беҙҙән йыраҡ булмаған ерҙә пилотһыҙ осоу аппаратын етештергән цех эшләйҙер, моғайын, тип шаярталар. Улырҙың һөжүме ныҡ көслө була. Әлбиттә, бер ниндәй ҙә цех юҡ. Беҙ барыһын да тикшереп торабыҙ. Даими иғтибарлыҡ та кәрәк. Украина хәрби көстәренең разведчигы бәләкәй, юғары оса, күҙгә күренмәй тиерлек. Ул үҙенә кәрәк бөтә мәғлүмәтте ала, координаттарҙы дошманға тапшыра – улар «билдәләнгән нөктәләр»гә артиллерия йәки танк менән ут аса. Разведчиктан айырмалы рәүештә БПЛА-ның осоп килгән тауышы яҡшы ишетелә. Иң ҡурҡыныс дрон – Баба Яга, блиндажды, тура тоҫҡап, юҡҡа сығара, яндыра. Беҙ хәрби операцияһы зонаһында икешәрләп кенә йөрөйбөҙ. Украиндар, кеше күп йыйылған урынды күреп, «Град»тан аталар йәки танк менән һөжүм итәләр. Пилотһыҙ осоу аппараттарының береһе Ражданың Сибай яғынан булған дуҫын саҡ үлтермәй ҡала. Тегеһе икенсе бер дуҫы менән рацияларға яңы программа һалыу өсөн киткән була – дошман сигнал буйынса Рәсәй һалдаттарын табырға тейеш түгел. Ҡапыл ҡараһалар, уларға табан камикадзе дроны осоп килә, ул заряд ырғытып китә. Сибай егетенең ҡулдары, аяҡтары йәрәхәтләнә. Бәхеткә күрә, уның менән бергә булған иптәше ул тиклем яраланмай. Йәрәхәттәрҙе бәйләгәнсе, икенсе камикадзе ла күренә. Егеттәр үле кеше булып яталар. Сибай егете, был яҡты донъя менән хушлашам икән, тип доғаһын уҡый башлай. Нисек итеп тере ҡалғандарын үҙҙәре лә аңлап етмәй.

Яуҙар тыныс тормош өсөн

Дошмандың дрондары күп булыуына һәм Көнбайыштың Украина ғәскәрҙәрен ҡорал, һалдаттар менән тәьмин итеүенә ҡарамаҫтан, Раджа Рәсәйҙең еңеүенә ышана. Уның һүҙҙәренсә, «Башҡортостан» полкының дошманға ҡаршы торорлоҡ көсө лә, ҡоралы ла етә. Полк аҙыҡтүлек, маскировкалау селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, эске кейемдәр менән тейешенсә тәьмин ителгән.

Әйткәндәй, Раджа МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам иткән яҡташтарға оло рәхмәтен еткерә, уларға именлек, һаулыҡ теләп ҡала.

- Беҙҙең ғәскәрҙәр, бигүк тиҙ булмаһа ла, алға табан бара, - тине әңгәмәсем. – Был бигерәк тә алғы һыҙатта һиҙелә. Мәҫәлән, дошмандан Рубежное һәм Мариуполь ҡалаларын азат иттек, уларҙы төҙөкләндерҙеләр. Атыштан, дошман утынан йонсоған халыҡ үҙ йорттарына ҡайтты. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәй башланылар. Кешеләр тыныс йәшәһен өсөн беҙ үҙ эшебеҙҙе артабан да дауам итергә бурыслыбыҙ.

Әгәр һеҙ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләһәгеҙ, Урал урамы, 77-се йорт адресындағы Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итегеҙ. Өҫтәмә белешмәләр өсөн телефон: 3-37-72; +7-937-667-76-66. Шулай уҡ Гагарин урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә була. Телефоны: 2-97-23; 4-26-66, өҫтәмә - 33400.


Фото яугир архивынан.

Автор:Дмитрий КИРСАНОВ.
Читайте нас: