Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь , 09:00

Аяҡ һыҙлауҙан алама нәмә юҡ икән...

Йүгерә башларһығыҙ!

Аяҡ һыҙлауҙан алама нәмә юҡ икән. Мин дә уйламағанда шул бәләгә тарыным. Тупһанан күтәреләм – аяҡ ауырта, төшәм – аяҡ ауырта. Апаруҡ йәшенә ҡарамаҫтан йүгереп йөрөгән инәй был ауыртыуҙан ҡотолоу юлын өйрәтте.

Биш пакетик ҡәнәферҙең өстөнә 100 грамм араҡы йә спирт ҡояһың. Ул ҡарағусҡыл төҫкә инһә – әҙер. Шуны һыҙлаған тубыҡтарға һөртәһең дә, өҫтөнә шыптыр ябаһың. Көн һайын, ауыртыу баҫылғанға тиклем. Ә ул тиҙ баҫыла. Тупһанан йүгереп менеп-төшә башларһығыҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: “Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!” төркөмөнән.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: