Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь , 17:00

Көтә белһәң...

“Ҡырҡҡа етеп тапҡан балаҡайымды ярман һуғышына алды ла киттеләр. Атаһын да күрмәй үҫте ҡолонсағым. Уттай ҡыҙыу бесән өҫтөндә бер туҫтаҡ айран эсеп, ятҡан еренән торманы ла ҡуйҙы Хәлиуллам... Бына бит, ҡырҡҡа еткәс, малайлы булам тип ҡыуанып йөрөнө лә бит, күреп өлгөрмәне. Яҙғаны шулдыр шул, мәрхүмкәйем. Ут йотһам да, балаҡайымды һыр бирмәй үҫтерҙем”. Фатима инәйҙең был зарҙарын ҡыҙ күптән ятлап бөтһә лә, йәнә сабыр ғына тыңлап ултырҙы.Кем белгән һуң, ысынлап, һуңғы хаты булған шул улғынаһына. Фәймә үҙе лә бит электән Хәлитте яратып йөрөй. Тик егет кенә быны һиҙмәне. Йомоҡ шул үҙе лә, ҡыҙ кеше хистәрен нисек кенә аңлатһын инде. Һуғышҡа китеүселәрҙе оҙатыусылар араһында моңһоу ҡараш ташлап, күҙҙәрен мөлдөрәтеп торған Фәймәне күргәндер ҙә инде ул...

Көтә белһәң...
Көтә белһәң...

Былай ҙа саҡ йөрөгән Фатима инәйҙе күҙ алмаһындай күргән бер бөртөк улы Хәлиттең госпиталгә эләгеүе аяҡтан йыҡты. Ярай әхирәте мәрхүмә Ҡарлуғастың ҡыҙы Фәймә ярҙам итеп, килеп-китеп йөрөй. Еткерәһе һүҙҙәре бөтмәгән икән Хәлитенә. Фәймә килеү менән хат яҙҙырҙы. “Ошо хатыбыҙ һуңғыһы булмаһа ярар ине, балам. Хәлитем, иҫән-һау ҡайтып, һинең кеүек кенә баҫалҡы ҡыҙға өйләнеп, ошо йыйған донъямды ташламаһа ярар ине”, – тигән булды шунан әбей, эсе бошоп.

Йыйған донъя тигәне шул түшәк-ҡаралты: ике яҫтыҡ, бер яңы буй юрған менән турпыша инде, табаҡ-һауыт. “Ҡырҡҡа етеп тапҡан балаҡайымды ярман һуғышына алды ла киттеләр. Атаһын да күрмәй үҫте ҡолонсағым. Уттай ҡыҙыу бесән өҫтөндә бер туҫтаҡ айран эсеп, ятҡан еренән торманы ла ҡуйҙы Хәлиуллам... Бына бит, ҡырҡҡа еткәс, малайлы булам тип ҡыуанып йөрөнө лә бит, күреп өлгөрмәне. Яҙғаны шулдыр шул, мәрхүмкәйем. Ут йотһам да, балаҡайымды һыр бирмәй үҫтерҙем”. Фатима инәйҙең был зарҙарын ҡыҙ күптән ятлап бөтһә лә, йәнә сабыр ғына тыңлап ултырҙы.
Кем белгән һуң, ысынлап, һуңғы хаты булған шул улғынаһына. Фәймә үҙе лә бит электән Хәлитте яратып йөрөй. Тик егет кенә быны һиҙмәне. Йомоҡ шул үҙе лә, ҡыҙ кеше хистәрен нисек кенә аңлатһын инде. Һуғышҡа китеүселәрҙе оҙатыусылар араһында моңһоу ҡараш ташлап, күҙҙәрен мөлдөрәтеп торған Фәймәне күргәндер ҙә инде ул...

Контужен булып Хәлит ҡайтҡан икән тигән хәбәр бәләкәй генә ауылда тиҙ таралды. Ишетеү һәләтен юғалтҡанын да еткерҙеләр. Кәмһенеп өйөнән сыҡмай ятмаһа ярар ине, тип борсолдо Фәймә. Уйҙарына бирелеп урамға ҡарап торған Фәймәнең күҙҙәре тыҡрыҡтан ҡапҡаға боролған Сабирйән ҡартҡа төштө. Ул ирҙәр һуғышҡа алынып бөткәс, ҡарт-ҡоронан, бала-сағанан, еңгәй-апай-инәйҙәрҙән торған бригаданы етәкләй. Ҡушаматын да халыҡ биргән: “Бригат Сабир” тиҙәр.
Ул килеп инеү менән:

– Фәймә, дауай эшкә! Көҙөн һөрөп ҡалдыра торған ерҙәр бар. Хәҙер һөрмәһәң, йонсоу аттар әллә сыға яҙға, әллә юҡ. Ике үгеҙ ҡушҡан булдыҡ. Үгеҙҙәр әрһеҙ, нисауа. Әсәйең мәрхүмдең бикәсе Сафия менән бер-ике көн эшләп тор. Хәлит күршең дә контуженмын тип ятмай, эш даулап килгән. Һеҙгә ҡалған көн инде, ҡалайтаһың! Ярай, эшкә тигәс, эшкә! Иртән оноңдо һыуға болғап эсһәң дә эс, ас ҡарынға килмә инде, ҡыҙым, төшөндөңмө? Аттарҙы фронтҡа ебәреүе бик ҡыҙғаныс булды. Аттар менән уландар ҙа китте... Һау ҡайтһындар инде! Иң-иң шәп аттар китте...” – тип әллә ҡыҙға, әллә үҙенә төбәп тигәндәй һөйләнде лә, туҡтамай ары китте.

Фәймә бушҡа бошонған даһа, Хәлитте күрәһе көндәре бар икән! Йөрәге һулҡылдап тибеп ҡуйҙы. Эх, татлы ла, ғазаплы ла йәшерен йәшлек хисе...
...Үгеҙҙәр Сабирйән олатай маҡтағанса бик шәп түгелдәр икән дә. Күҙен алартып ҡарап торған ҡарт үгеҙ оторо ялҡау. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып барған мал ишараты әйләнгән һайын киреләнеп, шыпа туҡтай. Фәймәнең сыбыҡ тотҡан бармаҡтары ҡанһырап бөттө. Аптырағас, әллә туғарып ял иттерәйем микән, тигән уйға килде. Сыбыҡ йыйырға киткән Сафия апай күрмәй ҙә ҡалды, Фәймә тиҫкәреләрҙе туғарып та ебәрҙе. Ҡарт үгеҙ артынан уйнаҡлап башмаҡ та сапты. Шул арала шырлыҡҡа инеп юҡ та булдылар.
Һылтыҡлай-һылтыҡлай йүгереп килгән Сабирйән ҡарт хәле бөтөп: “Нишләп ебәрҙең үгеҙҙәрҙе эш өҫтөндә!? Дезертирмы әллә һин! Һинең нурмыңды кем үтәр тип белдең? Ашау нурмыһы ла эшеңә ҡарап таһа. Сыҡмай инде хәҙер улар сауҡанан! Бар, Хәлиткә әйтеп ҡара! Сразы ҡағыҙ менән ҡәләм һора, яҙып шуны уҡыт! Һаңғырау бит уныһы, сәпсим ишетмәй, эй әттәгенәһе, тиҙ ҡылан, тием. Марш! Олаҡ, күҙемдән юғал!” – тип йән асыуына ҡысҡырҙы.
Хәлит, тыны бөтөп йүгергән Фәймәне күреп, ҡаршыһына сыҡты. “Ҡарындаш, һаумы? Нимәгә былай өтәләнеп йөрөйһөң?”

Фәймә Сабирйән олатайҙың һүҙҙәренән тамам албырғап ҡалған ине. Ҡулдары менән ишаралап, һауаға яҙып күрһәтте. Эш сыҡмаҫтай булғас, Хәлит ҡағыҙ менән ҡәләмен алып сыҡты.Шунан ҡағыҙҙы уҡып бөтмәҫтән кейенә һалды ла, баҫыу юлына саптылар. Сабирйән ҡарт инде ҡысҡырыуҙан тамам ҡарлыҡҡан, ауыҙынан һүгенеү һүҙҙәре лә ысҡынып китә, ә үгеҙҙәр – ыжламай ҙа. Тиҫкәреләрҙе көскә ҡыуып сығарып егеп алғансы, байтаҡ ҡына ваҡыт үтте.

Икенсе рәтте һөрөп әйләнгәндә үгеҙҙәрҙең арҡалары лысма һыу ине. Ҡарт үгеҙ тағы ла шып туҡтаны. Хәҙер инде әрнегән Фәймә хәс тә Сабирйән ҡарттың үҙе кеүек ҡысҡырып ебәрҙе: “Һиңә мына дезертирлыҡ өсөн военный трибунал! Шырлыҡҡа ҡастыңмы, ҡастың! Күпме туҡмама, ыжламай ҙа!”
“Ҡарындаш, туҡтап тор әле?” – тигәнгә әйләнеп ҡараһа, Хәлит килгән. Ул үгеҙгә яҡын уҡ барып, арҡаһынан һыйпай башланы. Бер ваҡыт тегенеһе мөңрәүгә оҡшаған ауаз сығарып, күндәм генә ҡуҙғалды ла китте.

Тағы бер көн үтте... Күҙ төптәре ҡарайып, һурылып ҡалды Фәймә. Аяҡтары ныҡ арығанлыҡтан, һөрлөгөп тә китте ул бөгөн. Өйгә инеү менән итектәрен саҡ сисеп, урындыҡҡа сүгәләне.

Сабирйән олатайҙың “Был баш-баштаҡлыҡ була, Фәймә!” тигән һүҙҙәре ҡолағы төбөндә яңғырап тик тора... Их, туйғансы ашарға ине, ярты икмәк тә аҙ булыр ине бөгөн тигән уйынан һиҫкәнеп китте. Усаҡҡа ут алды ла, ҡаҙандағы ҡайнаған һыуға ҡалған ғына ондо икегә бүлеп, шыйыҡ ҡына ыумас бешерҙе. Тамаҡ ялғаны ла, ишеген элеп, юрған эсенә сумды. Хәлит менән эшләйһе яңы көндө күҙ алдына килтереп, йылмайып йоҡоға талды. Ә алда уларҙы ҡыш көтә. Оҙон, аяуһыҙ ҡыш.
Көҙгө иртә. Иртәнге һалҡын күңелде өшөтөп торһа ла, Фәймәнең күңелендә яҙ... Хәҙер яҙа ул күңелендәгеһен Хәлиткә. “Хәлит ағай! Беҙҙең әсәйҙәр ҙә бер-бер артлы ғына баҡыйлыҡҡа күстеләр. Улар тере булһа, ниндәй ҡыуаныс булыр ине. Хәтергә уларҙың тик йылы һүҙҙәре уйылып ҡала икән. Ауылда йәштәр ҙә аҙ ғына ҡалды. Һеҙҙең имен-һау ҡайтыуығыҙ ҡыуаныс. Бирешмәйек әле, Хәлит ағай!”

Әллә ауыр эшкә күнегеп баралармы, бөгөн үгеҙҙәр ҙә бик ҡарышманы. Фәймә Хәлиттең ҡап-ҡара сәстәре араһынан аҡ сәс шәлкеме күҙгә күренеп торғанын шәйләне. Бала саҡтағы бер ваҡиға келт итеп хәтеренә килеп төштө. Ергә һыҙылған шаҡмаҡҡа таш ырғытып, онотолоп китеп уйнап йөрөгән Фәймәгә Фатима инәйҙең ата ҡаҙы, бәпкәләрен ҡурсыптыр инде, ҡаңғылдап килеп ташланды. Суҡыу ғына түгел, ҡанаттары менән дә һуҡҡылап аяҡтан йыҡты. Хәлит, дүрт йәшкә генә ҙур булыуына ҡарамай, Фәймәне уҫал ата ҡаҙҙан аралап алды бит шунда. Саҡ көсө етеп күтәреп, ҡурҡыуынан өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалған Фәймәне өйөнә алып килде...

Көнө лә йыл кеүек оҙон үтте бөгөн. Ҡайтыр саҡта ғына Фәймә яҙған яҙыуын Хәлиткә бирҙе. Их, ишетһәң икән ул саҡ ҡына булһа ла!

Шунда уҡ уҡыны хатты Хәлит. Йөҙө яҡтырып китте: “Ҡарындаш, кис кер әле? Һөйләй торған һүҙҙәр ҙә бар”, – тип әйтә һалды. Фәймә һағая төштө: еңел-елпе ҡыҙ тип уйлап ҡуймаһын, тип борсолдо күңеле. Ҡайтып йыуынды ла, инеп сығырға булды. Фатима инәйҙең һуңғы һүҙҙәрен хәтерләп, күҙҙәренә йәш төйөлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ишек асыҡ ине. Ишек яңағына туҡылдатҡан булды. Яратҡан кешеһенә әйтәһе һүҙҙәре йыйылған да бит. Тупһаны ашатлауы булды, Хәлит: “Әйҙүк, ҡарындаш. Минең иҫән ҡайтыу ҡыуаныс булһа ла, мин бар булмышым менән яу яланында – фронтта. Ятһам да, торһам да, күҙ алдында һуғыш. Иптәштәрем төшөмә кереп яфаланам. Өйҙә лә бөтә нәмә әсәйҙе хәтерләтеп тора. Мине үлемдән ҡотҡарған шәфҡәт туташы ла ауыр яраланды. Ә бит беҙ һуғыштан һуң осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ... Ниместе еңгәс, госпиталгә ятып дауаланырмын. Әле баҫыуҙа ла эш муйындан”, – тип табын хәстәрләгән арала үҙ хәсрәттәрен теҙҙе. Баҡтиһәң, Хәлит һалдаттан алып ҡайтҡан тушенкаһын да яңғыҙ ашай алмай, Фәймәне саҡырған икән.

“Беҙгә лә еңелдән түгел. Тылда ла хәрби тәртип”, – тип әйткеһе килде Фәймәнең, тик өндәшмәне. Үҙ-ара аңлашып бер аҙ ултырғас, ҡайтырға ашыҡты. Ятҡас та уйҙарына сумды. Хәлит һаңғырау булһа ла, баҫыу буйлап бөтәһенә лә ярҙам итергә, хәл-әхүәлдәрен һорашырға ла өлгөрә. Госпиталде лә кисектереп тора бит әле. Әллә күпме орден-миҙал тағып ҡайтҡан яугир! Ә ҡыҙҙың Хәлит өсөн әсенеүе тик үҙенә генә билдәле...

Фәймә ырғып торҙо ла тағы яҙа башланы: “Хәлит ағай! Һинең хәлеңде хат аша белеп торҙом мин. Фатима инәй мәрхүмә минән яҙҙырҙы бит хаттарын. Ҡат-ҡат уҡыған хаттар аша һеҙҙең ут эсендә рус ҡыҙына ғашиҡ булыуығыҙҙы ла беләм. Бик бәхетле булыуыңды теләйем, Хәлит! Бәхеткә һинең хаҡың бар. Мин дә һине яуҙан көттөм. Һинең бәхет өсөн мин бөтәһенә лә әҙермен. Бәхетеңә кәртә лә булмам”.

Таң алдынан ғына йоҡоға талған Фәймәнең иртән тороуға аяҡтарында баҫып торорға ла көсө юҡ ине. Шулай ҙа яҙған хат киҫәген усына йомоп урамға атылды.

...Сабирйән олатай баҫыуҙа бөтөнләй күренмәне бөгөн. Мөсһөҙ генә йөрөгән үгеҙ ҙә иртән тормаған. Хәлит тә өндәшмәй, ауыҙына һыу уртлағандай йөрөй. Баҫыу юлынан өйгә тиклем хәтһеҙ ара. Фәймә бөгөн тигеҙ ерҙә лә һөрлөгөп атлай. Аяғының һум итен көҙән йыйырып тартыша. Түҙ генә шул ауыртыуға! Түҙә инде, эш өҫтө бит. Хәлиттең кәйефе юҡлығын күреп, яҙған ҡағыҙын ҡайтыр алдынан ғына тотторҙо.

Хатын уҡып, йөҙө ҡояштай балҡыуын күргәс, Фәймә оялды ла китте. Ҡолауынан ҡурҡа-ҡурҡа баҫып килһә лә, артҡараҡ ҡалып атларға булды. Юҡ шул, тыныс атлап ҡайтыу яҙмаған икән. Тағы көҙән йыйырып, һеңерҙәре таштай ҡатып, туп кеүек йомарланды. Ул тиклем ауыртыуға түҙмәй, Фәймә ҡысҡырып йығылды. Етмәһә, тамағын ниндәйҙер көс бөрөп, тын алырға бирмәне.

Хәлит Фәймәне күтәреп алды. Ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәҫтән, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Егеттең ҡосағында иланы ла иланы ул. Уныһы иһә шым ғына атлауын белде.

Хәлит үҙ өйөнөң ҡапҡаһына боролғас, Фәймәгә ауыҙ ҙа астырманы. “Ярай, һылыу, ауырын да, еңелен дә бергә күтәрербеҙ. Беҙҙең урамға ла байрам килер әле!” – тип шыбырлай ине яралы һалдаттың ирендәре.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде

Автор:Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: