Сараны асыу тантанаһында милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин, Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев, староста Рәйес Мөхәмәҙиев, ауыл аҡһаҡалы Фәнир Ҡунафин һәм башҡалар ҡатнашты.
- Бөгөн ауылыбыҙ халҡы хәл итә алмаҫтай проблемалар булмауын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Беҙ был проектта 2016 йылдан бирле ҡатнашып киләбеҙ. Урындағы
башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә башланғыс төркөм бик күп эштәр башҡарҙы, - тип ихлас уртаҡлашты Әнүр Әҙһәм улы. – Ошо эште ғәмәлгә индереү маҡсатында республика бюджетынан 1 миллион 100 мең һум субсидия бүленде. Муниципаль район хакимиәте 200 000 һум бүлһә, бағыусыларыбыҙ – Ишембай ҡалаһы 4-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы начальнигы Марат Ғиниәтуллин – 25 000 һум, шулай уҡ 5-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы начальнигы Айрат Ғиззәтуллин 25 000 һум тапшырҙы. Ә ауыл халҡы был башланғысҡа 150 мең һум йыйҙы.
Үрге Әрмет халҡын яҡташтары, ауылдаштары Роберт Ибәтуллин ҡотлап, теләктәрен еткерҙе.
- Шуныһы ҡыуаныслы, уҙған йылда Түбәнге Әрметтә ошондай уҡ һәйкәл асҡайныҡ. Быйыл бында йыйылдыҡ, ауылдаштарым өсөн ихлас ҡыуанам, был проектты тормошҡа
ашырыуҙа һеҙҙең аҡса ла файҙаланылды, рәхмәт барығыҙға ла, - тине Роберт Әхмәт улы. – Ошондай ҙур объект килеп сығыр, тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Уның тирә-яғы күркәм, таҙа, киләсәктә ошонда йәш быуын өсөн матур саралар үтер, тип ышанам.
Һәйкәлде асыу тантанаһы ауылдаштарҙың концерты, мәктәп уҡыусыларының сығышы менән дауам итте.
- Бындай һәйкәлдәрҙе асыу, яңыртыу балаларҙы тәрбиәләүҙә бик мөһим, тип уйлайым, - тип белдерҙе 6-сы класс уҡыусыһы Зөлхизә Мостафина. – Был үҙе бер тарих,
беҙ һәр саҡ ата-бабаларыбыҙҙың еңеүе тураһында иҫләргә бурыслыбыҙ. Постаментҡа барлыҡ ауылдаштарыбыҙҙың исем-шәрифтәре уйылған, уларға мәңге рәхмәтлебеҙ.
Автор фотолары.