ZASPORT фабрикаһы нисек барлыҡҡа килде?
2012 йылда дизайнер Анастасия Задорина нигеҙ һалған ZASPORT компанияһы Рәсәй Олимпия командаһының рәсми экипировщигы булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың ғинуарында «ЛегПром» еңел сәнәғәт форумы сиктәрендә республика биләмәһендә бренд тегеү фабрикаһы төҙөү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Компанияның партнерҙары булып «Аркада» сәнәғәт берекмәһе һәм «Эш кейеме комбинаты» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай. Майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу булған производство корпусын төҙөүгә 400 миллион һум самаһы инвестиция һалынған. Тулы ҡеүәтенә сығыу менән производство йылына 560 мең берәмек спорт кейеме сығара ала. Производствоның директоры Александр Жернов әйтеүенсә, фабрикала бөтәһе 310 белгес, шул иҫәптән 200 тегенсе эшләргә тейеш булһа ла, хеҙмәткәрҙәр һаны әле күпкә кәм.
Александр Жернов һүҙҙәренсә, фабриканы асыу ваҡытында яҡындағы ҡалалар һәм ауылдар буйлап тегенселәр йыйғандар, улар спорт кейеме тегергә өйрәтелгән. Уның һүҙҙәренсә, бер йылдан һуң да кадрҙар дефициты күҙәтелә.
- БР Спорт министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә производствобыҙ өсөн кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан
әҙерләү буйынса программа эшләп килә, ул тегеүгә өйрәтеүсе махсус төркөмдәр, - тип хәбәр итте Александр Жернов. ZASPORT кейемен теккән фабрика икәү генә, береһе Мәскәүҙә Внуковола, әммә ул ҙур түгел, ә продукцияның төп өлөшө Ишембайҙа етештерелә. - Башҡортостан беҙҙе бында «Алға» махсус иҡтисади зонаһы асылыуы менән йәлеп итте һәм беҙ тәүге резиденттарҙың береһе булдыҡ. Ҡыҙыҡлы өҫтөнлөктәр тәҡдим ителде. Беҙҙең өсөн инфраструктура менән тәьмин ителеү, яҡшы логистик шарттар һәм республикаға ярҙам мөһим булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда, Ишембайҙа компанияның фабрикаһы барлыҡҡа килеүе билдәле булғас, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был ҡарарҙы юғары баһаланы.
- Был компанияны ҡул менән күтәреп һәм етәкләп йөрөтөргә кәрәк, - тип билдәләне шул саҡта республика башлығы Радий Хәбиров. - Беҙҙең өсөн йәнә ҡыҙыҡлы производство барлыҡҡа килде. Был абруйлы компания Рәсәй йыйылма командаһын спорт кейеме менән рәсми тәьмин итеүсе булып тора.
Әйткәндәй, быйыл май айында фабриканың бер йыллығына донъя чемпионы, биатлон буйынса Олимпия уйындарының бронза призеры, Өфөнән Максим Чудов та килгәйне, ул хәҙер «Динамо» төбәк спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары.
- Бында материалдан алып финиш позицияһына тиклем тулы цикллы яҡшы производствоны күрәбеҙ, ул магазин кәштәләренә йәки спортсыларға барып етә, - тине Чудов. Компания кире бәйләнеш ала һәм спортсыларҙың һәм клуб вәкилдәренең тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен тыңлай. Спортсы булараҡ, был мөһим тип иҫәпләйем.
ZASPORT ваҡлап һатыу магазиндары Өфөлә, Мәскәүҙә, Силәбелә, Түбәнге Новгородта, Калининградта, Ялтала, Анапала һәм Волгоградта бар. Фабрикала хеҙмәт хаҡы 25-60 мең һум тәшкил итә, компания вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙең башҡарған эш күләменә бәйле.
- Беҙ Башҡортостан спорт командаларын, футболды, хоккейҙы, баскетболды, волейболды кейендерергә теләр инек, - ти Александр Жернов. - Беҙҙең ҡеүәттәр быны эшләргә мөмкинлек бирә. Моделдәребеҙ һынау үткән, баскетбол, футбол командалары менән эшләйбеҙ. Теге йәки был спорт төрөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү үҙенсәлектәрен аңлайбыҙ. Беҙ әҙер, көтәбеҙ һәм уларҙың тәҡдимдәре өсөн асыҡ.
Предприятие буйлап экскурсия Экскурсияны «Заспорт» компанияһының башҡарма директоры Александр Жернов үткәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, Ишембай предприятиеһы тәүлегенә 2250 берәмек продукция етештерә, йылына был 550 меңдән ашыу.
Фабрикала бесеү, тегеү һәм сигеү цехтары, шулай уҡ ебәк-трафарет матбуғаты, сублимация һәм трансферт матбуғат бүлектәре урынлашҡан. Ҡунаҡтар цехтар буйлап уҙҙы һәм бында нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләнелде. Ир-егеттәр, ҡатынҡыҙҙар һәм балалар өсөн спорт кейеме тегелә. Экскурсияла ҡатнашыусылар предприятие етәксеһенән фабрика етештергән тауарҙарҙың ҡайҙа һатылыуы тураһында һорашты.
- Бөгөн ZASPORT, Рәсәйҙең олимпия комитеты һәм «Динамо» спорт йәмғиәтенән тыш, «Зенит» Волейбол, «Оренбуржье» клубы өсөн кейем тегә. Кейемгә хоккейсы Александр Овечкин да экипировкаға заказ бирә. Шулай уҡ team Sport универсаль спорт экипировкаһы линейкаһы булдырыла. Өфөлә брендты «Планета» магазины тәҡдим итә, - тине Александр Жернов.
Блогерҙар экскурсиянан ҙур тәьҫораттар алды. Улар заманса технологиялар, ҡорамалдар ҡулланып, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡеүәтле хеҙмәте менән танышты.
Ольга Нилова, тегенсе, эшҡыуар:
- “Торатау” һәм “Восход” гәзите редакцияһы етәкселегенең экскурсияға саҡырыуы ярҙамында мин ҙур производство донъяһына сумдым. Унда барыһы ла сәғәт кеүек яйға һалынған. Һәр кем үҙ урынында: идеаль етештереү тәртибе, профессионализм. Производствоның һәр этабындағы заманса ҡорамалдар, туҡыма сифатын тикшереүҙән алып төрөүгә тиклем. Фабрика директоры Александр Жернов шәхсән үҙе, һәр производство участкаһының эшен һәм фабрикалағы һәр машинаны эстән белгән етәксенең
иң юғары «пилотажын» күрһәтеп, экскурсия үткәрҙе. Әлбиттә, сигеү участкаһын юҡҡа ғына көтмәй инем. Сигеү машиналарының ҡеүәте мине хайран ҡалдырҙы,
һәм мин, ниндәйҙер мәлдә, үҙемде ҙур арауыҡта бәләкәй ҡомташ итеп тойҙом. Әммә шуның менән бергә ҙур ыңғай энергия һәм камиллашыу, үҫеү теләге алдым.
Азамат Исхаҡов, йәмәғәт эшмәкәре:
- Ишембайҙа ошондай заманса ҡорамал менән тәьмин ителгән, яҡшы эш шарттары, юғары хеҙмәт хаҡы булған фабрика барлыҡҡа килеүенә шатмын. Был сираттағы яңы предприятие ғына түгел – был республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә алға табан ҙур аҙым! Хеҙмәткәрҙәр өсөн яҡшы шарттар, лайыҡлы эш хаҡы булдырылған, туҡланыу бушҡа, эш урынына тиклем трансфер ҡаралған. Тегенселәргә эшләргә генә ҡала.
Ирина Баймырҙина, блогер:
- Блогер булараҡ мине бөгөн ZASPORT фабрикаһына экскурсияға саҡырҙылар. Эштең барышын, ниндәй продукцияларҙың етештерелеүен, заманса тегеү ҡорамалдарын үҙ күҙем менән күреүемә шатмын. Тик бер генә проблема, эшселәр етешмәүе. Киләсәктә тегеү производствоһы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланыр, тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, “Алға” махсус зонаһы Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм ил кимәлендә үҫешкән сәнәғәт берәмеге булып тора. Республика етәкселеге был үҫешкә үҙ сиратында яҡшы шарттар тыуҙыра.
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.