Был эштәр ауыл клубтарында ойошторолған. Мәҫәлән, июнь айынан ғына Сворчиха уңғандары 17 селтәр үргәндәр. Был эш ошо ауылдың мәктәбендә лә ойоштолған. Изге сараға мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡушылып, илһөйәр ҡыҙҙар һәм малайҙар уҙған уҡыу йылы дауамында яугирҙәргә ошо рәүешле ярҙам иткәндәр. Хәҙер улар тиҫтәнән ашыу маскировка селтәре эшләгән.Улар яу яландарына оҙатыла бара.
Был төбәктә йәшәүселәр “леший “маскировка костюмын да үрергә өйрәнгән. Был да һалдаттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Ололар, йәштәр барыһы дәррәү ҡушылғанда эш тағы ла ырай. Һалдаттар ҙа тылдағыларҙың ныҡлы терәген тоя.
Фотолар: Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәтенән.