Эшселәр өсөн махсус кейемдәр
Махсус кейемдең төп заказсылары - металлургия, машиналар эшләү, нефть-газ комплексы һәм энергетика, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе, медицина һәм тау сеймалын табыу сәнәғәте предприятиелары, шулай уҡ һаҡ структуралары.
- Предприятиела бер мең эш урыны иҫәпләнгән, әле фабрикала 450 хеҙмәткәр эшләй, башлыса тегенселәр, шулай уҡ граждандар персоналы хеҙмәт итә. Беҙ шулай уҡ Федераль яза башҡарыу хеҙмәте менән проектта ҡатнашабыҙ, уның сиктәрендә фабрикала 209 кеше дөйөм нигеҙҙә эшләй һәм социаль пакет менән файҙалана. Әйткәндәй, беҙҙә хеҙмәт иткән биш хөкөм ителеүсе заводтағы хеҙмәткәрҙәр менән ғаилә ҡорҙо һәм фабрикала эшкә ҡалды, - тип һөйләй производство начальнигы Марина Дратова.
Әле “Аркада” фабрикаһы Рәсәй тимер юлдары өсөн дүрт комплект махсус өҫ кейеме - ике йәйге һәм ике ҡышҡы костюмдар етештерә. Предприятиела дүрт бригада эшләй, уларҙың һәр береһендә 50-60-шар кеше. Бер сменала 120-гә яҡын ҡышҡы һәм 200 самаһы йәйге костюм тегелә. Айына заказдар буйынса дүрт мең - йәйге һәм өс мең ҡышҡы комплекттар сығарыла. Мәҫәлән, “Локомотив” моделенең ҡышҡы кейеме 89 деталдән тора һәм 13 төр туҡыманан әҙерләнә. Барлыҡ материалдар һәм туҡымалар заказсы менән килешелә, улар экологик яҡтан таҙа һәм сертификатланған. Күптән түгел махсус кейемдең яңы моделе - 2025 йылғы коллекция сығарылды, унда заказсы һорауы буйынса махсус кейемдең ҡыҙғылт һары төҫө сағыуыраҡҡа үҙгәртелде.
Хеҙмәткәрҙәр эш шарттары менән ҡәнәғәт Сигеү ҡорамалдарында Рәсәй тимер юлдарының махсус кейеме өсөн шеврондар һәм еңгә билдәләр әҙерләнә. Ике машинаны бер оператор хеҙмәтләндерә. Рита Шәрәфулла ҡыҙы - тегеү ҡорамалдары операторы, фабрикала өс йылға яҡын эшләй.
- Мин ҡорамалдарҙың эшен контролдә тотам, ептәр өҙөлһә ялғайым. Һөнәрем оҡшай, бик ҡәнәғәтмен, - ти ул.
Ҡышҡы махсус кейем етештереүселәрҙең уртаса эш хаҡы - 45 мең һум, ә йәйге эш кейеме тегеүселәрҙеке 37 мең һум тәшкил итә. Тегенселәр график буйынса - ике көн эшләп, ике көн ял итә. Фабрикала Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары һәм Ишембай районы халҡы хеҙмәт итә. Етәкселек хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итә, дөйөм ятаҡ тәҡдим итә һәм предприятиеға тиклем транспорт бүлә.
- Мин Учалыға ҡырҡыу ҡорамалдарында эшләү буйынса курстарға барҙым, һуңынан белгестәр фабрикаға килеп уҡытты. Хәҙер үҙем дә яңы хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтәм. Мине эш хаҡы ла, социаль пакет та, бушлай туҡланыу ҙа ҡәнәғәтләндерә, - ти теген ҡорамалдары операторы Елена Чаплыгина.
Теген ҡорамалдары операторы Елена Шәрәфетдинова Тимашевка ауылынан йөрөп эшләй һәм бында фабрика асылғандан алып хеҙмәт итә. Эшкә предприятие ойошторған транспорт алып килә.
- Мин шаблон автоматта эшләйем. Бында бер юлы бер нисә деталь бергә ҡушып тегелә һәм артабан йыйылмаға ебәрелә. Ҡорамалдың етештереүсәнлеге бик юғары, ул дүрт ағымды ла хеҙмәтләндерә, был тегеү ваҡытын һиҙелерлек кәметә, - ти ул.
Резеда Дәүләтшина фабрикала тегенсе булып эшләй башлаған, һуңынан мастер итеп тәғәйенләнгән.
- Башта ауыр ине, һуңынан эшкә лә, коллективҡа ла өйрәндем. Тәүҙә хеҙмәткәрҙәр аҙ ине, ә хәҙер бригадала 67 кеше. Коллективыбыҙ татыу, барыһы ла тырышып эшләй һәм бер-береһенә ярҙам итә. Күптәре йүнәлтмә буйынса мәшғүллек үҙәгенән килә.
Кадрҙар етешмәү сәбәпле, предприятиела етәкселек ҡул эшен алмаштырған һәм етештереүҙе тиҙләткән яңы ҡорамалдар һатып алып, процестарҙы автоматлаштырырға тырыша.
Бирсәткәләр етештерелә
Бирсәткәләр етештереү “Аркада” предприятиеһының айырым йүнәлеше булып тора. Цехта дүрт операторҙар һәм механиктар бригадаһы эшләй. Ай һайын, моделдәргә һәм ҡорамал төрөнә ҡарап, 200 мең парға тиклем бирсәткә етештерелә.
Машиналар класс һәм үлсәм буйынса бүленә. Бирсәткәләрҙең, ҡышҡы һәм йәйге, кизе-мамыҡ төрҙәре сығарыла. Ҡорамалға программа бирелә һәм тегеү процесы автоматик рәүештә алып барыла. Бер пар бирсәткә бәйләмгә һәм ептең сифатына ҡарап, уртаса өс минут эсендә әҙерләнә.
- Цехта латекс һәм нитрил менән ҡаплау өсөн ике машина ҡуйылған. Эшләү принцибы түбәндәгесә: бирсәткә бәйләгәндән һуң ул машинала латекс менән ҡаплана, бер циклда меңгә яҡын бирсәткә килеп сыға, - тип аңлата бирсәткә производствоһы начальнигы Сергей Сушков.
Һыу үткәрмәй торған плащтар ҙа сығарыла
Күптән түгел “Аркада” предприятиеһы ПВХ-нан һыу үткәрмәй торған плащтар етештерә башланы. Тауарҙың йөйҙәре тегелмәй, ә махсус ҡорамалда иретеп йәбештерелә, был уларҙың герметиклығын тәьмин итә. Заказ буйынса ошондай плащтарҙы күберәк сығарырға ниәтләйҙәр.
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
Автор фотолары.