Һабаҡташым, бер бүлмәлә йәшәгән әхирәтем Илмираның атаһы вафат булғанда килә алмағайным. Бына ҡырҡын уҡытҡан Ҡөрьән ашына килдем, ниһайәт. Табын таралғас, бер аҙ ял иттек тә, ҡояш байығанға тиклем мәрхүмдең ҡәберенә барып, тағы ла бер аят-доғалар бағышланыҡ. Илһамовтар араһы ятҡан урынға китеп барғанда әлеге ике ҡәбергә күҙем төштө лә инде. Сығыр юлда түҙмәнем, Илмираға:
– Әйҙә әле, ошо ике ҡыҙ балаға ла айырым доға ҡылдырайыҡ әле, – тип үтендем.
Мулланың тәндәрҙе зымбырлатыр моңло ла, моңһоу ҙа тауышы яңғырай башлау менән йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән ҡыҙҙарҙы һәм ике тапҡыр бала ҡайғыһы кисергән ата-әсәне йәлләп, күҙҙәремдән йәштәр түгелде.
...Азат менән Алмазия бер ауылда, бер осорҙараҡ тыуып үҫһәләр ҙә, бер-береһенә артыҡ иғтибар бирмәй. Һүҙгә һаран, бер аҙ ҡырыҫыраҡ егет әрме сафынан ҡайтыуына еңгәләре уға үҙе кеүек ҡыҙҙы – өндәшмәҫ, өйөнән артыҡ сығып йөрөмәгән, сабыр холоҡло Алмазияны димләй. Әллә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыумы, әллә мөхәббәт барлығына, хистәргә ышанмаумы – йәштәр никахҡа ризалыҡ бирә. Тормош арбалары һәүетемсә генә алға тәгәрләй: атай нигеҙе янына яңы йорт һалына, бер-бер артлы өс малай тыуа, мал ишәйә. Икеһе лә тырыш булғас, йәш ғаилә артыҡ ауырлыҡ күрмәй. Ғаилә башлығы, үҙенең дауамы булырлыҡ малайҙары булғас, артыҡ бошонмай. Алмазия иһә ҡыҙ бала табыуҙан төңөлмәй. Дүртенсе бәпәйен ул дүрт күҙ менән көтә. Ә хыялы тормошҡа ашып, Мәликә ҡыҙы тыуғас, уны ҡулынан төшөрмәй тиерлек үҫтерә. Үҙ ҡулдары менән теккән аллы-гөллө күлдәктәр кейҙереп, бар наҙын, күңел йылыһын сабыйына бирә. Матур ҡыҙсыҡты күреп, урамдан үтеп барған һәр кемдең йөрәге йомшара – арҡаһынан һөйөп, тәмлекәс тотторалар. “Әллә ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын һиҙеп, бәхеткә, һөйөүгә төрөндөмө икән?” – тип әйтеп ҡуя аҙаҡ ата-әсә кеше.
Бәлә уйламағанда килә. Азат колхоздан эш хаҡы иҫәбенә өс тиҫтә ҡаҙ бәпкәһе алып ҡайта. Уны көтөү, ҡарау оло малайҙар иңенә һалына. Мәликә лә, уларға эйәреп, йылға буйына төшә, тау битләүенә сыға. Ә ул көндө болотлап торғас, бәпкәләрҙе ҡойма буйына ғына сығарып ебәрәләр. Малайҙар туп тибешә, ваҡыты-ваҡыты менән генә ҡапҡа аша урамға күҙ һалалар. Ҡыҙ бәпкәләрҙең ситтә йөрөүенә өйрәнгән була, күрәһең – урамға сыға ла уларҙы тау яғына табан ҡыуа башлай. Шул мәлдә бер бәпкә айырылып, юлға ыңғайлай. Әмәлгә ҡалғандай, боролоштан машина килеп сыға. Кескәй бәпкәгә ҡурҡыныс янауын һиҙгән биш йәшлек сабый, аңды-тоңдо белмәй, юлға ташлана. Ҙур тиҙлек менән килгән машинаны шофер туҡтатып өлгөрмәй... Ишек алдындағы малайҙар урамдағы шау-шыуҙы ишетеп сыҡҡанда Мәликә үлгән була. Ҡарауһыҙ ҡалған бәпкәләр ҙә тырым-тырағай таралыша. Хәйер, аҙаҡ инде уларҙың ҡайғыһы ла булмай – бала һынлы бала үлеп ятҡанда ғаилә ағзалары мал уйлаһынмы инде...
Ғаилә был ҡайғыны бик ауыр кисерә. Малайҙар, ғәйебен тойоп, үҙҙәренә йомолһа, Азат уларҙы ла, ҡыҙын да йәлләп бер була. Шулай ҙа иң ауыры әсә кешегә төшә – ике йылдан ашыу ул аңҡы-тиңке булып, йән аҫырап ҡына йөрөй. Донъянан ваз кисер мәлендә ҡатын үҙенең тағы ла ауырға ҡалғанын һиҙә. Ер йөҙөндәге иң оло ҡөҙрәт, мөғжизә, тип ҡабул итә был хәлде. Үҙенең хәл-торошонан уҡ ҡыҙ бала тыуырын һиҙемләй. Хатта көн аша магазиндан ыҫланған колбаса ташыуына һатыусының: “Батырҙар ризығы һорай бит был. Ашамһаҡ ҡына малай табырһың, моғайын,” – тиеүенә лә иғтибар итмәй.
Ысынлап та, үлеменә өс йыл тигәндә, ул Мәликәгә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған, бөҙрәләнеп торған етен сәсле, зәңгәр күҙле, йоҡа иренле ҡыҙ бала таба. Күҙ һалыу менән: “Мәликәм...” – тип ынтыла. Әйтерһең дә, хас теге юлғы кеүек: тәү башлап сабыйын һөйә. Дауаханала саҡта исем тураһында артыҡ уйланмай. Ә бына мулла саҡыртыр алдынан Алмазия көтмәгәндә был ҡыҙына ла Мәликә тип исем ҡушырға ниәтләүен әйтә. Ире лә, әсәһе лә, апаһы менән еңгәһе лә был тәҡдимде ҡеүәтләй. Ҡайғынан яңы арынып килгән туғандары өсөн борсолоу ҙа уларҙы телен тешләттергәндер. 80-гә ыңғайлаған ҡәйнәһе ҡаршы төшөргә баҙнат итә шулай ҙа:
– Килен, борондан ырыу-нәҫелдең йәшләй вафат булғандарҙың исемен ҡушыу ярамаған эш һанала. Киреһенсә, оҙон ғүмерле булып, үрнәкле донъя көткән, матур эштәре ҡалған кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштерергә кәрәк. Мәликә үҙ урынында булыр, ул юғалтыуҙы бер генә сабый ҙа оноттора алмаясаҡ. Ә был баланың үҙ исеме, үҙ ризығы, үҙ юлы булыр... – тине.
Алмазия ҡарсыҡҡа күҙ һирпеп кенә ала ла, өндәшмәй. Тик мулла килеп, йоланы атҡарыр алдынан буласаҡ исемде һорағас, ул барыбер: “Мәликә”, – тип әйтә. Ғаиләне яҡшы белгән дин әһелә лә бер аҙ аптырауға ҡала, әммә үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй.
7 – 8 йәштәр тирәһендә ҡыҙ бала төн уртаһында ҡысҡырып илап уяна. Алмазия уны килеп ҡосаҡлап ала:
– Нимә булды, ҡыҙым? Нимәгә илайһың?
– Әсәй, ҡурҡам мин. Үлһәм, кире ҡайта алмайым бит, шуға ҡурҡам!
– Тыныслан, балам, мин бит яныңда, бына һине ҡосаҡлап торам. Тимәк, беҙ икебеҙ ҙә тере...
Әсәһе уны, ҡурҡыныс төш күргән, тип уйлай. Ә бер көндө ул киске аш ваҡытында: “Минең апайым булған бит, уның менән осрашҡым килә”, – тип әйтеп һала. Күрәһең, исемен алған туғаны менән йәннәт түрҙәрендә осрашырын шул ваҡытта уҡ һиҙгәндер...
Мәликә ут бөрсәһенә тиң сая, уңған ҡыҙ булып буй еткерә. 12 йәштән икмәк һалған, һыйыр һауған, спорт ярыштарында ла, уҡыуҙа ла алдынғы булған, бейеүгә маһир балаға һоҡланмаған кеше ҡалмай. Буй еткереүгә инде бер осорҙа үҫкән малайҙарҙың барыһы ла уға мөхәббәтен белдереп, хат яҙа башлай. Ә Мәликә параллель класта уҡыған Сабирҙы һайлай. Әсәһенән бер серен йәшермәгән бала: “Ҡасан ғына әрменән ҡайта ла, өйләнешәбеҙ инде?” – тип хыялдары менән бүлешә. Тыны менән тартып алырҙай булып көтөп ала ул һөйгәнен. Ҡауышыр сәғәттәрен көтә.
Сабир уға, 8 июндә ҡайтып етәсәген белдереп, хат яҙа. Тик ул көндө Мәликә таң беленгәнсе клубта йөрөһә лә, егет күренмәй. Сая ҡыҙға алты саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл һан да түгел – ҡайтып, атаһының мотоциклын ала ла, күрше ауылға елдерә. Һыйыр һауырға сыҡҡан Әлифә апай уны күреп аптырап ҡалһа ла, үҙен тиҙ генә ҡулға ала.
– Кисә атаһы ҡаршы алырға киткәйне, томан булып самолеты тотҡарланған, тигәндәр. Бер нисә сәғәттән ҡабат юллана. Әйҙә, ҡыҙым, үт. Бер аҙ ял итеп ал да, ағайың менән бергә ҡаршы алырға барырһың, – ти ул.
– Рәхмәт, апай. Йоҡлап тормайым, әсәй бында киткәнде белмәй, аптырар. Иң мөһиме, иҫән-һау ҡайтып етһен, кискә үҙе килер әле. Мин, әллә берәй нәмә булдымы икән, тип борсолоп ҡына килгәйнем.
– Сәй булһа ла эсеп ҡайт...
Әлифә апайҙың был һүҙҙәрен әллә ишетә ҡыҙ, әллә юҡ – мотоциклын ҡабыҙып, ҡайтыр юлға сығып та китә. “Ҡайҙан ғына беләһең һуң, унауындай хәл булырын?! Һиҙенһәм, юлына арҡыры төшөр инем”, – тип үкһей уны ерләргә килгәнендә апай. Ә ул саҡта күңеле тыныс була, һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуа. Ирен сәй эсереп, Өфөгә оҙата ла, улының ҡайтыуына тағы ла тәм-том бешеренергә тотона. Тик 15 минуттай ваҡыт үтеүгә Заһир ағай ҡайтып инә. Ҡобараһы осҡан, күҙҙәре йәшләнгән ирен күреү менән:
– Сабирға нимә булған?! – тип ҡысҡырып ебәрә.
– Булмаған. Унда Мәликә... Мотоциклы менән машина аҫтына инеп киткән. Үҙҙәренең ауылына боролорға ярты саҡрым ғына ер ҡалған. Руль артында йоҡлап киттеме икән, тиҙәр. Ҡаршы һыҙатҡа сығып, туп-тура барып менгән. Аптырап, кире боролдом. Сабирға нисек был яңылыҡты әйтергә? Нисек итеп Азат ағайҙарҙың хәлен еңеләйтергә? Аптыраҡ... Улыбыҙға ҡайтып еткәнсе әйтмәй торам, һин бында әҙер тор инде...
Һөйгәне менән күрешеү көтөп ҡайтып килгән һалдат уны ерләшеүгә бара. Мәликәне үҙ ҡыҙҙарылай күреп яратҡан Заһир ағай менән Әлифә апайға ла еңелдән булмай. Ә икенсе тапҡыр ҡыҙын юғалтҡан ата-әсәнең хәле тағы ла мөшкөлләнә. Дарыуҙар ҙа, улдарының ярҙам итергә атлығып тороуы ла ярҙам итмәй – бер йылдан Азат ағай мәрхүм була. Алмазия апай ҙа, ике тапҡыр инсульт үткәреп, 64 йәшендә генә әхирәткә күсә.
Был хәлдәр беҙ студент саҡта уҡ булғайны. Илмира әхирәтемдең – үҙенән ике класҡа ғына түбән уҡыған ҡыҙҙы йәлләп, көн-төн илағанын һаман да хәтерләйем. Алмазия апай аҙаҡ: “Бушҡа ғына балаҡайыма, Мәликә, тип исем ҡушҡанмын. Ҡәйнәмдең һүҙен тыңларға кәрәк булған”, – тип үкһегәнен дә һөйләгәйне.
Был үкенесле хәлдәр осраҡлылыҡмы, әллә халыҡтың һыналған ырымдарының ысынбарлыҡҡа тап килеүеме – Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Шулай ҙа йәнәш ҡәберҙәрҙә бер үк исем-шәрифле ҡыҙҙарҙың ятыуы, икеһенең дә фәрештәләй саф, матур саҡта китеүе күңелдә ниндәйҙер ауыр тойғолар уятты.
Фото: Айһылыу Вахитова