Был юлы фабрикаға Ишембайҙа һәм районда билдәле булған 12 ҡунаҡ - бокс буйынса тренер Мансур Латыпов һәм эшҡыуар Ольга Нилова, шулай уҡ Салауат ҡалаһынан блогерҙар һәм йәмәғәтселәр килде.
Корпорациянан заказдар
«Аркада» сәнәғәт берекмәһе - «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә эшләй башлаған тәүге резиденттарҙың береһе. Иркен цехтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп, улар заманса автоматлаштырылған тегеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Производство начальнигы Марина Дратова йәш производствоның хеҙмәткәрҙәр өсөн күп өҫтөнлөктәргә эйә булыуы хаҡында һөйләне.
- Фабриканың бөтә ҡорамалдары яңы, цехтар иркен һәм таҙа. Социаль пакеттан тыш, беҙ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайнар аш менән тәьмин итәбеҙ, автобуста предприятиеға алып барыуҙы ойошторғанбыҙ, башҡа ҡалалар сменаһы ваҡытында ятаҡта туҡтай ала. Октябрҙәге уртаса эш хаҡы - 46000 һум, - ти производство начальнигы. - Иң мөһиме, етәкселек үҫешеү, ҡеүәтте арттырыу менән ҡыҙыҡһына, заказдар даими бар. Фабрикала эш ҡайнай - был тупһанан күренә. Станоктар һәм тегеү ҡорамалдары йәй көнө лә, ҡышын да эшһеҙ тормай - махсус кейем йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә кәрәк. Хәҙер предприятие Рәсәй тимер юлдары, Рәсәй селтәрҙәре һәм метрополитен өсөн заказдар үтәй - кейемдең ҡышҡы коллекцияһын әҙерләй.
Цехта өҫтәлдәр һәм хатта иҙәндәр йылы куртка һәм комбинезондарҙың буш киҫәктәренә күмелгән. Кейемдең айырым элементтары өҫтөндә эште дауам иткәнсе, әҙер изделиеларҙы ҙурлығы буйынса һалып, келәткә ебәреү өсөн төрөп ҡуялар. Цехта эшселәр күп, ләкин ығы-зығы юҡ - һәр кемдең үҙ урынында булыуы күренеп тора.
Берҙәм коллектив
Фабрика хеҙмәткәрҙәренең һаны 400 кеше тәшкил иткән сикте үтте. Әммә был ғәжәйеп һан да сикләнмәгән - тулы ҡеүәт өсөн предприятиела 1000 белгес эшләргә тейеш.
Бөгөн эшселәрҙең яртыһы тиерлек - холоҡ төҙәтеү үҙәгендә ултырған кешеләр. Ул бер йыл элек фабрика биләмәһендә асылғайны һәм шул саҡта йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Шөбһәләргә ҡарамаҫтан, коллектив берҙәм эшләй.
- Холоҡ төҙәтеү үҙәгенән ир-егеттәр башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк эш менән мәшғүл. Уларҙың социаль пакеты ла тулы, хеҙмәт хаҡы ла шундай, тейешле уҡыуҙар үткән, - тип һөйләне Марина Дратова. - Коллективыбыҙ ҡатнаш, әммә бик берҙәм. Кадрҙар алмашыныуы юҡ. Бер нисә ир, төрмәнән сыҡҡандан һуң, фабрикаға кире ҡайтты. Бер хеҙмәткәр туғандарын күрергә теләп, Сорғотҡа юлланды, һуңынан беҙҙә йәнә эшләү өсөн Ишембайға килде.
Предприятие хеҙмәткәрҙәренең күбеһе тегеү ҡорамалдары операторҙарында квалификация алды. Бөгөн фабрика цехтарында элекке металлургтар һәм слесарҙар ҙа эшләй. Эш тәжрибәһе булмаһа ла, фабрика базаһында ни бары өс ай эсендә һөҙөмтәле хеҙмәткәр әҙерләй алалар, ул тиҙ арала килешеү нормаларына сығасаҡ.
Әлеге ваҡытта тағы ла өс тегеүсе эшселәр класында белем алған. Уҡыған ваҡытта улар оклад ала, фабриканың башҡа хеҙмәткәрҙәре кеүек операцияларҙы аҙыраҡ күләмдә һәм остаз контроле аҫтында эшләй.
Ни өсөн шаблон яҡшы?
«Аркада»лағы күп процестар автоматлаштырылған. Был ваҡытты һәм кеше ресурсын экономиялай. Мәҫәлән, бесеү комплексы, туҡыманың ҡалынлығына ҡарап, бер үк ваҡытта 70 ҡатламға тиклем бесеү эшләй ала. Бындай комплекс бер юлы бер нисә операция яһай - был ҡырҡыу, киҫеү, тишектәр тишеү - һәм барыһы ла һанаулы минуттар эсендә. Шаблон автоматтар ҙа етештереүсәнлекте арттыра. Улар дүрт-биш төрлө операция эшләй ала, мәҫәлән, этикеткаларҙы һәм эмблемаларҙы, ваҡ деталдәрҙе тапау.
Валерия Исаева - «Аркада»ның иң йәш белгестәренең береһе, уға 20 йәш. Ҡыҙ шаблон автоматта эшләй, кейем деталдәренә шеврондар һәм йәбештергестәр тегеп ҡуя. Быйыл Валерия нефть университетында «Мөхит дизайны» һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай, сығарылыш квалификация эшен әҙерләү ваҡытына фабрикаға эшкә урынлашҡан.
- Һөнәрем интерьер дизайнын, ландшафт, мебель, кейем-һалым, сувенир продукцияһын эшләүҙе күҙ уңында тота. Ә диплом эшенең «Махсус кейемдә фирма билдәһенең урынлашыуы» темаһы фабрикала башҡарылған операцияларға оҡшаш. Беҙҙең коллектив татыу һәм тәжрибәле, хеҙмәткәрҙәр ҙә ярҙам итергә, белемдәре менән уртаҡлашырға вәғәҙә бирҙе, - тип һөйләне Валерия.
Уҡыуын тамамлағас, ҡыҙ «Аркада»ға кире ҡайтасағын фараз итә. Һәр тегелгән юлда оҫталыҡ һәм тәжрибә бар Предприятиеның буласаҡ дәғүәселәрҙе йәлеп итә алыуына ҡунаҡтар ҙа шикләнмәне.
- Хеҙмәткәрҙәрҙең күплеге ныҡ тәьҫир итте, бындай күләмдәге производствоны тәүгә күрҙем, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты эшҡыуар Ольга Нилова. - Шулай уҡ ир-егеттәрҙең эшен күҙәтеүе ҡыҙыҡ булды. Был - ҡатын-ҡыҙ эше, тип һанала. Ә бында мин хеҙмәткәрҙәрҙең һәр теккән юлын аныҡ һәм тулҡынланып үтәүен күрҙем.
- Барыһы ла заманға яраҡлы, автоматлаштырылған машиналар күп. Эш конвейер менән бара, күренеүенсә, заказдар даими бар, - тип билдәләне бокс буйынса тренер Мансур Латыпов. - Фабриканың буш урында барлыҡҡа килеүе һәм бындай һөҙөмтәләр күрһәтеүе айырыуса ғәжәпләндерҙе.
Хеҙмәткәрҙәр йыйыу дауам итә, ҡалабыҙ өсөн эш хаҡы насар түгел. Ишембайҙарға вакансияларҙы күҙәтергә кәрәк, тип уйлайым. Оҙон аҡса алырға алыҫҡа барырға түгел, ә тыуған ҡалаңда ҡалырға кәрәк.
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.