Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.
Съезд алдынан Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ишембай ҡалаһы Советы рәйесе, 3-сө мәктәп директоры Салауат Солтанморатов менән һуңғы йылдарҙағы ҡоролтайҙың эше, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләштек.
- Салауат Мәғәфүр улы, һеҙ Ишембайҙа Ҡоролтайҙы 2022 йылдан алып етәкләйһегеҙ. Ошо ваҡыт эсендә Ҡоролтай тарафынан ниндәй ҙур эштәр башҡарылды?
- Ҡоролтайҙың төп эше - телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу. Был йәһәттән йәш быуын менән бик әүҙем эш алып барабыҙ. Әйтергә кәрәк, райондың спорт, йәштәр комитеттары, мәҙәниәт бүлеге, мәғариф идаралығы менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Мәҫәлән, мәғариф өлкәһен генә алып ҡарайыҡ, һуңғы йылдарҙа йәш быуын өсөн күпме файҙалы эштәр эшләнде. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында “Шайморатов уҡыуҙары” район-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарҙыҡ. Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында уҡыусылар күп мәғлүмәт белде. Ишембай шағирәһе Фирҙәүес Бәшированың тормош юлын, ижадын өйрәнеү маҡсатында ҡалабыҙҙың 14-се мәктәбендә “Бәширова уҡыуҙары”
ойошторҙоҡ. Башҡорт теленән “Халыҡара диктант” акцияһында ишембайҙар күпләп ҡатнашты. 3-сө мәктәптә йыл һайын балалар һабантуйы үткәрәбеҙ. Уҡыусылар милли йолаларыбыҙ, халыҡ уйындары, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән яҡындан таныша.
Спорт өлкәһенә килгәндә үҙем етәкселек иткән мәктәптә “Батыр” тигән милли көрәшселәр клубы уңышлы эшләп килә. Унда башҡа мәктәптәрҙән дә килеп шөғөлләнәләр. Көрәшселәребеҙ Рәсәй, республика кимәлендәге ярыштарҙа лайыҡлы урындар яуланы. Шулай уҡ, СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин бүләктәренә көрәш турниры үткәрелеп тора.
Йәштәр комитеты менән бергәләп яңыраҡ ҡына Кинйәбулат ауылында Башҡорт КВН-ы ойошторҙоҡ. Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында башҡортса “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” уйындарын уҙғарыу телгә һөйөү уята. Йәштәр оҫта итеп шаярта белә, башҡортса матур аралаша тигән һығымтаға килдек.
Мәҙәниәт бүлеге менән берлектә лә бик күп эштәр башҡарабыҙ. Бөтәһен дә һанай китһәң, күп. Мәҫәлән, Әхмәрҙә “Ҡарға бутҡаһы” байрамы үткәрҙек. Уның аша балалар элекке йолаларыбыҙ тураһында белде.
Шуныһын әйтеп үтер инем, республика, ил тарафынан ҙур ярҙам булыуын тоябыҙ. Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы Гранттарында ҡатнашып, ҙур файҙа алабыҙ. Мәҫәлән, «Тирмә» проекты. Мәктәбебеҙҙә “Тирмә” тип исемләнгән күсмә музей ойошторолдо. Унда ҡул эше оҫталарының әйберҙәре, милли кейемдәр, һауытһаба, өй кәрәк-яраҡтары һәм башҡа ҡомартҡылар бар. Шулай уҡ, мәҙәниәт бүлеге «ИшембайФильм» проектында грант отоп башҡортса йәнһүрәттәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Былар бөтәһе лә йәш быуында телебеҙгә ҡарата һөйөү уятыуҙа мөһим роль уйнай. Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән генә йәшәмәйбеҙ. Ҡоролтай ағзалары махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҙур өлөш индерҙе. Бына яңыраҡ ҡына Александр Де аша мәктәбебеҙ менән яугирҙарға гуманитар ылау оҙаттыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
- Баш ҡалала үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
– Иң беренсе, тәжрибә уртаҡлашыу, милләттәштәребеҙ менән осрашыу өсөн барабыҙ. Съездан үҙебеҙгә яңы маҡсаттар, бурыстар алып ҡайтып, артабан дәртләнеп эшләйәсәкбеҙ.
Фотолар авторҙыҡы һәм С.Солтанморатов архивынан.