Уразбай ауылы егете Руслан Байтимеров 2022 йылда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының мотоуҡсылар взводында контракт нигеҙендә махсус операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Руслан былтырғы йылдың октябрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Ҡыйыу егет Батырлыҡ һәм Шайморатов ордены менән наградланған. Ишембай районы муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Русландың беҙгә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булыуын, намыҫ менән Тыуған ил, тыныс тормош өсөн көрәшеп, антҡа тоғро ҡалыуын билдәләне. Улын ысын герой итеп тәрбиәләгән яугирҙың әсәһе Әлфиә Әнүәр ҡыҙына рәхмәт белдерҙе.
«Улымды юғалтыу бик ауыр һәм ҡайғылы, әммә мин уның менән сикһеҙ ғорурланам. Ул иле, тыныс тормош өсөн беҙҙе һаҡлап башын һалды. Улымдың исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен», - тип белдерҙе Әлфиә Әнүәр ҡыҙы.
Русландың ауылдаштары егеткә арналған таҡтаташҡа сәскәләр һалды һәм бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ошондай уҡ сара артабан Этҡол ауылында дауам итте.
Мәктәп стеналарында өсөнсө таҡтаташ барлыҡҡа килде. Ошо ауылда тыуып үҫкән Рөстәм Рәхимов 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Яугир былтыр шулай уҡ октябрь айында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Үҙе вафат булғас та уға Батырлыҡ ордены бирелде. Сараға килеүселәр Рөстәмде тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алды. Яугирҙың тормош иптәше уның илһөйәр, ҡыйыу булыуы тураһында һөйләне.
«Мобилизацияға эләккәс, беҙҙе хәрби әҙерлек үтергә генә саҡыралар. Тиҙ әйләнеп ҡайтырбыҙ, борсолмағыҙ» - тип йыуатты ул беҙҙе. Бер ҙә ҡурҡып, ҡасып ҡалманы. Ватан саҡыра икән, тимәк беҙ унда кәрәкбеҙ, тине ул.
«Ул һәр саҡ ярҙамсыл, ябай, изге күңелле кеше булды. Әле булһа ла, беҙ уның ярҙамын тоябыҙ. Бигерәк тә улыбыҙ атаһын ныҡ һағына», - тип уртаҡлашты ҡатыны Ләйсән Рәхимова.
Кинйәбулат мәктәбенең Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған һәйкәл янында махсус хәрби операцияла вафат булған Руслан Хәбибуллинға ла таҡтаташ ҡалҡты. Руслан Вәли улы быйыл 30 ғинуарҙа үҙ теләге менән хәрби операцияға юллана. Әммә күп тә үтмәй ҡаты яраланып, Санкт-Петербург ҡалаһы госпиталендә яҡты донъя менән хушлаша. Үлгәндән һуң яҡташыбыҙға Батырлыҡ ордены бирелә. Тантаналы митингыла яугирҙың ғаиләһе, дуҫтары, уҡытыусылары булды.
«Руслан беҙҙең күҙ алдында үҫте. Мәктәптә уҡыған сағында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Бигерәк тә, физкультура, география, биология дәрестәрен ярата ине. Спорт ярыштарында гел беренсе булды, дуҫтары һәм класташтары араһында ысын дуҫ, ғәҙел иптәш ине.
Русландың үҙенең алты балаһы ҡалды. Аллаһы Тәғәлә ғаиләһенә, яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек бирһен, беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Улар беҙҙең мәңге хәтерҙә», - тине Русландың уҡытыусыһы Мәғиә Хисаметдинова.
Ваҡыт хәрби ваҡиғаларҙы яңынан баһалауҙы күҙ уңында тота. Әммә Рәсәй һалдаттарының батырлығы әхлаҡи яҡтан камил булып ҡала. Ошо батырҙарыбыҙ тураһында киләсәк быуындар, ерҙәге тыныслыҡ хаҡына иҫтә тоторға тейеш.
Алёна ЧЕРНОВА фотолары.