Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь , 12:00

97 йәштә лә бәйләм бәйләй

Ишембайҙа йәшәүсе ағинәй Бүләк Танбекова махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам ебәреүҙә ихлас ҡатнаша.

97 йәштә лә бәйләм бәйләй
97 йәштә лә бәйләм бәйләй

Ғүмере буйы урам һепереүсе булып эшләгән инәй йөҙгә яҡынлашһа ла, бер минут та тик ултырмай. Уның ҡулдарында һәр саҡ энә менән бәйләм. Махсус хәрби операция башланғандан алып бер нисә тиҫтәнән ашыу пар ойоҡбаштар бәйләп ебәргән. Һәр ойоҡбашҡа күңел йылыһын ҡушып, яугирҙарҙың иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге теләктәрен еткерә.

Ошо көндәрҙә Бүләк инәйгә 97 йәш тула. Был сара менән ҡотларға ҡалабыҙҙың Бурансы торлаҡ районы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бүләктәр тотоп тәбрикләргә килде. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙеләр.

“Әсәйемде ололап килгәндәре өсөн рәхмәтлемен. Ҡәҙерлебеҙ, ғөмүмән, үҙе һәр саҡ кешеләргә ҡарата яғымлы, алсаҡ, ярҙамсыл булды. 96 йәшенә тиклем ул яңғыҙы йәшәне. Һәр саҡ йүгереп тигәндәй йөрөнө, шәп булды. Әле әсәйемде үҙем ҡарайым. Ул һәр көн тиерлек БСТ каналынан концерт та ҡарап ултыра, ойоҡбаштар ҙа бәйләй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килһә, барыһынан да үҙенә бәйләм һатып алып биреүҙәрен һорай. Оҙаҡ йәшәүенең сере тап шул тынғылыҡ белмәүҙәлер инде”, - тине ҡыҙы Фәриҙә Ишморатова.


Автор фотолары.

97 йәштә лә бәйләм бәйләй
97 йәштә лә бәйләм бәйләй
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: