Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь , 17:00

Йәнең китә, өмөттәрем ҡалһын...

Ер менән күк араһына тулған афәт, аждаһа кеүек туғарланып, ҡорбанына ташланырҙай йәтеш мәлде аңдыны. Йәшәү ғәме менән ҡыжмырлашҡан барлыҡ йән эйәһе, уның ағыулы тынына ҡото осоп, үлемесле төбәктән ҡасырға ашыҡты. Хатта йомортҡа баҫып ултырған инә һандуғас та зары тамағына тығылып өҙгөләнһә лә, ояһын ташларға мәжбүр булды. Бары тик вайымһыҙлыҡ арҡаһында күҙле килеш һуҡыр, ишеткән килеш суҡраҡҡа әйләнеп бөткән әҙәм балалары ғына иҫһеҙ-уйһыҙ үтеп-һүтеп йөрөнө лә йөрөнө.

Йәнең китә, өмөттәрем ҡалһын...
Йәнең китә, өмөттәрем ҡалһын...

Кеше зиһененең ҡөҙрәтенә буйһонһа ла, ихтыярын юғалтмағайны ул. Үҙенә тәғәйен яҡҡа ойотҡос һиллек менән туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты, тик иреккә сығыр әмәлдән дүнмәне. Әҙәм аҡылы әсиргә алғайны, әҙәм яманлығы азат итте. Бынан биш йыл элек бахмурҙан ҡулы ҡалтыранған булдыҡһыҙ эшсенең әпен-төпөн ҡоршаған йөйөнән ек табып, яҡтылыҡҡа ағылды ул.

Был донъяның үҙенең барлығына кинәнеп бөтә алмаған гүзәл сағы! Балан аҡ күбеккә күмелгән. Гөлйемеш иҫ киткес хуш еҫ тарата.

* * *

Шайтан алғыры, тип бот сапты Демьян Касьянович. Башҡорт ҡыҫыҡ күҙле, кәкре аяҡлы, ваҡ ҡына ҡап-ҡара халыҡ түгелме ни? Бына һин уны, беҙ урыҫтар кеүек матурһың да баһа! Кисәге кис поезға ултырыу менән ныҡ ҡына кәгеп алғайны. Шуға сатнап торған башы әле ҡаты сәйгә бер аҙ яҙылғас, буйтым кәйефләнгән.

«Әйтәм, һин матурһың», – тине Ксения Владимировна күңеленән генә. Ҡаршыһында ултырған юлдашының йыртылырҙай булып һуҙылған эске күлдәге аҫтынан бүҫелеп сыҡҡан йөнлө ҡорһағына екһенеп күҙ ташланы.

Һимеҙ йөҙөндә бүлтәйеп торған ирендәре Демьянға үсеккән бала сырайы бирә. Алаптай кәүҙәһе менән ҡиәфәтенең тап килмәүе был ирҙе тағы ла шөкәтһеҙерәк иткән төҫлө. Юҡ, оҡшатманы Ксения Владимировна юлдаштарының береһен. Уның шайы, шатлығы эсенә һыймай өйөнә ҡайтып барған һалдатты ҡустыһылай яҡын күрҙе. Әле лә Демьяндың мәғәнәһеҙ һүҙҙәре өсөн уңайһыҙланып, борсоулы ҡарашып егеткә һирпте.

Ә һалдат иһә ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайҙы ғына:

– Һары башҡорттар ҙа күп ул, абзый. Бәһлеүәндәр ҙә быуа быуырлыҡ беҙҙә.

Был саҡта уның йәшкелт һоро күҙҙәре ҡояш төҫөнә инеп балҡып китте. Иленә, тыуған еренә ҡайтып барған Булаттың бәхете ундай-бындай тупһыҙ һүҙҙәрҙән генә кителерҙәй түгел.

«Билет юҡ», тигәнгә ышанып, хеҙмәттәштәре менән һыра юллап китмәй, касса эргәһендә ығышланып тора биреүенә, бер ҡыҙҙың иң һуңғы мәлдә генә билетын һатыуына ҡат-ҡат ҡыуана. Бына бит, ошо көн менән төн уҙһа, Өфөгә етә, унан өйөнә. «Дембель, дембель», – тип йырлай уның күңеле.

«Теремен, теремен», – тип һамаҡлай ул эстән генә, вагон тәгәрмәстәренә ҡушылып, сөнки, Афғанстандан Союзға ҡайтыуҙарына дүрт ай уҙып барһа ла, үҙенә әжәл янамағанына күнегә алмай ыҙаланды. Әле бына һулыш алған һайын тыуған яғына яҡыная барыуын тойғас ҡына, хәүеф боҙо тоташ иреп бөттө.

Ошо купела «гражданский»ҙар менән һәүетемсә әңгәмәләшеп барыуына ла ҡыуана егет. Юғиһә: «Әҙәмсә һөйләшергә лә онотолдо, ахырыһы», тип хәүефләнгәйне. Килеп инеү менән, зауыҡлы итеп кейенгән һылыу ҡатынды күреп, ҡойолоп төшкәйне. Булаттың ундайҙарҙы кинола ғына күргәне бар. Ә бында, уйынмы ни, тәүлекләп бергә барырға кәрәк. Әле иһә уның оҙон нәфис бармаҡтары семәрләп бешергән ваҡ бәлештәрҙе ашап килә, әсәһенең ризығына оҡшата.

«Их, әсәй! Ҡалай һағындырҙың һин! Балаларын ҡурсалаған инә ҡош шикелле, уйың менән гел янымда булдың. Әллә нисә ҡат әжәлдең үҙенән йолоп алып ҡалдың!»

Тәүҙә Булат һуғыштың әсеһен етерлек татып өлгөргән «ҡарт» һалдаттарҙың: «Үлем алдан һиҙҙертеп килә ул, сослоғоң етһә, тайшанып ҡалырға була», – тип һөйләүҙәренә ышанмағайны. «Ҡара бесәй юлды ҡыйһа, уңмайһың, тигән әбей-һәбей кеүек», тип күңеленән генә көлдө лә ҡуйҙы. Әжәл менән йәшәү араһына өҙөлөрҙәй булып тартылған ҡыл буйлап йөрөгәндә, рухыңды нығытырҙай бөтә нәмәгә сытырман йәбешәһең икән, тип уларҙы аҡлап та ҡуйҙы аҙаҡ. Даланыңа ышанысың булғанда, һуғышырға йәтеш. Ҡурҡыуыңа артыҡ бирешмәйһең. Хәйер, һуғышта әҙәм балаһына януар оһоло кире ҡайта, ахырыһы.

Ә бына иң хәүефле мәлдә әсәһенең үҙен ҡурсыуын әллә нисә ҡат һынаны. Тик мөғжизәне өркөтөүҙән ҡурҡып, бер кемгә лә һөйләмәне. «Иҫән-аман ҡайтылһа, әсәйемдең үҙенә генә әйтермен» – тип уйланы ла эсенә йомдо. Хатта бер-береһенең күңел даръяларын аҫтын-өҫкә әйләндереп тигәндәй гиҙеп сыҡҡан йән дуҫы Ҡәйепбиргәнгә лә ләм-мим. Тәү тапҡыр былай булды...

Текә генә тау буйлап өҫкә үрмәләгән һуҡмаҡтан күҙ ҙә алмай оҙаҡ яттылар ул көн. «Дух»тарға ҡорал алып килгән каруан тап ошонан үтергә тейеш, тигәйнеләр. Оҙаҡ ятырға тура килде, ялҡытып китте. Бәлки, бөгөн үтмәҫтәр ҙә тигән уй күңелен биләне, йоҡомһоратты. Тик: «Ҡыймылдамаҫҡа!» тигән бойороҡҡа буйһонмай сара юҡ. Шулай ята торғас, күпмегәлер күҙе эленгән. Бер ваҡыт әсәһенең үҙәк өҙгөс тауыш менән: «Булат!» – тип ҡысҡырғанына тертләп, уянып киткән ыңғайға, ниндәйҙер көскә буйһоноп, ситкә тәгәрләне. Шул арала әле генә ул баш терәгән ташҡа пуля килеп тә тейҙе.

«Ә теге минаға баҫҡан көндө һуң?» Булат, ирекһеҙҙән, ҡулындағы шул көндөң иҫтәлеге булып ҡалған яра йөйөнә ҡарап ҡуйҙы. «Яра ни, батыр кешене биҙәй генә ул», – тигән булыр әсәһе. Тик ҡулды бер ҙә генә матурламай шул. Уфтанып ҡуйҙы һалдат, унан көлөмһөрәне. «Нәфсе тимә инде әҙәм балаһында, тере ҡалғанына шөкөр итеү юҡ. Вәт кәкүк». Иптәштәре үҙенә таҡҡан ҡушаматты иҫенә төшөрөп, эсе янып китте: был һуғыш онотолормо берәй, юҡмы?

Тауҙа секретта торғанда яңылыш минаға баҫҡайны Булат. Шул тиклем йәпһеҙ урында бит әле. Эргәлә генә «дух»тар, ә беҙҙекеләр уларҙан арыраҡ. Шартлауға душман дар килә лә башланы. Улар Булатты йә үлгәндер, йә һушһыҙҙыр, тип уйланы, ахырыһы, һаҡланып-нитеп торманылар. Егеттең иң ҡурҡҡаны әсирлек ине. Шуға күрә сәстәре үрә торҙо. Ғәжәп, ошо ҡурҡыуы ҡеүәт өҫтәне, һыҙланыуҙан ҡараңғыланған күҙ алдары яҡтырып китте, ҡанһыраған ҡулдары менән автоматын ҡыҫып тотто. Үҙенә таба ябырылып килгән ҡара шәүләләргә ҡарап ут асты. Көтмәгәйне быны дошман. Тәүҙә албырғап ҡалдылар, унан артҡа сигенделәр. «Таң атҡансы дөмөгөр, ниңә интегергә?!» – тип уйлап, уның үлгәнен көтөргә булғандарҙыр.

Беҙҙекеләр ҙә бер нисә тапҡыр ынтылып ҡараны, тик ҡамауҙы йыртып инә алманы.

Ҡабат хәле бөтә башлаған Булаттың күңеленә шом тошто. «Әгәр үҙебеҙекеләр ҙә мине үлгәнгә һанаһа? Китеп барһалар? Терелекте нисек белдерергә?» Йырлай башланы егет. Төнгө тынлыҡта тауыш әллә ҡайҙарға китә. Тәүҙә «Катюша»ны йырланы. Ишеттеләр, ҡушылдылар. Был уға көс, дәрт өҫтәп ебәрҙе. Тик «дух»тарҙың йәйе көйҙө, ахыры, бер-ике тапҡыр атып маташтылар. Яраларын арлы-бирле бәйләп, ҙур бер ташҡа арҡа терәп ултырып алғас, егет олатаһының яратҡан йырып һуҙып ебәрҙе:

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы.

Ят моң бөтәһен дә арбаны, шикелле.

Ике яҡ та шымып тыңланы.

Үҙе белгән бөтә йырҙарҙы барлап сығырға ла, ҡайһы берҙәрен ике-өс тапҡыр ҡабатларға ла өлгөрҙө Булат оҙон төн буйы. Уралына ла ҡайтып әйләнде, үткән ғүмер юлын барлап сыҡты шул арала. Кеше уйынан да етеҙ нәмә бармы? Һәр бер йыр хәтер һандығын үҙ асҡысы менән асты.

Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам,

Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө, –

тип йырланы егет, ә фекере: «Ни кәрәк булды һиңә Афған тауҙарында ҡанатың ҡайырылып ятырға?» тип бәғерен телде. «Онотолмай беренсе саф мөхәббәт», – тип моңланды ла, бер тапҡыр ҙа яратып өлгөрмәгәненә бошондо. Таң һыҙылды бер мәл. Үҙебеҙҙекеләр атыш башлағанда, шул осорҙа ғына полктарында таралған йырҙы йырлай ине ул, йырлай түгел, ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡысҡырып маташа ине:

Так что ты, кукушка, погоди

Мне дарить чужую долю чью-то,

У солдата вечность впереди,

Ты ее со старостью не путай.

Иң алдан йүгереп килеп еткән Ҡәйепбиргәндең ҡосағына бөгөлөп төшкәс тә, һаман ҡабатланы ла ҡабатланы:

На афганской выжженной земле

Спят спокойно русские солдаты...

Бына шул йырҙың исемен ҡушамат итеп сәпәне лә ҡуйҙы аҙаҡ егеттәр. Ә дуҫы, «ҡолағына айыу баҫҡан» булғас, отоп ала алмай йөҙәне, ҡат-ҡат йырлатҡан була торғайны ошо йырҙы. «Их, Ҡәйепбиргән, Ҡәйепбиргән, мине ҡотҡарҙың да ул...»

* * *

Тар ектән еҙ йыландай нәҙек кенә булып сыҡҡан афәт һаҙамыт уйпатлыҡҡа ағылды. Ҡояш наҙына иркәләнеп ҡыжмырлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ йән эйәһенең береһе лә һиҙмәне уның ағыулы тынын. Гөлйемештең шау сәскә ботағы аҫтындағы кескәй ояһында биш бөртөк һарғылт-көрән йомортҡаһын баҫып ултырған инә һандуғас ҡына шом тойоп һиҫкәнде һиҫкәнеүен... Донъяны йәмләр йән яралғанда, әсәләр шулай сос була.

* * *

– Үҙеңдең Афғанда булғаныңа артыҡ шапырынып йөрөмә инде, малай. Хәҙер Союзда һеҙҙекеләрҙең артыҡ абруйы юҡ, – Демьян Касьянович Булаттың түшендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденына ымланы. Шырпы менән тешен соҡорға туҡтап торҙо ла өҫтәне. Оккупанттар, кеше үлтереүселәр, тиҙәр, тегеләй ҙә былай, һеҙҙең унда ҡыланғандарығыҙ тураһында күп яҙалар бит хәҙер.

Бығаса нисек тә түҙеп килгән Ксения Владимировна һөмһөҙ иргә, күҙҙәренең уғы булһа атып йығырҙай итеп ҡараны ла, ярһыуынан тауышы ҡалтырап:

– Нисек оят түгел һеҙгә? Ниңә баланың йөҙөн йыртаһығыҙ? – тип башлағайны, Булат уны:

– Ксения Владимировна, ҡуйығыҙ, асыуланышмайыҡ, – тип бүлдерә һалды. Бөткөһөҙ ике йыл буйы көткән ҡыуаныслы мәленә тамсы ла тап төшөргөһө килмәгәнгә шулай тине. Әммә йөҙөнә күләгә ятты. Бындай хәлдәргә осрарҙарын алдан иҫкәрткәйнеләр. Хеҙмәттәштәре менән дә оҙаҡ-оҙаҡ бәхәсләшеп, баш ватып ултырғандары күп булды. Ошондай уҡ хәүеф әсәһенең хаттарында ла һиҙелеңкерәп ҡалғайны кеүек. Тик дөрләп яныры янғайны һалдаттың, быҫҡып әрнеткәнен ҡыуанысы баҫҡайны, тыныс ҡына яуапланы.

– Нишләйһең инде, абзый. Эшләгәнеңде иңең менән күтәр, тип әйтергә ярата әсәйем. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, тип тә ебәрә. Нимә генә әйтһәгеҙ ҙә, иркегеҙҙә хәҙер. – Атаһы йәшендәге ошо өлкән иргә күрмәгәндәрҙе күреп, әжәл менән ҡыуышып йөрөгән бөркөт әйтте был һүҙҙәрҙе. – Хәҙер иркегеҙҙә... Тик ошоларҙы, исмаһам, ике йыл элек кенә булһа ла һөйләһәгеҙ, гәзит тултырып яҙһағыҙ, урамға сыҡһағыҙ... Ә былай...

Олатам, ҡарт һалдат: «Башҡорт яуҙа тоғро була ул», – тип бәләкәйҙән күңелгә һеңдергән. Шуға күрә уттың уртаһында йөрөлдө. Ситкә тайпылыу, башҡаларҙың артынараҡ боҫоу, һис булмаһа, үҙ ҡаныңды ла, башҡаларҙыҡын да ҡойғансы, әсиргә бирелә һалып, Америкаға сығып китеү яҡшыраҡ булғанын кем белгән инде. Уны аңлау өсөн дә баш кәрәк бит. – Егет ысынлап үкенәме, әллә кинәйәләп әйтәме, аңларлыҡ түгел. Ләкин баяғы тыныслыҡ юҡ ине тауышында. Бөркөт йөрәкле егет һүҙенә түбә сәстәре мәрәкә өлпәйеп торған малай ҡушылды үҙ рәнйеүе менән, сыҙаманы. Борсоулы ҡараштарын унан алмаған Ксения Владимировна күрҙе: яҡты күҙҙәре шоморт ҡара төҫкә инде был юлы.

Йүгереп барышлай башына снаряд ярсығы тейгән кешене күргәнең бармы һинең, абзый? Егет ярһып бышылдауға күсте. Кинолағы кеүек, талпынып ҡына йығылып үлмәй шул ул. Йәне сыҡҡансы, мейеһе ҡойолоп, байтаҡ бара әле ул.

– Ярар, ҡустым, ярар инде, – тип ҡараны Демьян Касьянович, һалдат, ахыры, ишетмәне.

– Арҡаға арҡа терәшеп, бер-береңде йылытып таң аттырған дуҫыңдың башын шул көндөң эңерендә полиэтилен тоҡсайға һалып, тотоп ҡайтҡаның бармы?

* * *

Ер менән күк араһына тулған афәт, аждаһа кеүек туғарланып, ҡорбанына ташланырҙай йәтеш мәлде аңдыны. Йәшәү ғәме менән ҡыжмырлашҡан барлыҡ йән эйәһе, уның ағыулы тынына ҡото осоп, үлемесле төбәктән ҡасырға ашыҡты. Хатта йомортҡа баҫып ултырған инә һандуғас та зары тамағына тығылып өҙгөләнһә лә, ояһын ташларға мәжбүр булды. Бары тик вайымһыҙлыҡ арҡаһында күҙле килеш һуҡыр, ишеткән килеш суҡраҡҡа әйләнеп бөткән әҙәм балалары ғына иҫһеҙ-уйһыҙ үтеп-һүтеп йөрөнө лә йөрөнө.

* * *

«Ҡылғандарығыҙ...» Демьян Касьяновичтын һүҙҙәре һалдаттың йәнен өтөп алды, бер ваҡытта ла иҫемә алмам, тип зиһененең иң төпкөлөнә йәшереп ҡуйған хәтирәләрен аҡтарып сығарҙы.

...Тауҙар араһындағы заставаға аҙыҡ ташыған бер нисә «КамАЗ»ды оҙатырға тигән бойороҡ булды. Юлдың яртыһын мажараһыҙ ғына үттеләр. Ә бына бер ҡышлаҡҡа етәрәк алда барған БТР аҫтында мина шартланы. Туҡтарға мәжбүр булған колоннаға бер нисә пулемет ут яуҙыра башланы. Уларға дыуал эсенә урынлашып алған снайперҙар ҙа ҡушылды.

Ул арала беҙҙең арттағы БМП ҡышлаҡ стеналарына төбәп атып ебәрҙе. Йән әсеһенә аҡырышҡан тауыштар ишетелде, ялҡын күтәрелде. Шул саҡ Булат дыуал аралынан ялпылдап сыҡҡан ялҡын көлтәһенең үҙҙәренә табан елеүен күрҙе. Ҡап-ҡара сәстәре, ап-аҡ кейеме гөлтләп янған ун йәштәрҙәге малай ине был. Һалдат үҙе лә һиҙмәҫтән, асырғанып: «Ятып ауна, ятып!» – тип ҡысҡырҙы, онотолоп, һикереп торҙо. Ул арала ҡышлаҡ менән колонна араһындағы аҡ бушлыҡта үрһәләнеп янған балаға ҡарай эләгә-тәгәрәй бер һалдат йүгерҙе. Ул Ҡәйепбиргән ине. Атыш туҡталды. Ике яҡ та, тын да алмай, ошо ике йән эйәһенә баҡты. Бына-бына барып етер, ут ҡойоно булып өйрөлгән сабыйҙы ергә бәреп йығыр ҙа кәүҙәһе менән ҡаплап һүндерер. Шул саҡ көсөргәнештән сыңғырлап торған тынлыҡ шартланы... Мәрхәмәт менән ғазап осрашырға биш-алты аҙым ара ҡалды тигәндә, дошман пулеметы ҡапыл телгә килде, нәфрәтенә сәсәп, ажарын сәсте. Донъяһын онотоп йүгергән Ҡәйепбиргән ап-аҡ ҡарға ҡара тап булып йәнтәслим барып төштө. «Йыртҡыстар! тип ыңғырашты Булат. – Ҡан эскестәр!» Үлеген дә, ғәрибен дә күргән, тешен ҡыҫып барыһына күнгән һалдат ҡысҡырып илап ебәрҙе: Ҡәйепбиргән иһә оҙаҡ ятманы, сатанлай-сатанлай тағы йүгерҙе, үрһәләнгән баланы ергә бәреп йыҡты.

...Бик ныҡ янған афған малайы менән аяғы яраланған, бите, ҡулы бешкән һалдатты госпиталгә оҙаттылар.

Дошмандарҙы ҡырып-һепереп һалдылар ул көндө. Йәш ҡалын ҡар алҡынғансы ҡып-ҡыҙыл ҡан эсте. «Йыртҡыстар! Әҙәм аҡтыҡтары!» тип ҡысҡырып, һүгенә-һүгенә атты Булат. Балағыҙҙы, балағыҙҙы аяп йүгергән кешене атып йыҡтығыҙ һеҙ!» Ниҙер һынды уның күңелендә был ваҡиғанан һуң. Донъяның балҡышын юғалтты: ҡара ла аҡ, дуҫ та дошман, үлем дә йән аҫрау. Икеләнеү, выждан ғазаптары, шик-шөбһә бөттө! Дауаланып ҡайтҡан Ҡәйепбиргән дә һиҙҙе дуҫындағы был үҙгәреште. «Ҡырыр кәрәк уларҙы. Үҙ балаларын ҡотҡарыусыны ла аямағас инде», – тине Булат. Ә былай ҙа аҙ һүҙле Ҡәйепбиргән байтаҡ өндәшмәй ултырҙы ла, моңһоу күҙҙәрен мөлдөрәтеп, шым ғына әйтте: «Ә бит ул баланы беҙ яндырҙыҡ, Булат. Беҙ уларҙы утҡа һалдыҡ. Нәфрәттең усағын беҙ тоҡандырҙыҡ. Мин уларҙың нәфрәтенең көсөн үҙемде атып йыҡҡас ҡына аңланым». Уйлана башлағайны Ҡәйепбиргән. Ә һуғышта уйлана башланыңмы – бөттөң. «Их, шул саҡта нығыраҡ яраланһа, кире килмәһә, әле тере булыр ине бит!» – тип әсенде Булат. Тәмәкеһенең төпсөгө бармағын бешергәнгә һиҫкәнеп китте.

* * *

– Серыйға рәхәт!

Үҙенең ҡапыл ҡыҙып китеүенә үкенеп, тартып бөтһә лә, купеға инергә ҡыймай торған Булаттың эргәһенә Ксения Владимировнаның улы, ун йәшлек Петя Глушаков, килеп баҫты.

– Рәхәт Серыйға! – тип ҡабатланы ул. – Йырлап ҡына баралар. Диңгеҙгә булғас ни...

Күрше вагонда Петяның Сережа тигән класташы «Орленок»ка ял итергә китеп бара. Бына шул малайға һис тә тынғылыҡ бирмәй. Сережаның ике ай диңгеҙ буйында йәшәйәсәгенә көнләшеп, кисәнән бирле уфтана ғына.

– Күңелле булғас, ниңә унда ултыра бирмәнең һуң?

– Вожатыйҙары уҫал. Әсәйең юғалтҡандыр, тип өтөп алып бара. Ә Серыйҙың шундай күңелле ерҙән бында килгеһе килмәй. Ярар, ярар... Мин дә уға һинең турала һөйләп маҡтандым әле. Ә... – Малай уйындағын әйтергә ҡыймай бер аҙ тапанды ла һорай һалды. – Башын тоҡсайға һалып алып ҡайтҡан дуҫың тураһында һөйлә әле.

Булаттың яҡтыра башлаған сырайына йәнә күләгә ятһа ла, ни ҡылаһың?

– Дуҫымдың исеме Ҡәйепбиргән ине, – тине. Уның нисек мине үлемдән ҡотҡарғанын һөйләрмен, йәме. Тик һуңғараҡ.

Малай ризалашып баш ҡаҡты. Өндәшмәй оҙаҡ түҙә торған йәштә түгел шул оло сер итеп бышылданы:

– Әсәйем менән минең шатлығыбыҙ ҙур бит.

– Шулаймы ни? – тип йылмайҙы һалдат. Ниндәй шатлыҡ?

– Атайымдың күңеле беҙгә кире ҡайтты.

– Нисек, нисек?

– Атайымдың күңеле беҙгә кире ҡайтты, тип ҡабатланы малай ҡысҡырыбыраҡ. Унан ялп итеп купе ишегенә ҡарап алды ла, Булаттың еңенән тартып, ситкәрәк әйҙәне.

– Әсәйем Люба апайға үҙе шулай тип һөйләп ултырҙы. Атайым, бер студенткаһына ғашиҡ булып, сығып киткәйне, кире ҡайтты. Беҙҙе ҡабат ярата башланы. Әле күмәкләп уның ауылына, олатайымдарға, ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Атайым институтта эшен бөтә алманы, шуға беҙҙе оҙатып ҡалды. Самолет менән уҙып китә лә ҡаршы ала. Шәпме? Малай күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә ҡапыл туҡтаны. Танауын ҡыҙыҡ итеп сирыштырҙы. Көйәләнеүе булған икән. Тик уларға диңгеҙ алыҫ шул. Олатайым да ҡыҙыҡ инде. Йәшәгәс йәшәгәс, диңгеҙ эргәһендә йәшәмәй ни!

Ксения Владимировнаның моңһоулығын да, ара-тирә күҙҙәренең ҡапыл балҡып китеүенең дә сәбәбен төшөндө егет. Тик шундай ҡатыныңа хыянат итеп, ниндәйҙер бер студенткаға әүрәп йөрөргә мөмкин икәне ныҡ аптыратты. Егерме бер йәшлек һалдаттың башы етерлек түгел ине быныһына.

– Егеттәр, ҡайҙа һеҙ? Ашарға инегеҙ!

* * *

– Һеҙ минең әсәйем кеүек, Ксения Владимировна, тип һоҡланды Булат. Бәләкәй генә өҫтәлгә шундай зауыҡ менән биҙәп теҙелгән төрлө ризыҡты күргәс, ғәжәпләнмәй мөмкин түгел ине. Ул да шулай һыйларға ярата. Мин ҡайтыуға әллә нәмәләр әҙерләп бөткәндер инде. Ҡыҫтап-ҡыҫтап ашата башлар...

Бая ярһыуынан ҡалтыранып тартырға сығып киткән һалдатты ныҡ йәлләгәйне ҡатын. Эргәһенә сығып, һөйләшеп күңелен табырға ла уҡталғайны. Йәне лә, тәне лә яра йөйҙәре менән семәрләнгән, малай ғына килеш аталарының башына төшмәгәнде кисергән һалдатҡа шифа булырҙай һүҙ таба алмам, тип тартынды. Яратҡан иренең студенткаһы алдында тубыҡланып торғанын күреп, шуны оло бер фажиғә кеүек кисергән иркә ҡатын күҙ алдына килтерә аламы ни әжәл күҙенә ҡарап йөрөгән егет хәлен? Шулай тип уйланы.

Бығаса Ксения Владимировнаға осраған, ул белгән егеттәрҙең береһенә лә оҡшамағайны был башҡорт егете. Йәштәштәренә ҡарағанда аҡыллыраҡ та, сабырыраҡ та. Тағы ла ул Ксения Владимировна белмәгән ниндәйҙер серҙе белә кеүек.

Булатҡа байрам яһағыһы килде ҡатындың. Оҙон юлға тип төрөп һалған ашамлыҡтарҙы ғына түгел, ҡайһы бер күстәнәстәрен дә сығарҙы. Әле егеттең ихлас ҡыуаныуына күңеле булып, йылмайып ҡарап торҙо.

– Бөтә әсәйҙәр ҙә бер төрлө булалыр ул, – тине, оҙаҡламай минең Петрушкам да ҙурайыр, армияға барыр, һин әсәйеңде ҡыуандырған кеүек, уға ла мине ҡыуандырырға яҙһын.

Егеттең ризыҡтарға балаларса тамшанып ҡарап тороуын абайлап, тағы: «Бөтөнләй малай ғына шул әле», тип йөрәге ҡыҫылды.

– Ниндәй сереп бөткән ил был, тип геүләп килеп инде ул арала бер аҙ ҡыҙмаса булып алған Демьян Касьянович. Йүнлерәген бир, тип томшоғона унлыҡ тығып торам, күҙгә ҡарап алдаша, мәлғүн. Ялҡытты был эт тормошо. Битен үпкең килмәгәндең, – ир Ксения Владимировнаның ҡарашын осратып, тотлоҡто, – эй-йе, йәғни, мәҫәлән, э-э-э, артын үбергә тура килә. Ярай, ҡусты, әйҙә әле, бына бейә... әй әттәгенәһе, ғәфү, ғәфү, ханым, теге ни, бейә сәпергән нәмәне булһа ла эсәйек әле. Беҙҙең был хәйерсе илдә ни, эсәйем тиһәң... – Ошонда ул өҫтәлдәге муллыҡты абайланы, бот сапты:

– Аб-ба-ба! Ксения Владимировна, әллә ресторан директорымы һеҙ?

Ултырығыҙ, рәхим итеп етешегеҙ, – тине ҡатын тыйнаҡ ҡына. Шулай ҙа Демьяндың табын йәмһеҙләп килеп инеүенә кәйефе кителеүен йәшерә алманы. Ә тегеһе быны эләктерә һалып та алды.

– Бына һеҙ әйтегеҙ әле, – тип башланы ул, йәйрәп ултырып, беҙҙең совет иле нимәгә бай? Нефткә, ергә тиһегеҙме?! Тот ҡапсығыңды, һатып ашап бөтөп барабыҙ инде. Нәфрәткә, күрә алмаусанлыҡҡа баштан-аяҡ сумғанбыҙ беҙ, көнсөллөккә батҡанбыҙ. Бер-беребеҙҙе сәйнәп ташларға әҙербеҙ, ҡарашыбыҙ менән ашарға әҙербеҙ. (Быныһын ул Ксения Владимировнаға төрттөрөп әйтте.) Ҡаса һалырға кәрәк был Хоҙай ҡарғаған илдән. Барып әсәй ҡарсыҡтың ғына хәлен беләм дә, осам Мәскәүгә. Берәй илселеккә барып виза юлларға кәрәк. Америкаға эләгеп булмаһа, Австралияға, бик булмаһа, теге Миклухо Маклайҙың пигмейҙары янына...

Демьян Касьянович оло ҡорһағын һелкетеп хахылдап көлөп ебәрҙе.

– Һеҙ көҫәгән нәмәләрҙең ни кәрәге бар, абзый? – тип ҡаршы төштө Булат. – Дан, шөһрәт, аҡса, әйбер, тиһегеҙ. Ысын тормош түгел, өлкәндәр уйыны бит был. Шул уйынсыҡтар өсөн талашып бөтә ерҙе ағыулап, донъяны һаҫытып бөтөп баралар.

– Ә һинеңсә ҡалайыраҡ була һуң ул тормош?

– Иҫән-аманһыңмы? Һулар һауаң, эсер һыуың таҙамы? Аяҡ аҫтында аш бирер тупрағыңмы? Эшлә лә ҡыуан, йәмлә лә кинән. Шулай түгелме ни?

– Һин беҙҙе ҡабат мәмерйәгә саҡыраһың түгелме һуң, ә, һалдат? Йә, ярай, һинеңсә лә булһын, ти. Иҙелеп эшләнең, бил бөктөң, ниһайәт, байып та киттең, ти. Аҡсаңды ҡайҙа итәһең? Был илдә аҡсаңды услап тотоп йөрөп тә йәнең теләгәнде табып булмай. Бына мин ҡартайған көнөмдә хәләл тапҡаныма машина ала алмайым. Ни тип эшләп йөрөйөм? Ни ҡыҙығы? Бына һин, тау-таш аҡтарырҙай булып, дәртләнеп ҡайтып киләһең, ни ҡыйратмаҡсыһың инде?

– Башмаҡ көтәм, – тине егет бошмай ғына.

– Һин нимә, «афганец»... Тыйнаҡ булам тигәс тә. Льготаларың менән файҙаланмайһың... Демьян Касьянович ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Һиңә мотлаҡ уҡырға кәрәк, Булат. – Ошоғаса өндәшмәй генә килгән Ксения Владимировна ла түҙмәне. – Һин бит аҡыллы егетһең.

– Пединституттың беренсе курсын бөткәйнем бөтөүен. – Һалдат сәйер генә йылмайҙы ла, Демьянға һынсыл ҡарап дауам итте, – бына Касьяныч, ашарға юҡ, тип зарлана бит әле. Иң тәүҙә һеҙҙе туйғансы ашатып алғы килә. Уҡыу ҡасмаҫ.

– Ә нишләп көтөү көтмәксе булдың? Башҡа эш бөткәнме?

– Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала, – ти торғайны олатай мәрхүм. Шуның кеүек, атҡа бесән һалыусы ла кәрәк бит. Бына беҙҙең ауыл тау-таш араһында. Хәҙер бөтөп бара инде. Шунда дүрт егет мал үрсетмәксебеҙ.

– Аренда инде...

– Әллә, нимә тип аталыр... Быйыл колхоздан башмаҡ алабыҙ. Икенсе йыл, бәлки, йылҡыға тотонорбоҙ. Башҡорт ат ярата, йылҡы итен ярата бит. Беҙҙә былай иң йәтеш кәсеп йылҡы үрсетеү инде.

Ул үҙен ауыҙ асын тыңлап ултырған малайға өндәште:

– Һин, Петр, киләһе йәйгә беҙгә кил. Беҙҙең Күкьятыу барында диңгеҙең ары торһон, һыуы йомшаҡ, тап-таҙа. Тәрәнлеге алты метр. Дилбегә менән үлсәгәнебеҙ бар. Балыҡ күп. Эре-эре суртандар эләгә. Ҡайһы береһенең эсен ярһаң, хатта өйрәк бәпкәләре килеп сыға торған.

– Алдайһың, – Петяның күҙҙәре һазлап китте.

– Икмәк өҫтоө бына. Һыбай йөрөрһөң, миңә йылҡы көтөшөрһөң. Ҡымыҙ эсерһең, бал ашарһың... Бәһлеүән кеүек булып үҫерһең, хатта әсәйең дә танымай торор.

– Ожмах икән һеҙҙә, – тине Ксения Владимировна.

– Ай-һай, ул ожмахтың кешеләре ҡайҙа ҡасып бөткән һуң? Нишләп ҡасҡан? – Демьян Касьянович төрттөрмәй түҙмәне.

– Юл юҡ, балаларға мәктәп юҡ. Ҡарттарға больницаһы алыҫ, шуға. Ә былай, йән рәхәте унда. Сит илдә булһа, әллә ҡасан курорт төҙөрҙәр, туристар өҙөлмәҫ ине.

Бер тауҙа мәмерйә бар. Шуның эсенән боҙ кеүек һалҡын шишмә сыға. Һыуы менән тамаҡ сайҡатһаң, ангина бөтә, тип һөйләйҙәр. Донъянан туйһаң, Демьян абзый, Америкаға барам тип инәлеп йөрөмә, беҙгә кил. Бер кем ҡамасауламаҫ, урман-тау, зәңгәр күк, ҡарашыңдан уҡ бөтәһен дә аңлап торған йылҡы малы ла тоғро этең.

– Их, һалдат, һалдат! Йәшәтерҙәр тиһеңме һине үҙең теләгәнсә? Хәҙер аяҡ сала башларҙар. Эте лә, бете лә бойорор, өйрәтеп маташыр, тыйып ҡуйыр.

– Ҡурҡма, абзый, әйттем бит мин, беҙгә барырға юл юҡ. Эте лә, бете лә ярты юлда уҡ хәлдән тайып аяҡ һуҙыр.

– Ышанма, эшең уң булып китһә, үҙәндекеләр үк малыңа ағыу, ҡаралтыңа үрт һалыр. Бөтә донъя, беләһеңме, беҙҙе нисек атай: «һомо советикус», йәғни совет кешеһе. Йүнлеләребеҙҙе сүпләй-сүпләй, етмеш йыл буйына беҙҙән, милләтебеҙгә, инаныуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙенә бер төрлө сорт килтереп сығарғандар. Беҙҙән көнсөл, ҡурҡаҡ, ҡол рухлы кеше башҡа яҡта юҡ, тиҙәр.

– Беҙ бит иң тоғро дуҫтар ғына йыйылабыҙ. Әле минең өс иптәш армиянан ҡайтып килә. Тау аҡтарырлыҡ егеттәр була тороп, ҡурҡып ултырмабыҙ инде.

– Шулай тиһең инде, ә?! Һеҙҙең менән бергә сереп байып киттем, ти, ул аҡсаны нимә эшләтермен? Эштән ҡурҡҡан юҡ та ул, тик тапҡаныңды кинәнеп тотона алмағас, ни бысағыма тырышырға, тир түгергә?!

– Аҡса кәрәк инде ул. Бына минең Ҡарағалпаҡстандан Ҡәйепбиргән тигән дуҫым бар ине. Иҫән булһа, әле беҙ бергә килә ятыр инек. Бына шуларҙың ере ағыулы, һыуы ағыулы, балалар үлә. Йәки Чернобылде ал. Йә бына, ил тулы етем-еһер, бөтөп барған халыҡтар. Шуларҙың барыһына ла саҡ ҡына булһа ла ярҙам итеп була түгелме?

– Әһә, ярар, һин шулай тиһең. Ә мин, үҙем, ҡасан әҙәмсә йәшәрмен?

– Егет Демьян Касьяновичка һирпелеп кенә баҡты ла, көтмәгәндә уның менән ризалашып, баш ҡаҡты.

– Ысынлап та, һеҙгә китә һалырға кәрәк, абзый. Ә мин бит әле йәш. Төрлөсә йәшәп тә өлгөрөрмөн. – Ир, Булаттың һүҙҙәренән кинәйә эҙләп, һынсыл ҡараны ла, уның саф, эскерһеҙ ҡарашы менән осрашҡас:

– Шәп егет булып сыҡтың һин, һалдат, тип арҡаһынан һөйҙө. – Тик әрәм генә итерҙәр инде һине, әрәм генә итерҙәр...

* * *

Ерҙе төн ҡапланы. Вагон коридорының асыҡ тәҙрәһенән ҡарап барған Булат, таныш урындарҙы шәйләп, елкенеп китте. Өфөгә бөтөнләй аҙ ҡалған да баһа. Хәҙер, хәҙер була Башҡортостан. Нисә тапҡырҙар ҡайтып күреренә өмөтө һүнеп, ҡабат ҡабынған тыуған ере. Теге ваҡыт Ҡәйепбиргәнде ерләшергә Ҡарағалпаҡстанға барғанда, бер-ике көнгә булһа ла өйгә һуғылып китергә форсат сыҡҡайны сығыуын. Бер елкенде лә егет, үҙен һүрҙе. Сөнки ҡайтып күгүләнгә баҫһа, Күкьятыуға сумып сыҡһа, әсәһенән һөйөлһә, рухы йомшарыр ҙа, ҡабат кире барғас, әжәлгә бирешер кеүек тойолдо. Түҙгәнгә түш ите, ти. Бына бит, ҡайтып килә лә һуң!

Һалҡынса ел менән танауына килеп бәрелгән еҫ һиҫкәндерҙе, шомландырманы. «Беҙҙең Башҡортостан ныҡ үҫешкән нефть химияһы республикаһы бит әле», тип күп шапыртылған лозунгыны иҫенә төшөрөп көлөмһөрәне лә купе ишегенең тотҡаһына ынтылды егет.

* * *

Гөлтләп ҡабынған ялҡындан уның күҙҙәре генә түгел, зиһене, бөтә булмышы өтөлдө. Күҙ асып йомған арала үҙәк өҙгөс әрнеү тойған һалдат упҡынға осто. Иҫ киткес еңеллек тойоп һушына килгәнсе күпме ваҡыт үткәндер – хәтерләмәй. Ҡараңғылыҡ упҡынынан һыҙылып ҡына шәйләнгән яҡтылыҡҡа уҡталды. Алдында хасил булған донъя уны ут дауылы менән ҡаршыланы. Ялпылдап янған йән эйәләре, ғазаплы ауаздар... Ер менән күк араһы тамуҡтан аянысыраҡ!

Үҙенә табан елеп килгән ут көлтәһен күргәс, Булат: «Һаташыу был. Мин һаташам», – тип уйланы. Әйтерһең дә, ваҡыт йомғағы кирегә тағатыла. «Ергә ятып ауна, ергә ятып», – тип ҡысҡырған ыңғайға һалдат дуҫы Ҡәйепбиргәндең таныш һынын эҙләне. Хәҙер ул атылып килеп сығыр ҙа ут ялҡынға әйләнгән афған малайын ҡотҡарыр... Тик төш түгел ине. Ут көлтәһе түгел, Петя Глушаков ине. Дуҫының башын цинк табутҡа һалып, ағыуланған Ҡарағалпаҡ еренә үҙе ерләп китте Булат. Дуҫы юҡ. Малай яна. «Туҡта! Ятып ауна!» Булат малайҙың юлына арҡыры төштө. Үҙе менән ҡапларға теләне, һыҙланыуҙан аҡылын юйған бала күрмәне уны, аша үтеп йүгерҙе лә йүгерҙе. Тирә-яҡтағы мәхшәрҙән аңы томаланған һалдат алан-йолан ҡаранды. Ут ялҡыны бөркөлгән вагон тәҙрәһенән ҡып ҡыҙыл булып янған ҡулдарҙың бер сабыйҙы тышҡа ырғытыуын күреп, шунда атлыҡты: ярҙамы теймәне. Оҙон сәстәре, аҡ күлдәге сытырлап янған әсәнең сабыйын күкрәгенә ҡыҫып ут араһында үрһәләнгәнен күрҙе, ҡотҡара алманы. Тик шунда ғына күңелендә: «Әллә үлдемме мин?» тигән шик яралды.

...Ә фанилыҡ тотош ғазап ҡына... Әжәлдең ҡиәфәте был ғәрип кәүҙәләрҙә елпелдәгән йәшәү менән сағыштырғанда гүзәлерәк. Ике йыл ҡан кискән һалдат белә: улар өсөн берҙән бер рәхимлек үлем хәҙер.

– Ана әсәйем, ана! Әсәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе малай. Уның ҡара торомбашҡа әйләнгән кәүҙәлә туған ҡанын таныуы мөғжизә ине. Ә Ксения Владимировна ҡысҡыра. Уны был ерҙә һаман ниҙер тота... Хатта шыуышмаҡсы була, әммә теткеләнеп бөткән кейеменән мытҡып тотоп алған дәү бер бәндә уға ҡамасаулай. «Демьян Касьяныч!» Күҙ урынына ике ҡанлы соҡор ғына ҡалған ғазаплы йөҙҙө күреп, тетрәне һалдаттың йәне.

– Ебәр, улымды табырға кәрәк миңә, – тип инәлә ҡатын.

– Был тамуҡтан алып сыҡ мине, ташлама, – тип мығырлай Демьян.

– Петр, ул... – тип саҡыра әсә һуңғы көсөн йыйып, һүҙен әйтеп бөтөрөргә хәле етмәй, шомло бышылдай.

– Әсәй, әсәй, мин бында! Нишләп ишетмәйһең? – тип уға ҡысҡыра, уны ҡосаҡлай бала. Әммә тере үлене ишетмәй, һаман алға ынтыла. Бары шунда ғына бала ниҙер һиҙеп ҡала, буғай. Аптырап Булатҡа ҡарай. Ә бит әруахтарға аңлашыу өсөн һүҙ кәрәкмәй, фекер, тойғо етә.

– Беҙ үлгәнбеҙ, ә ул тере әле, – ти Петяға Булат.

– Беҙ йән генә хәҙер.

– Әсәй, мин яныңда ғына. Кил, бында рәхәт, – тип аяныслы инәлә малай. Ә Ксения Владимировна, әйтерһең дә, улының саҡырыуына буйһона. Тағы бер тапҡыр ғына талпына ла шыма.

Әсә менән улдың йәне мәңгелеккә ҡауышты. Яҡшымы был, насармы – аңламаны Булат, шулай ҙа тынысланды. Ә һуҡыр Демьян, ҡотолоуға өмөтөнөң үлгәнен тойоп, яралы йыртҡыстай аҡырып ебәрҙе. Ҡанлы соҡорҙарын ҡулдары менән ҡаплап, оҙаҡ олоно ул. Унан һиҙелер-һиҙелмәҫ еләҫлек шәйләнгән яҡҡа йүнәлде: эләгеп, тәгәрәп, мүкәйләп, ҡәһәрле ерҙән алыҫыраҡ, алыҫыраҡ китергә тырышты. Әммә оҙаҡҡа сыҙаманы, хәлдән тайҙы, унан ҡото осоп тағы ҡысҡырып ебәрҙе:

– Кешеләр! – тип саҡырҙы ул йән көсөнә. Кешеләр, ҡайҙа һеҙ?! Йә Хоҙа, бер генә лә кеше ҡалманымы ни был донъяла?

Кешеләр бар ине. Булат күрҙе: улар яҡын-тирәләге ауылдарҙан ут дауылы яғына йүгерҙе. Бына иң алдағылары Демьянды ишетте, тауыш бирҙе.

«Ҡотҡарырҙар, ярҙам итерҙәр», – тип уйланы һалдаттың йәне. Күҙәтсе булыу ҡыйын ине уға. Күрә, белә тороп тереләргә (ә үлеләргә былай ҙа рәхәт) ярҙам итә алмауына күнегә алмай аҙапланды.

Шартлау булған урында ла ярҙамға килгән кешелер ҡайнаша башлағайны. Улар яралыларға ярҙам итә, алыҫыраҡ алып китергә тырыша. Ҡапыл Булат ике егеттең ниндәйҙер емереклектәр аҫтынан үҙен, дөрөҫөрәге, ике аяҡһыҙ йәнһеҙ кәүҙәһен һөйрәп сығарыуын күреп ҡалды.

Үлемдә лә, йәшәүҙә лә тәжрибәһеҙ булғанлыҡтан, йәштәр һалдатты тере тип уйлай ине, ахырыһы, ашыҡтылар. Тик улар Булаттың шунда, метр ярымда ғына ятҡан уң аяғын күрмәне. Ә һалдаттың һис тә уны ҡалдырғыһы килмәй ине. Ул егеттәргә ҡат-ҡат ҡысҡырып та, ҡағылып та ҡараны, тик тегеләр генә һиҙмәне.

– Ярар, – тип уйланы һалдат, – аяҡлымы, аяҡһыҙмы, ниндәй айырма. Бында миңә уларҙың кәрәге булмаясаҡ. Тик әсәйемә генә ҡыйын булыр инде...

Таң һыҙылып килә. Бында файҙаһы юҡлығын аңлаған Булат, үлеменең хәбәре булып, ике йыл буйы ашҡынған тыуған төйәгенә юлланды.

Көндөң иң саф мәлендә – таң алланыуға – ҡайтып етер. Ишек алдында түшәлеп үҫкән бәпкә үләнендәге ысыҡ тамсыларына ҡағылыр – эҙе ҡалмаҫ. Зәңгәр яңаҡлы тәҙрәнең быялаһына ҡаҡлығыр йәне – ауазы ишетелмәҫ.

Улының «Ҡайтып киләм» тигән телеграммаһын мендәре аҫтына һалып, изге юл төштәре күреп йоҡлаған әсә генә билдәһеҙ хәүефтән тертләп уяныр. Уяныр ҙа таң нурҙары төшкән тәҙрәгә ҡарап: «Иҫән генә ҡайт инде, балам», – тип бышылдар. Доғаһы кеүек, ҡат-ҡат ҡабатлар ул ошо ялбарыуын, булмышын биләгән шомдо ҡыуырға тырышыр.

Эй, әсә йөрәге...

 

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде

Автор:Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: