Бала табыу йортонан сығыу тантанаһы был юлы тулҡынландырғыс байрамға - Әсәләр көнөнә арналды. Ҡотлауҙарҙы Лиана Мөлөкова һәм Наталья Белянина ҡабул итә. Был мөһим ваҡиға менән әсәләрҙе яҡындары ғына түгел, шулай уҡ муниципаль район хакимиәте һәм Советы, ЗАГС бүлеге, бала табыу йорто, Ишембай үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре лә ҡотлай.
- Районыбыҙҙың бөтә әсәләрен ошо мөһим байрам менән ҡотлайбыҙ. Ишембайҙа ғаиләләрҙең үҫеүен күреү бик ҡыуаныслы, ә ҡатын-ҡыҙҙар тормошта иң мөһим исемдең ҡәҙерен белә, - тип билдәләй Ишембай районы Советы рәйесе Галина Баканова.
Килгән ҡунаҡтар сәскәләр һәм бүләктәр тапшыра: сабыйҙарға – яңы кейемдәр, ә уларҙың ғаиләләренә - сәй сервиздары. Шулай уҡ балалар тәүге документтарын - тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын ала. Ишембайҙа яңы тыуған сабыйҙарға исемдәр улар донъяға килгәс тә бирелгән. Ҡыҙ балаға Александрия тип исем ҡушҡандар, ә малайға Рамазан исеме бирелгән. Тантаналы саранан һуң, ниһайәт, атайҙар көтөп алған сабыйҙарын ҡулына алды. Ике ғаиләлә лә - икенсе бала.
- Бөгөн мине әсәйем, ирем һәм кес ҡыҙым ҡаршы алды. Уларҙы күреүемә бик шатмын, өйҙө һағындым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Лиана Мөлөкова. - Бөтә пациенттарға ла изге мөнәсәбәттә булғандары өсөн бала табыу йорто персоналына рәхмәт әйткем килә.
Наталья Белянинаның өлкән ҡыҙы хис-тойғоларын йәшермәй. Ун йәшлек ҡыҙ әсәһе һәм һеңлеһе менән осрашыу шатлығынан илай.
- Беҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙе һағындыҡ, өйҙә, яҡындарыбыҙ араһында тиҙерәк булырға теләйбеҙ. Бөгөнгө ваҡиға ҡыҙым менән бала табыу йортонан сығыу ғына түгел, ул минең тыуған көнөм менән дә тап килде. Шуға күрә был беҙҙең өсөн икеләтә байрам! - тип һөйләй Наталья Белянина.
Бергәләп фотоға төшөп, бүләктәрҙе һүтеп, ғаиләләр автомобилдәргә ултыртыла. Өйҙә сабыйҙарҙы яңы йөҙҙәр, яҡындарының һоҡланыулы хис-тойғолары, ә иң мөһиме, уларҙың йылы ҡосағы көтә.
Бала табыу йорто ихатаһы тиҙ бушаны, әммә иртәгә уны әсәләрҙе һәм сабыйҙарҙы ҡаршы алған яңы бәхетле кешеләр тултырасаҡ.
Автор фотоһы