- Уттай ҡыҙыу эш мәле, туй ҡайғыһы юҡ. Ҡасып бармай әле. Бесән бөтөгөҙ, ташып алығыҙ. Шунан - картуф. Шунан - ҡош-ҡорт, шунан - һуғым. Эштән күп нәмә юҡ. Үткәрербеҙ әле ҡышҡыһын.
Кәңәшкә тип йыйылған балаларына шулай тине Мәрүәрә. Уның был һүҙҙәрен дөрөҫләп, ире Ғүмәр:
- Дөрөҫ әйтә. Эйе. Шулай. Эйе, - тип баш ҡағып ҡына ултырҙы. Ул, ғөмүмән, аҡыллы ҡатынының һүҙенән сыҡмай.
- Закун һинең яҡта инде, - тип көлә лә ҡуя.
Гәзиткә лә, телевизорға ла әлегә ҡотлау бирҙертмәне, ҡышҡылыҡҡа ҡалдырттырҙы.
Ҡыш та етте, Яңы йыл да үтте. Оҙон ялдарҙы файҙаланып ҡалырға теләп, әсәләренең ризалығын ниһайәт алып, зыҡ ҡубып әҙерләнә был аҙнала балалары. Ошо йомаға, ун дүртенсе ғинуарға, тәғәйенләнеләр көндө. Көн һайын төшкә ҡарай киләләр ҙә, кискәрәк ҡайтып бөтәләр машиналарына тейәлешеп. Ауылда берәүһе лә төпләнмәне, өсәүһе ҡалала, өлкән улдары Әбйәлилдә.
- Мәлендә үткәртһәң, ҡотолор ҙа ҡуйыр инек.
Арманһыҙ булып диванға килеп ятҡан Мәрүәрәһен Ғүмәр йәлләп ҡуйҙы.
- Мәле уның ошо ун дүртенсе ғинуар шул, Ғүмәр, шуға үткәртмәнем.
- Нишләп ғинуар? Ауғыста, йәйге селлә сыҡҡас, барып әйттерҙек, бер аҙнанан һуң ҡоҙа үткәреп, оҙатып алып ҡайттым. Иртәгеһенә икәүләп кәбән ҡойорға барҙыҡ. Ауғыс аҙағы ине!
Кемдең туйы ҡасан булған, кем нисәнсе йылда, ҡайһы айҙың нисәнсе сислаһында тыуғанды һис яңылышмай әйтеп бирә алған, бөтөн ҡара иҫәпкә унан да шәп булмаған ҡатынының үҙ туйының көнөн онотоуына ышанғыһы килмәй, Ғүмәр хәбәрен һөйләй-һөйләй Мәрүәрәнең эргәһенә килеп баҫты. Йоҡлап киткән икән. Ярай, уянғас әйтер.
Оҙаҡ ук йоҡлағандыр Мәрүәрә. Утты һүндергәндәр, өҫтөнә юрған япҡандар. Үҙҙәренең мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәндәре ишетелә. Улы менән килене Гөлмирә ҡайтмай ҡалдылар. Иртә менән ҡош иттәре һалырға, бешереп әҙерләп ҡуйырға, башҡаһын эшләргә кәрәк, тип ҡалдылар. Уларҙың ике балаһы ла ҡалаға ултырып китте. Бер-береһенән айырыла алмай бер була ейәндәре. Өлкән итте бөгөн үк бешереп ҡуйҙылар. Ҡәйнәһенең мул ҡул икәнен белгән Гөлмирә итте күпме бешерергә хәҙер белә.
- Сумарт кешенең ите ҡаҙанда: "Тегеләйерәк ят, тегеләйерәк шыл,"- тип һыймай ятып бешер, ти, һарандаҡы: "Һин ҡайҙа, һин ҡайҙа?"- тип баҫтырышып йөрөр, ти, тип өйрәткәне бирле Гөлмирә лә мул итеп бешерә итте. Төшөнөп бөттө килендәре Мәрүәрәнең яҙылмаған закундарына.
Уянһа ла, тороп тегеләр янына сыҡманы. Хәҙер, етмешен тағатҡанда, яҙмышынан риза икәнен аңлай Мәрүәрә, ике һүҙҙең береһендә аҙарынып шөкөрана ҡыла.
Дүрт йәшендә әсәнән етем ҡалды ҡыҙыҡай.
- Әсәң үлһә, атаң еҙнә була, - тип йәлләп һөйә торғайны уны Бейәсмә инәһе - атаһының бер туған апайы. Бәләкәй саҡта теле урамай Бибиәсмә инәһен Бейәсмә тигәйне, ғүмер буйы шулай өндәште. Хәҙер юҡ инде, йәне йәннәттә булһын.
- Бейәсмә инәй, нишләп әсәң үлһә, үҙ атаң еҙнә була, ти торғайның ул? - тип бер һорай ҡуйҙы Мәрүәрә кейәүгә сығып йәшәй башлағас инәһе ҡунаҡҡа килгәндә.
- Һуң, шулай булмайса. Үгәй әсәйҙе кеше апай, ти бит. Апайыңдың ире һиңә еҙнә була инде... - тип көлдө инәһе. - Йәнә атайҙары үҙ балаларына һыуынып, ситләшкәнгә лә әйткәндәрҙер инде, балам. Һыуынырһың да, йәш бисәң түшеңә ятып, ҡолағыңа шыбырлай башлаһа...
Ағаһы, апайҙары ҙурайып, утығып ҡалғас, бирешмәгәндәрҙер. Бер - бер артлы йәһәтләп эйәле-башлы булып, атай йортонан башҡаландылар. Ә Мәрүәрә әсәйһеҙ етемлектең әсе һурпаһын күп һемерҙе. Ауылдарындағы дүрт синыфлы мәктәпте тамамлағас, башҡалар кеүек күрше ауылдағы һигеҙ йыллыҡҡа бара алманы - ебәрмәнеләр. Уҡыуы ла сибек булды шул. Йәш әсәнең бер-бер артлы тыуған балалрын көтөшөп, йүнләп дәрескә лә әҙерләнеп йөрөй алманы. Өсөнсө-дүртенселә икешәр йыл уҡыны. Шуға башланғысты бөткәндә ул ун ике йәш менән бара ине инде. Атаһы малсы, үгәй әсәһе быҙау ҡараусы булып эшләгән фермаға ул да быҙау ҡарашырға сыҡты. Эшкә былай ҙа иртә егелә ине ауыл балаһы.
Алтмышынсы йылдар башында ауылдарҙа йәшәү шарттары еңелдән булманы.
- Ҡыйхыттыҡ, юҡсылдыҡ үҙәккә үтте инде.
Мәрүәрә үҙ уйҙарын ҡысҡырып дөрөҫләп ҡуйҙы.
Хәҙер үгәй әсәһе Нурикамалға бер үпкәһе лә юҡ Мәрүәрәнең. Һиңә бик тә кәрәк буласаҡ киләсәктә минән өйрәнгәндәрең, тип һыуға ҡараған тиерһең
- Эшең минең өсөн булһа ла, өйрәнеүең үҙең өсөн! - тип ҡуша торғайны Мәрүәрәне үҙе лә бөтмөр Нурикамал. Таҙа, саф тотто донъяны, һәпрә, шамтырҙарҙы яратманы. Мәрүәрәне лә йомошай белде. Йөн иләһә, ҡолғаның бер яғына орсоҡ тоттороп Мәрүәрәне ултырта, май бешһә, әллә нисә һыу алыштырып, тасҡарға ҡуша.
Һыйыр һауырға йәйҙәрен йәйләүгә сыға башлағас, әҙерәк тын алып ҡалды Мәрүәрә. Еткән ҡыҙ йәшенә еткәс, уның да күңелдәре иләҫләнә, ҡайҙалыр ашҡына, кемделер көтә башланы.. Күрше ауылдың леспромхоз егеттәре килә торғайны йәйләүгә. Әхирәттәре берәм-берәм кейәүгә китеп бөттө. Йәш һауынсы ҡыҙҙар өсөн егерме ике йәшен тултырған Мәрүәрә хәҙер апай. Уға ултырған ҡыҙға ҡарағандай йәлләп ҡарайҙар. Берәй сәбәп сығып талашыпмы китһәләр, әсе теллеләре күҙгә ҡарап бәреп әйтәләр:
- Һин сатанды кем алыр тиһең? Кемгә кәрәгең бар?
Һауынсы халҡы хәтер һаҡлап тормай шул.
- Мин уны һорап алмаған. Балаңа һаулыҡ телә! - ти торғайны ундайҙарға Мәрүәрә.
Мәрүәрә тороп ултырҙы.
- Эйе шул. Мин сатанды кем алыр ине, Ғүмәр алмаһа? Ул сатанға кем барыр ине, мин сыҡмаһам?.. Ике ярты бер бөтөн булып йәшәнек инде, Аллаға шөкөр. Алты ағзаһы теүәл төҙ елкәләрҙән, һау-һаҡ ялҡауҙарҙан биш артыҡ йәшәйбеҙ! Беҙ булырға әле...
Әҙ ишетмәне Мәрүәрә был кәмләү һүҙҙәрен. Шуныһы ҡыҙыҡ, Ғүмәргә бер нәмә лә әйтмәйҙәр ине, ул нығыраҡ һылтыҡлаһа ла. Мәрүәрәгә, тел-тешлерәк кешегә, икеһен дә яҡларға тура килде. Саҡ ҡуйҙылар инде, әллә күҙҙәре өйрәнде.
Мәрүәрәнең һул аяғы сәңгелдәк татаһы араһына ҡыҫылып ятҡанды күрмәгән әсәһе мәрхүмә төндә, йоҡо аралаш, уянып илап ебәргән ҡыҙын имеҙәйем, тип күтәреп алған. Тыммай ярһып илаған ҡыҙын имеҙеп саҡ йоҡлатҡан. Шул төндә Мәрүәрәнең аяғы әллә сығып, әллә һөйәге ярсылып ҡалғандыр инде. Өс йәше тула яҙғансы атлай алмай ултырған. Мөхәммәт ағаһы бәләкәй этмә арба эшләп биреп, атлатып өйрәткәндәр. Һул аяғына һаҡ ҡына баҫып атлай башлаған.
Әле яңыраҡ ҡына баҙарҙа йөрөгәндә бер ауылдашы хәтерен ҡалдырҙы. Ғүмәренә йылы итек һайлап тора ине, берәү арҡаһына төрттө.
- Һаумы, әй!
Зәйнәп икән.
- Һау әле. Үҙең? Ҡайҙан танып ҡалдың?
- Ыста, һине лә танымағас! Туңҡанлап атлап барыуың әллә ҡайҙан таныулы бит!
- Ҡалай атлаһам да, һинең һымаҡ эсеп туңҡайып ятмағас булған урам буйында.
Эсә, тип ишеткәйне, кәрәк кенә саҡта шул иҫенә төштө. Тороп ҡалды Зәйнәп, ҡайҙан әйткән көнгә төшөп.
Ә Ғүмәр колхозда күбә башында йөрөгән. Күбә тарттырғанда, ҡолап ҡалып, күбә арҡанына аяғы эләгеп, һөйрәлеп барған. Өркөп, сығынлап сапҡан атты саҡ тотоп алған кәбәнсе ирҙәр. Ҡото осоп ҡурҡыуҙан тотлоғоп һөйләшә башлаған малай.
Ғүмәр бөтөнләй ҙә уҡымаған, уҡый алмағандыр инде тотлоҡҡас. Ул заманда әллә ни иҫтәре лә китеп бармағандыр инде Ғүмәр кеүектәргә, талап та итмәгәндәрҙер. Яҙа ла белмәй Ғүмәре, ҡултамға ла ҡуя алмай хатта. Пенсия ҡағыҙына Мәрүәрә ҡул ҡуя. Уның ҡарауы, эштең ҡанын ҡоя Ғүмәр. Ете баш йылҡыһы, дүрт һауын һыйыры бар, ваҡ малды ғүмер буйы көттө. Утын - бесәне артып ҡалһа ҡалды, етмәй торманы. Эсеү-тартыуҙың нимә икәнен дә белмәне Ғүмәр. Икеһе лә донъясыл, тернәксел булдылар.
Уларҙың өйләнешеүҙәре үҙе бер әкиәт булды инде.
Ҡыҙҙар менән бер көндө ауылға йоҡларға ҡайттылар. Мәрүәрә мунса төшөргә тип ҡайтты. Арттырып йыйған майын алып ҡайтып Нурикамал апайына бирҙе. Нурикамал майҙы иретеп йыя ҡышҡылыҡҡа.
Мунса төшөп сыҡты ла йоҡларға ятты - ҡояштан алда тороп китергә кәрәк бит йәйләүгә.
Күпме йоҡлағандыр, Бейәсмә инәһе уятты.
- Тор әле, Мәрүәрә. Ана кеше килгән һиңә. Әйҙә, сығайыҡ әле эргәләренә.
Еүеш оҙон сәстәрен яҙа-йоҙа тарап, кәкере тараҡ менә ҡыҫтырҙы ла башына шәл һалып төпкө өйгә сыҡты.
Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйгәндәр, ризыҡ теҙгәндәр. Самауыр ҡайнай. Түрҙә ирле -ҡатынлы икәү, уларҙың эргәһендә бер егет.
- Беҙҙең ҡыҙ ошо инде, - тине тегеләргә атаһы. Мәрүәрә Нурикамал апаһы артына ултырҙы. Уның яурыны аша егеткә күҙ һалды. Ҡыҙҙар кеүек һылыу егетте күреп, тыны ҡыҫылды. Сикәләре алһыуланып торған ап-аҡ йөҙ, һыҙған һымаҡ ҡыйылып киткән ҡап-ҡара ҡаштар, битен күләгәләп торған оҙон керпектәр... Быларҙың береһе лә Мәрүәрәлә юҡ. Егет оҙон буйлы, мыҡты һынлы, ә Мәрүәрә - яшыҡ ҡына, төпөш кенә.
Бындай егеткә нишләп төндә ҡыҙ һоратып килгәндәр икән? Ярай, ҡалай килһәләр, шулай ҡайтырҙар Мәрүәрәне күрерҙәр ҙә. Тулҡынланыуҙан нығыраҡ һылтыҡланы шикелле ҡыҙ кире сыҡҡанда.
Бер аҙнанан ҡоҙа килде. Ул саҡта туй тимәнеләр, ҡоҙа ти торғайнылар.
- Урыны сыҡҡанда бирә һалайыҡ, йә айынып ҡуйырҙар, - тип ашыҡтырҙы ирен Нурикамал. Егет яғыныҡыларҙың ни өсөн ҡабаланғанын Мәрүәрә аҙаҡ аңланы. Оҙатылып килде лә килен арбаһына егелде лә Мәрүәрә.
Бер уттан икенсеһенә инде Мәрүәрә. Ҡәйнәһе уҫал булды, саманан сыҡҡан мыжыҡ. Һәр эштән ғәйеп табыр ине мәрхүмә.
- Кеше бисәне туҡмап көтә! Эшкинмәгән! Һыртлат әле, һыртлат, елкәңә менеп ултырһа, белерһең! - тип хөсөт биреп кенә торҙо.
Бер көндө нимәлер тип ҡаршы әйткәйне, китте ярһып ҡәйнәһе, китте ярһып. Ғүмәр Мәрүәрәгә һуғып ебәрҙе. Мәрүәрә илап ишекккә ташланғайны, ҡәйнәһе келәне элеп өлгөрҙө.
- Һуҡ, нимә ҡарап ҡаттың? - тип екерҙе улына.
- Теймә миңә, Ғүмәр...
- Һуҡ, тием!
Ике ут уртаһында ҡалған Ғүмәр нимә эшләргә белмәй торҙо ла кәләшенә уҡталды.
Мәрүәрә тәҙрәне яра һуҡты ла сығып ҡасырға теләне. Ҡул суғы тамырынан урғылған ҡара ҡанды күреп ҡото осто, һуштан яҙып йығылды. Ғүмәрҙең әсенеп ҡысҡырғанын ишетеп өлгөрҙө шулай ҙа.
- Әсәй! Сыҡ! Кит!
Ҡәйнәһе өй һатып алып сығып китте. Башҡа килеп ҡыҫылып йөрөмәне. Ысын донъяла хәҙер. Ризалығын биреп китте килененә. Ғүмәре тырнаҡ менән дә сиртмәне башҡаса. Биш балаға ғүмер бирҙеләр, бала ҡайғыһы ла күрҙеләр. Кәмләү, кәмһетеүҙәрҙе күп ишетергә тура килде уларға. Донъяның кеме юҡ. Сәмсел, ғәрсел Мәрүәрә намыҫҡа талашып йәшәне, бер кемдән дә кәм түгел икәнлектәрен күрһәтте барыбер. Әсәһе ҡулында баҫылып үҫкән Ғүмәренең дә башын төҙ тоторға өйрәтте.
- Мунсаға бар. Тандыр ғына ҡалған. Һәйбәәәт кенә. Ҡатыны уянғандар бығаса, тип уйлап, Ғүмер килеп инде.
- Кисә генә төштөк бит. Йыбанам.
- Нисек тәүҙә бергә мунсаға барғанды онотманыңмы, әй? Ғүмәренә яратып ҡараны.
- Юҡ.
Ғүмәр ул - был иткәнсе төшөп өлгөрә һалайым, ти йүгереп инеп китте мунсаға Мәрүәрә. Сисенгәйне генә, ҡып итеп Ғүмәр килеп инде. Мәрүәрә эскүлдәген кейеп өлгөрҙө.
- Миңә ҡарама, атыу өҫтөңә эҫе һыу һибәм! Төрөсөгөңдө сисмә! Миңә артың менән ултыр!
Шул мунсаны иҫтәренә төшөрөп, һүҙһеҙ генә йылмайып ҡуйҙылар.
- Әйҙә ятайыҡ. Ял итәйек. Иртәгә ял эләкмәҫ беҙгә.
- Эйе. Шулай.
Өйләнешеп бергә йоҡлай башлағас та, береһе егет, береһе ҡыҙ көйө ҡалды был икәү. Ғүмәр үтә ҡыйыуһыҙ ине, Мәрүәрә иһә иркәләү-наҙлауҙың нимә икәнен дә белмәй үҫте. Бер-береһенә арҡаларын ҡуйып йоҡлап китәләр ине. Ғүмәр яйлап арты менән боролоп ятҡан кәләшен үҙенә бороп һала башланы. Мәрүәрә лә әкренләп уның һыйпап, наҙлауына күнегә барҙы, Ғүмәрҙең ҡулы тәненә тейһә, тертләмәй башланы. Биш ай шулай бер-береһенә яйлап өйрәнде, ылыҡты улар. Ун дүртенсе ғинуарҙа ҡушылдылар. Мәрүәрә өсөн Ғүмәрҙән дә, Ғүмәр өсөн кәләшенән дә ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк башҡа берәү ҙә булмаясағын аңланылар. Ғүмәр шул төндә кәләшенә:
- Мин һине яратам, Мәрүәрә, - тине. Тотлоҡмай әйтте.
Ике яртының бер бөтөн булыуына илле йыл тула бына хәҙер.
- Ғүмәр... Беҙҙең ысын алтын туйыбыҙ саҡ килеп етте бит.
- Беләм.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.