Ошо көндәрҙә Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Был матур сара менән ҡотларға Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов һәм инәйҙең балалары йыйылды.
Оло йәштә булһа ла, инәй һаман да төҫ ташламаған, теремек, зиһене салт, күҙҙәре үткер. Ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләбүләсәрҙәренең, хатта тыуа-тыуасарҙарының исемдәрен әйтеп, доға аяттарын бағышлап, кәңәштәрен биреп, ил-йорт именлеген теләп, ысын мәғәнәһендә матур ҡартлыҡ көндәрен кисерә ул. Ә үҙенең бала сағы, үҫмерлек осоро етемлектә, ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтә.
Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисереп, тормоштоң нужаһын күп татыған инәй өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын, тормош һөйөүен, дәртен һаҡлап ҡалған. Тыумыштан ныҡышмал холҡо уны ғүмере буйы оҙатып барып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән.
Фәриҙә Әйүпова 1934 йылдың февралендә Ғәйникамал менән Үмәрғәленең урта хәлле ғаиләһендә донъяға килә. Әммә уға 1 йәш тә 8 ай ғына саҡта әсәһенән етем тороп ҡала. Атаһы Этҡол ауылынан Мәхүбә исемле икенсе ҡатынға өйләнә. Уларҙың Марат менән Миндрахман исемле улдары тыуа. Ләкин һуғыш ваҡытында улар ауырып үлеп ҡала. Атаһын 1941 йылдың майында ауылдың 12 ир-егете менән бергә эшкә ебәреләр. Шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай. Ғүмер йомғағын һүткән саҡта Фәриҙә инәй барыһын да бөгөнгөләй хәтерләй.
- Атайымдың әсәһе, үгәй әсәйем менән өсәүләп донъя көттөк. Һуғыш ваҡытында, унан һуң да аслыҡ-яланғаслыҡ булды. Икмәкте күрмәнек. Үгәй әсәй көнөтөнө фермала эшләне. Ул балалары үлеп ҡалғас, һуғыш ваҡытында балаһыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән “Холостой налог” түләне. Атайымдан хат юҡ. Мин бәләкәй, өләсәйем 70-те уҙған ҡатын ине. Икәүләп йәй көнө ағас араһынан ураҡ менән үлән урып, йөкмәп алып ҡайтып, бесән еткерә инек. Ҡыш көнө урмандан утын һөйрәп ташыйбыҙ. Баҡсаны ҡул менән ҡаҙып, бәрәңге сәсәбеҙ. Эшкә яраҡлы аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөттөләр, колхоз ерен һыйыр егеп һөрә торғандар ине. Ҡартҡоролар муйындарына биҙрә аҫып, услап һибеп иген сәсеп йөрөгәне иҫемдә. Бәрәңгене, һалымға тип, баҙҙан тултырып алып китәләр ине. Унан тыш, туҡмас һымаҡ итеп ҡырҡып, 15 килограмм бәрәңге тапшырырға кәрәк. Ваҡытында тапшырмаһаң – штраф. Түләргә аҡса юҡ. 1942 йылда уҡырға төштөм. Яҙырға ҡағыҙ юҡ, мәктәп һыуыҡ, яғырға тигән утын сей. Бөтәбеҙгә бер ҡәләм булды. Уныһы ла тиҙ бөтә. Ҡаҙан төбөнән ҡором ҡырып алып, һыуға бутап, шуның менән хәреф яҙған булабыҙ. Шулай 4 класс тамамланым. Көҙөн 5-се класҡа күрше Этҡолға йөрөп уҡый башланым. Ул ваҡытта оло юл булманы. Фәүзиә исемле әхирәтем һәм Бибулат исемле күрше малай менән бергә йөрөнөк. Бибулат атайлы малай, итектәре лә бар. Ул юл ярып алдан бара. Беҙ ялан аяҡ уның ярған эҙҙәренән барабыҙ. Өс көн йөрөнөк уҡырға. Дүртенсе көн ҡырау төшөп, һыуыҡ тейҙереп, артабан уҡырға йөрөй алманыҡ. Бар уҡыуым шул булды, - ти инәй хәтер ептәрен тағатып.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, бала саҡ, үҫмер йылдарын хеҙмәткә бағышлап буй еткерә. Тормош иптәше Тимербай менән танышыу ваҡиғаһын инәй һаман да йылмайып иҫкә ала.
- Һоратып килеүселәр күп булды. Кешеләр кисен клубта уйында таныша, мин буласаҡ тормош иптәшемде утынға барғанда осраттым. Бер көн ауылдан йыраҡ ҡына урынлашҡан урманға сана һөйрәп утынға киттем. Тау битләүенә санамды ҡуйып, утын ҡырҡа башланым. Әйләнеп ҡараһам, өҫтөнә ҡара матур шинель, башына “малахай” кейгән, мылтыҡ аҫҡан саңғыла берәү миңә табан килә. “Эй Аллам, лесник килә лә баһа!” тип балтаны ағас төбөнә йәшерҙем. Ул килде лә, нишләп йөрөүемде, балтам ҡайҙалығын һорашты. Ҡурҡышымдан балтам юҡ, кисә ҡырҡҡан ағасымды тейәйем, тип алдашам. Балтаны табып алып, ағас ҡырҡып, санама өйөп бирҙе. Бүтән ыҙалап утынға йөрөмә, бар ҡайт, мин һине кәләш итеп алам, ти был. Унан яусы ебәреп, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. 32 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек. Колхозда эшләнек, эшләмәгән эш ҡалманы. Аҙаҡ 16 йыл медпунктта санитар булып хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡтым. Алты балабыҙ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике баламды, бер ейәнемде теге донъяға оҙаттым инде. Бөтә балаларым да тырыш, егәрле булып үҫте. Һәр ҡайһыһы уҡып сығып, тормошта үҙ урынын тапты. Икенсе яртылары менән матур итеп донъя көтәләр. Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргәс, биш быуынымды күрергә насип булды. Балаларым менән маз килеп, гөрләтеп, ҡайнап йәшәп тик ятам. Ҡулыма эш кенә етмәй. Эшһеҙлектән йонсойом, - ти Фәриҙә инәй ихлас көлөп.
- Әсәйем менән бергә олоғайҙыҡ. Уға - 90, миңә быйыл 70 тулды. Атайымдан иртә ҡалһаҡ та, әсәйебеҙ беҙҙе матур итеп үҫтерҙе. Кеше араһында кәм-хур булып йөрөмәһендәр тип, кейендерҙе, уҡытты. Һәр беребеҙҙе матур итеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙатты, балаларыбыҙҙы үҫтереште. Хәҙер ҡәҙерлебеҙҙең 13
ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре, 2 тыуа-тыуасары бар. Рәхәтләнеп “Әсәй!” тип өндәшә алыуыбыҙ, эссерҙәребеҙҙе һөйләп, кәңәштәр һорауыбыҙ менән беҙ бик бәхетле. Хоҙай үҙен сәләмәтлектән айырмаһын, - ти өлкән ҡыҙы Нурия Абдрахманова.
Өләсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар рухлы, тәрбиәле, телһөйәр булып үҫә. Фәриҙә инәйҙең дә ейән-ейәнсәрҙәре өләсәй наҙын тойоп, иркәләп буй еткергән. Бөгөн улар һәр береһе ауылға ялға ҡайтыу менән иң тәү өләсәй янына ашыға.
- Элек ауылда балалар баҡсаһы булманы. Атай-әсәй көнө буйы эштә. Беҙ өләсәйебеҙ ҡарауында. Ул беҙгә әкиәттәр, шиғырҙар һөйләй торғайны. Ә беҙ уға ҡысҡырып китаптар уҡыныҡ. Был үҙенә күрә тәрбиәүи процесс булғандыр. Белемебеҙ ҙә арта, дикция яҡшыра. Алдан уҡ өләсәйемә уҡыйым тип китаптар әҙерләп ҡуя торғайным. Ҡәҙерле кешебеҙ менән бала саҡтан тик яҡты хәтирәләр генә ҡалған. Уны ҡәҙерләргә тырышабыҙ. Ул беҙҙең донъя тотҡаһы ла, тормошобоҙ йәме лә ул, - ти ейәнсәре Лилиә Хәсәнова.
Бөгөнгө көндә Фәриҙә инәй ҡыҙы Фәүриә һәм кейәүе Фәнис менән бергә донъя көтә. Һәр килгән ҡунаҡты һикереп тороп ихласлап ҡаршы ала. Бәләкәйҙән сәсән телле, йор һүҙле булып үҫкән Фәриҙә инәйҙең әлегә өс йөҙҙән ашыу шиғыры бар. Уларҙы балалары йыйынтыҡҡа туплап баҫтырып сығарған. Был шиғырҙарҙа Фәриҙә инәйҙең барлыҡ тормош тәжрибәһе, кисерештәре, ҡыуаныс-шатлыҡтары, ҡайғылары сағылған. Хәҙер инәйҙең икенсе йыйынтығы лә әҙерләнеү өҫтөндә.
Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Илгизәр Ихсанов ауыл советы хакимиәте исеменән инәйҙе матур юбилейы менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙының бөгөнгө йәштәр өсөн көслө рух, ныҡлыҡ өлгөһө булыуын, уның менән ғорурланыуын белдерҙе. Бәләкәйҙән сәсән телле, йор һүҙле булып үҫкән, йөҙләгән шиғыр ижад иткән Фәриҙә инәй барлыҡ килгән ҡунаҡтарға “Беҙ һуғыш балалары!” тип аталған шиғырын һөйләп күрһәтте.
“Беҙ күргән михнәттәрҙе, аслыҡ-яланғаслыҡты һеҙгә күрергә яҙмаһын. Именлектә, тыныслыҡта, етеш тормошта, татыулыҡта ғүмер итегеҙ. Иртә торһам да, кис ятһам да, Аллаһы Тәғәләнән бөгөнгө көндә ил сиген һаҡлаған уландарыбыҙ иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, тиҙерәк ерҙә именлек булһын тип һорайым”, - тип изге теләктәрен белдерҙе ағинәй.
Автор фотолары.